Дружба- подарок жизни
классный час (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Дуҫлыҡ- ғүмер биргән бүләк.
Уҡыусылар менән әңгәмә.
Маҡсат: дуҫлыҡ тураһында фекер алышырға өйрәтеү. Дуҫлыҡты һаҡлай белергә, дуҫ була белергә өйрәтеү. Дуҫлыҡтың иң мөһим сифаттарҙың береһе булыуына ышаныс тыуҙырыу.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу моменты.
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
- Уҡыусылар, мин һеҙгә бер әкиәт һөйләйем. Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүебеҙҙе шунан аңларһығыҙ.
Борон-борон заманда, бейек тауҙа, ғаиләһе менән көтөүсе йәшәгән. Ул бик ярлы булған. Бер төндө уларҙың ишеген өс кеше шаҡыған. Көтөүсенең өйө бик бәләкәй икән. Ул уларға:
- Берегеҙ генә керегеҙ, өйөм бик кес кенә минең,- тигән һәм, -
Һеҙ кемдәр һуң? - тип һораған.
- Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ. Һин ҡайһыбыҙҙы саҡыраһың, шул керер, -тигән улар.
Һеҙгә һорау:
- Көтөүсе өйөнә кемде саҡырған? (уҡыусыларҙың яуабын тыңлау).
- Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? (дуҫлыҡ тураһында)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
- Ә нимә һуң ул дуҫлыҡ һәм уның ниндәй төрҙәре бар? Был һорауға яуап биреү өсөн, һәр кем алдында ятҡан ҡағыҙҙы ала һәм үҙ фекерҙәрен яҙа. Шунан һуң һыҙыҡ һыҙа. Минең команда менән урындарынан тороп , һәр кем үҙенә пар эҙләй, үҙендә булмаған фекерҙәрҙе өҫтәй. Һеҙҙең бурыс күберәк кеше менән аралашып, күп фекер туплау.
Урындарға ултырабыҙ һәм фекерҙәрҙе тыңлайбыҙ. (дуҫ һинең өсөн шатлана, борсола, хәлеңә керә, ярҙам итә, кәрәк ваҡытта аңлата, дөрөҫөн әйтә, һин уға ышанаһың, сереңде һөйләйһең...)
- Эйе, уҡыусылар, ниндәй матур һүҙ. Дуҫ- ул һиңә һәр ваҡытта ла ярҙамға килеүсе әсәйең, атайың. Дуҫ- ул яратҡан китабың, уны уҡыған һайын уҡығы килә. Дуҫ- ул һине белем иленең серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусың. Дуҫ- ул ҡолаҡтары өҙөлгән, һиңә ауыр ваҡытта зарыңды тыңлаусы яратҡан йомшаҡ уйынсығың. Дуҫлыҡ- ул бик ҡиммәтле яҙмыш бүләге. Дуҫлыҡ бергә уҡырға, эшләргә, йәшәргә ярҙам итә. Ул беҙҙе яҡшыраҡ, көслөрәк итә. Кешегә дуҫтарһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Дуҫың булыу-ҙур байлыҡ.
Аңлатмалы һүҙлектән “Дуҫ” һүҙенә билдәләмәне тыңлап үтәйек.
1.Дуҫ- берәүгә ҡарата дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге кеше, яҡын иптәш;
2.Яратҡан кеше;
3.Берәүҙе яҡлаусы, уның менән фекерҙәш, теләктәш, уның яҡлы кеше.
- Дуҫ һәм дуҫлыҡтың нимә икәнен белдек. Ә хәҙер дуҫтарҙың ниндәй булыуы тураһында беләйек.
Ситуациялар.
. һинең дуҫың өй эшен эшләп килмәгән, күсерергә һорай. Һин ни эшләйһең?
Һинең дуҫың һөйләшкәндә насар һүҙҙәр ҡуллана. Һин ни эшләрһең?
Һинең дуҫың насарыраҡ уҡый башланы. Һиңә уның менән уйнамаҫҡа ҡушалар. Һин ни эшләрһең был осраҡта?
Дуҫ һәм дуҫлыҡ тураһындағы һөйләшеүебеҙгә йомғаҡ яһайыҡ. Һәр кем алдында торған бер бит ҡағыҙҙы урталай, унан тағы урталай бөкләй. Уртанан өсмөйөш яһап бөкләй. Ҡағыҙҙы аса. Уртаға дуҫлыҡ тип яҙа. Һәм үҙенең миҫалдарын яҙа.
- Уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Өҫтәлдәге сыбыҡтарға иғтибар итегеҙ. Бер уҡыусы сыбыҡты ала һәм һындырып ҡарай. Нисек һынды? Ә хәҙер бер нисә сыбыҡты бергә һындырып ҡарағыҙ. Был эш еңел булырмы?
Тимәк, шуны белегеҙ: дуҫлыҡ - ул берҙәм булғанда ғына көслө икән.
Инде һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: дуҫ булыу-еңел эш түгел. Ә уны һаҡлап алып ҡалыу – тағы ла ауырыраҡ. Бөгөнгө дәрестә һөйләшкән һүҙҙәр киләсәктә һеҙгә ярҙам итһен ине.
Алдығыҙҙа торған йөрәктәрҙе рәхмәт әйтеп, дуҫтарығыҙға бирегеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок по теме: "Дружба по жизни как тонкая нить, старайся её и беречь, и крепить"
Урок русского языка в 11 классе по подготовке к сочинению-рассуждению ЕГЭ...
Урок по литературе. Тема: "Дружба в жизни и лирике А.С. Пушкина".
Урок по литературе. Тема: "Дружба в жизни и лирике А.С. Пушкина".Цели: - развитие эстетического вкуса старшеклассников, приобщение к историческому культурному наследию русской литературы на...
Литературная гостиная «Дружба в жизни Александра Сергеевича Пушкина».
1. Показать ребятам, какое значение занимала в жизни Пушкина лицейская дружба;2. Рассказать о дружбе декабристами, их место в тв...
Беседа с учащимися на тему "Дружба- подарок жизни"
Беседа в 5 классе...
Урок в 5 кл. Роль дружбы в жизни Васи и других героев повести (по повести В.Г. Короленко «В дурном обществе»)
На уроке мы рассуждаем о роли дружбы в жизни Васи, Валека, Маруси. Мы обобщаем, систематизируем знания о главном герое повести В.Г. Короленко, обучаем частичному анализу художественного про...
Тема урока « Значение дружбы в жизни героев»
Цель урока: 1) познакомить уч-ся с повестью Короленко; рассмо треть проблемный вопрос : значение дружбы в жизни героев; познакомить уч-ся с понятием портрет литературного героя...
Тема: «Друзья, прекрасен наш союз!» (лицейские друзья и роль дружбы в жизни А. С. Пушкина).
Содержит инфо о лицейских друзьяз и роли дружбы в жизни А. С. Пушкина...