Уйын "ПОЕЗД"
план-конспект занятия (младшая группа) на тему
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.
Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.
Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.
Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.
Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
poezd.docx | 15.48 КБ |
Предварительный просмотр:
«Поезд»
Маҡсат: балаларҙың поезд тураһында белемдәрен киңәйтеү, ишетеп-аңлау һәләттәрен һәм һүҙ байлығын үҫтереү, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.
Яңы һүҙҙәр: поезд, вагон, төтөн.
Поезд һүрәтен ҡарау.
- Поездың вагондары була. Ул кешеләр һәм йөк ташый.
УЙЫН БАРЫШЫ
Тәрбиәсе «паровоз» булып баҫа, балалар уның артына «вагон» булып теҙеләләр.
- Бына беҙҙең оҙон поезд булды. Беҙ вагондарға ултырып еләккә, бәшмәккә барабыҙ.
- Тәгәрмәстәр нисек әйләнә? (ҡулдарҙы терһәктән бөгөп, алға-артҡа хәрәкәтләндерәләр, «у-у-у» тип ҡысҡыралар)
Сәйәхәткә сыҡты балалар
Вагондарға ултырып.
Елә поезд алыҫтарға
Балаларҙы ултыртып.
Тәгәрмәстәр туҡылдай,
Төтөндәре борҡолдай.
Елә поезд алыҫтарға
Балаларҙы ултыртып. У-у-у!
- Туҡтаныҡ! Туҡталҡа! – туҡтап, яландарға таралып, еләк, бәшмәк, сәскә йыялар. Тағы һамаҡлай-һамаҡлай поездға ултырып китәләр.
- Балалар поездға ултырып еләк, бәшмәк, сәскә йыйырға барҙылар. Бына ниндәй ул поезд. Күп кешеләрҙе ултыртып йөрөй ала!