Уйын “КӘЗӘКӘЙҘӘР”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kzkyzr.docx15.42 КБ

Предварительный просмотр:

“Кәзәкәйҙәр”

(уйын-бейеү)

Маҡсат: йыр һүҙҙәренә ярашлы бейеү хәрәкәттәре яһарға өйрәтеү, ритм һиҙгерлеге үҫтереү.

УЙЫН БАРЫШЫ

Кәзә һүрәтен ҡарау.

  • Кәзә бәрәстәре һикерешеп уйнарға яраталар. Улар бик матурҙар, бер генә лә тик тормайҙар, шаярышып һикерәләр, һөҙөшәләр, ҡойроҡтарын һелкетәләр. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә кәзәләр һымаҡ уйнайыҡ.

Балалар түңәрәккә парлашып баҫалар. Йыр һүҙҙәренә ярашлы һамаҡлап-йырлайҙар, парлашып һикерәләр, һөҙө-шәләр,  өйрөлөп бейейҙәр.

Әйҙә әле икәүләшеп

Һикерәйек, һикерәйек.

Әйҙә әле икәүләшеп

Һөҙөшәйек, һөҙөшәйек.

Әйҙә әле икәүләшеп

Ҡойроҡтарҙы һелкетәйек.

Ә аҙаҡтан икәүләшеп

Бейейек, бейейек!

Кәзәкәйҙәр, һөҙөшәйек!

Кәзәкәйҙәр, һикерәйек!

Ҡойроҡтарҙы һелкетәйек,

Кәзәкәйҙәр, бейейек!

  • Кәзәкәйҙәр кеүек матур итеп уйнанығыҙ, һикерҙегеҙ, бейенегеҙ. Афарин, балалар!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ӘТӘСКӘЙ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын“ТОЛПАР АТ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын "ПОЕЗД"

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын “ҺӨҘГӘК КӘЗӘ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ҠОЙМАҠ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...