Дәрес конспекты "Сифат"
план-конспект урока

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы

Дәрес конспекты "Сифат"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon sifat.doc36.5 КБ

Предварительный просмотр:

Класс: 7

Тема: Сифат ҡылым.

Маҡсат : сифат ҡылымдың мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлау һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү;

  • тыуған илгә һөйөү уятыу;
  • рус телле балаларҙың телмәрен үҫтереү.

Күргәҙмәлек: плакат-таблица, тиҙәйткестәр, эпиграф, план-конспект, дәреслек, тыуған ил тураһында мәҡәлдәр.

 План:

  1. Ойоштороу мәле.
  2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  3. Яңы теманы өйрәнеү.
  4. Физтминутка.
  5. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
  6. Йомғаҡлау, баһалау.
  7. Өй эшен аңлатыу.

  Эпиграф: Илем өсөн тыуғанмын,

                   Илем өсөн үлермен.

  Дәрес барышы.

 

  1. -Һаумыһығыҙ балалар! Бөтәбеҙҙә дәрескә әҙерләндек. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үтелгәндәрҙе ҡабатлап, яңы тема, ҡылым төркөмсәләрен өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ.                            

Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән тиҙәйткес ятлап алабыҙ:

            Һәҙиә һыйырына һуҡыранып,

            Һәнәгенең һабын һындырғансы

-Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән тыуған ил, уны һөйөү тураһында әңгәмә алып барасаҡбыҙ.

Таҡтала эпиграф яҙылған, шуны беҙгә берегеҙ уҡып күрһәтә( бер уҡыусы уҡый).

Һорауҙар:1. Эпиграф нимә тураһында?

                  2. Тыуған илде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

                3. Тыуған ил ҙүҙенә синонимдар табығыҙ.

      II.       - Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән тиҙ генә үтелгәндәрҙе  

              ҡабатлап үтәсәкбеҙ.    

                Һорауҙар:

  1. Нимә ул ҡылым?
  2. Ниндәй төркөмсәләре бар, ҡайһыларын үттек?(Миҫалдар килтереп яуап бирергә).
  1. Дәфтәрҙәрҙе бөтәбеҙҙә астыҡ, бөгөнгө датаны, класс эше, яңы теманы яҙып ҡуябыҙ( Таҡтала дата, Класс эше, Сифат

ҡылым тип яҙыла).

                 Сифат ҡылым тип предметтың эшләгән эше буйынса

                 билдәһен белдергән ҡылымға әйтәләр.

              Сифат ҡылымдың һорауҙары: Ниндәй? Нимә эшләгән? Нимә эшләүсе? Нимә эшләй торған? Нимә эшләйәсәк?

Сифат ҡылымдар ғәҙәттә исем алдында киләләр,был осраҡта улар эйәлек заты, һан, килеш, зат менән үҙгәрмәйҙәр( таҡтала миҫал менән аңлатыла: уҡыусы бала, әйтәһе һүҙ, яҙылған хат).

Сифат ҡылымдар йыш ҡына  исем урынында киләләр. Был ваҡытта улар исемдәр кеүек үк һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәрәләр. ( таҡтала миҫал менән аңлатыла: Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар. Айырылғанды, бүленгәнде – берлектә, төшөм килештә).

  1. Ә хәҙер һеҙҙең менән 32-се күнегеүҙе эшләйбеҙ, теманы нығытып үтәбеҙ(күнегеүҙе эшләү).
  2. Физкультминутка.

Балалар беҙ һеҙҙең менән хәҙер ял итеп алабыҙ:

         Бер, ике, өс( ҡулдарҙы алға, өҫкә, ситкә йөрөтәләр).

           Беҙҙә бөтә көс(ҡулдарҙы бөгәләр),

           Уҡыйбыҙ, яҙабыҙ.

         “5” – тәрҙе беҙ алабыҙ(сәпәкәйләйҙәр).

Ә хәҙер балалар таблица менән эшләп алабыҙ, һәм сифат ҡылымдың ниндәй заман формалары бар икәнен асыҡларбыҙ(таблица буйынса эш).

          - Мин һеҙгә хәҙер карточкалар таратам. Унда текст

бирелгән.

         

         

            Тексты уҡығыҙ. Нимә тураһында икәнен әйтегеҙ. Сифат

          Ҡылымдарҙы табып күсереп яҙығыҙ, заман менән

            үҙгәртегеҙ.      

                 Тыуған ерем... Тәүге тапҡыр аяҡ баҫып йүгереп киткән

            ерем.         

                               Атам кейәү булған ер.

                              Әсәм килен булған ер.

                              Тәмле һыуын эскән ер,

                              Кендегемде киҫкән ер.

               Ниндәй матур төбәктә урынлашҡан минең тыуған

        еркәйем! Күккә  о лғашоҡан сағыл ҡаялар, урманында                

        йөҙйәшәр ҡарағайҙар, көмөш һыулы йылғалар.

                    (карточка буйынса эш).  

            V.   Йомғаҡлау.

  • Балалар бөгөнгө дәрестә һеҙ ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ.

Һорауҙар:

  1. Сифат ҡылым тураһында нимәләр белдегеҙ?
  2. Сифат ҡылымдың нисә заман формаһы бар?
  3. Ялғауҙары ниндәй?(Яуаптар)

              Баһалау.

  • Бөтәгеҙ ҙә бөгөн актив ҡатнаштығыҙ.Афарин(билдәләр ҡуйыла).
  1. Өйгә эш:
  • Балалар өйҙә һеҙгә, сифат ҡылымдың бөтә заман формаларын ҡулланып, бәләкәй (мини) инша яҙып килергә.

 Бөтәгеҙгә лә аңлашылдымы? Ә хәҙер бөгөнгө дәрес тамам. Һаубулығыҙ!