Ҡымыҙы тәмле икән. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока (5 класс)

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Ҡымыҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан һорауына яуап табыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kymyz_kayzan_kilep_sykkan_dres.docx15.47 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ҡымыҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Дәрес-сәйәхәт

Маҡсат: Ҡымыҙ ҡайҙан килеп сығыуы тураһында балаларға белешмә биреү

Бурыстар.

Белем биреү: Йылҡы малы, ҡымыҙ тураһында төшөнсә биреү, белешмә биреү; ат,ҡолон, бейә,тай кеүек атамалар менән танышыуыҙы дауам итеү; үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белемдәрҙе камиллаштырыу.

Үҫтереүсе: Аң-белем кимәлен үҫтереү;балаларҙың телмәрен, хәтерен үҫтереү; һүҙлек запасын туплау.

Тәрбиәүи: Тирә-яҡҡа һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Аттар донъяһы менән ҡыҙыҡһындырыу, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаз: Ферма, уйынсыҡ аттар,һарай, арбаға егелгән ат, ҡымыҙ бешеү өсөн бешкәк, көбө, ҡушҡалаҡ, ҡымыҙ һауыттары.

  1. Ойоштороу.

Сәләмләү.

Һаумы, бар донъя

Һаумы, балалар

Һаумы, ҡунаҡтар

Һау булайыҡ барыбыҙ!

Бына ошондай матур көндә, әйҙәгеҙ, балалар, беҙ сәйәхәт ҡылайыҡ.Бына беҙгә йәйәү йөрөмәҫкә, арбаға егелгән ат килгән, беҙҙе ултыртып, һыймағаныбыҙҙы эйәртеп алып йөрөйәсәк.

Элек ат  йөрөү өсөн иң төп транспорт булған. Хәҙерге ваҡытта уны төрлө машиналар алмаштырҙы.  Беҙ элеккесә атта йөрөйәсәкбеҙ. Йәйге ҡоро мәлдә атҡа арба егәләр. Ә бына ҡышын нимә егәләр икән?

Яуап: сана

Был арбала һәм санала нимә ташығандар?

Яуап: таш,утын,бесән, ҡом, балсыҡ, тупраҡ...

Бына был һоро ат бик яҡшы итеп егелгән. Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп алайыҡ әле, улар нисек атала икән?

Яуап: дуға, ҡамыт, дилбәгә, йүгән, арҡалыҡ,

Бөтәһе бергә сбруй тип атала.

Әйҙәгеҙ ҡуҙғалайыҡ. Атты ҡыуалау өсөн ниндәй һүҙ ҡулланалар?

Яуап: Наааа

Ә туҡтатыу өсөн?

Яуап: Тыррррр

  1. Теманы асыҡлау.

Ат беҙҙе ҡайҙа алып барыр икән?

Яуап: ат фермаһына.

Ат фермаһында аттар күп. Күмәк атты нисек атап йөрөтәләр икәнен иҫкә төшөрөү өсөн бармаҡ уйынын хәтерләп бармаҡтарҙы уйнатып, телдәрҙе шымартып алайыҡ.

Был ҡарт ат

Был ҡолон була

Был ҡолондоң атаһы – айғыр була

Был ҡолондоң әсәһе – бейә була

Был ҡолондоң ағаһы – тай була

Улар барыһы бергә – йылҡы була.

Аттарҙың ғаиләһе – йылҡы була эйеме.

Фермаға иғтибар итәйек. Бында аттарҙың һарайы бар. Был ер – кәртә була. Кәртәлә бейәнебикләп һөтөн һауа торған урын була. Шунда бейәне бикләп ҡуйып һауып алалар. Бында ҡолондар, тайҙар бар.

        Әйҙәгеҙ аттарҙың беҙ белгән төҫтәрен ҡабатлап үтәйек.

Яуаптар: һоро ат, аҡ ат, ҡара ат,буҙ ат

Бейәнең һөтөнән нимә эшләйҙәр әле?

Яуап: Ҡымыҙ

Ә ҡымыҙҙы ҡайҙа эшләйҙәр?

Яуап: Ҡымыҙ эшләй торған урында, ҡымыҙныйҙа.

Әйҙәгеҙ ҡымыҙныйға барайыҡ. Ҡымыҙныйға беҙҙе атыбыҙ елдереп алып барһын әле. Ә беҙ уны дәртләндерәйек.

Уйын.

Һоп-һоп-һоп итә

Минең атым һоп итә

Тауға менә топ итә

Бар ергә лә өлгөрә.

Бына беҙ ҡымыҙ әшләй торған урынға ла килеп еттек. Ҡымыҙҙы нисек эшләйҙәр әле? Ошо һауытҡа һалып, уныбешкәк менән бешәләр-бешәләр ҙә, унан һуң уны ҡушҡалаҡ менән эсеп тәмләп ҡарайҙар. Ҡымыҙ әҙер булғас уны бына ошондай һауыттарға ҡойоп әсәләр. Тәмлееее!!!

Әйҙәгеҙ, ҡымыҙйырын йырлап  бейеп алайыҡ.

Һай, ҡымыҙы, ҡымыҙы,

Ҡымыҙы тәмле икән.

Ҡымыҙҙары тәмле булғас,

Һыуһындар ҡана икән.

(эсеп тәмләп ҡарау)

  1. Йомғаҡлау.

Бына инде, балара, ҡымыҙҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанын да белдек. Был сәйәхәт оҡшанымы һеҙгә?

Ә нимәләр күрҙек беҙ бөгөн?

Яуап: ат фермаһын, арбала йөрөп ҡараныҡ, йырланыҡ, уйнаныҡ, бейенек. Ҡымыҙ эшләй торған урында булдыҡ. Ә бына ҡымыҙ тәмләмәнек! Әйҙәгеҙ атыбыҙҙы тибенлеккә ял итергә ебәрәйек тә, үҙебеҙ ҡымыҙ тәпләп ҡарайыҡ. Ҡунаҡтарға ла тәмләтәйек.

Һау булығыҙ!