Сценарий концерта "Пусть всегда будет мама"
материал
Предварительный просмотр:
Әсәйҙәр көнөнә концерт сценарийы
Музыка аҫтында шиғыр уҡыла. Уҡыусылар йыр башҡара.
1. “Әсәйем” (2.46)
Алып барыусылар сыға.
- Һаумыһығыҙ, донъялағы иң ҡәҙерле
- Иң изге
- Иң шәп, егәрле
- Бала йәнле, беҙҙең тормош биҙәге булған әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар!
26 ноябрь көнө – илебеҙҙә әсәйҙәр көнө байрамы. Әсәй - ул һәр кешенең тормошонда иң кәрәкле, иң мөһим кеше. Шуға күрә лә етеп килгән байрам менән тәбрикләр өсөн бөгөн беҙ ҡәҙерле кешеләребеҙҙе үҙебеҙ уҡыған белем йортона саҡырғанбыҙ.
-Ҡәҙерле әсәйҙәр, “ Һәр ваҡыт булһын, әсәй” исемле концерт программабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.
2. “Гимн” РФ и РБ (2.30)
- Хөрмәтле әсәйҙәр, байрам менән ҡотлар өсөн һүҙ уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Дилә Әхтәм ҡыҙына бирелә. Рәхим итегеҙ!
(Д.Ә сығышы)
- Һүҙ тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Нәркәс Ирек ҡыҙына бирелә! Рәхим итегеҙ! (Н.И. сығышы)
- Диана,әйт әле
Һылыулығың, ҡыйыулығың
Алдың кемдән?
– Әсәйемдән.
- Отҡорлоғоң, тапҡырлығың
Һинең кемдән?
– Әсәйемдән.
- Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың
Сере кемдән?
– Әсәйемдән.
- Иркәлегең, иртәлегең
Күсте кемдән?
– Әсәйемдән. Хөрмәт, әйт әле
Егәрлегең, егетлегең
Һинең кемдән?
– Әсәйемдән.
-Эйе, беҙ бөтә нәмәгә лә әсәйҙәребеҙҙән өйрәнәбеҙ. Әсәнән күреп– тун бесәбеҙ, атайҙан күреп уҡ юнабыҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, байрам менән ҡотлап һеҙҙең өсөн сығыш яһай иң кескәй дуҫтарыбыҙ – 1 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ, беренселәр!
(1 кластың сығышы)
3. Йыр “Әсәйҙәр бер генә” (2.39)
-Иң матур юлдар – һин йөрөгән юлдар
Иң тәмле һыуҙар һин биргән һыуҙар
-Иң йомшаҡ ҡулдар – һин һөйгән ҡулдар.
-Хөрмәтле әсәйҙәр, ҡотлау эстафетаһын 2,4 класс уҡыусыларына тапшырабыҙ. Рәхим итегеҙ, уҡыусылар.
4. Йыр «Мамочка моя, милая» (3 мин)
Баҫ, ҡыҙым, Мәликә,
Һин баҫмаһаң, мин баҫам.
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә
Мин дә килтереп баҫам!
- Ҡәҙерле Ләйсән апай Хәлилова, Фатима Әйүп ҡыҙы, ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙҙе байрам менән ҡотлап “Эх баҫайыҡ әле” бейеүен бүләк итә Мәликә Хәлилова. Ҡаршы алығыҙ
5. Мәликә Хәлилова. Бейеү “Эх баҫайыҡ әле” (3 мин)
Һәр сабый өсөн кәрәкле
Иң яҡын кеше әсәй.
Ҡош кеүек яныбыҙҙа
Һәр ваҡыт булһын әсәй
-Әсәһе Лилиә Фирғәт ҡыҙын һәм барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап йырлай Диана Фәхретдинова
6. Йыр «Солнечный круг» (3.52)
Бәләкәй генә булһаҡ та
Беҙ шатлыҡ таратабыҙ
Тирә-яҡты янғыратып
Йырларға яратабыҙ – ти өсөнсө класс уҡыусылары һәм иң ҡәҙерле кешеләрен байрам менән ҡотларға ашҡыналар. Рәхим итегеҙ, өсөнсөләр.
7. Йыр “ Әсәйемә” (2.21 мин)
Бөгөн байрам, йәмле байрам
Ҙур сәхнә беҙҙен ҡулда
Ысын күнелдән әсәйҙәрҙе
Ҡотлай бөгөн һәр бала!
Хөрмәтле әсәйҙәр, өсөнсө класс уҡыусылары башҡарыуындағы бейеү –бүләкте ҡабул итеп алығыҙ!
8. Бейеү (3.27 мин)
-Әсәй,
- иң нурлы күҙҙәр һин баҡҡан күҙҙәр
- Иң тоғро һүҙҙәр – һин әйткән һүҙҙәр!
Иң талмаҫ беләк – һинең беләгең,
Иң сабыр йөрәк – һинең йөрәгең.
-.Ҡәҙерле әсәйҙәр! һәр ваҡыт һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ! Һеҙҙе байрам менән ҡотлап сығыш яһай 5 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ, бишенселәр!.
9. Йыр “Мама” (3 мин)
- Ерҙәге бөтә әсәйҙәр,
- Сәскәләй көләс булһын.
- Бөтә әсәйҙәргә ҡояш
- Тигеҙ өләшһен нурын.
5 кластар башҡарыуында флешмоб байрам бүләге ул һеҙгә, хөрмәтле әсәйҙәр!.
10. Флешмоб
Үҙебеҙҙе лә матурлайыҡ,
бөхтә итеп кейенәйек.
Әсәйҙәрҙе – ҡотлап бөгөн
Бергәләшеп һөйөнәйек - тип байрам эстафетаһын ҡабул итеп ала 6 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ, алтынсылар!
- 11. Йыр «Әсәйемдең ҡосағы”
Башҡорт улы Ҡурай уйнағанда
Моңдарынан ынйы һибелһен,
Ҡурай моңдарынан тыуған ерем
Тылсым нурҙарына күмелһен!
Арслан Ғәйфуллин һәм Ғәзим Хәликанов башҡарыуында ҡурайҙа көйҙәр тыңлап алығыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр!
12. Ҡурайҙа көйҙәр
– Улым, “Бишле” билдәһе генә ал. Өс “бишле” алһаң, бер шоколад алып бирәм.
-Ярай, әсәй.
– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым.
- Хөрмәтле әсәйҙәр, байрам концертын артабан дауам итә 7 класс уҡыусылары. Улар башҡарыуындағы музыкаль бүләкте ҡабул итеп алығыҙ.
13. Йыр “Бүләк”.
Сират етте һигеҙҙәргә,
Әсәйҙәрҙе ҡотларға.
Байрам менән тәбрик итеп
Әҙер улар йырларға.
Һигеҙенселәр, рәхим итегеҙ.
14. Йыр «Мамочка, прости»
Эшкә батыр, йырға оҫта
Беҙҙен мәктәп ҡыҙҙары.
Бейеүҙә лә һынатмайҙар
Һигеҙҙәрҙең ҡыҙҙары
Ҡәҙерле әсәйҙәр, 8 класс башҡарыуында киләһе бейеү һеҙҙең өсөн.
15. Бейеү.
-Диана, бөтә синыфтар ҙа әсәйҙәрҙе ҡотлап, йыр-бейеүҙәрен башҡарып бөттө.
-Беҙ генә ҡалдыҡ.
-Хөрмәтле әсәйҙәр, беҙ ҙә – туғыҙынсы класс уҡыусылары һеҙҙе ихлас күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә беҙҙең иң-иң изге теләктәребеҙ. Һау- сәләмәт булығыҙ, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәгеҙ, ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ, ә беҙ – һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып торорға тырышырбыҙ. Байрам менән!
16.Йыр.
17. Йыр
Һинең йылы ҡосағыңа
Эйе, мин мохтажмын әсәй.
Ерҙә тыныс тормош торһон,
Ә янымда һәр саҡ әсәй.
18. Йыр “Пусть всегда будет солнце”
Әсә балаһы.
- Һылыулығың, ҡыйыулығың
Алдың кемдән? – Әсәйемдән.
- Отҡорлоғоң, тапҡырлығың
Һинең кемдән? – Әсәйемдән.
- Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың
Сере кемдән? – Әсәйемдән.
- Иркәлегең, иртәлегең
Күсте кемдән? – Әсәйемдән.
- Егәрлегең, егетлегең
Һинең кемдән? – Әсәйемдән.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Пусть всегда будет мама" Сценарий к Дню матери.
Цели:- воспитывать уважительное отношение к матери, желание помочь, доставить радость;- создать теплый эмоциональный климат между матерями и детьми;- коррекция речи, воображения через участие в ...
Внеклассное мероприятие: ПУСТЬ ВСЕГДА БУДЕТ МАМА …
Внеклассное мероприятие «Пусть всегда будет мама!» даёт возможность показать ценность и важность проявления лучших человеческих чувств. Материал подобран таким образом, что позволяет...
Сценарий дня Матери "Пусть всегда будет мама"
Представлен большой и разнообразный материал о величайшей роли матери в жизни человека:стихи, песни, инсценировки, фрагмент из фильма "Однажды 30 лет спустя", легенда о Материнской силе, образ матери ...
Методическая разработка сценария мероприятия, "Пусть всегда будет МАМА!", посвященного Дню Матери.
Методическая разработка приурочена ко Дню Матери и может быть полезна в работе классных руководителей, педагогов – организаторов, воспитателей при проведении мероприятий данной...
Сценарий "Пусть всегда будет мама"
Сценарий мероприятия разработан для проведения общешкольного праздника ко Дню матери....
Сценарий праздника «Пусть всегда будет мама»
1) воспитать уважительное отношение к мамам, желание им помоь;. 2) постижения духовно-нравственных ценностей и культурных традиций, развитие морального сознания и компетентности в реш...
Сценарий "Пусть всегда будет мама", посвященный Дню матери
Праздничная программа для детей дошколного возраста. Дети вместе с мамыми учавствуют в различных конкурсах, тем самым, создавая атмосферу взаимопонимания и любви. Дети дарят подарки мамам в виде песен...