Шаттар, тапҡырҙар бәйгеһе
методическая разработка
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ШАТТАР, ТАПҠЫРҘАР бәйгеһе
(төҙөп алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисаметдиноова А.З.)
Маҡсат: уҡыусыларҙа тыуған илгә, халыҡҡа, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән алған белемдәрҙе нығытыу. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Йыһазландырыу: Башҡортостан символдары, Нуриман районы символдары.
КВН (шаттар һәм тапҡырҙар) барышы:
Башҡортостан гимны яңғырай. Барыһы ла баҫып тыңлай. Уҡыусылар менән бергә алып барыусы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) сыға. Уҡыусылар шиғыр һөйләй.
Бөйөкһөң һин ғорур халҡым һымаҡ
Атайсалым минең төйәгем.
Шунда ғына иркен йырлай йырым
Ҡурайғынам - моңло ҡоралым.
Оран һалаһың һин ярҙам һорап,
Рәхәт түгел ваҡыттарында.
Төйәккенәм, яратам мин һине
Ошо ерең нурлы таңдарыңда.
Сәскәләргә күмеләһең үҙең,
Тыуған илем, һин бит Гөлбостан.
Арыҫландай көслө һәм батыр ҙа
Нурстаным минең Башҡортостан. (шиғыр һөйләүселәр Башҡортостан тип яҙылған плакат күтәрәләр).
Ә хәҙер көслө алҡыштар менән сәхнәгә ҡатнашасаҡ командаларҙы саҡырайҡ. (музыка уйнай).
Жюри ағзалары менән таныштырыу.
Конкурстар:
- сәләмләү. Таныш булмаған таныш.
- һорағыҙ – яуап бирәбеҙ. (һәр команда ҡаршы командаға өсәр һорау әҙерләп алып килергә тейеш).
- хәтер һынау. Мәҡәлдәрҙең тәүге өлөштәре тәҡдим ителә. Командалар тиҙ арала мәҡәлде тултырып яҙырға тейеш булалар.
Мәҡәлдәр:
Бер сәскә...
Уҡығандың...
Батыр бер үлә...
Ҡурҡаҡтың күҙе...
Биште эшләгәнсе...
Алтылағы...
Ете ҡат үлсә...
Һигеҙ һыйыр аҫрағансы...
Дуҫынан айырылған туғыҙ йыл илар...
Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң...
Утыҙ тештән сыҡҡан һүҙ...
Ҡырын эш...
Егет кешегә...
Йөҙ һум аҡсаң булғансы...
Беләге бар берҙе йығыр...
Командалар мәҡәл сискән арала музыкаль пауза. Уҡыусылар сығышы.
4. Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым,
Минән уңды микән бүтәндәр? – ти Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим. һәр команда М.Кәримдең берәй әҫәрен ҡаршы командаға сәхнәләштереп күрһәтергә тейеш була. Ҡаршы команда әҫәрҙең исемен табырға бурыслы.
- берҙе мең итеп... 1) “Мәктәп” темаһына 4 юллыҡ шиғыр ижад итеү. 2) 2 төрлө ребус сисеү.
Музыкаль пауза.
- алға-алға конкурсы. Һорауҙарға команда ағзалары дөрөҫ яуап ҡайтарырға тейеш булалар.
Һорауҙар:
1 “Яңы Күл” гимны авторы һәм композиторы. (Д. Исхакова, Д. Иҙелбаев.)
2. БР Юғары Советының ҡарары менән дәүләт флагы ҡасан раҫлана, авторҙары. (1992 йыл, 25 февраль. Мәсәлимов һәм Асабина).
3 БР дәүләт флагының киңлек-оҙонлоҡ нисбәте (1:2)
4 герб ҡасан раҫлана. Авторы (1993, Ф. Ислахов)
5. “С.Юлаев” романы авторы (С.Злобин)
6. БР территорияһы (143600 км2)
7. М. Кәрим Ҡасан һәм ҡайҙа тыуған.
8. БР президенты.
9. БР иң ҡәҙерле тәбиғәт байлығы (Урман)
10. күлдәр һаны (1000)
11. взгляни на глобус
Вот он – шар земной (М.Кәрим).
12. БР дәүләт заповеднигы (Шүлгәнташ).
- БР дәүләт гимны авторы һәм раҫланыу датаһы (1993, Ф.Иҙрисов)
- флаг төҫтәре һәм аңлатмалары (зәңгәр – яҡшылыҡ, уй-ниәт, сафлыҡ, асыҡлыҡ. Аҡ – именлек, асыҡлыҡ. Йәшел – азатлыҡ, йәшәү. Ҡурай – дуҫлыҡ символы).
- гербтың символик сағылдырышы.
- рәсәй флагы төҫтәре.
- “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” (М. Кәрим)
- БР урмандарының майҙаны (6,2 млн га).
- 2009 йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде.
- киң танылған мәмерйә ҡайҙа урынлашҡан? (Шүлгәнташ – Бөрйән)
- РФ президенты.
- йылғалар (600)
- Эйе, уңдым, күп нәмәнән уңдым. Авторы (М.Кәрим)
- йылғаларҙы һанағыҙ.
- Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлаыйҡ бергә... Башҡортостанға, тыуған яҡҡа, башҡорт теленә арнап яҙылған йырҙарҙы һәр команда йырлап ишеттерә.
- тыңла һүҙҙе, эҙләп тап. М. Кәрим әҫәрҙәре исемдәренән алынған һөйләмдәр уҡыла. Уҡыусылар әҫәрҙәрҙе яҙырға тейеш булалар.
1 һөйләм: “Үлмәҫбай” исемле абруйлы “Кеше” “Башҡорт халҡына яуап хаты” яҙған, унда үҙенең “Оҙон-оҙаҡ бала сағы” тураһында, һуңынан “Ай тотолған төндә” бер һылыу “ҡыҙҙы урлауы” тураһында яҙған ине ул.
2 һөйләм. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр, тине Салауат, ҡара һыуҙар кисеп, яңғыҙ ҡайындарҙан япраҡ ярғанда, өс тағандар ҡоро ботаҡҡа ҡалғанда.
9. бир ҡулыңды, көйәрмән. көйәрмәндәрҙең музыкаль сығышы.
Алып барыусы:
Иң тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Жюриға һүҙ бирер алдынан шуны әйтәһем килә: арағыҙҙа еңелеүселәр юҡ!!! Барығыҙ ҙа еңеүсе!!! Шуның өсөн еңһен бары тик ДУҪЛЫҠ!!!
Жюри ағзалары сығышы.
Бәйгене ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр, тамашасылар тарафынан башҡарған йыр менән тамамлау:
Баштарыма кейгән түбәтәйҙең
88 икән өлгөһө.
Килгәндәрҙән бирле ҡарап торам.
Һеҙ икәнһегеҙ донъя көҙгөһө.
Беҙҙең ил
Уйнар-көлөр ер ҙә.
Беҙҙең ил һандуғас һайрар ил.
РӘХМӘТ!!!