"Дарман" городской конкурс
материал ( класс) на тему

Гарипова Гульназ Рузиловна

сценарий мероприятия

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gorodskoy_konkurs_darman_2_avtosohranennyy.docx17.14 КБ

Предварительный просмотр:

  Сценарий

(уҡыусылар сәхнәлә шиғыр һөйләй)

1-се алып барыусы:

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы:

Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргә

ҠАЙНАР СӘЛӘМ!

1-се алып барыусы:

5 өлөштән торған музыкаль бәйгене башлайбыҙ!

2-се алып барыусы:

Ә ниндәй биш өлөш?

1-се алып барыусы:

Танышыу, популяр йырҙар, халыҡ йырҙарын башҡарыу, таҡтаҡмар йырлау һәм йырҙы таны – тип аталған турҙа һәр ҡатнашыусы үҙенең көсөн һынап ҡараясаҡ, командаһына мәрәй йыясаҡ. (өлөштәрҙең исемдәре слайдта)

2-се алып барыусы:

Һәр өлөштән һуң жюри ағзалары берҙән бишкә тиклем мәрәй ҡуйып бара, иң күп мәрәй йыйған команда еңеүсе булып билдәләнәсәк.

1-се алып барыусы:

Ә хәҙер дәррәү алҡыштарға күмеп, командаларҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ. Бәйгене еңеләйтеү өсөн тәүҙә командалар кәңәшләшеп үҙҙәренә исем һайланылар, улар  менән танышып үтәйек: 1-се команда ….., 2-се команда ….. Тимәк, бөгөнгө бәйгелә … һәм … залыбыҙҙы моңға күмеп ярышасаҡ. Ә хәҙер урындарығыҙға ултырыуығыҙ һорала.

2-се алып барыусы:

Бәйге булғас, уның баһалаусылары ла булырға тейеш. Жюри ағзалары менән танышып китәйек: мәғәриф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса мөдире Әхмәтова Гүзәл Вәзировна, мәғәриф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Имамова Рушана Рифовна, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең директоры Зәйруллина Гүзәл Шакировна, …..

1-се алып барыусы:

Бәйгене башлайбыҙ.1-се өлөш – “Танышыу”. Һәр бер бала беҙҙе үҙенең әсәһе менән таныштыра. Һүҙ – беренсе командаға. (слайд)

2-се алып барыусы:

2-се өлөш – “Популяр йыр”. Һәр команда беҙҙең иғтибарға 3 йыр тәҡдим итә. Һүҙ – икенсе командаға бирелә. (слайд)

1-се алып барыусы:

Элек-электән халыҡ йырҙары күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Беҙҙең ҡонкурсанттар ҙа халыҡ йырҙарын онотолмаҫ итеп башҡарырҙар, тип уйлайбыҙ. Бәйгенең 3-сө өлөшөнә күсәбеҙ – “Халыҡ йыры”. Һүҙ – беренсе командаға бирелә.

2-се алып барыусы:

Бәйгенең 4-се өлөшөнә лә килеп еттек: “Таҡмаҡтар”. Ике команда ҡапма-ҡаршы баҫып таҡмаҡтар йырлаясаҡ. Бер команда бер таҡмаҡ әйтә, ә икенсе команда  уйынды туҡтатмай ғына икенсе таҡмаҡ  әйтергә тейеш. Ике  команданың  да таҡмаҡтары  бөткәнсә, бәйге дауам итә. Икенсе команда башлай.

1-се алып барыусы:

Бәйгебеҙҙең һуңғы өлөшөнә лә күстек: “Йырҙы таны”. Был бәйгелә һеҙ йырҙың башын тыңлап, уны танырға тейешһегеҙ. Һәр командала ҡыңғырау бар. Көй башланыу менән йырҙы, уның башҡарыусыһын таныған команда ҡыңғырауҙы шылтыратып яуабын әйтә.

  1. Айдар Шакиров “Әҡлимә”
  2. Фәрит Бикбулатов “Әсәкәйем”
  3. Ғәбделфәт Сафин “Апайым”
  4. Гөлсөм Бикбулатова “Апайыма аҡ сәскәләр”
  5. Гөлсөм Бикбулатова “Атай, әсәй”
  6. Зифа Нагаева “Әниемнең фотосүрәте”
  7. Лилия Хәмитова “Әнием сиңа сокланам”
  8. “Әпипә”
  9. Рания Билалова “Әнием ҡочағы”
  10. Ришат Галиханов. “Йәп-йәш әле минең әнием”
  11. Сағиҙулла Байегет “Кисер мине”
  12. Фән Вәлиәхмәтов. “Безне көтәләр”
  13. Фидан Гафаров. “Галия һәм Заһир йыры”

2-се алып барыусы:

Шуның менән бәйге тамам, бәйгенең аҙағында беҙҙең байрамды биҙәгән, илерткес моңдары   менән һайраған һандуғастарыбыҙға ҙурҙан ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә хәҙер жюри ағзаларына кәңәшләшергә ваҡыт бирелә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт гимназия уҡыусылары башҡарыуында башҡорт бейеүе.

Жюриға һүҙ.

Аҙаҡта:

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Творческие конкурсы на портале "Творческие конкурсы"

Организационный комитет портала "Творческие конкурсы" http://творческиеконкурсы.рф/приглашает вас принять участие в летних проектах. На данный момент запущено 5 творческих конкурсов.Конкурсы проводятс...

Внеклассное мероприятие по технологии Конкурс «На балу у золушки» ( сценарий конкурса для девочек)

Ну вот и наступила весна, прекрасное время года, когда светит ласковое солнце, а настроение праздничное. И наверное, именно весной все девочки мечтают о том, как бы превратиться в прекрасных ска...

Грамота победителю Международного конкурса (Вконкурсе.рф) за 1-е место.Конкурс от 5.04.2015 г.Конспект занятия представленного на конкурс педагогов в категории "Коррекционное образование"

Международные и всероссийские конкурсы профессионального образования.Награждена грамотой 15В-2-2360 в категории"Коррекционное образование" -Победителю Международного конкурса за 1-е место. "Творческие...

Заявка - информационная карта участника конкурса. Характеристика – представление на участника муниципального конкурса «Электронное портфолио педагога»

Заявка -  ­­­информационная карта участника районного конкурса«Электронный портфолио педагога» Характеристика – представлениена участника муниципального конкурса «Электронное портфолио педаг...

Сценарий выступления на конкурсе, посвященном юбилею Великой победы, победитель муниципального конкурса "Радуга" в 2015-2016 учебном году, г.Одинцово

Сценка о войне на английском языке "Из будущего в прошлое", соавторы и исполнители - учащиеся 6 класса;Песня про войну на английском языке "Алеша", соавторы и исполнители - учащиеся 8 класса, ссылка н...