"Ҡаҙ өмәһе"
план-конспект
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 5-СЕ ҺАНЛЫ
«БАЛА САҠ ИЛЕ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн «Ҡаҙ өмәһе» сценарийы
Тәрбиәсе:
Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы
Дүртөйлө – 2023
Маҡсат:
- Балаларҙы ата-бабаларыбыҙҙың милли байрамы, уның тарихы һәм халыҡ тормошондағы әһәмиәте менән таныштырыу.
- Башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
- Халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләү.
Көй уйнай, балалар бер-бер артлы инеп ултырғыстарға ултыралар.
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, балалар, беҙ бөгөн ҡаҙ өмәһен үткәрергә йыйылдыҡ. Халҡыбыҙҙың был өмәләре оло байрамға әйләнһен, күңелдәрҙе күтәрһен.
Көй яңғырай
Хужабикә: Ҡыҙым, Ильнара, бөгөн ҡаҙҙарыбыҙҙы урынлаштыраһы ине. Үҙебеҙ генә булдыра алмаҫбыҙ шул.
Ҡыҙ (Ильнара): Ә нимә һуң ул ҡаҙ өмәһе?
Хужабикә: Әйҙә ҡыҙым, иркенләп скәмйәгә ултырайыҡ, мин һиңә аңлатып бирермен. Ауыл халҡы элек-электән күп көс һорай торған эштәрҙе йыйылышып, күмәкләшеп башҡарған. Күп ҡаҙ аҫраған ғаиләләр, ҡаҙ өмәһен ойошторғандар.
Өмәлә барыһынан да элек ҡыҙҙарҙың уңғанлығы һыналған.
Боронғо әбей-бабайҙарыбыҙ ҡаҙҙарҙы бик яратҡандар.
Ҡаҙ мамығынан түшәк, яҫтыҡтар эшләгәндәр. Ә итенән ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ ҡоймағы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм
тултырылған ҡаҙ әҙерләгәндәр. Ҡаҙ майын дауа өсөн ҡулланғандар, ҡышҡы һыуыҡтарҙа бит-ҡолаҡ остары өшөһә ҡаҙ майын һөрткәндәр. Аңланыңмы, ҡыҙым?
Ҡыҙ (Ильнара): Эйе
Ҡаҙ өмәһе ул эш кенә түгел, ә матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү сараһы ла булған.
Бар әле, иптәштәреңде өмәгә саҡырып кил, йәме, ҡыҙым.
Ҡыҙ (Ильнара): Ярай, әсәй. (югереп бара)
Ҡыҙҙар, бөгөн беҙҙә ҡаҙ өмәһе... Әсәем саҡырҙы.
1-се ҡыҙ (Сабина): Бына ҡыҙыҡ! Бөгөн һеҙҙә ҡаҙ өмәһе?
Ярым түңәрәккә баҫып “Ҡаҙ өмәһе” йырын башҡаралар.
(Урындарына ултыралар)
Алып барыусы:
Ауылдарҙа хәҙер ҡаҙ өмәһе,
Үт, рәхим ит, әйҙә ҡунаҡҡа.
Өрөләре сыҡҡан ҡаҙ аштарын
Табалмаҫһың башҡа юллап та.
Уйын–көлкө менән башлайбыҙ,
Юл буйына ҡанат һипкәндәр.
Ҡыҙҙарыбыҙ менән ҡаҙҙарыбыҙ
Ҡай арала үҫеп еткәндәр.
(Ҡаҙҙар тауышы ишетелә)
“Ҡаҙ ҡанаты” бейеүе
(Хужабикә бер кәрзин ҡаҙҙар менән сыға)
Хужабикә:
Балаҡайҙарым, мин ҡаҙҙарҙың эшен бөтөрҙөм, эш һеҙҙән генә тора. Әйҙәгеҙ, йолҡаыҡ тиҙерәк. Өмәсе ҡыҙҙар, килегеҙ әле.
Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарым, әйҙәгеҙ. Ҡаҙ йолҡоп бөтөрһәгеҙ күңелле итеп ял итерһегеҙ, бәлеш менән сәй эсерһегеҙ.
Аяҡтарығыҙ еңел булһын.
Ҡулдарығыҙ етеҙ булһын,
Ҡаҙҙарыбыҙ һимеҙ булһын!
Ҡыҙҙар Хужабикә янына скәмйәгә ултырып ҡаҙҙарҙы йолҡа башлайҙар.
Хужабикә: Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, эшкә тотонайыҡ.
Ҡыҙ (Эльвира): Эй, ҡыҙҙар, ҡаҙҙары бигерәк тә һимеҙ, эйеме?
Ҡыҙҙар: Эйе
Ҡыҙ (Юлиана): Шырпылы ғына була күрмәһен инде.
Ҡыҙ (Ралина): Сөләймән бабай, ҡаҙҙарҙы үҙе үҫтерҙеме?
Хужабикә: Үҙе, ҡыҙым, үҙе.
Ҡыҙ (Сабина): Ул үҫтергән ҡаҙҙарҙың ите тәмле була шул.
Ҡыҙ (Дания): Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле, бик һимеҙ ахыры, бик ауыр күренә. (ҡаҙҙы күрһәтә)
Ҡыҙ (Ильнара): Сөләймән бабайҙарҙың йылда ҡаҙҙары һимеҙ була.
Хужабикә: Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, мин әйтемдәр башлап ебәрәм, ә һеҙ - аҙағын әйтегеҙ. (3-4 әйтем)
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Башлаған эш - бөткән эш.
Хужабикә: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур ҡаҙҙарыбыҙ, булдырдығыҙ, ҡыҙҙарым.
Ҡыҙ (Эльвира): Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, һыу буйына.
Алып барыусы: Ҡаҙҙарыбыҙҙы йыуып ҡайтырға кәрәк шул .
(Ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы алып һыу буйына баралар)
Хужабикә: (арттарынан)
Ҡаурый һибәм һыу юлына,
Ҡанаттары аҡ булһын
Юлдарығыҙ уң булһын
Ҡаҙҙарығыҙ күп булһын
Өйҙән күлгәсә улар теҙелһен.
(Ҡыҙҙар көйәнтәгә ҡаҙҙарҙы элеп һыу буйына барып ҡайталар. Хужабикә уларҙы өй янында ҡаршы ала)
Ҡарағыҙ әле, таҙа итеп йыуып ҡаҙҙарҙы ҡайтып та еткәндәр, минең ҡыҙҙарым. Өйгә индереп балаҡайҙарым, урынлаштырайыҡ….
Хужабикә: Мин өмәселәрҙе ашатырға ҡамыр ҡуйған инем. Бәлеш бешерәһем бар….(китә)
Алып барыусы:
Бейей, уйнай һылыу ҡыҙҙар,
Сыңлай сулпы төймәһе.
Боронғонан ҡалған ғәҙәт-
Халҡыбыҙҙа ҡаҙ өмәһе.
Биҙерәләр менән бейеү
Алып барыусы: Эх, бына исмаһам был - байрам! Бейемәйсә, йырламайса нисек түҙергә кәрәк. Әйҙәгеҙ әле “Сума өйрәк” уйынын уйнап алайыҡ.
“Сума өйрәк, сума ҡаҙ”
Алып барыусы:
Көҙгө байлыҡ! Көҙгө муллыҡ!
Ауылда ҡаҙ өмәһе!
Йәше-ҡарты, бала-саға —
Шау-гөр килә һәммәһе!
Бөгөн байрамға атай-әсәйҙәр ҙә, ашығып килгәндәр.
Алып барыусы: хужабикә бәлеш бешерә, ә беҙ эште еңелләштерер өсөн, картуфты таҙартып, уны ваҡ ҡына итеп турап бирәйек. Әсәйҙәр ризамы?
“ Картуф” уйыны (Ике әсәй саҡырыла. Эш бөткәс хужабикә рәхмәт әйтеп алып китә)
Алып барыусы: Беҙҙең егеттәр ҙә, оҫталыҡтарын күрһәтһендәр. Ҡыҙҙар ҡаршыһына баҫығыҙ әле. Нимә әйтергә теләгән инегеҙ?
Егеттәр: Һаумыһығыҙ ҡыҙҙар!
Ҡыҙҙар: Һаумыһығыҙ егеттәр, һеҙгә кем кәрәк?
Егеттәр: Беҙгә матур ҡыҙ кәрәк!
Ҡыҙҙар: Был ҡыҙыбыҙ бик илаҡ!
Егеттәр: Кәнфит, брәник бирербеҙ.
Ҡыҙҙар: Ул кәнфит, брәник яратмай...
Егеттәр: Яратмаһа – эләкмәй!
Алып барыусы: Хәҙер нимә эшләйһегеҙ инде ҡыҙҙар?
Ҡыҙҙар: Ә беҙ һеҙҙе ҡыуырбыҙ!
Егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡапма–ҡаршы йырлашалар.
“Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар!”
Алып барыусы: Егеттәрҙең килеүе һәйбәт булды әле. Һеҙ ҙә оҫталығығыҙҙы күрһәтеп алығыҙ. Тиҙ генә йөн йолҡоп алырға кәрәк.
(атайҙар балалары менән ярышалар)
Алып барыусы:
Ауылдарҙа бөгөн ҡыҙҙар йыры,
Тальян моңо сыңлай өйҙәрҙә.
Күңелдәрҙән күңелдәргә күсеп.
Ҡабат яңғырай иҫке көйҙәр ҙә.
“Шәл бәйләнем” йыры
Хужабикә: (бәлеш менән сыға)
Балаҡайҙарым, бәлешем бешеп сыҡты.
Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Балаларға ла. Ололарға ла. Киләһе йылдарҙа лаөмәләр шулай матур үтһен.
Алып барусы:
Мамыҡ ҡына гуйә осоп ҡуна,
Ҡыҙҙар йыры, наҙы күңелдә.
Иҫке йолаларҙы изге итеп,
Муллыҡ йыры ергә түгелә.
Ҡаҙерле дуҫтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бына һеҙҙең менән һаубуллашыр саҡ та етте. Был байрам тамашаһы һеҙҙең күңелдәргә дәрт өҫтәһен! Һау булығыҙ!