Дуҫлыҡ күперен нығытып
материал
Был күл ауылдың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә болонлоҡ яғында Нимесләр ауылы менән Яңы Күл ауылы ерҙәре тоташҡан ерҙә ята. Күл һыуының һалҡынлығы һәм таҙалығы менән болондағы башҡа күлдәрҙән күпкә айырыла. Элек-электән колхоздар берләшкәнгә тиклем үк был күлдең яры ике күрше колхоздың эшсәндәре осрашып күрешеп үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһай торған урын булып һаналған. Ике ауыл колхоздарының ерҙәрен бүлгән ваҡыттта был күл уртала тороп ҡалған. Ике яҡ та был күлде биргеһе килмәгән. Ер бүлеп йөрөүсе ат дилбегәһен алып күлдең икенсе ярына йөҙөп сыҡҡан да ҡаршы яҡ ярға бағана ҡаҡҡан. Шул ваҡыттан бирле был күл икегә бүленгән килеш ҡалған. Бөгөнгө көндә күлде уртаға бүлеүсе бағана юғалған. Әммә ике ауылдың да оло йәштәге кешеләре күлде уртаға бүлеүҙәрен әле лә көлөп иҫкә төшөрә. (НИКУАР)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
dokument_microsoft_word.docx | 28.19 КБ |
Предварительный просмотр:
Дуҫлыҡ күперен нығытып...
Сценарий авторы Хисаметдинова Ә.З.
Был күл ауылдың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә болонлоҡ яғында Нимесләр ауылы менән Яңы Күл ауылы ерҙәре тоташҡан ерҙә ята. Күл һыуының һалҡынлығы һәм таҙалығы менән болондағы башҡа күлдәрҙән күпкә айырыла. Элек-электән колхоздар берләшкәнгә тиклем үк был күлдең яры ике күрше колхоздың эшсәндәре осрашып күрешеп үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһай торған урын булып һаналған. Ике ауыл колхоздарының ерҙәрен бүлгән ваҡыттта был күл уртала тороп ҡалған. Ике яҡ та был күлде биргеһе килмәгән. Ер бүлеп йөрөүсе ат дилбегәһен алып күлдең икенсе ярына йөҙөп сыҡҡан да ҡаршы яҡ ярға бағана ҡаҡҡан. Шул ваҡыттан бирле был күл икегә бүленгән килеш ҡалған. Бөгөнгө көндә күлде уртаға бүлеүсе бағана юғалған. Әммә ике ауылдың да оло йәштәге кешеләре күлде уртаға бүлеүҙәрен әле лә көлөп иҫкә төшөрә.
Сәхнәлә боронғо өҫтәл, ашъяулыҡ йәйелгән. Өҫтәлдә радиоалғыс, китаптар.
Иштуған Бабай әкрен генә өҫтәл алдына килә лә радиоһын ҡабыҙып ебәрә.
Сәхнә артында диктор... Өфө һөйләй. Быйыл 2019 йылда гүзәл Башҡортостаныбыҙға йөҙ йыл тула. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа байтаҡ күркәм саралар ойошторолоп тора. Ә теүәл йөҙ йыл элек, 1919 йылда Башҡорт илен тергеҙеү өсөн, ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр генә кисермәгән беҙҙең борон атай олатайҙарыбыҙ.
Бабай. эййй, үткән ғүмер. Башҡорт иленә 100 йыл булып киткән дә баһа. Ҡулын маңлайына ҡуйып.. Әллә минең ейәнем дә килә инде.
Ейән. Әссәләмәғәләйкүм, олатай.
Мәғәләйкүмәссәләм, балаҡайым. Уҡыуҙар нисек.
Ейән. Бына мәктәптән ҡайтып киләм. Тарих уҡытыусыһы Олатайым тарихы тигән темаға өй эше биреп ҡайтарған ине. Ярҙам ғына итеп ебәр әле, зинһар, Иштуған олатай. Һөйләсе берәй тарихи хәлдәрҙе.
Олатай. Әйҙә, ултыр, улым, эргәмә. Иғтибар менән тыңла. Ә мин үҙемдең йәшлек хәтирәләренә бирелеп алайым әле. Күүүүптән булды был хәл. Ул ваҡытта мин йәшерәк инем. Эх, дәртле сағым...
Сәхнә артында наза көйө. Йырлап сәхнәгә килеп сығалар. Ҡулдарында бесәнлек ҡоралдары, төргәктә ашар ризыҡтар.
Яңы күлдә йәйрәп ята
Ауылдың терпе тауы.
Йырлай йырлай эштән ҡайта
Егеттәре ҡыҙҙары.
Яңы күлдә йәшәй бик шаян дуҫтар.
Йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, һәр эштә уңған улар.
Һай, дуҫтар, бер аҙ туҡтап ял итеп алайыҡ әле. Бөгөн арыу ғына эшләп алдыҡ. Батырға ял кәрәктер ул.
Дөрөҫ әйтәһең, Әдис дуҫ. Шулай шулай.
Хәҙер Иштуған ҡарт та ҡыуып етер беҙҙе.
Әнә, үҙе лә күренә. Арыу белмәҫ ҡарт булды был. Тәки теге таҡыя башлы үҫентене ҡырҡып, ҡурай эшләп алған бит.
Ҡурайҙа уйнап килеп керә. Иштуған олатай, һин Яңы Күл ауылының тарихын күп беләм, тип маҡтанғайның. Берҙе һөйлә әле беҙгә.
Ҡыҙҙарым балаҡайҙарым, ҡымыҙ бирегеҙ әле, һыуһынымды бөтөрәм дә, һөйләрмен.
Ғүмер буйы туйындырған еребеҙ Ҡаракүл янындағы бесәнлегебеҙ. Тик хәҙер бөтә кеше ерҙе тигеҙләйҙәр, ер һатыла, тип йөрәккә шом һалалар. Балалар, ата бабаларыбыҙҙан ҡалған ерҙәребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ. Еребеҙҙе сит яттарға бирмәйек. Беҙ башҡорттар, ергә бай халыҡ. Шул байлыҡҡа баярҙар бик ҡыҙыҡҡан.
Беҙҙең башҡорт ерен талағандар ҙа, осһоҙ хаҡҡа һатып та алыр булғандар, шулаймы, олатай.
Ә минең өләсәйем ер һатыу тураһында бер мәҙәк һөйләгәйне.
Һөйлә әле, ҡыҙым.
Рус баярынан башҡорттар һорай ти
күпме аҡса бирәһең
йөҙ тәңкә бирәм. Ә күпме ер бирәһегеҙ һуң.
Бер көн эсендә йәйәүләп күпме ер үтәһең,шунса алырһың.
Межа ҡуялар. Бай йүгерә башлай. Яҡшы ергә ҡыҙыға башлай. Көн эҫе була. Йүгереп бара ла тирләп бешеп һыу эсә икән. Шулай йүгерә торғас, хәлдән тайып, ергә ауып, шул ерҙә үлеп ҡала ти.
Эйе, уландар, был урыҫ байҙарының нәфсеһен, ҡом һоҙлоғон раҫлай ғына.
Ҡыҙ. Тик башҡорт батырҙары ла ҡурҡып ятмаған бит. Тарих һөйләүенсә, Алдар батыр, Ҡараһаҡал, Күсем, Батырша, Салауат, Кинйәләр башҡорт иле, теле, ере тип күпме ҡан ҡойған.
Хаҡ һүҙҙәр, балам. Эйе, тыуған еребеҙҙе һаҡлап, ошо еребеҙҙә йәшәй генә бирергә насип итһен Хоҙайым. Тамырыбыҙ, шәжәрәбеҙ ошо тупраҡҡа береккән. Ата бабаларыбыҙ әллә күпме ҡан ҡойоп, бик күп юғалтыуҙар менән еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлаған, рух күтәренкелеге биргән. Әйҙәгеҙ, улар рухына бер тәсбих ҡылып алайыҡ. Амин.
Балаҡайҙарым, бесән өмәһе тамам. Иҫән һау булһаҡ, киләһе йылға ошо Ҡаракүл яланына килербеҙ әле. Ә әлегә бына һеҙгә таҫмалар, тыуған ер тураһында мәҡәлдәр әйтеп, ант билдәһе итеп, ағасҡа таҫмалар бәйләп алайыҡ.
Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
Ере байҙың иле бай.
Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле.
Ерҙең даны ирҙән.
Ерҙән айырылған елгә осҡан.
Ерле ерендә, екән күлендә.
ағас нәҫеле ерҙә, ир нәҫеле илдә.
Үҙ ереңдә хужа булмаһаң, кеше илендә ҡол булырһың.
Ил ҡәҙерен белмәгән башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән ашын юғалтҡан.
Һыйындырған да ер, туйындырған да ер..
Алтын көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы.
Дөрөҫ, балалар. Ғәзиз ерҙең ябай тупрағы мөғжизә. Бына 1941 йылда бөйөк ватан һуғышына киткәндә инәйегеҙ янсыҡҡа бер ус тупраҡ һалып ебәргәйне. Шул тупраҡ мине һуғыштан һаҡлап алып ҡайтты.
Балаҡайҙарым, еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ. Нуриман ерендә татыу йәшәйек.
Сығып китәләр. Йырлап.
Ҡарт менән ейән сығып ултыра.
Бына шулай, балаҡайым. Шиғыр һөйләйҙәр—
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Перенеи
Презентация к уроку французского языка к разделу "Страноведение"...
Раздел: «Ненэцие вади\'\'нямна» Тема урока: «"Ненэй ненэцие’’ переня’’»
Деятельностная цель: формирование умения различать понятия "языковая семья”, Уральская языковая семья", «самодийская группа языков, финно- угорская группа языков»,Соде...