Рашит Нигмати
классный час
Предварительный просмотр:
Йөрәгемде һеҙгә илтәм!
Р.Назаровтың тормошо һәм ижады.
Кластан тыш сара
Маҡсат: Шағир Рәшит Назаровтың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу, шиғырҙарын тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү, үҙенсәлеген аңлатыу, шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу, тыуған ереңә, халҡыңа һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Назаровтың китаптары, портреты, биографик папка, проектор слайд.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ.Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, шағирҙар, һүҙ оҫталары тыуған. Улар халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән. Донъя күләмендә күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында булған һәм буласаҡтар.
- Уҡыусылар, һеҙ һүҙ оҫталары, ижадсылыр тураһында күп беләһегеҙ.Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек, ниндәй яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы беләһегеҙ?
- М.Кәрим, З.Биишева, Р.Ғарипов, Ш.Бабич, М.Аҡмулла.
- Афарин, уҡыусылар. Ә хәҙер мин һеҙгә таныш булған, радио-телевидение аша яңғырап торған билдәле йырҙы тыңларға тәҡдим итәм. Был йырҙың авторы кем икән, белеүселәр булырмы?
Рәшит Назаровтың “Йөрәк”шиғырына ижад ителгән, Вильдан Яруллин башҡарыуында йыр яңғырай.
- Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, кем таныны был йырҙы, авторы кем?
- Эйе, дөрөҫ яуап бирҙең, был шиғырҙы Рәшит Назаров яҙған. Мин бөгөн һеҙҙе был шағирҙың тормош, ижад юлы менән таныштырып китәһем килә. Рәшит Назаровтың тормош, ижад юлы бик үҙенсәлекле: моңһоү ҙа, үкенесле лә, шул уҡ вағытта бик яҡты, матур, емешле лә.
Рәшит Назаров – күренекле башҡорт яҙыусыһы, уның исеме башҡорт әҙәбиәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында Фатима менән Сәйетбаттал Назаровтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуа.
Уның тормош юлы үтә лә ябай. Ауылда ун класс тамамлап колхозда эшләй, 1963—1966 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғаты биттәрендә йыш ҡына күренә башлай.
Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1765 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба.
Һалдат йәше еткәс, Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә. Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә лә тип әйтерлек ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижад усағын һүндермәй. «Бәхет йыры», «Билдәһеҙ һалдат», «Мин һалдатмын…», «Учениеларҙан һуң», «Оҙон юлға сыҡтым…» һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса «Әсә һүҙҙәре» тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев, ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып, Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була.
Эйе, аңлы тормош юлы ла, ижады ла Рәшит Назаровтың бигерәк ҡыҫҡа була. Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ул ни бары егерме бер йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа-барһа алты йылын ғына тотошлай ижад эшенә-шиғриәткә арнарға өлгөрә.
Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә … ҡараңғылыҡҡа убыла, йырып үткеһеҙ томанға сорнала.
«Утлы сатҡы тейҙе ғүмеремә
Тик көйҙөрҙө генә - өҙмәне…»
Эйе, көйҙөрҙө, әммә өҙмәне … 1966 йылдың яҙынан бирле шағир зәхмәтле йән ауырыуына юлыға. Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына килтереп ҡуялар. Уны, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, больницаға һалалар … Тәүге мәлдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән тыуған ауылына ҡайтарғылап торһалар ҙа, аҙаҡ Бөрө, Благовещенск ҡалаларының махсус дауалау йорттарына күсерәләр. 1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса Ишембай дауахана-интернатына ҡайтарыла.
Дауаханала ятҡанда ла ул шиғыр яҙыуын ташламай, үҙен тотҡонлоҡта кеүек хис итеүен шиғыр юлдарына һала шағир:
«… Яһалма ай бында, ялған ҡояш
Миңә инде күптән ғазап юлдаш».
Рәшит Назаров 2006 йылды 14 октябрендә вафат була.
- Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә шағирҙың “Йылға” шиғырын уҡып үтергә тәҡдим итәм. (Бер уҡыусы уҡый).
Йылға
Талдар ҡосағында иркәләнеп,
Текә ярҙарына һыйынып
Йылға аға, талғын ғына ҡаға
Тулҡын-тулҡын йөҙөн йыйырып.
Яр буйында үҫә ҡарт тирәктәр,
Томбойоҡтар бәүелә йылғала.
Тын кистәрен моңло һандуғастар
Ошо гүзәл һыуҙан йыр ала.
Әкрен генә ағып ятҡан йылға,
Һиҙелмәгән хатта аҡҡаны.
Әйтерһең дә, уның бар маҡсаты —
Кинәндереү бала-сағаны...
- Уҡыусылар, әйтегеҙ эле, нимә тураһында был шиғыр? Автор нимә әйтергә теләгән?
- Хәҙер мин Рәшит Ниғмәтиҙең “Тыуған ерем һыуы” тигән шиғырҙы уҡырға тәҡдим итәм. (бер уҡыусы уҡый) .
Тыуған ерем һыуы
Йүгереп төштөм Өршәккә,
Һыуын алдым көршәккә,
Урман буйлап тын ғына
Ҡайтып киттем моң ғына.
Тирә-яҡта киң ялан
Тәрән йоҡоға талған.
Юҡ, ул да минең һымаҡ
Моңло уйҙарға ҡалған.
Донъя бит улай-былай,
Уйланмай йәшәп булмай:
Шатланған саҡ та була,
Моңланған саҡ та була,
Ауыр һулап тын ғына
Уйланған саҡ та була...
Шулай барам тын ғына,
Әкрен генә, моң ғына...
Тирә-яҡта сут-сутлап
Һайрап тора ҡош-ҡорттар.
Һайрай улар шәпләнеп,
Эреләнеп, дәртләнеп:
«Их, егеткәй, егеткәй,
Башың түбән эйгәнһең...
Ҡара әле ҡулыңа,
Унда ни бар? Беләмһең?
Ул бит тереклек һыуы,
Бәхет һәм шатлыҡ һыуы,
Ул паклыҡ, сафлыҡ һыуы,
Азатлыҡ, хаҡлыҡ һыуы!
Көршәгеңде ас, егет,
Көмөш һыуын сәс, егет,
Шунан артып ҡалғанын
Тәмләп кенә эс, егет...»
Миңә был һүҙ оҡшаны,
Рәхмәт, тинем, ҡоштарым!
Көршәгемде астым мин,
Саф һыуҙарын сәстем мин.
Һауытымда ҡалғанын
Рәхәтләнеп эстем мин...
Ҡаршы бөтә тирә-яҡ
Матурланды, нурланды.
Минең моңһоу күңелем
Шатланды, ғорурланды.
Белдем: ҡоштар хаҡлылар,
Дөрөҫ әйткәндәр улар:
Тыуған ерем һыуы был,
Азат илем һыуы был!
Шуға шулай тәмле ул,
Бар нәмәнән йәмле ул!
Күңелгә дәрт өҫтәй ул,
Йөрәктәргә ут һала,
Хеҙмәттә батыр бул, тип
Бөтмәҫ дәрт биреп ҡала.
Ҡайғырғанды — көлдөрә,
Йырлата, һөйөндөрә.
Ләкин дошманға аяуһыҙ —
Илата, көйөндөрә.
- Был шиғыр юлдары менән нимә әйтергә теләй автор?
- Эйе, Р. Назаров, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләү һәм йырлау менән бергә, шул ер кешеләренең, яҡташтарының, ватандаштарының булмышы һәм яҙмышы менән йәшәй, шулар тураһында уйлана, борсола, уяу булырға саҡырып иҫкәртә. Бөтә донъя – ғәҙел йәмғиәт уға иртәнге көн булып тойола.
- Шағирҙың баҫыуҙа арымай-талмай көнө буйына эшләгән кешеләргә лә арналған шиғырҙары бар. Мәҫәлән, Тракторист йыры, Бесәнсе йыры, Хөрмәт, Баҫыуҙы таң һәм башҡалар. Әйҙәгеҙ берәүһен тыңлап китәйек.
Хөрмәт.
Хеҙмәтле кеше блғанға
Хөрмәтле беҙҙең Хөрмәт,
Эштә лә ул иң егәрле,
Ялда ла һәр саҡ үрнәк.
Хас сәсрәү ялҡын инде ул!
Тире лә таммай ергә:
Сосланып бәреп сыға ла,
Боҫланып оса үргә.
Күҙе – ут, йөҙө – ҡара тут,
Ҡояшта шундай янған!
Дан хеҙмәт уның усына
Тамғаны уя һалған.
Ә Хөрмәт быға ҡәнәғәт:
- Иҫәп, - ти, - минең теүәл;
Ҡырҙа күпме кәбән ҡойһам,
Ҡулда шул тиклем һөйәл.
Мөхәббәт лирикаһына ҡағылған шиғырҙары ла күп.
Йәшен
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…
- Рәшит Назаров шиғырҙар ғына яҙып ҡалмай, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.
А.С. Пушкиндан тәржемә. Ҡышҡы юл.
Тулҡынлы томандар аша
Тоноҡ ай ҡарай бына,
Ул моңһоу ҡарҙар өҫтөнә
Нур һибә моңһоу ғына.
Ҡышҡы, күңелһеҙ юл буйлап
Тройка ярһып елә,
Тик ялыҡтырғыс бер көйгә
Ҡыңғырау сыңлап килә.
Ямщиктың оҙон йырында
Ишетелә таныш тауыш.
Йә елкендергес шаян дәрт,
Йә йөрәк өҙгөс һағыш.
Ут та юҡ, һорғолт йорттар ҙа,
Ҡар ҙа ҡыр… Миңә ҡаршы
Тик берәм-һәрәм осрай
Саҡырым бағанаһы.
Зимняя дорога. А.С. Пушкин
Сквозь волнистые туманы
Пробирается луна,
На печальные поляны
Льет печально свет она.
По дороге зимней, скучной
Тройка борзая бежит,
Колокольчик однозвучный
Утомительно гремит.
Что-то слышится родное
В долгих песнях ямщика:
То разгулье удалое,
То сердечная тоска...
Ни огня, ни черной хаты,
Глушь и снег... Навстречу мне
Только версты полосаты
Попадаются одне...
- Ә хәҙер, уҡыусылар, Р. Назаровтың тормошон һәм ижадын ныҡлы хәтеребеҙҙә ҡалдырыр өсөн бер бәләкәй генә викторина үткәреп алабыҙ. Был викторина шағирҙың тормошона һәм ижадына ҡағыла.
- Р. Назаровтың тыуған ере?
- Тәүге шиғырҙарын нисә йәштә яҙа башлай?
- Р. Назаровтың ижадын өйрәнеүсе, йыйыусы тәүге әҙип?
- Тағы ла Р. Назаровтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
- Р. Назаровтың Йөрәк исемле шиғырҙарын йыр итеп башҡарыусы йырсының исеме?
- Уҡыусылар, бик мәслихәт! Рәшит Назаровтың тормош юлына, ижадына арналған кластан тыш сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Бөйөк рус шағиры А.С. Пушкин әйткәнсә, яҙыусының миссияһы - халыҡҡа мәрхәмәтле тойғолар уятыуҙа. Ошондай юғары, изге миссияға халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рәшит Назаров берҙәй лайыҡ. Уның ижад емештәре уҡыусы күңелендә изгелек, мәрхәмәтлек тойғоларын тәрбиәләп, кешелекле кеше булырға әйҙәй! Бөгөнгө сара һеҙгә файҙалы булғандыр тиеп ышанам һәм күп мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр тип уйлайым. – Һаубулығыҙ!
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Назаров Р.С. Ер һәм Йыһан йыры: шиғырҙар, поэмалар / - Өфө: Китап, 2014
2. Назаров Рәшит. Әҫәрҙәр. Ике томда. I том. Шиғырҙар. / Төҙөүсеһе Риф Мифтахов. - Өфө. Китап, 2002
3. Уҡытыусыға ярҙамға. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһы учреждениеһы “Эшлекле династия” ЯСЙ.Рәшит Назаров.-Өфө,2010
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сын Земли и Вселенной- Рашит Назаров
Этот материал о жизни и творчестве гениального башкирского поэта Рашита Назарова,лауреата Государственной премии РБ им. С.Юлаева и премии им. Г.Ибрагимова.Его можно использовать как на уроке,так и во ...