Сценарий ко Дню Матери
план-конспект на тему
Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;
Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy.docx | 23.46 КБ |
Предварительный просмотр:
Сценарий
"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле концерт
Максаты: укыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;
Укыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала. Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.
Әсә…әсәкәйем! Был- иң изге һүҙҙәр.Әсә- һәр кемгә тормош бүләк итеүсе, уны тәрбиәләүсе. Әсәнен мөләйем йөҙө, нәфис һүҙе, монло йыры, эшсән ҡулдары кемде генә һоҡландырмай!... Әсә- ин бөйөк, мәғрүр һәм изге кеше.
Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!
Нимә булған балаларға?
Бары ла тыныс,тыйнаҡтар.
Әллә килгән микән беҙгә
Бик хөрмәтле ҡунаҡтар?
-Киләме әллә ветерандар?
- Юҡ?
-Киләме әллә генералдар?
- Юҡ?
-Киләме әллә беҙгә бик почетлы адмиралдар?
- Юҡ?
-Ин яғымлы, ин ҡәҙерле,
Һәр саҡ йомшаҡ бәғерле
Иҫәнмеһегеҙ, әсәйзәр! (хор)
Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп кыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
Көндөң яктылыгы-кояшта,
Күктең матурлыгы-йондоҙҙарҙа,
Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-кыҙҙарҙа.
Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйек беҙ әсәйҙәрҙе,ололайык!Уларҙың канаттары кайырылмаһын,тормош ауырлыктарынан иңдәре һыгылып төшмәһен!Ҡатын-кыҙ һәр вакытта ла ҡатын-кыз булып калһын!
-
Бөгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең якты,илаһи зур байрамы.Ер йөзөндә әсәйҙән дә якын,әсәйҙән дә рәхимле,мөхәббәтле,әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр.
Әйтәһебеҙ килә бөгөн -
Ҡәҙерле әсәйҙәргә-
Был байрам доньяга килгән
Кояш нуры һибергә.
Был байрамдагы йылылык
Быуаттарга етәрлек
Һеҙҙең назлы кулдарығыҙ
Әкиәтте ысын итерлек.
Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы, -
Шатлык йыры илем күгендә
Әсәйҙәрҙе байрам менән котлап,
Коштар йырлай тыуган еремдә.
Өй түрендә гөлбаксала
Йырсы коштар һайраша
Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,
Бөгөн-ҙур бер тамаша.
- Бөтөн кешелек дөньяһына йәм биреүсе йылмайыуығыз менән беҙҙе иркәләүсе,йылы караштарыгыз менән назлаусы,акыллы фекер-ҡараштарығыҙ менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ.
-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребез һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!
-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралткан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-кыҙ-иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаклаусы ул.
Шиғыр Ләйсән яттан
-Әсә!Әней!Инәкәй!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяга килгән сәгәтенән уҡ әсәһенең йомшак кулдарын һиҙеп,яғымлы карашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөзөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,гәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙ һәр вакыт бала булып ҡалабыз.Һәм беҙ әсәйҙәр байрамына бына нисек әзерләндек.
- Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.
“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел, -
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел
Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт
Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!
- әсәйҙәрегеҙҙең ҡулына күҙ һалҡанығыҙ бармы һеҙҙең? Йыйырсыҡланып, ауыр эштән сөйәлләнеп, китап битенә төшкән яҙыу юлдары кеүек һызғысланып бөткән улар. Ә шулай ҙа, һине иркәләгәндә, башыңды һыйпағанда, ул ҡулдарҙан да йомшағырағ ,йылыраҡ, шифалыраҡ ҡулдар юҡтыр дөньяла!Әсәйҙәребеҙ ҡулдарынан уҙған эштәрҙе тау итеп өйһәң,юл итеп һузһаң,уны уҙырға бер ғумер кәрәк булыр ине.Ул ғүмер-ысын хеҙмәт юлы.
Беҙ үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы һеҙгә уҡып ишеттермәксебеҙ.(Иншаларҙы уҡыу)
- Хөрмәтле әсәйҙәр! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға концерт тәҡдим итәбеҙ. Башҡарған йыр-бейеүҙәр – беҙҙән һеҙгә ысын күңелдән бүләк. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!
Песня “Мама”
Әсәй һүҙе - йырлы үҙе
Йәшәү шикелле серле.
Әсәй һүҙе өлгө миңә
Әсәй һүҙе тәьҫирле.
Хор “Кояш ғүмере теләйем”
Ни булыр ине доньяла
Әгәр ҙә йыр булмаһа
Кешеләрҙең күңелендә
Яңғырап гел тормаһа
Ш.Нәфис “Ай былбылым” йыры
Йөрәктәрҙе утҡа һалалар.
Сәскә кеүек һылыуҙарға ҡарап,
Бабайҙар ҙа баҫып ҡалалар
Бейегәндә уттар сәсрәтәләр
Йөрәктәргә дәрттәр һалалар
“Ҡарлуғастар” бейеүе
Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк
Күстәнәсем башҡа юҡ минең – ти Илназ Кашапов һәм уның башҡарыуында йыр “Бәхеттә шатлыҡта”
Ә хәҙер егеттәр башҡарыуында "Любезники" йырын тәҡдим итәбеҙ"!
Киләһе концерт номерыбыҙ мәктәптең йондоҙсоғо Ирина Камалова башҡарыуында " Ташшишмә " йыры.
Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.
Бар доньяға шатлыҡ өләшә.
Осҡан саҡта күреп ҡаламын
Ер өҫтөн ул байҡай яратып.
Ниндәй генә хистәр уятмайһың
Эй, тылсымлы йыр, һин һәр кемдә!
Һин ул минең ялан-ҡырҙарымда
Туғайҙарым, йылғам, тауҙарымда
Һағышымда, ҡайнар дәртемдә.
Киләһе концерт номерыбыҙ мәктәптең йондоҙсоғо Ирина Камалова башҡарыуында " Ташшишмә " йыры.
Беҙ бәләкәй артистар булып та өлгөрҙөк.Ышанмайһығыҙмы? Улай булғас ,хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең ҡарамаҡҡа “Айыу менән төлкө” инсценировкаһы.
Концертыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Регина башҡарыуында "Мәрхәмәтле минең әсәйем”" йыры
Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һез-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнья йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.
Песня” Мир вам ,люди”
Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.
Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек беҙ-балаларығыҙ үҫкән һайын тағы ла нығыһын,бер-беребеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.
Хор “Яратығыҙ”
Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.
Конкурс “Етеҙ әсәйҙәр”
- Кем тиҙерәк еп урай?
- Ҡоштар исемен яҙыу
- Күҙен бәйләгән килеш балаһының ҡулын тотоп таныу
- Открытка төҙөү (открытка бәләкәй өлөштәргә ҡырҡыла, шуларҙы йыйырға)
- Был салат ниндәй йәшелсәләрҙән эшләнгән? (күҙ бәйле көйөнсә ашап ҡарап, ҡағыҙға яҙалар)
- Кем уҙыштан йыр йырлау
- Бейеп урындыҡҡа ултырып ҡалыу
- Йомғаҡлау
- Бүләкләү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий ко Дню Матери
Материал будет полезен заместителям директора по воспитательной работе, педагогам-организаторам, классным руководителям, воспитателям....
сценарий празднования Дня Матери
Сценарий общешкольного праздника "День Матери" на русском и татарском языках....
Сценарий праздника День матери.
Сценарий посвящается матерям....
Сценарий праздника "День матери"
Конкурсы для детей и их мам....
презентация к сценарию ко Дню Матери "Мама моя,пусть тебя твой жобрый ангел хранит"
1// презентация является сопровождением к сценарию,включает в себя фотографии и теметические картинки. //состоит из двух частей,т.к. плохо загружалась целиком2//ещё презентация-это видео-ряд к п...
"Пусть всегда будет мама" Сценарий к Дню матери.
Цели:- воспитывать уважительное отношение к матери, желание помочь, доставить радость;- создать теплый эмоциональный климат между матерями и детьми;- коррекция речи, воображения через участие в ...
Сценарий праздника "День матери"
Сценарий дня матери для учащихся 5-6 классов....