Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы
план-конспект урока (10 класс)

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү, юғары класс уҡыусылары менән яуаплылыҡ, кешелеклелек сифаттары тураһында заманының актуаль темаларына яуаптар эҙләү дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema._g.slmden_bala_poemahy.doc41 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһы

Маҡсат: 1)Ғ. Сәләмдең бөгөнгө көндә лә актуаль булған әҫәре нигеҙендә намыҫ төшөнсәһе тураһында фекер алышыу, әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

2) Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

3) Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, журналдарҙа  сыҡҡан фотоһүрәттәр, китаптар күргәҙмәһе, “Әсә һәм бала” темаһына рәссамдарҙың картиналары.

Дәрес барышы:

1. Темаға инеш.  

Уҡыусылар, бөгөн беҙ Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһы нигеҙендә ғүмер, тормош ҡороу, ғаилә һәм мөхәббәт, бала тәрбиәләү мәсьәләләре тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был әҫәр йәшәйеш, донъя көтөү, намыҫ, бәхет, кешелеклелек, үҙ бурысыңды аңлау һәм үтәү кеүек проблемаларҙы сағылдырыу менән бөгөн дә актуаль.

2. “Бала” поэмаһының яҙылыу тарихы менән танышыу.

3. Әңгәмә:

а) “Бала” поэмаһы дөйөм алғанда нимә тураһында?

б) Ни өсөн поэма “Бала” тип атала?

в) Ни өсөн Ғ. Сәләм был теманы алған? Был ни өсөн кәрәк булған?

г) Геройҙарҙы һанағыҙ.

ғ) Кем ул Сәйҙел? Уға ҡылдыҡһырлама бирегеҙ. Уның бала теләмәүе менән генә уны насар кешеләр рәтенә индереп буламы?

д) Зәйнәп образы ыңғаймы, әллә киреме? Зәйнәп менән Сәйҙел яҙмышына кем ҡыҫыла?

е) Кем ул Әршит? Уның “Семья дуҫлыҡҡа ҡоролорға тейеш”, “Бальзак кеүек ҡартайыр инем мин” кеүек һүҙҙәренә нисек ҡарайһығыҙ?

ж) Әршиттәр бөгөн бармы?

4. Дәрестә миниатюр инша-уйланыу яҙҙырыу – “Әршитлек”.

                                                         

5. Сығыштар.

А) “Уртала бала яҙмышы” темаһына доклад тыңлау. Ауыл китапханасыһының сығышы.

Б) Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһында һәм С. Мифтаховтың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмаһында ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре, әхлаҡ проблемалары. Уҡытыусы сығышы.

                             

6. Йомғаҡлау.

 

“ Ҡыҙҙы өйрәтеү – изге эш, улды өйрәтеү – иң ҙур эш”,- тигән боронғолар. Баланы тәрбиәләү бишектән башлана. Бала үҫеп етеп, үҙ аллы булғас, уның тормошҡа, эшкә, кешеләргә булған ҡарашын да халҡыбыҙ ата-әсә тәрбиәһенән эҙләй. Шуға күрә тәрбиә, әҙәп, әхлаҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек. Уҡыусылар менән мәҡәлә әйтеү ярышы үткәрелә.

Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ.

Матур ҡыҙ – күҙ өсөн, аҡыллы ҡыҙ – күңел өсөн.

Тиңһеҙ менән тиң булма.

Намыҫыңды йәштән һаҡла.

Һөнәрле булып ул үҫһен. Ҡылыҡлы булып ҡыҙ үҫһен.

Бала – бауыр ите.

Баланы табыу ғына түгел, бағыу ҙа кәрәк.

Булыр бала биләүҙән һ.б.

Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бар бәхете - әсә булыуҙа. Бауырына бала баҫмаған, үҙе бала баҡмаған ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә нур булмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Шулай тип боронғолар әсә данын, ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһен, бәҫен күтәргән, ҡыҙ баланың аңына үҫмер сағынан уҡ кейәүгә сығырға, бәпес табырға, әсә булырға тейешлеген һеңдереп тәрбиәләгән. Ғаиләгә балалар ни тиклем күп үҫһә, әсәгә хөрмәт тә шул тиклем ҙур булған. Хатта бәләкәс кенә ҡыҙыҡай ҙа, үҫкәс, үҙенең өйө, балалары буласағын белгәндәй, ҡурсаҡҡа әсә булып уйнай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡатын-ҡыҙ өй тултырып бала тапмай. Хатта тәбиғәт бүләк иткән әсәлек бәхетенән баш тартып, балаһын яҡты донъяға тыуыуҙан мәхрүм итә. Замана күренешеме был? Заманға ғына һылтанмайыҡ.

Замандың үҙгәреүе ғаиләләргә лә тәьҫир итә, әлбиттә. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың бер ваҡытта ла үҙенең йәшәү башланғысы булып тороуын оноторға тейеш түгел. Ҡыҙҙар һәр аҙымды уйлап эшләһен, йомшаҡ һөйләп ҡатыға ултырта торған Әршиттәрҙе таный белһен, тип өйрәтә был әҫәр. Матур итеп йәшәргә, намыҫлы, яуаплы була белергә кәрәк, тип иҫкәртә шағир.

Бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙең һығымтаһы итеп шуны әйтергә була: әйҙәгеҙ, итәғәтле, әҙәпле, тәүфиҡлы киләсәгебеҙҙе дөрөҫ тәрбиәләйек. Бәхет асҡысы үҙебеҙҙең ҡулда икәнен онотмайыҡ!  

7. Уҡыусыларҙың сығышы баһалана.

8. Өйгә эш: Ф. Чанышеваның “Бала өсөн” шиғырын ятларға.