Эҙләнеү эше: Башҡорт аты - халҡым ҡото.
творческая работа учащихся
Предварительный просмотр:
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
основная общеобразовательная школа с.Юлуково муниципального района
Гафурийский район Республики Башкортостан
Эҙләнеү эшенең
темаһы:
“Башҡорт аты – халҡым ҡото”
Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы
Зәйнуллина Рәзилә Тимерхан ҡыҙы
Башҡарҙы: Кәримов Динислам Хәбир улы
4 класс уҡыусыһы
Юлыҡ ауылы
2019-2020 уҡыу йылы
Инеш.
Тема: «Башҡорт аты- халҡым ҡото»
Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй,
Йондоҙло төн – күктә ай-даға.
Ҡырпаҡ ҡарҙан лерт –лерт юртҡан өйөр
Аҡ юрғанға һала ай-тамға.
Ҡайсы ҡолаҡ, ҡаты тояҡ аттар,
Эйәр күрмәй ҡалған тай – тулаҡ
Ҡараңғыға оса, ҡау бауырлап,
Ирек тиеп, сапсып һәм тулап.
Борон-борондан халҡыбыҙ атҡа изге хайуан тип ҡараған, уны үҙенең иң яҡын дуҫы, уң ҡанаты тип һанаған. Башҡорттарҙың тарихы ат менән бәйләнгән. Ат кешене туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Ер шарында башҡорт егетенең, башҡорт атының тояғы баҫмаған ерҙәр бармы икән? Ләкин ошо изге хайуанға һуңғы йылдарҙа иғтибар кәмене. Шуға ла мин башҡорт аты хаҡында эҙләнеү эше башланым.
Эҙләнеүемдең темаһы:
Башҡорт аты-халҡым ҡото.
Эҙләнеүебеҙҙең төп маҡсаты:
- Атҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
- Ауылымда аттың үрсеүен асыҡлау.
- Аттың кешеләргә күрһәткән файҙаһын асыу.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:
“Башҡорт аты бөгөнгө көндә лә кәрәкле “ тигән гипотезаны раҫларға булдым.
Темамдың актуаллеген түбәндәгеләргә нигеҙләнеп билдәләнем:
- Бөгөнгө көндә аттарға иғтибар аҙайыуы.
- Хужалыҡ эшендә ат көсөнөң юғала барыуы.
- Көндән-көн башҡорт халҡының ярҙамсыһы - аттарҙың һаны ҡыҫҡара барыуы.
Эҙләнеү эшенең алымдары:
1. Ауылда аттарҙың үрсеү тарихын тикшереү.
2. Ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыу.
3. Мәктәп музейының архив материалдарында эҙләнеү.
Эҙләнеү объекты:
- Башҡорт аттары.
- Уларҙың ауылымда бөгөнгө көндәге һаны, тотҡан урыны.
Эҙләнеү предметы :
Бөгөнгө көндәге башҡорт атының кешегә файҙаһы.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары :
Эҙләнеү эшен башҡарыу өсөн мәктәп музейының архив материалдары, гәзит материалдары, мәҡәләләр ҡулланылды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Эҙләнеү эше ваҡытында түбәндәге һөҙөмтәләргә ирештем:
- Башҡорт аты тураһында белемемде камиллаштырҙым;
- Шулай ҙа ат –кешенең тоғро дуҫы,ярҙамсыһы булып ҡалғанын аңланым.
Эҙләнеү юлында яңы фекерҙәр тыуҙы:
1. Беҙҙең ауылда аттар ауыл барлыҡҡа килеү менән үрсей башланыуын
асыҡланым;
2. Башҡорт атының бөгөнгө көндә лә бәҫе юғалмағанын белдем;
Эшемдең һөҙөмтәләре буйынса шундай һығымтаға килдем:
- Аттар ауылда үрсетелеүе аша ауылыбыҙҙың үткәнен белдем;
- Ваҡытында күберәк һорашырға, һуңламаҫҡа кәрәк тигән фекергә килдем.
Эшемдең структураһы :
- Инештән
- Төп өлөштән
- Йомғаҡлауҙан
- Ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм
- Ҡушымтанан тора.
Төп өлөш
Башҡорт аты – үҙҙәренең сыҙамлы, аҡыллы булыуҙары менән башҡа аттарҙан айырылып тора. Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Насар климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Башҡорт аты 17-18 –се быуаттарҙа киң таралған. Улар 8 сәғәт буйы ял итергә туҡтамай һәм ашамай 120-140 км юлды үтә алғандар.
Башҡорт халҡында атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары - яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған.Башҡорт ғәсҡәре төҙөлгәндә, башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында:"Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа",— тип яҙған.
Элек аттарҙы шулай күп үрсетһәләр, хәҙерге ваҡытта хужалыҡта ат көсө кәрәкмәй:утын ташырға кәрәкмәй- ауыл өйҙәре газ менән йылытыла, транспорт өсөн-төрлө машиналар, бесән әҙерләргә-төрлө тракторҙар бар.Шуға ла, минең уйлауымса, аттар һаны ауыл ерендә кәмегәндер, тигән һығымтаға килдем.
Беҙҙең Юлыҡ ауылы барлыҡҡа килгәндә үк, ауылға нигеҙ һалған Юлыҡ бабай көтөү-көтөү аттар үрсеткән булған. Тимәк, аттар беҙҙең ауылда 1700 –се йылдан бирле үрсетелә. Архив материалдарында 1795 йылда Юлыҡ ауылында 60 өй булыуы, 334 кеше йәшәүе, ҡортсолоҡ, малсылыҡ , йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре тураһында теркәп үтелгән.
1929 йылда Юлыҡта ла колхоз төҙөлә. 20-ләгән аты була. Төп хужалыҡ эштәрен башҡарыу көсө – аттар була.
1940 йылда Юлыҡта 80-100 ат була.
Ауылымда аттар ныҡлап 1963 йылда үрсетелә башлай. Колхоз рәйесе Садыков бабай аттарҙы үрсетеүгә иғтибарҙы бүлә. Был турала миңә ауылдың старостаһы Таһир бабай һөйләне.
1966 йылда ауылда 200 баш ат тотолған. 90-сы йылдарҙа илдәге экономик кризис колхоздың тарҡалыуына килтерә. Хужалыҡтағы аттарҙы колхоз эшселәренә таратыла һәм 2000-се йылда Юлыҡ ауылында һәр бер йортта тиерлек ат була. Ауылда 260 өй булһа, аттар ҙа 220-250 тирәһе булған. Ә әлеге ваҡытта ауылда 280 өй булһа, шуның 70 хужалығында ат аҫрала. Аттар һаны дөйөм алғанда 170-кә етә. Иң күп ат-Шагиевтар хужалығында, 45 ат тотола. Шулай уҡ, Әһлиуллиндар хужалығында-14 баш, Сәфәрғолов Хызыр -5 баш ат аҫрала.
Ә иң беренсе булып шәхси хужалыҡта ауылда 1988 йылда Кәримов Минифәил Ғиндулла улы ат тотҡан. Уның әле лә 6 баш аты бар.Аҙаҡ Насыров Ахматша, Әлибаев Айҙар, Әбделмәнов Әсҡәт бабайҙар алған.
Эҙләнеүҙәремдән мин ошондай факттарға тап булдым:элек атты ауыл ерендә хужалыҡ эштәре өсөн аҫраһалар, хәҙер аттарҙы холестиринһыҙ аҙыҡ өсөн: ҡымыҙы, ите, ҡаҙылығы өсөн тоталар.
Һуңғы йылдарҙа республикала ла аттарҙы үрсетеүгә иғтибар бирелә. Башҡортостанда “Республикала 2012-2016 йылдарға тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү программаһы” эшләнгән. Башҡортостандың тоҡомсолоҡ заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Бөгөн республикала өс ат заводы һәм төрлө тоҡомдар буйынса һигеҙ нәҫел репродукторы эшмәкәрлек алып бара.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан, ѳйрәтеүгә тиҙ күнегә. Ауылымда аттар һаны арта бара, эш көсө өсөн түгел, ә аҙыҡ өсөн үрсетелә.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, йылҡы ите - башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы , унда холестерин юҡ тиерлек икән .Шуға ла сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур. Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Донор аттарҙың ҡанынан гангрена,һеңерҙәр тартышыу, балаларҙың тамаҡ сире, аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә. Башҡорт халҡының милли эсемлеге –ҡымыҙ тураһында күптәр белә. Бѳгѳнгѳ кѳндә башҡорт ҡымыҙы һәм аты бренд булараҡ күптән бѳтә ил буйынса танылыу яуланы.
Эҙләнеүемде башҡарғанда аттарҙың бик күп йылдар буйы ауылымда бик мөһим урын алыуын, артабан да ауылымда аттар тағы ла үрсеүен теләр инем.