Бөйөк Еңеү. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока (9 класс)
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Баймаҡ районы муниципаль районының
Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы
муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы
Бөйөк Ватан һуғышының оло һәм йәш быуын яҙыусылар ижадында сағылышы
Башҡорт әҙәбиәтенән кластан тыш уҡыу дәресенең методик эшкәртмәһе
(Түңәрәк өҫтәл)
Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы
Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Баймаҡ - 2020
Инеш өлөш
Бөйөк Ватан һуғышы бер генә ғаиләне урап үтмәгән кеүек, бер генә өлкәгә лә ҡағылмай үтмәй. Шул юҫыҡтан әҙәбиәт тә ситтә тороп ҡалмаған. Бөтәһен дә иҫәпләп үтергә була, ләкин һуғыш осоронда кеше башына төшкән ҡайғыны, баҫып алған етемлекте, күҙ йәштәрен, ағарған сәстәрҙе, яндырылған шәмдәрҙе, әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрҙе иҫәпләп бөтөү мөмкин түгел. Шуға күрә, ҡайһы бер факттарға таянып, миҫал килтереп үткем килә. 2020 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы баҫтырылған “Хәтер тере, хәтер мәңгелек” шиғырҙар йыйынтығы быға асыҡ дәлил булып тора. Ундағы шиғырҙарҙы уҡып сыҡҡандан һуң, һуғыш килтергән ҡайғыларҙы, ауырлыҡтарҙы хас та үҙ иңеңдә татыныңмы ни...
Ваҡыт үтә килә һуғыш емергән ҡала-ауылдар ҡайтанан төҙөкләндерелер, миналарҙан ҡалған соҡорҙар тигеҙләнер, ә бына күңелдәрҙә ҡалған яралар төҙәлмәҫ, йөрәктәрҙә уйылған эҙҙәр юғалмаҫ, хәтерҙә ҡалғандар мәңге юйылмаҫ. Һуғыш темаһын яҡтырҙытусыларҙың йылдан-йыл артыуы, әлбиттә, ҡыуандыра ғына. Ҡасандыр илебеҙ күге аяҙ, еребеҙ тыныс, киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн йәндәрен аямаған батырҙарыбыҙ тураһында иҫтәлектәрҙе киләһе быуынға еткереү мөһимдер.
Төп өлөш
Был дәрес эшкәртмәһе “Учительская газета” гәзитенең (1990) 19-сы номерында сыҡҡан “Подпись на Рейхстаге” мәҡәләһе, “Совер Башҡортостаны” (1988) гәзитенең 108-се номерында донъя күргән “Мәскәү” тинек, “ил” тинек” мәҡәләһе, “Башҡортостан” гәзитенең (1992) 4-се һанында сыҡҡан “Өс герой” мәҡәләһе, “Башҡортостан” гәзитенең (1996) 86, 88, 90сы һандарында баҫылып сыҡҡан “Курск дуғаһы батырҙары” мәҡәләһе, “”Совет Башҡортостаны” (1985) гәзитенең 105се номерында сыҡҡан Х.Ғиләжев, Н.Әсфәндияров, Ю.Альников, А.Скрыльник, Я.Ҡолмой, Т.Сәғитов мәҡәләләре, “Йәшлек” гәзитенең (2001) 51се һанындағы Р.Ураҙғоловтоң “Иртәгә лә килеүсе булһа икән” , “Башҡортостан” гәзитенең (1997) 85се номерындағы Я.Хамматовтың “112се башҡорт кавалерия девизияһы”, шулай уҡ “Йәшлек”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәренең 9 май номерҙарына нигеҙләнеп төҙөлдө. Дәрес “Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Еңеү өсөн индергән өлөшө” темаһын йомғаҡлау өсөн төҙөлдө һәм бер дәрестә файҙаланыуға ҡаралған.
Методик тәҡдимдәр
Дәрестә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын үҙләштереү менән бергә, Бөйөк Ватан ҙуғышы осорондағы әҙәбиәт үҫеше тураһында белемдәр камиллаштырылды. Ошо маҡсаттар Туған илгә һөйөү тәрбиәләү, Һуғыш батырҙарына ихритам тойғоһо тәрбиәләү, ғөмүмән, батырлыҡ тураһында төшөнсәне үҙләштереү менән бергә үрелеп килде.
Дәрестә белешмәләр балаларға әҙер көйөнсә генә бирелмәй. Ә был сараға балалар алдан үҙ аллы эҙләнеп, әҙерләнеп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табып килергә тейештәр. Дәрес барышында яңғыраған һәр һорауға улар үҙ аллы йыйылған мәғлүмәттәре буйынса тулы яуаптар бирәләр һәм, шул ыңғайҙан, үҙҙәре лә яңылары менән танышалар.
Дәрес планы
Бүлек темаһы: Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның әҙәбиәттә сағылышы
Дәрес темаһы: Бөйөк Ватан һуғышының оло һәм йәш быуын яҙыусылар ижадында сағылышы
Дәрес төрө. Кластан таш уҡыу дәресе. Түңәләк өҫтәл.
Балаларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлегенә нигәҙләнгән дәрес техник яҡтан биҙәлгән, китап һәм һүрәт күргәҙмәләре менән байытылған.
Маҡсат: Бөйөк Ватан һуғышын әҙәби процесҡа бәйләп мәғлүмәт биреү.
Белем биреүсе.
- Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү
- Бөйөк Ватан һуғышының беҙ йәшәгән төбәктә сағылышытураһында белемдәрен камиллаштырыу
- Ватан һуғышыныү әҙәбиәттә сағылышы тураһында белешмә биреүң
- Ватан һуғышы осорон сағылдырыусы яҙыусыларҙың ижадына туҡтап үтеү
Үҫтереүсе.
- Балаларҙың үҙ аллы фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле телмәрен, ижади һәләттәрен үҫтереү
- Дәрес барышында балаларҙың үҙ-ара ойошҡанлығын булдырыу
- Балаларҙың үҙ аллы йыйған мәғлүмәттәрен дәрес барышында урынлы ҡуллана белеү һәләттәрен үҫтереү
- Үҙ фекереңде еткерергә өйрәтеү
Тәрбиәүи.
- Балаларҙа патриотизм тойғолары тәрбиәләү
- Батырлыҡҡа ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү
- Үткәнебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата иғтибарлы ҡараш тыуҙырыу
- Яңы мәғлүмәттәр йыйыуға, белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу
- Яҙыусыларыбыҙға, әҙәбиә әҫәрҙәребеҙгә, ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү.
Бөйөк Ватан һуғышының оло һәм йәш быуын яҙыусылар ижадында сағылышы
(Пресс-конференция)
Маҡсат: Бөйөк Ватан һуғышын тураһындағы белемде нығытыу, уҡыусыларҙың фекерләү, һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, халыҡтың үткәненә ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Һуғыш темаһын сағылдырған китап күргәҙмәһе, темаға ярашлы слайд теҙмәһе, фонояҙма, төрлө гәзит-журналдарҙа “9 май – Еңеү көнө” темаһын сағылдырған номерҙары, темаға ярашлы һүрәттәр, тематик папкалар.
Дәрес барышы
- Ойоштороу
“Урал” көйө яңғырай
Инеш һүҙ
1941 йылдың 21 июне халыҡ өсөн үтә тыныс, аяҙ көндәрҙең береһе ине.
Бер ниндәй штк-шөбһә тоймаған халыҡ ихлас ял итте, тик ололар ғына, кисен, ҡанға сәсәгәндәй, ҡыҙарған офоҡҡа, артығынан тыш ҡыҙылға мансылып байығаен ҡояшҡа ҡарап, хафалы уөҙарҡа бирелделәр. Иртәгеге көндә бик күпкә ҡартаясаҡтарын, бөгөлөп төөшөр сиккә етәсәктәрен, ә балаларҙың ҡапыл олоғайып, етемһерәп ҡаласаҡтаны, йәштәрҙең етдиләшәсәктәрен белмәйҙәр ине. Был әле 22 июнь көнө булыр, ә алда – төн...
Һуғыш үтһә лә һағыш ҡала. Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошо ваҡиғаның яҙыусылар ижадында шһәм тормошта нисек сағылыуы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Бөгөн дәрестә һеҙ икегә бүлендегеҙ: берәүҙәрегеҙ - тарихсы, ғалим һәм яҙыусы, икенселәрегеҙ хәбәрсе ролен үтәй. Тәүгеләр икенсе төркөмдөң һорауҙарына яуап бирәләр, ә мин – алып барыусы.
Пресс-конференцияға әҙерләнеү осоронда һеҙ бик күп китаптар уҡып сыҡтығыҙ, мәғлүмәттәр йыйҙығыҙ. Бөгөн беҙ әҙәбиәтте тормошҡа бәйләп һөйләшәсәкбеҙ. Башлайыҡ.
- Теманы асыҡлау
Хәбәрселәрҙең әҙиптәр менән интервьюһы.
Һүҙ хәбәрсегә бирелә.
Хәбәрсе. Һуғыш осоронда Башҡортостан фронтҡа нисек ярҙам итте икән?
Яҙыусы. Әҙиптәр һуғыш осоронда ошо теманы сағылдырған мәҡәләләрен баҫтырҙылар. Был тәңгәлдән Б.Бикбай, С.Агиш, Р.Ниғмәти, А.Карнай мәҡәләләре иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, “Самолет алған Хәбирйән” мәҡәләһе генә үҙе ни тора.Ундағы герой – Хәбрйән үҙенең йыйған аҡсаһына самолот алып фронттағы һалдаттарға бирә.
Хәбәрсе. Конкрет һандар менән әйтеп буламы?
Тарихсы. Мин уҡыусыларҙың ярҙамын да айырым әйтеп бирәйем. Улар 12 150 500 һум аҡса, 800 тонна тимер,7800 төрлө инструмент, 49 мең әҙәби китап, 6100 ручка, 54 мең бейәләй, бирсәткә, башалтайҙарҙы фронт файҙаһына ебәрәләр.
Р.Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Именлек һөрәне” йыры яңғырай
Хәбәрсе. Тылдағылар өсөн уларҙан ярҙам кәрәк булдымы икән?
Тарихсы. Әлбиттә. Тылдағы 296 мең фронтовик ғаиләгә шефлыҡ иттеләр, етем балаларға 390 мең тауыҡ, 76 мең ҡуян үҫтереп бирҙеләр.
Хәбәрсе. Уларҙың әйберҙәре фронтҡа нисек ебәрелде?
Тарихсы. 860 мең посылка рәүешендә ебәрелде. Һуғыш осронда уҡыусылар әйберләтә генә ярҙам итмәнеләр, ә үҙҙәре лә һуғышҡа барҙылар һәм “полк улы” булдылар. Мәҫәлән, ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе уҡыусыһы 13 йәшлек Йәғәфәр Нәбиуллин госпиталдә яралыларҙы ҡараша, аҙаҡ, һалдаттарҙың береһенә эйәреп, һуғышҡа китә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Хәбәрсе. Мин Марат Дәүләткирәйев тураһында белгем килә.
Тарихсы. Марат Дәүләткирәйев Беларет районы Сермән ауылынан, өс тапҡыр фронтҡа ҡаса. Өсөнсөһөндә ҡала, сөнки отпускыға ҡайтҡан атаһын күндереп уға эйәреп китә. Фронтта минёр була, Днепровскийҙа немец диверсантын тота. Һалдаттар илебеҙ сигенә еткәс, уны Сермәнгә ҡайтаралар.
Хәбәрсе. Яҙыусылар ижадында улар нисек сағыла һуң? Тыл аслыҡ кисермәгәнме һуң?
Яҙыусы. Әлбиттә, аслыҡ кисергән. Улар баҫыуҙа ҡалған ҡырлыҡты ашағандар, ағыуланып үлеүселәр ҙә әҙ булмаған. Ҡырҙа, көҙ ҡалған, өшөгән картуфты йыйып ҡыҙҙырып ашағандар. Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһендә шул турала бәйән ителә лә инде. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән ниндәй генә ауырлыҡҡа дусар булмай. Мотаһар аслыҡтан үлә, ә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итмәй, әсәһе лә, ирен ҡайғыртмаҫ өсөн, яу ҡырына ҡайғылы хат ебәрмәй. Тылдағылар, еңеү беҙҙә булһын тип, бөтәһен дә эшләнеләр: ашарға – аҙыҡ-түлек, кейергә – кейем-һалым, йөрөргә – техника, аттар ебәрҙеләр – бары ҡайғы, аһ-зарлы хаттар ғына ебәрмәнеләр.
Тарихсы. Мин өҫтәп шуны әйтер инем, яҙыусылар тарихи факттарға таянып та әҫәрҙәр яҙҙылар: Я.Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа”, Т.Сәғитовтың “Һәйкәл”, “Аманат”, В.Бикташевтың “Беҙ үлемдән көслөрәк” кеүек әҫәрҙәрен һәм тағы бик күптәрҙе әйтергә мөмкин. Был китаптар конкрет шәхестәргә, ваҡиғаларға таянып яҙыла, ә бына Я.Хамматовтың “Тыуған көн”, Ә. Бкчәнтәевтың “Бөркөт һауала үлә” әҫәрҙәре Советтар Союзы Геройҙары М.Ғөбәйҙуллин һәм А.Матросов батырлығына арнала.
Хәбәрсе. Документаль характерҙағыларҙан тыш башҡа әҫәрҙәр булдымы?
Яҙыусы. Һуғыш бөткән ыңғайы ғына ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙыу мөмкинлеге булманы. Уҡыу йорттарын тамамлап бөтә алмай, һуғышҡа киткәс, ҡайтыу менән, улар уҡыуҙарын дауам иттеләр. Хәҙер инде һуғыш менән тыныс тоормош темаһы бергә үрелеп үҫте. Ф.Иҫәнғоловтың “Ҡайҙа һеҙ, Питер малайҙары?” “Һәйкәлдәр тереләр өсөн”, И.Ғиззәтуллиндың “Икенсе бейеклек”, И.Абдуллиндың “Хуш, Рим!” Ғ.Аллаяровтың “Илама, Оксана!” Ә.Хәкимовтың “Күпер”, “Аҡһаҡ бүре”, Х.Ғиләжевтың “Погонһыҙ һалдаттар”, М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” һ.б. әҫәрҙәр фронт һәм тыл тормошон һүрәтләп уҡыусыға еткерҙе.
Хәбәрсе. Поэзияла һуғыш темаһы сағылдымы?
Яҙыусы. Әлбиттә, сағылды. Поэзия һәр ваҡыт әҙәбиәттең йөҙөн билдәләне. М.Ғәли, Х.Кәрим, С.Кулибай, Б.Бикбай, М.Кәрим, Р.Ниғмәти кеүек күренкле яҙыусыларҙың “Оҫталар”, “Алтын башаҡ”, “Һинең кәләшеңдең хаттары”, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр”, “Ҡара һыуҙар” кеүек ҙур күләмле поэтик әҫәрҙәре донъя күрҙе.
“Священная война” йыры яңғырай
Хәбәрсе. Драматургия өлкәһендә һуғыш темаһы сағылдырылдымы?
Тәнҡитсе. Был жанр ҙа һуғыш темаһын ситләп үтмәне. М.Кәримдең “Туй дауам итә”, “Яңғыҙ ҡайын” әҫәрҙәрен миҫалға килтерәм. Тағы ла Ғ.Әхмәтшиндың “Тальян гармун”, И.Абдуллиндың “Беҙ айырылышмайбыҙ”, Ғ.Ғүмәрҙең “Яҡты йылға” кеүек пьессалары бар. Шуларҙың араһында һуғыш дөрөҫлөгөн асып һалғаны М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” әҫәре. Образдарҙың теүәллеге, ваҡиғаларҙың талған һәм көслөлөгө яғынан төҙөк композициялы тип билдәләр инем. Оҫта дөйөмләштереү һәм типиклаштырыу әҫәрҙең бәҫен күтәрә.
Хәбәрсе. Йәшерәк быуын ижадында был тема нисек сағылды?
Ғалим. Әҙәбиәттең үҫеш процессын тикшергәндә, мин Т.Ғарипованың “Бөйрәкәй”, А.Ҡәҙерғоловтың “Етем ялан”, Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге”, Ғ.Дәүләтовтың “Аралар”, Р.Бикбаевтың “Вокзал”, Р.Ғариповтың “Яндырылған хаттар”, А.Баһумановтың “Ниндәй көн был”, “Брешмә, Бәҙри!” исемле әҫәрҙәрен әйтер инем. Ул әҫәрҙәрҙә һуғыш бөтөүгә әллә нисә тиҫтә йылдар үтһә лә, был афәттең әсе һағышы дөрөҫ яҡтыртыла. Һанап үтелгән яҙыусыларҙың ҡайһылары һуғыш осорон 8-10 йәшлек балалар булып үткәрһә, икенселәре һуғыштан һуң тыуған балалар, ә ижадттарында һуғыш темаһы һәлмәк ҡәләм оҫтаһының ижады буйынса сағыла.
Алып барыусы. Беҙ һорауҙарға тулы яуаптар ишеттек. Ә бына был һуғыш беҙҙең төбәкте лә урап үтмәгән. Шуға күрә, мин тарих уҡытыусыһына мөрәжәғәт итмәксемен.
Тарих уҡытыусыһы.
Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡтан 13350 кеше оҙатыла. ,,Шуларҙан 7563ө генә кире әйләнеп ҡайта. 3500-ҙән ашыу һалдат орден һәм миҙалдар менән наградлана. Баймағыбыҙ фронтты төҫлө металл, ауыл хужалығы продукттары менән тәъмин итә. Бынан тыш хәрби фургондар, ат арбалары, саналары, сбруйҙар эшләп ебәрелә. Меңдән ашыу ат, әллә күпме итектәр, кәпәстәр, көртөйҙәр тегеп, быймалар баҫып ебәрелә. Баймағыбыҙ ҙа Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереүе менән ғорурлана алабыҙ.
- Йомғаҡлау.
Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдыҡ. Хәбәрселәр бик әүҙем булды. Тарихсы, яҙыусы, яҙыусы, тәнҡитселәребеҙгә лә рәхмәтлебеҙ.
Дәрес Р.Ниғмәти һүҙҙәренә З.Исмәғилев музыкаһы яҙылған “Еңеүселәргә дан” йыры менән тамамлана.
Яу ораны һалды Ватан,
Ат атланды батырҙар –
Ил дошмандарын ҡыйратып,
Яуҙан еңеп ҡайтырҙар.
Ҡушымта:
Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.
Яуға оҙаттың ирҙәрҙең
Аҫылын, батырҙарын.
Яуға оҙаттыҡ ҡыҙҙарҙың,
Алтынын матурҙарын.
(Дәрес презентацияһы бирелгән)
Рефлексия.
Балалар! Беҙ бөгөнгө дәрестә бик күп мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрес һеҙҙең өсөн ниндәй булды, һеҙ нимәгәлер өлгәшә алдығыҙмы?
Дәрес беҙҙең өсөн үтә лә фәйҙалы, фәһемле булдлы. Беҙ бик күп мәғлүмәттәр белдек, белемдәребеҙҙе камиллаштырҙыҡ.
Үҙ алла эшләгән эш һөҙөмтәһен күрһәтә алдыҡ. Фекер алыштыҡ һәм үҙ фекерҙәребеҙҙе башғаларҫа еткерергә өйрәндек.
Үҙебеҙҙең хәтер һандығына мөрәжәғәт иттек, белгәндәребеҙҙе башҡаларға еткерергә өйрәндек, белмәгән мәғлүмәттәрҙе иғтибар менән тыңланыҡ һәм хәтер һандығына һалып ҡуйҙыҡ.
Бер-беребеҙҙе иҡтибарлы итеп тыңларға өйрәндек.
Беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡыҙыҡһыныу тойғолары уянды һәм был турала тағы ла күберәк мәғлүмәттәр белеү теләге уянды.
Дәрескә әҙерлек этаптары оҡшаны, бигерәк тә эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен әйтеп үткем килә.
Ошондай дәрестәрҙең йышыраҡ булыуын теләп ҡалабыҙ.
Һәр бала үҙен баһалай.
Дәрес өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.
- Башҡортостан. 2001, № 118
- Башҡортостан уҡытыусыһы. 2000, № 5
- БеzФормата сайты. Баймаҡ районының Еңеүгә индергән өлөшө. 2019
- Викепедия. Ирекле энциклопедия. Интернет ресурс. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатаншған яҙыусылар бүлеге. 2015
- Ғәйнуллин М.Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. -Өфө: Башҡорт китап нәшриәте,1988
- Республиканский портал. Управление по делам архивов Республики Башкортостан. Как сложилась судьба башкирский “сыновей полка”? 2020
- Совет Башҡортостаны. 1988, №108
- Тажетдинов А.Ә. Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән. Өфө, Ғилем, 2010
- Учительская газета. 1990, №19
- Хәтер тере, хәтер мәңгелек. Иҫәнбаева Р.М.. Сибай, 2020
- Һуғыш ярып үтте йөрәкте. Иҫәнбаева Р.М.. Сибай, 2014