Цифровые технологии на уроках башкирского языка
план-конспект урока (6 класс)

Бөгөн дистанцион белем биреү һәр уҡытыусының үҙ уҡыусылары өсөн майҙансыҡ ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. Үҙ уҡыусылары өсөн булдырылған майҙансыҡ платформаларын өс төркөмгә бүлергә була: социаль селтәр базаһы, белем биреү һәм уҡытыусыларҙың шәхси сайттары. Интернет сайт, күп уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, әммә уҡытыусыларҙан был интернет-ресурс  өҫтөндә эшләү билдәле булыуынса сайт төҙөү күнекмәләрен белеүҙе талап итә.

Уҡытыусылар  белем биреү өлкәһендә маркетинг тураһында  һөйләй башланылар,  йәғни беҙ балаларҙың менталь фекер йөртөү һәләтен  поп- културанан ситләштерергә тейешбеҙ. Был өлкәлә методологиялар бар, әммә эшләү инструменттары аҙ. Дистанцион уҡытыу системаһы, атап әйткәндә, уҡытыусыларҙың интернет-сайттары һәм веб-сервис ZOOM быны эшли ала,  сөнки улар балалар өсөн ғәҙәти мөхиттә ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр үткәреүгә мөмкинлек бирәсәк, шул иҫәптән интерактив биремдәр ҙә ҡулланып була.

       Шунан  уҡыусыларҙың  уҡыуға мотивацияһы  күтәрелә, уларҙың  ижади һәм интеллектуаль потенциалы оҫта үҙойошоу һәм компьютер техникаһы менән бәйләнеш иҫәбенә арта.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_uroka.docx244.57 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле дәрестәрендә дистанцион технологиялар ҡулланыу.

 

Бөгөн дистанцион белем биреү һәр уҡытыусының үҙ уҡыусылары өсөн майҙансыҡ ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. Үҙ уҡыусылары өсөн булдырылған майҙансыҡ платформаларын өс төркөмгә бүлергә була: социаль селтәр базаһы, белем биреү һәм уҡытыусыларҙың шәхси сайттары. Интернет сайт, күп уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, әммә уҡытыусыларҙан был интернет-ресурс  өҫтөндә эшләү билдәле булыуынса сайт төҙөү күнекмәләрен белеүҙе талап итә.

Уҡытыусылар  белем биреү өлкәһендә маркетинг тураһында  һөйләй башланылар,  йәғни беҙ балаларҙың менталь фекер йөртөү һәләтен  поп- културанан ситләштерергә тейешбеҙ. Был өлкәлә методологиялар бар, әммә эшләү инструменттары аҙ. Дистанцион уҡытыу системаһы, атап әйткәндә, уҡытыусыларҙың интернет-сайттары һәм веб-сервис ZOOM быны эшли ала,  сөнки улар балалар өсөн ғәҙәти мөхиттә ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр үткәреүгә мөмкинлек бирәсәк, шул иҫәптән интерактив биремдәр ҙә ҡулланып була.

       Шунан  уҡыусыларҙың  уҡыуға мотивацияһы  күтәрелә, уларҙың  ижади һәм интеллектуаль потенциалы оҫта үҙойошоу һәм компьютер техникаһы менән бәйләнеш иҫәбенә арта.

Дәрескә технологик карта

Ф.И.О. : Мостафина Айгөл Нәғим ҡыҙы

Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Предмет: башҡорт теле

Класс: 6

Дәрес тибы: яңы материал өйрәнеү

Дәреслек:

Дәрес  формаһы: дистанцион дәрес  http://aimustafina.ucoz.ru/  сайтында һәм веб-сервис ZOOM урынлаштырылған дәрес материалдарын ҡулланыу.

Дистанцион дәрестәр өсөн кәрәкле материалдар (компьютерҙа интернетҡа сығыу, ҡулланыу, сайт http://aimustafina.ucoz.ru¸ китап, дәфтәр).

    Дәрестең темаһы:  Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар.

   Маҡсат: һан тураһында төшөнсә биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айыра белеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү,уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен арттырыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, тыуған тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

  Уҡытыу онлайн-платформаһы : Уҡытыусының  шәхси-сайты. Сайттың адресы: http://aimustafina.ucoz.ru 

I. Ойоштороу мәле.

1. Уҡыусылар ЗУМ плотформаһына  һәм уҡытыусының  шәхси сайтына инеп бер-береһен  сәләмләйҙәр. Сайт: http://aimustafina.ucoz.ru  и вебсервис ZOOM.

Уҡытыусының сәләмләү һүҙҙәре:

    -Балалар, хәйерле көн!

     Хәйерле булһын, хәйерле бөгөнгө уйҙарыбыҙ.

     Уйҙы тормошҡа  ашырһын

     Һөнәрле ҡулдарыбыҙ!!!

1. Артикуляцион күнегеү.  ( тиҙәйткесте интернет-ресурстан үҙаллы уҡыу).

                        Биш бесәй.

Мейес башында биш  бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

2. Дәрестең маҡсатын асыҡлау:  Был тиҙәйткестә  ниндәй һүҙҙәр ҡара хәреф менән яҙылған? Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?

II. Яңы темаға күсеү.

-Эйе, ысынлап та,һандар кеше ғүмерендә ҙур һәм мөһим роль уйнай. Һеҙ көн һайын һандар менән осрашаһығыҙ:иртән тороп сәғәт ҡарайһығыҙ, дәрестә һанайһағыҙ, тәнәфескә  тиклем минуттар һанайһығыҙ,магазинда тауар алғанда  Тимәк, һан-бик кәрәкле һәм мөһим һүҙ төркөмө! Ә нимә ул һан? Уның ниндәй төрҙәре бар? Бөгөн беҙ ошо һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ!

-Бөгөн һеҙ ниндәй  кәйеф менән дәрескә ингәнегеҙҙе   билдәләп  алайыҡ!         

-Дәрес аҙағына тиклем ошо кәйеф менән тамамларға теләйем!

-Бөгөн ниндәй число?

-Аҙна көнө?

-Аҙнаның нисәнсе көнө?

-Ниндәй йыл миҙгеле?

1. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу. 

5.  Электрон ресурстан һандар тураһында белешмәне уҡыу.

http://aimustafina.ucoz.ru/_si/0/s40269404.jpg

III.Яңы теманы аңлатыу

-Һан- предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ төркөмө. Ул нисә? Күпме? Нисәнсе? Нисәү? Нисәшәр? Һорауҙарына яуап бирә:5-се автобус, миңә 13 йәш,2009 йыл.

    Һандар килеш, һан менән үҙгәрмәй: 6 Класта  25 уҡыусы. Баҡсала 1 алмағас үҫә. Һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

1. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры булған мәҡәл, әйтем, әкиәттәрҙә лә 7 һаны йыш осрай. Әйҙәгеҙ әле шуларҙы  иҫкә төшөрәйек. 

7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ. Егәрленең ҡулы 7. Батырҙарҙың  7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңеүе,.Батырҙарҙың 7  диңгеҙ, 7 тау гиҙеүе.

2. Һандар менән эш: бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә.

 а) 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ, иҫәпләнә, Башҡортостанда. б) Башкорт теле йылы, 2020 йыл.  в) Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең, билдәләй, халҡыбыҙ, 75 йыллығын. 

3. Һүҙлек эше үткәреү. Һүҙлек диктанты. 

       (Е,йе)гет, оҙон(лоҡ, лыҡ), йы(йе, йы)лыш, (йә,я)шелсә, ке(е, йе)к, төлкө(не,нө), (ю,йу)лдар.

Орфограммалар:

     Һүҙ башында е хәрефе, һүҙ уртаһында йе ҡушымсаһы яҙыла. Башҡорт һүҙҙә-рендә йо ҡушымсаһы яҙыла . Тамырында ла о(ө), ялғауында ла о(ө)

ҡалын һүҙҙә ҡалын ҡушымса, нәҙек һүҙҙә нәҙек ҡушымса.

Йу, йа ҡушымсалары юҡ, ю, я хәрефен яҙабыҙ

Форма отправки текста диктанта

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Тексты словарного диктанта записать в текстовые поля  напротив номера диктанта.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , текст вашего диктанта поступает в электронный ящик учителя.

C:\Users\Admin\Downloads\Новый рисунок.jpg

8. Ял итеү минуты.

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,

Бер ҡулымда бармаҡ бишәү.

Күҙем икәү, танау берәү

Ҡолаҡтарым да икәү.

9. Тест.

      1.Һан нимәне белдерә?

1)Предметтың атамаһын.

2)Предметтың  иҫәбен.

3)Предметтың  билдәһен.

4)Предметтың эшен.

Һандар ниндәй һорауҙарға яуап була?

1)Кем? нимә?

2)Күпме? нисә?

3)Ни эшләй?

4)Ниндәй?

       3.Икешәр ,өсәр, бишәр-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем  һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

        4.Икәү ,өсәү, алтау-был һандар ниндәй төркемгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

        5.Ике өс алтмыш-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

       6.Унынсы, бишенсе, егерменсе-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем  һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һаны.

5)Йыйыу һаны.

      7.Ҡушма һандарҙы билдәләгеҙ.

1)Егерме өс.

2)Етенсе.

3)Өсәрләп.

     8.Ябай һандарҙы билдәләгеҙ.

1)Биш.

2)Ун бер.

3)Илле бишенсе.

     9.Үлсәү һүҙҙәре булған һандарҙы табығыҙ.

1)Биш ҡолон.

2)Өс оя ҡаҙ

3)100 һум  аҡса.

     10.Һан ҡатнашҡан исемдәрҙе табығыҙ.

1)Илле.

2)Дүртөйлө. 

3)Миллион.

Форма отправки ответов теста

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Ответы на вопросы теста записать в текстовые поля  напротив номера теста.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , ответы теста поступает в электронный ящик учителя.

C:\Users\Admin\Downloads\Новый рисунок (1).jpg

10. Китаб белан кунегулар эшлау

http://aimustafina.ucoz.ru/_si/0/s87664599.jpg

11. Дәресте йомғаҡлау.

1. Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр белдек?

2. Һандар нимәне белдерә?

3.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

4. Яһалышы яғынан һандар нимәләргә бүленә?

5. Ябай һан. Нисә һүҙҙән тора?

Форма отправки ответов на вопросы

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Ответы на вопросы  записать в текстовые поля  напротив номера вопроса.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , текст вашего ответа поступает в электронный ящик учителя.

C:\Users\Admin\Downloads\Новый рисунок (2).jpg

12. Уҡыусыларҙың алған белемдәрен баһалау.

Дәрес бөттө. Ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление "Использование новых (инновационных) технологий на уроках башкирского языка"

Выступление на районном конкурсе "Учитель башкирского языка и литературы - 2013г."...

Инновации и современные технологии на уроках башкирского языка.

    Инновации в образовании - это элементы нового, которые существенно улучшают учебно-воспитательный процесс, позволяя избавиться от недостатков, мешающих эффективному обучению и уче...

Проектная работа на тему "Использование дистанционных технологий на уроках башкирского языка"

Проектная работа на тему "Использование дистанционных технологий на уроках башкирского языка" включает в себя историю дистанционного образования, методы и приемы, применяемые на занятиях, оп...

Статья "Использование цифровых технологий на уроках русского языка и литературы"

Наступила эра смешанного обучения. Учителей призывают использовать цифровые ресурсы.Электронные упражнения не дадут должного эффекта, если преподаватель не понимает, что и зачем он использует....

Информационная статья «Практика применения цифровых технологий на уроках русского языка»

Представленная статья демонстрирует трансляцию опыта по использованию цифровых технологий на уроках русского языка....

Применение цифровых технологий на уроках английского языка

Аннотация: Одна из задач обучения научить каждого ребенка за небольшой промежуток времени осваивать, преобразовывать и использовать в практической деятельности большой поток информации. Очен...

Использование инновационных технологий на уроках башкирского языка

В условиях модернизации современной системы образования возрастает роль инновационной деятельности, которая приобретает всё более массовый характер, так как возникает потребность в обновлении содержан...