ДӘРЕС ӨЛГӨЛӘРЕ
план-конспект урока
Дәрес өлгөләре
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Ж. Кейекбаев "Оморҙаҡ бабай" | 20.61 КБ |
Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар | 15.17 КБ |
С. Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы | 15.83 КБ |
Ф.Иҫәнғолов "Хәмит күпере" | 27 КБ |
Яҡшы һүҙ - йән аҙығы | 16.82 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Жәлил Кейекбаев “Оморҙаҡ бабай”
Маҡсат: 1. Ж.Кейекбаевтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу; “Оморҙаҡ бабай” хикәйәһен өйрәнеү
2. Дөрөҫ уҡыу, яҙыу, һөйләү, һорауҙарға яуап биреү күнекмәләрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу
3. Ж.Кейекбаевтың тормошо һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу; хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам тойғоһо, тәбиғәткә, кейек-ҡошҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: проектор, дәреслек, карточкалар, Ж.Кейекбаевтың портреты;
Дәрес барышы:
- Ойоштороу
- Сәләмләү
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел, дәресебеҙгә ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ, уларҙы үҙ телебеҙҙә сәләмләйек
- Фонетик күнегеү
- Әйҙәгеҙ уҡыусылар артабан дәрестә башҡорт телендә яҡшы, дөрөҫ итеп һөйләшер өсөн, телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Башҡорт теленең өн – хәрефтәрен хәтергә төшөрәйек.
А) Иң тәүҙә һуҙынҡы өндәрҙе ҡабатлайбыҙ: Ә,Ө,Ү
Б) Ә хәҙер тартынҡы өндәрҙе ҡабатлайбыҙ: Ҡ, Ғ, Ҙ, Һ, ң, ҫ
В)Әйтегеҙ әле уҡыусылар ҡарға нисек ҡысҡыра
Г) Бал ҡорттары нисек оса?
Д) Йылан нисек ыҫылдай?
- уҡытыусының уҡыуы;
- хор менән уҡыу;
- уҡыусыларҙың уҡыуы;
- Афарин, уҡыусылар.
- Ә хәҙер уҡыусылар бөгөнгө дәрестең темаһын белеү өсөн, тиҙ генә кроссворд сисеп алайыҡ. Мин һеҙгә ҡылымдарҙы рус телендә әйтәм, ә һеҙ уның тәржемәһен әйтегеҙ.
1.Идет. 2 Знает. 3. Спит 4. Режет 5. Ждет 6. Начнет 7. Пишет 8. Желает
К | и | л | ә | ||||
б | Е | л | ә | ||||
Й | о | ҡ | л | а | й | ||
т | Е | л | ә | ||||
К | ө | т | ә | ||||
Б | а | ш | л | а | й | ||
я | ҙ | А | |||||
т | Е | л | ә | й | |||
В |
- Ҡыҙыл шаҡмаҡтар эсендә ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Кем икән ул Кейекбаев? Ул Башҡортостан республикаһының иң күренекле яҙыусыларының береһе. Беҙ һеҙҙең менән башланғыс кластарҙа уның бик күп әкиәттәре менән таныштыҡ. Тимәк, уҡыусылар беҙ бөгөн һеҙҙең менән дәрестә Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормош юлы, ижады менән танышасаҡбыҙ һәм уның “Оморҙаҡ бабай” исемле хикәйәһен уҡый башлайбыҙ.
- Дәфтәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ!
Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән Жәлил Кейекбаев тураһында видео яҙма ҡарап китәбеҙ. Иғтибар менән ҡарайбыҙ
- Шулай итеп уҡыусылар кем ул Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев? (яҙыусы, тел белгесе, тәржемәсе)
- Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған, картанан күрһәтергә)
- Ул йәшәгән йылдарҙы ҡарағыҙ әле. 1941-1945 йылдарҙа ниндәй ваҡиғалар була илдә? Ул ҡыҙғанысҡа ҡаршы бәләкәй саҡтан аяғын имгәтеп инвалид булып ҡала. Үҙ теләге менән фронтҡа китергә теләһә лә уны ебәрмәйҙәр. Һәр саҡ кире боралар. Һуғыш йылдарында ул үҙе уҡыған Ғафури районы Сәйетбаба ауылында директор булып эшләй.
Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ж.Кейекбаевтың “Оморҙаҡ бабай” исемле хикәйәһе менән танышыуҙы башлайбыҙ. Иң тәү сиратта әйҙәгеҙ яңы һүҙҙәр менән танышып китәйек
- Һүҙлек эше
бурһыҡ – барсук
муйыл – черемуха
дилбәгә – вожжи
мисәү ебе – постромки
ҡамыт – хомут
туҙаяҡ – посуда из бересты
ғәрләнеү – обижаться, стыдиться
- Уҡыу, сылбырлы уҡыу, дәфтәрҙәргә яҙыу.
- Һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү
- Ә хәҙер мин тәҡдим иткән һөйләмдәрҙе ҡарап китәйек
Мин ашайбыҙ муйыл
Айнур бурһыҡ күрҙем
- Һөйләмдәр нисек тәржемә ителә? Иғтибар менән ҡарағыҙ әле ниндәй хаталар бар был һөйләмдә? (Дәфтәргә яҙырға)
- Был һүҙҙәр беҙгә әҫәрҙе үҙләштерергә ярҙам итер.
- Әҫәрҙе уҡыу
- Уҡыусылар китабығыҙҙың 106-сы битен асағыҙ. Мин уҡыу башлайым күҙәтеп барығыҙ һәм дауам итергә әҙерләнегеҙ!
Әҫәрҙе уҡыу.
- Һорауҙарға яуаптар
- Хикәйә нимә тураһында?
- Кем ул Оморҙаҡ бабай? Уның тураһында нимәләр белдегеҙ?
- Кем ул Хөрмәт? Олатаһына нимә күреүе тураһында һөйләй?
- Олатаһы менән ниндәй әңгәмә ҡоралар?
-Эйе уҡыусылар беҙ Оморҙаҡ бабай һәм уның ейәне Хөрмәт менән таныштыҡ.
- “Парын тап!” уйыны (парҙарҙа эш)
-Уҡыусылар ә бына киләһе “Парын тап!” уйыны әҫәрҙе тағы ла яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итер тип уйлайым. Был уйынды беҙ һеҙҙең менән парҙарҙа уйнаясаҡбыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа ике бағанаға яҙылған һөйләмдәр ята. Беренсе бағанаға һорауҙар яҙылған, ә икенсеһендә яуаптар, тик яуаптар урындары менән буталған. Һеҙ уҡтар ярҙамында уларҙы тоташтырып сығығыҙ. Парлап башҡарғас эште мин тип түгел, ә беҙ тип әйтергә кәрәк. Шулай бит?
Оморҙаҡ бабай кем булған? | Йә һәнәк, тырма яһай, йә арҡан, дилбегә, мисәү ебе ишә, йә ҡамыт йүнәтә. |
Хөрмәт олатаһына ниндәй ваҡиға һөйләй? | Башын күтәрә алмай, елкәһе бик ҡалын, һимеҙ. |
Айыу кешене баҫтырғанда ситкә янтайып ҡалһаң, уҙып китә. Ни өсөн? | Оморҙаҡ бабай бик данлы һунарсы булған. |
Хөрмәт олатаһы һөйләгәнен тыңларға яратамы? | Хөрмәт айыу күреүе тураһында һөйләй. |
Бабай колхоз эше менән булышмай. Ә нимә менән көн күрә ул? | Олатаһы һөйләгәнен Хөрмәт бик яратып тыңлай |
(Яуаптар)
Һығымта:
-Афарин, уҡыусылар! Әҫәрҙең йөкмәткеһен бик яҡшы үҙләштергәнһегеҙ.
- Әйҙәгеҙ слайдта яҙылған мәҡәлдәрҙе уҡып сығайыҡ әле.
1. Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй (Дерево красно плодами, а человек - делами)
2. Ете ҡат үлсә бер ҡат киҫ (Семь раз отмерь, один раз отрежь)
- Был мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһы әҫәр йөкмәткеһенә тура килә?
- Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ? (Яуаптар)
- Эйе, әлбиттә беренсе мәҡәл тура килә. Оморҙаҡ бабай бик оло булыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә генә тик ултыра белмәй. Һәр саҡ берәй эшен табып ҡына тора. Һеҙҙе лә уҡыусылар киләсәктә хеҙмәт һөйөргә саҡырыр инем.
Өй эше:
Көндәлектәрҙе асып өй эшен яҙып ҡуйығыҙ. Хикәйәне уҡып бөтөргә, 112-се биттә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә, әҫәрҙе анализларға әҙерләнергә
Баһалау
Йомғаҡлау
- Шулай итеп, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән дәрестә Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев менән таныштыҡ. Уның “Оморҙаҡ бабай” исемле хикәйәһен уҡый башланыҡ.
Предварительный просмотр:
Тема: “Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар”
Маҡсат: 1) ҡоштар тураһында әңгәмә үткәрергә, улар менән таныштырырға;
2) һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү күнекмәһен, бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә;
3) ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә;
Йыһазландырыу: карточкалар, ҡоштар һүрәте, көҙ миҙгеле һүрәте
Дәрес барышы:
l. Ойоштороу
1.Сәләмләү
ll. Тема буйынса эштәр
2. Фонетик күнегеү
Өшөткөс елдәр иҫте,
Өйрәктәр осоп китте.
- Уҡытыусының уҡыуы;
- Хор менән уҡыу;
- Шыбырлап,ҡыуанып,ҡайғырып уҡыу;
- Ижектәргә бүлеп уҡыу;
- Тасуири уҡыу;
- Һорауҙарға яуап биреү:
- Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?(өйрәк һүрәте элеү)
- Ҡасан өйрәктәр йылы яҡҡа осоп китә?
- Һыуыҡ елдәр ҡасан иҫә?
- Был миҙгел нисек атала?(көҙ һүрәте элеү)
3) Теманы һәм маҡсаттарҙы әйтеү
-Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ, улар менән яҡынданыраҡ танышырбыҙ.
4) “Дөрөҫ билдәлә” уйыны
(ҡош һүрәттәрен дөрөҫ ҡуйырға)
Перелетные птицы Зимующие птицы
кәкүк, һандуғас, ҡарға, турғай, тумыртҡа, күгәрсен,
сыйырсыҡ һайыҫҡан
- Һүҙлек һүҙҙәре:
-Тимәк, перелетные птицы- осар ҡоштар,зимующие птицы- ҡышлаусы ҡоштар.
перелетные птицы- осар ҡоштар
зимующие птицы- ҡышлаусы ҡоштар
кәкүк- кукушка
һандуғас- соловей
ҡарға- ворона
сыйырсыҡ- скворец
турғай- воробей
тумыртҡа- дятел
күгәрсен- голубь
һайыҫҡан- сорока
5) Ҡоштарҙың файҙаһы
- Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итәләр. Мәҫәлән, тумыртҡаны “урман санитары” тиҙәр,сөнки ул ағас олононан ҡорт сүпләй.Ҡоштар ҡыш көнө асыға, шуның өсөн уларға ярҙам итергә кәрәк.Ә беҙ уларға нисек ярҙам итәбеҙ?(Ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡ элергә, яҙ көнө оя эшләргә кәрәк)
6) Ял минуты
Ҡоштар остолар, остолар,
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар, ял иттеләр
Һәм тағы ла остолар.
Остолар, остолар
Парта артына боҫтолар.
7) “Һүҙбәйләнештәр төҙө” уйыны
Кәкүк – саҡыра (кукует)
Һандуғас- һайрай (поет)
Күгәрсен- гөрөлдәй (воркует)
Ҡарға- ҡарҡылдай (каркает)
Турғай- сырҡылдай (чирикает)
Һайыҫҡан- шыҡырыҡлай (стрекочет)
- Табырға
- Хор менән уҡырға
- Сылбырлап уҡырға
7) Йомғаҡлау
- Шулай итеп, бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек? Ниндәй ҡоштар менән таныштыҡ? Ни өсөн ҡоштар- беҙҙең дуҫтар?
8) Баһалау
9) Өй эше: 3 ҡышлаусы, 3 осар ҡош атамаһы
Предварительный просмотр:
Тема: “Салауат Юлаев – милли ғорурлығыбыҙ”
Маҡсат:1) Салауат Юлаев тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатларға, уның шиғырҙары менән танышырға;
2) Һүҙ байлығын арттырырға, фекерләү ҡеүәһен, хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен үҫтерергә;
3) Батырыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләргә;
Йыһазландырыу: С.Юлаев бюсының макеты, һүрәттәр, шиғырҙары, журнал.
ДӘРЕС БАРЫШЫ:
I.Ойоштороу моменты.
II. Тема буйынса эштәр:
1. Дәрестең маҡсатын ҡуйыу. Әкиәт һөйләү.
- Борон-борон заманда Урал тауҙары итәгендә Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй исемле ауылында Юлай исемле бер ир менән Көнбикә исемле бер ҡатын йәшәгән, ти.Улар икеһе лә бик уҡымышлы булғандар. Юлай-батыр, ҡыйыу һуғышсы, волостың старшинаһы булған, ә Көнбикә инде ифрат аҡыллы ҡатын, сәсәнлек һәләтенә лә эйә булған. Шулай йәшәп ятҡанда уларҙың ғаиләһенә ҙур шатлыҡ өҫтәп улдары донъяға килә. Уға Салауат тип исем ҡушалар.(1-се һүрәт)
- Әкиәт оҡшанымы? Кем тураһында һүҙ бара?
Бөгөн дәрестә Салауат Юлаев тураһында өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең дәресебеҙ телдән журнал формаһында үтәсәк.(2-се һүрәт)
2. Телдән журнал.
1- се бит – Салауат-батыр.
1. Әңгәмә.
Ни өсөн Салауат Юлаев беҙҙең милли геройыбыҙға әйләнгән?
- С.Юлаев 3 йәшендә һыбай атланған, 14 йәшендә батыр булып танылған. Ә ул замандарҙа батыр исемен алыу еңелдән булмаған. 17 йәшендә атаһы урынына волоста старшина вазифаһын башҡара. Ошо ваҡытта уҡ ул халҡының ауыр тормошон еңеләйтеү,уларҙы урыҫ баярҙарының иҙеүенән ҡотҡарыу теләге менән янып йәшәй. Пугачев яуы башланғас, отряд туплап, азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелә. Был һуғыш ваҡытында Е.Пугачев Салауатҡа полковник, һуңыраҡ бригадир (генерал) дәрәжәһе бирә(3-сө, 4-се һүрәттәр)
2 – се бит – Салауат-шағир.
Ни өсөн беҙ С.Юлаевты шағир тип әйтә алабыҙ? Ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
1)“Егеткә”, “Тирмәмдә” шиғырҙарын тыңлау. (уҡыусыларҙы тыңлау).
2) Плакаттан уҡыу.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым.
Минең изге төйәгем
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
- Нимәгә дан йырлай?Ғөмүмән, шиғырҙары нимә тураһында?
- 1-2 уҡыусының уҡыуы.
3-сө бит - Салауат – милли ғорурлығыбыҙ.
1) “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир- батырға ҡуш булып” ҡобайыры
А) һүҙлек эше:
Бүгәсәү- Пугачев
Йәмәлкә- Емельян
Саңҡылдау- клекотать
Оран- клич
Хитап- обращение
Йәбер-золом- притеснения
Б) сылбырлап уҡыу.
В) һорауҙарға яуаптар.
- Ҡобайырҙа Дон казактарының хәле нисек тасуирлана?
- Ни өсөн Бүгәсәү уларҙы яуға күтәрә?
- Рәсәйҙә иҙелеп йәшәү нисек һүрәтләнә?Түрәләр үҙҙәрен нисек тота?
- Ҡобайыр ниндәй өндәмә менән тамамлана?
- Салауат образы нисек бирелгән?
Салауат – батыр, ҡурҡыу белмәҫ, ғәҙел, оҫта ойоштороусы, ысын дуҫ. Уға ҡарап һуғышсылар көс алалар, үҙҙәрен ышаныслы тоталар.
III Һығымта.
1.Салауатты халыҡ онотмай, сөнки Салауат – батыр
Салауат – шағир
Салауат – милли ғорурлығыбыҙ.
2. Викторина.
1) С.Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1754йыл, хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылы)
2) Әсәһенең һәм атаһының исеме кем? (Көнбикә, Юлай)
3) Ю.Аҙналин кем булған?(старшина)
4) С.Юлаев уҡырға һәм яҙырға кемдән өйрәнгән? (Әсәһенән)
5) Е.Пугачев Салауатҡа ниндәй дәрәжә бирә? (полковник, бригадир)
6) С.Юлаев нисә йәштән старшина вазифаһын башҡара? (17 йәштән)
7) С.Юлаев һәйкәленең авторы кем? (С.Тавасиев)
8) С.Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа үлә? ( 1800 йыл, Эстония
9) Нисә йыл каторгала була?
IV. Йомғаҡлау.(5-се,6-сы һүрәттәр)
V. Өй эше: “С.Юлаев-башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор” темаһына инша яҙырға әҙерләнергә
VI. Баһалау.
Предварительный просмотр:
ФӘРИТ ИҪӘНҒОЛОВ “ХӘМИТ КҮПЕРЕ”
- Ойоштороу (Организационный этап)
Тере ут,
Матур ут,
Йылы ут,
Ҡараңғылыҡтағы яңғыҙ ут,
Күңел таҙалығын һынландыра
Матурлығын күрмәү мөмкин түгел
Хыялымды минең йылыта.
-Шәмдең уты һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙыра? (утҡа ҡарап һин ниндәй уйҙар уйлайһың?)
(Яуаптар: Минең күҙ алдыма өй йылыһы килде; Усаҡ эргәһендә йылынып ултырам тип хис иттем)
- Тылсымлы һәм тыныс ут беҙҙең күңелдәребеҙҙе рәнйеүҙән, яуыз уйҙарҙан таҙартһын, тыныслыҡ, бер-беребеҙгә ышаныс, изгелек, һиҙгерлек уятһын.
- Дәрестең маҡсатын ҡуйыу, уҡыусыларҙы уҡыу эшмәкәрлегенә мотивациялау (Постановка цели и задач урока мотивация учебной деятельности учащихся)
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ. Бөгөн башҡорт әҙәбиәте дәресен мин үткәрәм. Таныш булайыҡ – Нүриҙә Сәғәҙәт ҡыҙы булам.
– Башҡорт телендә яҡшы, дөрөҫ итеп уҡыу, һөйләшеү өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ
Фонетик күнегеү
А) Әйтегеҙ әле уҡыусылар ҡарға нисек ҡысҡыра
Б) Бал ҡорттары нисек оса?
В) Йылан нисек ыҫылдай?
-Уҡыусылар мин һеҙгә хәҙер башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙан өҙөк тыңларға тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ һәм киләһе һорауҙарға яуап әҙерләгеҙ:
- Был юлдар нимә тураһында булыр?
- Ниндәй һүҙҙәр йыш ҡабатлана? (Яуаптар:Яҡшылыҡ)
- Әйҙәгеҙ әйтеп ҡарайыҡ дәресебеҙ нимә тураһында булыр икән?
- Эйе, беҙ һеҙҙең менән бөгөнгө дәрестә яҡшылыҡ, кешенең үҙенән һуң ҡалдырған яҡшы эштәре тураһында әҫәр уҡырбыҙ.
- Уҡыусылар, дәрес аҙағында һеҙ үҙегеҙҙе баһаларға тейешһегеҙ. Яҡшы билдә алыр өсөн кәрәк:
1. Актив эшләргә
2. Әҫәрҙе иғтибар менән тыңларға
3. Башҡортса матур итеп һөйләргә
4. Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә
III. Теманы актуалләштереү (Актуализация знаний)
- Уҡыусылар слайдҡа иғтибар менән ҡарағыҙ, кемдең портретын күрәһегеҙ? Был яҙыусының әҫәрҙәрен беҙ башланғыс кластан алып өйрәнәбеҙ. Танынығыҙмы? (Яуаптар) Эйе, был Башҡортостандың иң күренекле яҙыусыларының береһе Фәрит Иҫәнғолов.
- Уҡыусылар һеҙ Фәрит Иҫәнғолов тураһында белешмә әҙерләп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ тыңлап китәйек. Ә башҡалар иғтибар менән тыңлап һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнеп ултырығыҙ. (2 уҡыусы һөйләй)
- Фәрит Иҫәнғолов ҡасан тыуған?
- Ул ниндәй районда тыуған?
- Фәрит Иҫәнғолов ниндәй институтта уҡыған?
Артабан тыңлайбыҙ. (2-се уҡыусы һөйләй)
-Ҡасан ул яҙыша башлай?
Уҡыусылар Фәрит Иҫәнғолов яҙыусымы әллә шағирмы?
-Беренсе хикәйәһенең исемен кемегеҙ хәтерендә ҡалдырҙы?
- Афарин уҡыусылар! Фәрит Иҫәнғолов шулай уҡ өлкәндәр өсөн дә әҫәрҙәр ижад иткән. “Арыш башағы” романы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған.
- Беҙ бөгөн дәрестә Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһенең 1 се бүлеге менән танышырбыҙ. (Таҡтаға яҙырға)
IV.Яңы теманы беренсел үҙләштереү.
- Һүҙлек эше
-Әҫәрҙе өйрәнеүҙе нимәнән башларға кәрәк? Таныш булмаған һүҙҙәр осрарға мөмкинме? Әйҙәгеҙ шуларҙан башлайыҡ.
әүәле - в давние времена
мираҫ - наследство
васыят – завещание
йән биргән – умер
һырынты – сугроб
кисеү – брод, переправа
өрлөк – балка, перекладина
байғош – бедняга
әмәл – способ, возможность
1.уҡытыусының уҡыуы
2.балалар ҡабатлай
3.һөйләмдәр төҙөү
-Минең артымдан һүҙҙәрҙе ҡабатлайыҡ. Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк.
(Яуаптар:Беҙҙең йортобоҙ матур. Мин күперҙән сыҡтым.)
-Афарин, уҡыусылар! Был һүҙҙәр беҙгә әҫәрҙе үҙләштерергә ярҙам итер.
2. Әҫәрҙе уҡыу.
- Уҡыусылар дәреслектәрегеҙҙең 88-се битен асығыҙ. Мин уҡый башлайым күҙәтеп барығыҙ һәм дауам итергә әҙерләнегеҙ.
Һорауҙар:
- Балалар нисек уйлайһығыҙ бабайҙың улдары аталарының васыятын үтәрме икән?
- Артабан тексты уҡып беҙ был һорауға яуап бирербеҙ.( тексты тыңлайҙар)
V. Үҙләштереүҙе беренсел тикшереү (Первичная проверка понимания)
1. Әҫәр буйынса һорауҙарға яуап биреү
-Уҡыусылар әйҙәгеҙ хикәйә буйынса фекер алышып китәйек.
Һорауҙар:
- Был хикәйә һеҙгә оҡшанымы?
- Әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура киләме? Нисек уйлайһығыҙ?
- Хикәйәнең төп геройҙарын атағыҙ әле (Хәмит, Вәлит)
- Ә улар аталарының васыятын үтәнеме?
-Эйе, уҡыусылар беҙ Хәмит һәм Вәлит исемле геройҙар, уларҙың башҡарған эштәре менән таныштыҡ.
Ял минуты
-Текст буйынса эшләр алдынан күҙҙәребеҙҙе ял иттереп алайыҡ
VI. Беренсел нығытыу (Первичное закрепление)
- “Парын тап!” уйыны (парҙарҙа эш)
-Уҡыусылар ә бына киләһе “Парын тап!” уйыны әҫәрҙе тағы ла яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итер тип уйлайым. Был уйынды беҙ һеҙҙең менән парҙарҙа уйнаясаҡбыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа ике бағанаға яҙылған һөйләмдәр ята. Беренсе бағанаға һорауҙар яҙылған, ә икенсеһендә яуаптар, тик яуаптар урындары менән буталған. Һеҙ уҡтар ярҙамында уларҙы тоташтырып сығығыҙ. Парлап башҡарғас эште мин тип түгел, ә беҙ тип әйтергә кәрәк. Шулай бит?
(Яуаптар)
Һығымта:
-Афарин, уҡыусылар! Әҫәрҙең йөкмәткеһен бик яҡшы үҙләштергәнһегеҙ.
2. Таблица тултырыу (төркөмдә эш)
- Әйҙәгеҙ хәҙер төп геройҙарға ҡылыҡһырлама биреп ҡарайыҡ. Был эште башҡарыу өсөн, беҙгә төркөмдәргә берләшергә кәрәк. (Исемдәрен әйтеп уҡыусыларҙы ултыртып сығырға)
- Һеҙҙең парталарығыҙҙа таблица бар. 1-се бағанала геройҙарҙың исемдәре яҙылған, 2-се бағанаға һеҙ уларҙың ниндәй булыуын күрһәтеүсе һүҙҙәрҙе яҙырға тейешһегеҙ, ә инде 3-сө бағанаға уларҙың башҡарған эштәрен яҙып сығығыҙ. 1- се төркөм – бабайға, 2-се – Вәлиткә, 3- сө – Хәмиткә ҡылыҡһырлама яҙа. Уҡыусылар һеҙгә был эште башҡарырға тылсымлы конверттар ярҙамға килер. Уның эсендә ярҙамсы һүҙҙәр бар. Конверттарығыҙҙы асығыҙ ҙа эшкә тотоноғоҙ. (Яуаптар)
- Ысынлап та, Хәмит эшһөйәр, аҡыллы булғаны, халыҡҡа хеҙмәт иткәне өсөн кешеләр уны онотмаған, исеме мәңгелеккә ҡалған. Шулай итеп, Хәмит атаһының васыятын үтәгән. Шулай бит.
VII. Рефлексия
-Ә хәҙер слайдтағы мәҡәлдәрҙе уҡыйыҡ:
1. Эш һөйгәнде, ил һөйөр (Эшсән, тырыш, үҙе өсөн генә түгел, ә халҡы өсөн дә йәшәгән кешене халыҡ, ил ярата )
2. Ете ҡат үлсә бер ҡат киҫ (Ниндәйҙер эште башлар алдынан яҡшы итеп уйларға, һәр яҡлап үлсәп ҡарарға кәрәк)
- Был мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһы әҫәр йөкмәткеһенә тура килә?
- Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ? (Яуаптар)
- Эйе, эшһөйәр, тырыш, эргә – тирәһендәге кешеләргә (мәҫәлән, ауылдаштарына, дуҫтарына, туғандарына) ярҙамға килергә әҙер торған, үҙенең эше менән ҡыуандырған кешене халыҡ онотмай.
- Ә һеҙ уҡыусылар Хәмиткә оҡшарға теләр инегеҙме? (Яуаптар)
- Афарин, уҡыусылар! Мин һеҙгә Хәмит кеүек аҡыллы, эшһөйәр, тырыш булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Көндәрегеҙҙе бушҡа үткәрмәй, яҡшы, файҙалы эштәр атҡарығыҙ, кесе туғандарығыҙға, ололарға, дуҫтарығыҙға ярҙам итегеҙ.
Өй эше: Әҫәрҙең 2 бүлеген уҡып бөтөргә һәм хикәйәнең йөкмәткеһенә тура килерҙәй мәҡәлдәр алып килергә
VIII. Баһалау
- Ә хәҙер уҡыусылар үҙебеҙҙе баһалап китәйек. Дәрес алдында ҡуйған критерийҙарға әйләнеп ҡайтып, үҙегеҙҙе баһалағыҙ.
- Һеҙҙең алдығыҙҙа баһалау өсөн карточкалар ята. Әйҙәгеҙ рәхим итегеҙ!
Мин дәрестә актив/пассив эшләнем
Әҫәрҙе аңланым/аңламаным
Башҡортса матур итеп һөйләштем/һөйләшә алманымII
Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирҙем / яуап бирә алманым
Мин үҙемә “5” билдәһе ҡуям
IХ. Йомғаҡлау
- Яҡшы эштәре менән исемен мәңгелеккә ҡалдырған кешеләрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ. (Яуаптар)
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры, үҙ халҡының азатлығы өсөн көрәшкән ул
Мостай Кәрим – халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы, үҙенең ижады менән халыҡ күңелендә эҙ ҡалдырған
Предварительный просмотр:
Тема: “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”
Маҡсат: 1. Әкиәт темаһын ҡабатлау; “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы” әкиәтен өйрәтеү;
2. Дөрөҫ яҙыу, уҡыу, һөйләү телмәрен, һорауҙарға яуап биреү күнекмәләрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу;
3. Кешелеклелек тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: дәреслек, карточкалар, һүрәттәр, компьютер, интерактив таҡта
Дәрес барышы:
l. Ойоштороу
1. Сәләмләү
ll. Тема буйынса эштәр
А) Хикәйәт (мәҫәл, притча һөйләү)
- Уҡыусылар, бөгөнгө дәресте мин тәлмәрйендәр тураһында хикәйәттән башлап китергә теләйем. Бик ихтибар менән тыңлап ултырығыҙ! Бер ваҡыт тәлмәрйендәр йыйылғандар ҙа һөйләшеп киткәндәр. Араларында берәүһе:
- Беҙ бигерәк бәләкәй, бысраҡ һыулы һаҙлыҡта йәшәйбеҙ. Күрше һаҙлыҡ ҙурыраҡ һәм киңерәк, әйҙәгеҙ шунда күсәйек! – ти икән береһе.
- Ә мин тау башындағы күл хаҡында ишеттем. Унда һыу таҙа, һауа саф. Әйҙәгеҙ шунда барайыҡ, - ти икән икенсеһе.
Быларҙың һөйләшкәнен әрмәнде ишетеп торған да:
- Нимә тураһында хыялланаһығыҙ һеҙ! Унда бер ваҡытта ла етә алмайһығыҙ! Һеҙ бары тик тәлмәрйендәр генә бит,- тигән. Шул һүҙҙәрҙән һуң тәлмәрйендәр сәмләнеп юлға әҙерләнә башлағандар.
Ә был ваҡытта әрмәнде быуала йәшәүсе башҡа йәнлектәргә былар хаҡында һөйләгән. Һәм әлбиттә бөтәһе лә уларҙы бармаҫҡа өндәй башлаған. Шулай ҙа улар күмәкләп юлға сығалар. Юл ауыр, һәр осраған йәнлек кире ҡайтырға өндәй. Күптәр кире борола. Тик бер генә тәлмәрйен барып етә. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки ул һаңғырау була. Йәнлектәрҙең “мөмкин түгел” тигән һүҙҙәрен ишетмәй.
Б) Әңгәмә
- Хикәйәттән сығып ниндәй һығымта эшләп була?
- Нимә ул һүҙ?
- Һүҙҙең кешегә тәьҫире ниндәй?
- Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
В) Дәрестең темаһын, маҡсаттарын әйтеү;
3. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
- Әкиәтте өйрәнә башлар алдынан әйҙәгеҙ түбән кластарҙа үткән материалды ҡабатлап китәйек. Нимә ул әкиәт? Ул нисә төргә бүленә?
Әкиәт – ул халыҡ ижадының бер төрө, төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған.
Сказка- эпический жанр устного народного творчества, рассказ о вымышленных событиях.
Башҡорт әҙәбиәтендә:
- Хайуандар тураһында;
- Батырҙар тураһында;
- Тормош-көнкүреш;
- Тылсымлы;
Рус әҙәбиәтендә:
- Бытовые;
- О животных;
- Волшебные;
- Оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табығыҙ.
( Бшҡорт әҙәбиәтендә батырҙар тураһында әкиәттәр айырым бүлек итеп бирелгән, сөнки улар батыр килеп сығыр ҙа илдә ғәҙеллек урынлаштырыр тип уйлаған)
4. Яңы тема өйрәнеү
А) һүҙлек эше:
тимерсе- кузнец
йорт, өй – дом
мәйет – труп
сауҙагәр – купец
буръяҡ – мутная (вода)
күпер – мост
Б) һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү;
В) әкиәтте уҡыу, сылбырлы уҡыу,
Г) Һорауҙарға яуап биреү, тәржемә;
5. Ял минуты
6. Яңы теманы ҡабатлау
А) Ваҡиғаларҙы дөрөҫ итеп урынлаштырып әкиәт төҙөргә
- һәр балаға һөйләмдәр таратып бирергә, кемдән һуң кем икәнен билдәләп, әкиәтте уҡып ишеттерергә
Б) Үҙ аллы эш
- карточкаларҙа эшләргә, дөрөҫ һөйләмдәргә“+”, дөрөҫ булмаған һөйләмдәргә “-“ тамғалары ҡуйырға;
Һөйләмдәр:
- Тимерсе ярлыға 5 алтын биргән
- Ярлы 2 йәш һәм 1 ҡарт кешене осратҡан
- Ҡарт менән ярлы юл буйы рәхәтләнеп һөйләшкән
- Ике мәйет эргәһендә өс алтын ятҡан
- Сауҙагәр буръяҡ һыуҙа батып үлгән
7) “Кем тиҙерәк?” уйыны (предмет күрһәтеү, әҫәрҙә был предмет тураһында нимә һөйләнелә
- Пистолет;
- Өс алтын;
- Ат;
- Күпер;
8. Өй эше:
- Оҡшаған өлөшкә һүрәт төшөрөргә;
lll. Йомғаҡлау