КТП
календарно-тематическое планирование (7 класс)

Басырова Венера Сагадатовна

эш программаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon anlatma_7_kl-zbit.doc90.5 КБ
Файл 7_klas_yazyk.docx32.21 КБ
Файл 7_klass_literatura.docx31.38 КБ
Microsoft Office document icon anlatma_7_kl-zbit.doc90.5 КБ
Файл baha_bashkort_zbitenn.docx25.33 КБ
Файл baha_bashkort_telenn.docx19.59 КБ
Microsoft Office document icon -n.doc59.5 КБ
Файл nazar.pptx1.93 МБ
Файл hakal.pptx2.07 МБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа №2 с. Инзер муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан 

«Рассмотрено»

 Руководитель МО

 __________Саматова А.М.

Протокол № ___ от

«____»____________2016 г.

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР МОБУ СОШ № 2

с. Инзер    

___________Юмагужина З.А.

«____»____________2016 г.

«Утверждаю»

Директор МОБУ СОШ №2 с.Инзер

__________Идрисов Р.Н.

Приказ №  от « » сентября 2016 г.

Рабочая программа по башкирской литературе

для 7 класса

на 2016-2017 учебный год.

                                                                            Составил учитель башкирского

языка и литературы

(первая квалификационная категория)                                                            

 В.С.Басырова

Инзер

           Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыстары, уны уҡытыуға заманса талаптар.

     Илебеҙ алдына ҡуйылған социаль-иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу, йәмғиәтте демократлаштырыу һәм гуманлаштырыу бурыстары-ижтимағи аң үҫешенең юғары этабын билдәләне. Йәмғиәтебеҙ алдында торған шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның рухи донъяһына иғтибар йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли тел, милли әҙәбиәттәрҙең, тарих, мәҙәниәт кеүек гуманитар фәндәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур булыуын күрһәтә, уның алдына яңы талаптар ҡуя.

     Яңы шарттарҙа гармоник үҫешкән яңы шәхесте тәрбиәләү бурыстарын уңышлы хәл итең өсөн административ-бойороҡ методы менән етәкселек итеү шарттарындағы ҡатып ҡалған ҡанундарҙан, догматизмдан арындырыу һәм уны юғары кимәлгә ҡуйыу өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.

     Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып бәлдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһынан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

     Шәхес культы һәм торғонлоҡ йылдарында әҙәбиәт уҡытыуҙы сәйәсәтләштереү, әҙәби әҫәрҙәрҙе идея ҡоралы итеп ҡарауҙан, тарихҡа, йәмғиәт күренештәренә иллюстрация итеп ҡарау һөҙөмтәһендә төп иғтибарҙы әҫәрҙе һүҙ сәнғәте итеп өйрәнеүгә, дөйөм ешелек өсөн әһәмиәтле ҡимәттәрҙе әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләүҙәге төп урынына, төп асылына йүнәлтеү мөмкинлеге тыуҙы. Әүәл әҙәби әҫәрҙе баһалағанда төп иғтибар персонаждарҙың кешелек сифаттарын асыуға түгел, бәлки синфи-социаль һыҙаттарын һанап биреүгә йүнәлтелде. Өҫтөн синыф вәкилдәре тик ҡара буяуҙарҙа, ә хеҙмәтсән халыҡ, коммунист образдары һәр саҡ ыңғай сифаттар менән тасуирланды.

     Уҡыусыларҙың художестволы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, китап һөйөү һәм уның менән эш итә белеү, әҙәби әҫәрҙе үҙ аллы аңлай. Баһалай белеү күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә айырыуса ныҡлы эш алып барырға кәрәк. Уҡыусының тормош, әҙәбиәт, образдарҙан сығып кешеләр хаҡында үҙ аллы фекерләүен үҫтереүгә әһәмиәт итеү бик мөһим. Уҡытыусы кластан тыш уҡыу менән даими рәүештә етәкселек итергә, китап күргәҙмәләре, конференциялар, конкурстар, әҙәби кисләр үткәреүҙе планлаштырып алып барырға тейеш. Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр дәрестә үтелгән әҫәрҙәр менән тығыҙ бәйләнештә анализланырға һәм уҡыусыларҙың ижади һәләтлектәрен, әүҙемлектәрен үҫтереүгә хеҙмәт итергә бурыслы.

                                                   Предметтың үҙенсәлектәре.

   Мәктәп практикаһында белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәм этәргес көс, эске мотив булып дәрестә проблемалы уҡытыу тора. Ҡуйылған уҡыу проблемаһы ярҙамында дәрестә өйрәнелергә тейеш булған темаға теге йәки был күренешкә, хәл-ваҡиғаға ҡарата тыуҙырылған ҡыҙыҡһыныу – баланы ҡуйылған проблеманы хәл итеү юлдарын, ысулдарын эҙләүгә, тикшеренеү эшен тормошҡа ашырыуға – үҙ аллы белем алыуға юл аса. Бала белеменә, тәжрибәһенә таянып, был эшкә тотонорға баҙнат итә. Баланың инициативаһын, ынтылыш күрһәтеүен маҡтап, психологик атмосфера тыуҙырыу тейешле күргәҙмә әсбаптар менән тәьмин ителергә тейеш.

   Дәрестә махсус рәүештә тейешле ситуация, “интеллектуаль конфликт” (коллизия) тыуҙырыу баланы уйларға мәжбүр итә. Был осраҡта уҡыусы әлегә тиклем алған белеменең етерлек булмауын аңларға тейеш, күрһәтелгән проблеманы әлегә белеп етмәүен төшөнөп, үҙенең бурыстарын күҙаллай. Баланың аңында был мәсьәләне тормошҡа ашырыу ысулдары төҫмөрләнә башлай.

   Уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, киреһенсә, фекерләүсе, эҙләүсе, белем алыусы ла. Ул дәрестә уҡытыусы менән тиң ҡатнашырға һәм эшләргә тейеш. Тәүге көндән үк бала әсә теленең серҙәрен уҡытыусы менән бергә аса башлай. Эш барышында уҡыусыға телебеҙҙең үҙенә генә хас сифаттары күрһәтелә: һүҙҙә өндәрҙең оҡшашлығы,  һүҙҙәрҙең ҡалын йәки нәҙек өндәрҙән тороуы, һөйләмдең үҙенсәлекле ҡоролоуы, һүҙҙә баҫымдың да үҙенсә төҙөлөүе күҙәтелә. Киләһе кластарҙа ошо үҙенсәлектәрҙе баланың телмәренә күсереү күҙҙә тотола.

   Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү мөһим. Йәмғиәттә баланың шәхес булараҡ үҙ урыны, рухи һәм материаль байлыҡтарға эйә булырға булышлыҡ иткән шөғөлө, эш урынында бер йүнәлештә хеҙмәттәшлек иткән, рухи донъяһына ауаздаш дуҫ-иштәре булырға тейеш. Шулай төрлө ерлектә уның уй-фекере менән килешеп бөтмәгән, тәнҡит күҙлеген белдергән кешеләр менән эш итә белеү, уларҙы ихтирам итеп таныу, улар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу, мәҙәниәтле аралашыу серҙәренә өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән “Башҡорт телефәндәренең йөкмәткеһе һәм технологияһы ла айырым үҙенсәлектәргә эйә. Юғарыла әйтелгәндәр дөйөм мәғариф алдына ҡуйылған төп маҡсаттарҙы ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә ала.

    Баланың һөйләшеүгә дәрте ҙур. Уның ошо теләген иҫәпкә алып, фекерен, телмәрен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ-ара һөйләшергә, фекер алышырға тейеш. Уҡыусы үҙ уйын тартынмай әйтеп бирһен өсөн шарттар булдырыла. Бала уҡытыусыға ла һорау ҡуйырға баҙнат итергә тейеш. Уҡыған текстың йөкмәткеһен аңлағас, ул был әҫәр буйынса иптәшенә һорауҙар бирә башлай. Һорай белеү, һорау ҡуя белеү, үҙең белмәгәнде асыҡларға баҙнат итеү юғары баһалана.

   Икешәр, дүртәр-бишәр уҡыусы төркөмдәргә бүленеп эшләгәндә, бала һорау бирергә, фекерен үҙенсә әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға әкренләп өйрәнә башлай. Ул уй-фекерен аныҡ итеп әйтергә кәрәклеген төшөнә, иптәштәренә лә иғтибарлы була бара.

   Тәүге осорҙа баланың телен асыуҙы үҙ-ара һөйләшеүгә (диалогҡа) ҡорғанда, артабан эҙмә-эҙлекле әйтеп биреүгә (монологҡа) күсеү ҡарала.

   Телмәрҙе аралашыу ҡоралына, фекереңде аныҡ әйтеп бирә белеү сараһына әүерелдереү алымдары кластан класҡа ҡатмарлана бара. Ғөмүмән, программала телмәр үҫтереүгә ҙур урын бирелә.

   

                                      Предметтың уҡыу планындағы урыны

     7 класта башҡорт әҙәбиәте аҙнаһына 2 сәғәт, бөтәһе 68  сәғәт.

Әҫәрҙең тексын өйрәнеү-55 сәғәт.

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү-8 сәғәт

Кластан тыш өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса әңгәмә-5 сәғәт

Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

                                    Әҙәбиәт һәм уның кеше тормошондағы роле (1)

                                      “Ҙур ышаныс һеҙгә, Уҡытыусы!”(1)

     Шиғырҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, уҡытыусыға дан йырлау

                                     Әмир Әминев “Инша” (1 сәғәт)

     Әҫәрҙә сағылдырылған осор.  Образдарға ҡылыҡһырлама.

Рәми Ғарипов “Тел”( 1 сәғәт)

Рәсүл Ғамзатов “Туған тел”(1 сәғәт)

      Туған телдең әһәмиәте, уның нескәлектәрен ентекләп өйрәнеүҙең кәрәклеге тураһында һөйләшеү, телмәр үҫтереү. Тасуири уҡыу һәм ятлау күнекмәләре.

                                          Башҡорт халыҡ йырҙары.(1 дәрес)

                       Тарихи ваҡиғалар,хәрби поход,әрме йырҙары (4 дәрес)

     Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бүленеүе. Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһында  йырҙар һәм риүәйәттәр. Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһында йырҙар һәм риүәйәттәр. Түрәләр тураһындағы йырҙар. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр.

 “Буранбай”(Башҡот халыҡ йыры) (1 сәғәт)

     Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре.

Кластан тыш уҡыу дәресе “Урал һандуғасы” (1 сәғәт)

     

                                         Сеңләүҙәр (1 сәғәт)

     Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

“Ерәнсә сәсән” әкиәте (2 сәғәт)

       Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

                                          “Йәнтүрә” хикәйәһе  (1сәғәт)

     Хикәйәнең В.Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.

     Предмет-ара бәйләнеш. Тарих. Е.Пугачев, Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы. 1812 йылғы Ватан һуғышы, был һуғышта башҡорт атлыларының батырлыҡтары хаҡында әңгәмә.

     Сәнғәт. “Салауат Юлаев” кинокартинаһы тураһында әңгәмә. А.Кузнецовтың “Салауаттан яуап алыу” картинаһы.

М.Аҡмулла”Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?” “Өлгөр һүҙ”   (3 сәғәт)

     Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар.

Мәжит Ғафури “Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа?”, “Гөлдәр баҡсаһында”  (4 сәғәт)

     Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

     Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһындағы төшөнсәне (строфа, ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында төшөнсә.

Шәйехзада Бабич “Салауат батыр”, “Зәки-Башҡортостан терәге” “Ҡурайҡайға” шиғырҙары  (2 сәғәт)

     Ш.Бабичтың биографияһы. “Салауат батыр” шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. “Ҡурайҡайға” шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын сағылдырыу.

                     Дауыт Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе”(3 дәрес)

Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһендә күтәрелгән  социаль-философик проблемаларҙың ҡуйылышын аңлатыу   

  Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә” повесы(3 дәрес.) “Һырға һабағы” (1 сәғәт)

Яҙыусының тормошо һәм ижад юлы.”Айбикә” повесының төп идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау Боронғо йолаларға ихтирам менән  ҡарарға өйрәтеү

        Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары”,”Мәскәү минең бүләгем”(3 дәрес)

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы.Шағирҙың ижади оҫталығы менән  уҡыусыларҙа һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.

  Мостай Кәрим “Айгөл иле” драмаһы (4 дәрес),”Ап-аҡ мөғжизә” (1 сәғәт)

Халыҡ шағиры,Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Драманың идея-тематик йөкмәткеһен асыу. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың терәге булған аттарға ҙур һөйөү,хәстәрлек тәрбиәләү.

  Михаил Шолохов “Кеше яҙмышы”(2 дәрес)

Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышыу.”Кеше яҙмышы” хикәйәһенең рус әҙәбиәтендә тотҡан урыны

  Яныбай Хамматов “Ғәйзулла”(“Бөртөкләп йыйыла алтын” романынан өҙөк) (2 дәрес)

Яҙыусының тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу.Халҡыбыҙҙың үткәненә ихтирам тәрбиәләү

       Уҡытыу предметының әҙәбиәт менән тәьмин ителеше

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбәптәре нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

1.М.Б.Юлмөхәмәтов.М.Х.Иҙелбаев  “Башҡорт әҙәбиәте”(Өфө, Китап, 2017 йыл)

     2.”Башҡорт әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма М.Б.Юлмөхәмәтов(Өфө, Китап, 2017 йыл )



Предварительный просмотр:

                        Календарь-тематик планлаштырыу

Дәрес

тәртибе

Бүлек исеме

Дәрес темаһы

дата

Иҫкәрмә

План

буйынса

фактик

Ҡабатлау – 2 сәғәт.

 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

06.09

07.09

Инеш контроль эш “Нефть”

13.09.

Хаталар өҫтөндә эш. Синтаксистың төп маҡсаты

14.09.

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

20.09.

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

21.09.

Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре

27.09.

Ярашыу

28.09.

Башҡарылыу

04.10.

Йәнәшәлек

05.10.

Һөйкәлеү

12.10.

Ә.Ситдиҡованың “Башҡорт балы” картинаһы буйынса инша яҙыу

18.10.

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ

19.10

Контроль диктант

25.10

Хаталар өҫтөндә эш. Нығынған һүҙбәйләнештәр

26.10.

ТҮ Өйрәтеү изложениеһы.

 Өс  алтын ҡурсаҡ.

08.11.

Ябай һөйләм.Эйә менән хәбәр.

09.11.

Аңлатмалы диктант.

 Балалар шифаханаһы

15.11.

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

16.11

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы.

22.11.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар

23.11

Өҫтәлмәлек.  

29.11.

Тултырыусы.

30.11.

Тура һәм ситләтелгән тултырыусы

06.12

Изложение

07.12

Хәл төрҙәре.

Рәүеш, күләм-дәрәжә хәлдәре.

13.12

Урын, ваҡыт хәлдәре

14.12.

Шарт, сәбәп хәлдәре

20.12.

Контроль диктант”Ҡышлаусы ҡоштар”

21.12

Хаталар өҫтөндә эш.Маҡсат, кире хәлдәр

27.12.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

28.12

Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе

17.01

“Һөйләм киҫәктәре” темаһын йомғаҡлау

18.01

Контроль  диктант.

24.01

ХӨЭ.

25.01

ТҮ Контроль изложение.

“Полк улы” йә “Ир-егеткәй менән ат башы”.

31.01

Яҙма эштәрҙе анализлау. Һөйләмдәргә синтаксик анализ.

01.02.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

07.02.

Бер составлы һөйләмдәр. Билдәле эйәле һөйләм

08.02.

Билдәһеҙ эйәле һөйләм

14.02.

Эйәһеҙ һөйләм

15.02

Атама һөйләм

21.02

Бер составлы һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу

22.02.

ТҮ Контроль инша.

Р. Нурмөхәмәтовтың ”Батыр тураһында легенда”  картинаһы буйынса инша

28.02.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр

01.03.

Тиң киҫәктәр.  

07.03.

Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре

14.03.

Контроль диктант “Иҙел буйлап”

15.03

ХӨЭ

21.03

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләщтереүсе һүҙҙәр

22.03

Дөйөмләщтереүсе һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре

04.04

Өндәш һүҙҙәр.

05.04.

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре

11.04.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр

12.04

Өндәш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләре

18.04

Өндәш һүҙ һәм инеш һүҙле һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу

19.04

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Өҫтәлмәлек.

25.04.

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы.

26.04

Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре

02.05

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы

03.05.

  Тура һәм ситләтелгән телмәр

10.05

Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре

16.05.

Йыллыҡ контроль диктант “Бәхетле ер”

17.05.

Хаталар өҫтөндә эш.

23.05.

Диалог

24.05

Цитаталар

30.05

Йомғаҡлау дәресе

31.05



Предварительный просмотр:

                                                                                          Календарь-тематик планлаштырыу

Дәрестең темаһы

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

дата

факт

 

1

И.Кинйәбулатов “Ҙур ышаныс һеҙгә, Уҡытыусы!”

03.09

2

Әмир Әминев “Инша”

05.09.

3

Рәми Ғарипов “Тел”

10.09.

4

Рәсүл Ғамзатов “Туған тел”

12.09.

5

Башҡорт халыҡ ижады

17.09.

6

 Башҡорт халыҡ йырҙары

19.09.

7

Тарихи ваҡиғалар,хәрби поход,әрме йырҙары

24.09

8

Кантон башлыҡтары тураһында йырҙар

26.09.

9

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында йырҙар

01.10.

 

10

Риүәйәт һәм легендалар тураһында

03.10.

11

“Ҡуңырбуға” риүәйәте

08.10

12

“Буранбай”(Башҡорт халыҡ йыры)

10.10.

13

“”Буранбай”риүәйәте.

15.10

14

Йырҙар тураһында

17.10

15

А.А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу картинаһы”буйынса инша

22.10

16

Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙары

24.10

17

Кластан тыш уҡыу дәресе “Урал һандуғасы”

05.11

18

Сеңләүҙәр

07.11

19

Ерәнсә сәсән менән хан әкиәт

12.11

20-21

Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре

14.11

19.11

22

Әхмәт Йүгәнки “Белем хаҡында һөйләйем…”

21.11

23

В.Зефиров “Йәнтүрә хикәйәһе”

26.11.

24

М.Аҡмулла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” “Дуҫлыҡ”

28.11.

25

М.Аҡмулла “Нәфсе”

03.12

26

М.Аҡмулла “Нәсихәттәр”,”Өлгөр һүҙ”

05.12

27

Аҡмулла шиғырҙары тураһында

10.12

28

Халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың тормошо һәм ижад юлы

12.12.

29

М.Ғафури “Үҙем һәм халҡым”

17.12

30

М.Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?”

19.12

31

Эпик һәм лирик әҫәрҙәр

24.12

32

Үтелгәндәр буйынса ҡабатлау

26.12

33

Кластан тыш уҡыу дәресе матбуғат баҫмаларына күҙәтеү

14.01

34

Мәжит Ғафури “Һунарсы ҡарт”

16.01

35

Шәйехзада Бабич “Салауат батыр”

21.01

36

Шәйехзада Бабич “Ҡурайҡайға”.

23.01

37

Ш.Бабич шиғырҙары тураһында

28.01

38

Дауыт Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе”

30.01

39

Дауыт Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе”

04.02

40

“Һандуғасҡа”шиғыры

06.02

41

Кластан тыш уҡыу дәресе Д.Юлтый әҫәрҙәре менән танышыу

11.02

42

“Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәрендә кире образдар

13.02

43

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юы

18.02

44

Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә”

20.02

45

Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә”

25.02

46

Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә” повесындағы образдарға характеристика

27.02

47-48

Һәҙиә Дәүләтшина “Һырға һабағы”

04.03

06.03

49

Кластан тыш уҡыу дәресе “Һ.Дәүләтшина әҫәрҙәре”

11.03

50

Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тормош һәм ижад юлы

13.03

51

Рәшит Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”

18.03

52

Рәшит Ниғмәти “Мәскәүгә минең бүләгем”

53

20.03

54

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы

01.04

55

“Айгөл иле” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе

03.04

56

“Айгөл иле” драмаһында образдар системаһы

08.04

57

“Айгөл иле” драмаһының сюжет һәм композиция үҙенсәлектәре

10.04

58

Мостай Кәрим “Ап-аҡ мөғжизә”

15.04

59-60

Михаил Шолохов “Кеше   яҙмышы”        

17.04

22.04

61

 МихаилШолохов “Кеше   яҙмышы” Андрей Соколов образына характеристика

24.04

62

Яныбай Хамматов “Ғәйзулла”

29.04

63

Яныбай Хамматов “Ғәйзулла”IV-VIII бүлектәр

06.05

64

Ҡасим Дәүләткилдеевтең “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһы буйынса инша.

08.05

65

Кластан тыш уҡыу дәрестәре “Халыҡ йырҙары – халыҡ күңеленең көҙгөһө”

13.05

66

Әҙәбиәт байрамы

15.05.

67

Ғ.Хөсәйенов  “Һуңғы тарпан” хикәйәте

20.05

68-69

Рамазан Өмөтбаев “Атлы башҡорт” повестан өҙөк

22.05

27.05

70

Йомғаҡлау дәресе

29.05



Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа №2 с. Инзер муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан 

«Рассмотрено»

 Руководитель МО

 __________Саматова А.М.

Протокол № ___ от

«____»____________2016 г.

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР МОБУ СОШ № 2

с. Инзер    

___________Юмагужина З.А.

«____»____________2016 г.

«Утверждаю»

Директор МОБУ СОШ №2 с.Инзер

__________Идрисов Р.Н.

Приказ №  от « » сентября 2016 г.

Рабочая программа по башкирской литературе

для 7 класса

на 2016-2017 учебный год.

                                                                            Составил учитель башкирского

языка и литературы

(первая квалификационная категория)                                                            

 В.С.Басырова

Инзер

           Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыстары, уны уҡытыуға заманса талаптар.

     Илебеҙ алдына ҡуйылған социаль-иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу, йәмғиәтте демократлаштырыу һәм гуманлаштырыу бурыстары-ижтимағи аң үҫешенең юғары этабын билдәләне. Йәмғиәтебеҙ алдында торған шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның рухи донъяһына иғтибар йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли тел, милли әҙәбиәттәрҙең, тарих, мәҙәниәт кеүек гуманитар фәндәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур булыуын күрһәтә, уның алдына яңы талаптар ҡуя.

     Яңы шарттарҙа гармоник үҫешкән яңы шәхесте тәрбиәләү бурыстарын уңышлы хәл итең өсөн административ-бойороҡ методы менән етәкселек итеү шарттарындағы ҡатып ҡалған ҡанундарҙан, догматизмдан арындырыу һәм уны юғары кимәлгә ҡуйыу өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.

     Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып бәлдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһынан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

     Шәхес культы һәм торғонлоҡ йылдарында әҙәбиәт уҡытыуҙы сәйәсәтләштереү, әҙәби әҫәрҙәрҙе идея ҡоралы итеп ҡарауҙан, тарихҡа, йәмғиәт күренештәренә иллюстрация итеп ҡарау һөҙөмтәһендә төп иғтибарҙы әҫәрҙе һүҙ сәнғәте итеп өйрәнеүгә, дөйөм ешелек өсөн әһәмиәтле ҡимәттәрҙе әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләүҙәге төп урынына, төп асылына йүнәлтеү мөмкинлеге тыуҙы. Әүәл әҙәби әҫәрҙе баһалағанда төп иғтибар персонаждарҙың кешелек сифаттарын асыуға түгел, бәлки синфи-социаль һыҙаттарын һанап биреүгә йүнәлтелде. Өҫтөн синыф вәкилдәре тик ҡара буяуҙарҙа, ә хеҙмәтсән халыҡ, коммунист образдары һәр саҡ ыңғай сифаттар менән тасуирланды.

     Уҡыусыларҙың художестволы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, китап һөйөү һәм уның менән эш итә белеү, әҙәби әҫәрҙе үҙ аллы аңлай. Баһалай белеү күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә айырыуса ныҡлы эш алып барырға кәрәк. Уҡыусының тормош, әҙәбиәт, образдарҙан сығып кешеләр хаҡында үҙ аллы фекерләүен үҫтереүгә әһәмиәт итеү бик мөһим. Уҡытыусы кластан тыш уҡыу менән даими рәүештә етәкселек итергә, китап күргәҙмәләре, конференциялар, конкурстар, әҙәби кисләр үткәреүҙе планлаштырып алып барырға тейеш. Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр дәрестә үтелгән әҫәрҙәр менән тығыҙ бәйләнештә анализланырға һәм уҡыусыларҙың ижади һәләтлектәрен, әүҙемлектәрен үҫтереүгә хеҙмәт итергә бурыслы.

                                                   Предметтың үҙенсәлектәре.

   Мәктәп практикаһында белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәм этәргес көс, эске мотив булып дәрестә проблемалы уҡытыу тора. Ҡуйылған уҡыу проблемаһы ярҙамында дәрестә өйрәнелергә тейеш булған темаға теге йәки был күренешкә, хәл-ваҡиғаға ҡарата тыуҙырылған ҡыҙыҡһыныу – баланы ҡуйылған проблеманы хәл итеү юлдарын, ысулдарын эҙләүгә, тикшеренеү эшен тормошҡа ашырыуға – үҙ аллы белем алыуға юл аса. Бала белеменә, тәжрибәһенә таянып, был эшкә тотонорға баҙнат итә. Баланың инициативаһын, ынтылыш күрһәтеүен маҡтап, психологик атмосфера тыуҙырыу тейешле күргәҙмә әсбаптар менән тәьмин ителергә тейеш.

   Дәрестә махсус рәүештә тейешле ситуация, “интеллектуаль конфликт” (коллизия) тыуҙырыу баланы уйларға мәжбүр итә. Был осраҡта уҡыусы әлегә тиклем алған белеменең етерлек булмауын аңларға тейеш, күрһәтелгән проблеманы әлегә белеп етмәүен төшөнөп, үҙенең бурыстарын күҙаллай. Баланың аңында был мәсьәләне тормошҡа ашырыу ысулдары төҫмөрләнә башлай.

   Уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, киреһенсә, фекерләүсе, эҙләүсе, белем алыусы ла. Ул дәрестә уҡытыусы менән тиң ҡатнашырға һәм эшләргә тейеш. Тәүге көндән үк бала әсә теленең серҙәрен уҡытыусы менән бергә аса башлай. Эш барышында уҡыусыға телебеҙҙең үҙенә генә хас сифаттары күрһәтелә: һүҙҙә өндәрҙең оҡшашлығы,  һүҙҙәрҙең ҡалын йәки нәҙек өндәрҙән тороуы, һөйләмдең үҙенсәлекле ҡоролоуы, һүҙҙә баҫымдың да үҙенсә төҙөлөүе күҙәтелә. Киләһе кластарҙа ошо үҙенсәлектәрҙе баланың телмәренә күсереү күҙҙә тотола.

   Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү мөһим. Йәмғиәттә баланың шәхес булараҡ үҙ урыны, рухи һәм материаль байлыҡтарға эйә булырға булышлыҡ иткән шөғөлө, эш урынында бер йүнәлештә хеҙмәттәшлек иткән, рухи донъяһына ауаздаш дуҫ-иштәре булырға тейеш. Шулай төрлө ерлектә уның уй-фекере менән килешеп бөтмәгән, тәнҡит күҙлеген белдергән кешеләр менән эш итә белеү, уларҙы ихтирам итеп таныу, улар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу, мәҙәниәтле аралашыу серҙәренә өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән “Башҡорт телефәндәренең йөкмәткеһе һәм технологияһы ла айырым үҙенсәлектәргә эйә. Юғарыла әйтелгәндәр дөйөм мәғариф алдына ҡуйылған төп маҡсаттарҙы ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә ала.

    Баланың һөйләшеүгә дәрте ҙур. Уның ошо теләген иҫәпкә алып, фекерен, телмәрен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ-ара һөйләшергә, фекер алышырға тейеш. Уҡыусы үҙ уйын тартынмай әйтеп бирһен өсөн шарттар булдырыла. Бала уҡытыусыға ла һорау ҡуйырға баҙнат итергә тейеш. Уҡыған текстың йөкмәткеһен аңлағас, ул был әҫәр буйынса иптәшенә һорауҙар бирә башлай. Һорай белеү, һорау ҡуя белеү, үҙең белмәгәнде асыҡларға баҙнат итеү юғары баһалана.

   Икешәр, дүртәр-бишәр уҡыусы төркөмдәргә бүленеп эшләгәндә, бала һорау бирергә, фекерен үҙенсә әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға әкренләп өйрәнә башлай. Ул уй-фекерен аныҡ итеп әйтергә кәрәклеген төшөнә, иптәштәренә лә иғтибарлы була бара.

   Тәүге осорҙа баланың телен асыуҙы үҙ-ара һөйләшеүгә (диалогҡа) ҡорғанда, артабан эҙмә-эҙлекле әйтеп биреүгә (монологҡа) күсеү ҡарала.

   Телмәрҙе аралашыу ҡоралына, фекереңде аныҡ әйтеп бирә белеү сараһына әүерелдереү алымдары кластан класҡа ҡатмарлана бара. Ғөмүмән, программала телмәр үҫтереүгә ҙур урын бирелә.

   

                                      Предметтың уҡыу планындағы урыны

     7 класта башҡорт әҙәбиәте аҙнаһына 2 сәғәт, бөтәһе 68  сәғәт.

Әҫәрҙең тексын өйрәнеү-55 сәғәт.

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү-8 сәғәт

Кластан тыш өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса әңгәмә-5 сәғәт

Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

                                    Әҙәбиәт һәм уның кеше тормошондағы роле (1)

                                      “Ҙур ышаныс һеҙгә, Уҡытыусы!”(1)

     Шиғырҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, уҡытыусыға дан йырлау

                                     Әмир Әминев “Инша” (1 сәғәт)

     Әҫәрҙә сағылдырылған осор.  Образдарға ҡылыҡһырлама.

Рәми Ғарипов “Тел”( 1 сәғәт)

Рәсүл Ғамзатов “Туған тел”(1 сәғәт)

      Туған телдең әһәмиәте, уның нескәлектәрен ентекләп өйрәнеүҙең кәрәклеге тураһында һөйләшеү, телмәр үҫтереү. Тасуири уҡыу һәм ятлау күнекмәләре.

                                          Башҡорт халыҡ йырҙары.(1 дәрес)

                       Тарихи ваҡиғалар,хәрби поход,әрме йырҙары (4 дәрес)

     Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бүленеүе. Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһында  йырҙар һәм риүәйәттәр. Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһында йырҙар һәм риүәйәттәр. Түрәләр тураһындағы йырҙар. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр.

 “Буранбай”(Башҡот халыҡ йыры) (1 сәғәт)

     Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре.

Кластан тыш уҡыу дәресе “Урал һандуғасы” (1 сәғәт)

     

                                         Сеңләүҙәр (1 сәғәт)

     Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

“Ерәнсә сәсән” әкиәте (2 сәғәт)

       Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

                                          “Йәнтүрә” хикәйәһе  (1сәғәт)

     Хикәйәнең В.Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.

     Предмет-ара бәйләнеш. Тарих. Е.Пугачев, Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы. 1812 йылғы Ватан һуғышы, был һуғышта башҡорт атлыларының батырлыҡтары хаҡында әңгәмә.

     Сәнғәт. “Салауат Юлаев” кинокартинаһы тураһында әңгәмә. А.Кузнецовтың “Салауаттан яуап алыу” картинаһы.

М.Аҡмулла”Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?” “Өлгөр һүҙ”   (3 сәғәт)

     Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар.

Мәжит Ғафури “Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа?”, “Гөлдәр баҡсаһында”  (4 сәғәт)

     Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

     Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһындағы төшөнсәне (строфа, ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында төшөнсә.

Шәйехзада Бабич “Салауат батыр”, “Зәки-Башҡортостан терәге” “Ҡурайҡайға” шиғырҙары  (2 сәғәт)

     Ш.Бабичтың биографияһы. “Салауат батыр” шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. “Ҡурайҡайға” шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын сағылдырыу.

                     Дауыт Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе”(3 дәрес)

Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһендә күтәрелгән  социаль-философик проблемаларҙың ҡуйылышын аңлатыу   

  Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә” повесы(3 дәрес.) “Һырға һабағы” (1 сәғәт)

Яҙыусының тормошо һәм ижад юлы.”Айбикә” повесының төп идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау Боронғо йолаларға ихтирам менән  ҡарарға өйрәтеү

        Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары”,”Мәскәү минең бүләгем”(3 дәрес)

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы.Шағирҙың ижади оҫталығы менән  уҡыусыларҙа һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.

  Мостай Кәрим “Айгөл иле” драмаһы (4 дәрес),”Ап-аҡ мөғжизә” (1 сәғәт)

Халыҡ шағиры,Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Драманың идея-тематик йөкмәткеһен асыу. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың терәге булған аттарға ҙур һөйөү,хәстәрлек тәрбиәләү.

  Михаил Шолохов “Кеше яҙмышы”(2 дәрес)

Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышыу.”Кеше яҙмышы” хикәйәһенең рус әҙәбиәтендә тотҡан урыны

  Яныбай Хамматов “Ғәйзулла”(“Бөртөкләп йыйыла алтын” романынан өҙөк) (2 дәрес)

Яҙыусының тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу.Халҡыбыҙҙың үткәненә ихтирам тәрбиәләү

       Уҡытыу предметының әҙәбиәт менән тәьмин ителеше

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбәптәре нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

1.М.Б.Юлмөхәмәтов.М.Х.Иҙелбаев  “Башҡорт әҙәбиәте”(Өфө, Китап, 2017 йыл)

     2.”Башҡорт әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма М.Б.Юлмөхәмәтов(Өфө, Китап, 2017 йыл )



Предварительный просмотр:

                Уҡыусылар белемен баһалауға норматив талаптар

                                 (Әҙәбиәт буйынса)

Уҡыу тиҙлеген тикшереү. Етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе.  Түбәндәге таблицала уҡыусының  минутына күпме һүҙ уҡырға тейешлеген, улар буйынса уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.Таблица төп башҡорт  текстарына ярашлы төҙөлдө.

Кластар

“5”

“4”

“3”

“2”

I

30

25

15

15-тән кәм

II

55

45

30

30-ҙан кәм

III

65

55

40

40-тан кәм

IV

80

75

55

55-тән кәм

V

100

90

80

80-дән кәм

VI

110

100

90

90-дан кәм

VII

120

110

100

100-ҙән кәм

VIII

130

120

110

110-дан кәм

IX

140

130

120

120-нән кәм

Таблицанан күренеүенсә, Х-ХI кластарға уҡыу нормаһы ҡуйылмаған. Башҡорт әҙәби телендә минутына 120 һүҙ уҡыу ғәҙәти һаналаһәм ул рус тексын уҡыу тиҙлеге нормаһы менән тап килмәй.  Сөнки рус телендә ярҙамсы һүҙ (предлог) үҙе бер һүҙ булып һанала, ә башҡорт телендә ялғауҙар ҡатлы-ҡатлы булып ялғана.

  Юғары кластарҙа сиреккә бер контроль уҡыу үткәрелә.  Баһалар көндәлектәргә, класс журналына ҡуйылаһәм сиреккә, ярты йыллыҡҡа дөйөм баһа билдәләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алына.  Мәҫәлән, V  класс уҡыусыһы иншаны “5”-кә яҙа, телдән яуаптары ла шул баһаға тап килә, ятлау өсөн тексты тасуири итеп һөйләй, әммә уҡыу тиҙлеге минутына 80-90 һүҙ генә. Был осраҡта уға һис кенә лә сиреккә”5” билдәһе сыҡарып булмай. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресенең беренсе талабы булып тасуири һәм етеҙ уҡырға өйрәтеү тора.

  Синыфтан тыш уҡыу. Баланы тейешле кимәлдә уҡырға өйрәтеүҙә уның әҙәбиәттән дәрестә белем алыуы менән бергә үҙаллы уҡый белеүе лә мөһим роль уйнай.  Ошо маҡсаттан сығып, һәр класта сиреккә кәмендә бер тапҡыр кластан тыш уҡыу дәресе үткәрелә.  Сирек башында уҡыусы ниндәй әҙәби китаптарҙы үҙаллы уҡырға тейешлеге яҙҙырыла.  Сирек аҙағында үткәреләсәк кластан тыш уҡыу дәресендә ошо күрһәтелгән китаптарҙы бала уҡығанмы, юҡмы икәнлеге тикшерелә.  Был эш һорауға яуап рәүешендә йәки ҡыҫҡаса аннотация яҙҙырыу юлы меннән  башҡарылырға мөмкин.  Уҡыусы һәр уҡыуған китабының йәки әҫәренең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса әйтеп бирергә тейеш. Әммә ҡайһы бер уҡыусыларҙың һөйләү һәләте насар үҫешкән була.  Ундайҙарҙы һорауға яуап алыу юлы менән тикшерергә мөмкин. Ҡайһы бер уҡыусылар күрһәтелгәндән дә күберәк  китапуҡыйҙар.  Кластан тыш уҡыу дәресендә бөтә балаларға ла уҡыған китаптары һанына һәм уларҙың йөкмәткеһен һөйләй белеүенә ҡарап баһа ҡуйыла.

“5” – Бөтә күрһәтелгән китаптарҙы,шулайуҡ өҫтәлмә рәүештә тағыла бер нисә китап уҡып, йөкмәткеләрен тасуири һөйләгән өсөн ҡуйыла.

 “4” – Уҡыусыкүрһәтелгән китаптарҙың береһен уҡымаған, әммә өҫтәлмә рәүештә үҙе уҡыған бер нисә китап йөкмәткеһен һөйләй ала.

“3”- Бала күрһәтелгән китаптарҙың яртыһын ғына уҡыған, шулай уҡүҙаллы бер-ике генә китап менән таныш, уҡырға бирелгән әҫәрҙәрҙеңйөкмәткеһен дә өҫтәлмә һорауҙар ярҙамындаҡына күҙ алдына килтерә ала.

 “2” – Уҡыусы күрһәтелгән китаптарҙың береһен дә уҡымаған, үҙаллы бер китап менән дә таныш түгел,әҙәби әҫәр һәм китаптар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай.  Бындай уҡыусылар менән уҡытыусыға күп  һәм ныҡышмалы эшләргә ҡала.

 Сиреккә баһа ҡуйғанда кластан тыш уҡыуға ла тейешле иғтибар ителә.

  Тасуири уҡыу һәм ятлауҙар өсөн. Һәр уҡыусы программаға ярашлы шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ятлай. Ятланасаҡ шиғырҙарҙы, өҙөктәрҙе, әҫәрҙе уҡытыусы иң башта үҙе тасуири итеп һөйләп күрһәтә. Шиғырҙы йәки өҙөктө уҡыусыларға үҙең тасуири итеп һөйләп күрһәтмәй тороп, уларҙан матур  ятлауҙы талап итеп булмай.

 Программа буйынса бөтә кластарҙа ла  һәр сиреккә уртаса икешәр шиғыр йәки сәсмә әҫәр өҙөгө ятлатылырға тейеш.

  Ятлау баһалары  класс журналында  бер рәткә генә ҡуйыла, әммә “2” билдәһе ҡуйылмай.  Тимәк, программала ҡаралған һәр әҫәр уҡыусы тарафынан мотлаҡ ятлатылырға тейеш.  Һәр шиғыр һәм өҙөктө үҙ ваҡытында һөйләтеү уҡытыу сының талапсанлығына бәйле. Ятланасаҡ әҫәрҙе баһалау өсөн түбәндәге талаптар ҡуйыла.

 “5” – Уҡыусы шиғыр йәки сәсмә әҫәр өҙөгөн бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ һәм тасуири итеп ятлай, һәр һүҙ, өн һәм баҫым, быуындар берәмеге, паузалар теүәл талаптарға тура килә.

 “4” – Әҫәр тотҡарлыҡһыҙ һөйләнә, әммә тасуирилыҡ етешмәй, уҡыусы бер-ике һүҙҙе, өндө, баҫымды, паузаны дөрөҫ әйтмәй.  Шундай ваҡ кәмселектәр дүртәүҙән артмаҫҡа тейеш.

“3” – Тасуири һөйләп тә, уҡыусы дүрт – биш тапҡыр тотҡарлана йәки шиғыр, өҙөктө һөйләгәндә бер-ике урында яңылыша, тасуирлыҡ етешмәй. Шундай ваҡ кәмселектәр ете-һигеҙҙән артмаҫҡа тейеш.

Уҡыусыларға сиреккә, йыллыҡ баһа сығарғанда ятлауҙарға ла иғтибар ителә. Мәҫәлән, уҡыу йылы йәки сирек барышында бала бер шиғырын ятламаһа, баһа бер балға кәм ҡуйыла. Ике шиғыр йәки өҙөк ятланмаһа, сиреккә, йыллыҡ баһа “3” – тән артыҡ ҡуйылмай.

 Көндәлек яуаптарға баһалар. Яҙыусының тормош юлын, әҫәр йөкмәткеһен һөйләү, теге йәки был әҫәргә, образға анализ яһау, һорауҙарға яуап биреү һымаҡ бер әҙәбиәт дәрестәрендәге яуаптар ҙа тейешенсә баһалана.  Һәр дәрестә дүрт-биш баһа ҡуйыла. Телдән яуаптарҙы баһалауҙың үҙ талаптары бар.

 “5” – Уҡыусы яҙыусының тормош юлын, әҫәр йөкмәткеһен тулы һөйләп бирә, һөйләгәндә теге йәки был образға, дөйөм әҫәргә ҡарата үҙ фекерен дә ҡуша, әҫәргә һәм образдаға анализ яһағанда, өйрәнелгән әҫәр менән сағыштырыу үткәреп, обзор яһай һәм ентекле күҙәтеү эшләй ала.

 “4” – Уҡыусы яҙыусының тормош юлын, әҫәр йөкмәткеһен һөйләп бирә,әҫәргә йәки образдарға бына тигән анализ яһай, өҫтәлмә һорауҙарға яуап биргәндә һәм обзор яһап һөйләгәндә, юғалып ҡала.

“3”- Өйгә бирелгән эште уҡып килеп тә,уҡыусы уны эҙмә-эҙлекле итеп һөйләй алмай, яуабы тик өҫтәлмә һорауҙарға яуап рәүешендә генә, обзор яһап һөйләгәндә лә уҡыусы яуабы һорауҙарға яуап биреү кеүек кенә булып ҡала.

“2”- Бала өй эшен бөтөнләй уҡымаған, тик дәрестә ишеткәнен генә арлы-бирле әйткеләй, эҙмә-эҙлекле, теүәл яуап юҡ. Ғөмүмән, уҡыусы дәрескә әҙерләнмәй килгән. Әммә шуны ла иҫкә алырға кәрәк: әгәр ҙә уҡыусы тәүге тапҡыр ғына дәрескә шулай әҙерләнмәй килһә, иҫкәртеү яһап, шул уҡ теманы киләһе дәрестә һораясаҡты әйтеп,”2” ҡуймаҫҡа ла мөмкин.  Был тәңгәлдә ул тәрбиәүи сара ролен дә үтәй һәм был билдәне ҡуйыу менән мауыҡмау, башҡа  төрлө иҫкәртеү юлдарын табыу  уҡытыусыға тик ярҙам ғына итәсәк.

  Сиреккә баһа ҡуйғандаятлау, уҡыу тиҙлеге, кластан тыш уҡыу һәм яҙма эш баһаларынан  тыш уҡыусының телдән һөйләүенә лә сирек буйына кәмендәдүрт-биш баһаһы булырға тейеш.Сөнки уҡыусы үҙ фекерен дөрөҫ итеп әҙәби телдә һөйләп бирә алырға тейеш.

Әҙәбиәттән яҙма эш төрҙәре  Уҡытыусылар яҙыусының тормош юлын  өйрәнгәндә хронологик таблица төҙөү эшен йыш ҡына  үҙаллы үтәргә бирә.  Был эш  төрө  уҡыусыла  әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, әммә теманы нығытырға ярҙам итә. Хронологик таблица өсөн бер генә баһа ҡуйыла. Баһа ҡуйғанда  орфографик һәм пунктуацион хаталар ҙа иҫәпкә алына. Был тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең берҙәмлеген раҫлай.  Тимәк, бында уҡыусының яҙыусының тормош юлын белеүе лә, грамоталығы ла иҫәпкә алына.  Хронологик таблица төҙөүҙе түбәндәгесә баһаларға мөмкин.

Яҙыусының тормош юлындағы бөтә факттарҙы ла теркәгән, һөйләм төҙөлөшө һәм грамоталылыҡ буйынса бер хата ла ебәрмәгән осраҡта ғына уҡыусы эше “5” билдәһе менән баһалана.

   Уҡыусы яҙыусының тормош юлы буйынса бер фактты күҙ уңынан ысҡындырып, ике-өс  һүҙҙә хәреф йәки пунктуацион хата ебәрһә, яҙма өсөн “4”билдәһе ҡуйыла.

Яҙыусының тормош юлыбуйынса өс-дүрт фактик, алты-ете грамматик һәм пунктуацион хаталары булған эш “3” билдәһе менән баһалана.  

  Уҡыусы хронологик таблицаны бөтөнләй төҙөмәһә, уға”2”-ле ҡуйыла.

Хронлогик таблицаның бер өлөшөн дәрестә төҙөргә, шулай уҡ өйҙә яҙып килергә лә ҡушырға мөмкин. Өй эше итеп бирелгәндә, уҡыусы бер юлы ике бурысты үтәй: теманы телдән һөйләргә әҙерләнә, шулай уҡ хронологик таблица төҙөп, эште нығытып та ҡуя.

Дәрестең бер өлөшөн генә алған башҡа яҙма эш төрҙәре Әҙәбиәт дәрестәрен төрләндереү маҡсатында ижади характерҙа башҡа яҙма эштәр ҙә башҡарыла. Мәҫәлән, уҡытыусы уҡыусыларҙың әҫәрҙе уҡығанлығын йәки теманы үҙләштереү кимәлен тикшереү өсөн,йә берәй образға кескәй генә характеристика биреү өсөн, йә,ҙурыраҡ күләмле әҫәр булһа, бер бағанаға ыңғай, икенсе бағанаға кире образдарҙы теркәү өсөн, йә ике образды сағыштырыу өсөн яҙма эш ҡуша ала.  Бындай эштәр бик күп төрлө.  Тик уларҙы уңышлы ҡулланырға ғына мөмкин. Бөгөн ижади эшләгән уҡытыусылар 10-15 минут эсендәуҡыусыларҙан бер-ике строфалыҡ шиғыр, нәҫер, әкиәт, кескәй хикәйә, аннотациялар яҙҙырыукеүек эш төрҙәрен дә ҡулланалар. Бындай эштәрҙә баһалауҙың теүәл генә рецебын биреп тә булмай – уларуҡыусының һәләте менән бәйле. Сөнки уҡыусы ни тиклем тырышһа ла,яҙма эште бик шәп итеп үтәй алмаҫҡа мөмкин. Әммә ижади эш барыбер баһаланырға тейеш. Уҡытыусы баһаны үҙе самалап ҡуя. (“2” билдәһе ҡуйылмай.)  Әммә был баһа уҡыусыны артабан да ижади яҙма эшкә дәртләндерергә тейеш.  Мәҫәлән, дәрестә уҡыған әҙәби әҫәрҙең үҙенә оҡшаған урынын һүрәткә төшөрөп килергә ҡушырға мөмкин. Һүрәт төшөрөүҙә лә уҡыусыларҙың һәләте бер кимәлдә булмай.  Шуға уҡытыусы күберәк һүрәт йөкмәткеһенә иғтибар итә. Әммә бик оҫта төшөрөлгән һүрәт уның иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: уҡыусы эшләгән бөтә яҙма һәм ижади эштәр мотлаҡ баһаланырға мөмкин.

 Изложение  Был эш төрө, ғәҙәттә, башҡорт теле дәрестәрендә үткәрелә. Әммә йылына 1-2 тапҡыр һәр класта, әҫәрҙе өйрәнгәндән һуң, уҡыусыларҙың уны тулы килеш уҡығанмы, юҡмы икәнен белеү өсөн, әҫәр йөкмәткеһе буйынса өйҙә йәки дәрес ваҡытында изложение яҙҙырыла.  Был алым уҡыусы өсөн дә, уҡытыусы өсөн дә бик файҙалы.  Беренсенән, уҡыусы изложение яҙыр өсөн текст йөкмәткеһе менән үҙаллы таныша, дәрестә ваҡыт сарыф ителмәй, икенсенән, ошо әҫәр аша уҡыусы хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп яҙырға өйрәнә, өсөнсөнән, бала үҙен грамоталы итеп яҙа алыу һәләтен тикшерә,дүртенсенән, уҡыусының яҙма телмәре үҫешә.  Изложение күләме, баһалау нормалары тел дәрестәрендәге кеүек булырға мөмкин. Йөкмәтке буйынса баһа – әҙәбиәткә, ә грамоталылыҡ тел буйынса ҡуйыла.

  Иншалар  Башҡорт теле дәрестәрендә сирек, ярты йыллыҡ аҙаҡтарында контроль диктанттар яҙҙырыу мотлаҡ булһа, әҙәбиәттән бөтә кластарҙа ла контроль иншаяҙҙырыу мәжбүри һанала. Әҙәбиәт дәрестәрендә үткәрелгән иншалар тел дәрестәгеләренән күпкә айырыла һәм уларҙа теге йәки был әҫәргә, образдарға характеристика биреү төп маҡсат булып иҫәпләнә.  V-VII кластарҙа ябай план төҙөтөү өҫтөнлөк алһа, VIII кластан ҡатмарлы план төҙөү күнекмәләре бирелә башлай. IX-XI кластарҙа инде ҡатмарлы план төҙөү мотлаҡ.  Бигерәк тә контроль характерындағы, сирек һәм ярты йыллыҡтар аҙаҡтарында үткәрелгән һәр иншаға ҡатмарлы план төҙөлә. Ҡайһы бер өйрәтеү характерындағы иншаларҙы планһыҙ йә ябай план менән яҙырға рөхсәт итергә була. Әҙәби иншаларҙың күләме башҡорт  теленән әллә ни айырылмай. Түбәндә әҙәби иншалар күләме буйынса таблица бирелә.

Кластар

Күләме

Һүҙҙәр һаны

V

0,5-1,0 бит

100

VI

1,0 – 1,5 бит

150

VII

1,5 – 2,0 бит

200

VIII

2,0 – 3,0 бит

250

IX

3,0 – 4,0 бит

300

X

4,0 – 5,0 бит

400

XI

5,0 – 6,0 бит

500

Инша күләмеенә ҡарап, уҡытыусы баһаны ла бер аҙ үҙгәртә ала. Әҙәби инашаларға баһа ҡуйыу талаптары башҡорт теле дәрестәрендәге изложение йәки иншаларҙан әллә ни айырылмай.  Әммә уларҙың үҙҙәренә  генә хас үҙенсәлектәрен  дә инҡар итеп булмай.  Иншаларға баһаларҙы түбәндәге талаптарға таянып билдәләргә була.

    Тема тәрән итеп асылып, әҙәби материал яҡшы сағылыш тапҡан, йөкмәткеһе тулы һәм оргиналь булған, башҡорт әҙәби телендә яҙылған, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнешәр уңышлы ҡулланылған хатаһыҙйәки бер генәпунктуацион хаталы эшкә “5”баһаһы ҡуйыла.

 “4” билдәһе әҙәби материалды бирә алған, әммә оргиналлек менән айырылып тормаған, һөйләмдәр төҙөлөшөндә бер-ике стилистик етешһеҙлеге булған, диктанттағы кеүек “4”-ле билдәһенә тап килгән 2/2, 1/3, 3/1, 4/0 орфографик һәм пунктуацион хаталы и ншаларға ҡуйыла.

 Темаға тулыраҡяуап биргән, әммә фактик материалды биргәндә хаталар киткән, бер аҙ эҙмә-эҙлелек боҙолған, өс-дүрт стилистик хаталар ебәрелгән, орфографик һәм пунктуацион хаталары диктанттың “3” баһаһына тура килгән ( 4/5, 5/4,6/3,7/2, 2/7) инша “3”билдәһе менән баһалана.

 “2” билдәһе программаға, инша талаптарына тап килмәгән, йөкмәткеһе дөрөҫ бирелмәгән, биш-ете стилистик хаталы, орфографик һәм пунктуацион хаталар һаны “3”-лөк диктанттан күп булған иншалар билдәләнә (5/6, 5/5, 6/5, 7/4, 7/3,8/2,2/8).

Иншаларҙа ла бер үк типтағы өс пунктуацион хата берәүгә иҫәпләнергә мөмкин.  Мәҫәлән, өс инеш йәки өндәш һүҙ, өс хәл әйтеменең бер төрө бер хатаға һанала.  Әммә һүҙ хаталарын улай төркөмләп булмай. Ғөмүмән, уҡытыусы һәр иншаға, һәр хатаға бик ентекле һәм иғтибарлы булырға тейеш.  Шулай уҡ һәр әҙәби иншаға уҡытыусы тарафынан бер-ике һөйләм менән аннтоация яҙылыу мотлаҡ.Әҙәби инша – уҡыусының ижади эше. Шуға уҡытыусының да һәр иншаға ижади ҡарауы мотлаҡ.

Программала һәм дәреслектәрҙә уҡыусыларҙы теге йәки был темаға әкиәт, мәҡәлә, юлъяҙма. Рецензия ҙәм хаттар яҙырға өйрәтеү ҡаралған. Былар барыһы ла иншаның бер төрө булып һанала. Уларҙы баһалау һәм күләм яғынан талаптар ҙа иншаларҙыҡы кеүек. Тик был эш төрҙәре үҙҙәренең үҙенсәлектәрендә һаҡларға тейеш.

Доклад яҙырға, сығыш яһарға өйрәтеү Был эш төрҙәренең грамматик хаталары төҙәтелеп, тик йөкмәткегә генә билдә ҡуйыла.  Улар әҙәбиәт дәрестәрендә теге йәки был образға анализ яһаған кеүек баһалана.Телдән яһалған рецензияларға ла тап ошо юл менән баһа ҡуйыла.

Тестарҙы баһалау Хәҙерге башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар белемен тест һорауҙарына яуаптар алыу ярҙамында баһалау киң ҡулланыла. Уҡыусы һорауҙарҙың яртыһына йә унан күберәк һорауҙарға яуап бирһә – “3”, 70% һәм унан күберәк һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндә – “4”, 85-100% дөрөҫ яуап биргәндә “5” билдәһе ҡуйыла. Уларҙы үткәреү һәм баһалау нормалары “Башҡорт теле (V – IX кластар) һәм әҙәбиәтенән ( V- XI кластар) тест һорауҙары”. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма – Өфө, “Китап”, 2000 китабында тулыраҡ бирелгән.

Викторина һорауҙарына яуап алыу  ҙа – әҙәбиәт буйынса уҡыусылар белемен баһалауҙың бер төрө.  Һорауҙары менән тестарға яҡын. Әммә викторинала яуаптар варианттары бирелмәй.  Теге йәки был дөйөм темаларҙан һуң, яҙыусы ижадын тулы килеш өйрәнгәс, иншаларғаәҙерләнеү өсөн, викторина һорауҙарына яуаптар алына.  Был эш дәрестең бер нисә минутын һәм тулы дәресте лә алырға мөмкин. Һорауҙар алдан таҡтаға  яҙыла йәки уҡыусыларға яҙма рәүештә таратыла.Уҡыусылар һәр һорауға ентекле яуапяҙа йәки телдән яуап бирә.  Уҡытыусы кемдең яуап биргәнен билдәләп бара һәм аҙаҡтан, шуларға ҡарап, баһалар ҡуйыла.  Яҙма викторинала баһалар тест һорауҙарына яуаптарҙы баһалаған кеүек билдәләнә.

Олимпиадалар Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында мәктәп, район, республика кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадалар  үткәрелә. Был эш төрө уҡыусыларҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.  



Предварительный просмотр:

                          Уҡыусылар белемен баһалауға норматив талаптар

                                                        (тел буйынса)

                                         Телдән  яуаптарҙы баһалау

Дәрестә уҡыусының һәр яуабы, һөйләүе  баһаланырға тейеш. Дәрестең һәр этабында телдән яуап төрлөсә баһалана.

Өй эшен тикшереү, үткән дәресте иҫкә иҫкә төшөрөү моменттарын бөтә уҡыусылар ҙа бер талап менән  һәм бер кимәлдә баһалана.  Мәҫәлән,күнегеү уҡытыла, шунан алдағы дәрестә үтелгән тема тураһында  һорауға  яуап алына. Әгәр күнегеү дөрөҫ эшләнһә, үткән дәрес буйынса һорауға тулы һәм дөрөҫ яуап алынһа, уҡытыусы алда өйрәнлегәндәрҙән сығып, өҫтәлмә һорау бирә. Бала уға ла тулы яуап бирһә, ул, һис шикһеҙ,”5” билдәһенә лайыҡ була. Әгәр  күнегеү дөрөҫ эшләнеп тә, уҡыусы өҫтәлмә һорауға тулы яуап бирә алмаһа, уға “4”билдәһе ҡуйыла.  Шулай уҡ кнегеүҙә бәләкәй генә хата китеп, һорауҙарға тулы яуап алынһа, был уҡыусы б елеме  лә “4”билдәһе менән баһалана.  Күнегеүҙә бер-ике етешһеҙлек китһә, һорауҙарға ла яуапта ла етешһеҙлектәр  булһа,өҫтәлмә һорауға бөтөнләй яуап бирелмәһә, ундай уҡыусыға “3” билдәһе ҡуйыла. Уҡыусы өй эше күнегеүен бөтөнләй яҙмаһа, һорауҙарға ла йүнле яуап бирмәһә, уның белеме “2” билдәһе менән баһалана.

  Яңы теманы аңлатыу осоро ла уҡыусылар яуабынан башҡа мөмкин түгел. Әгәр бала өс-дүрт һорауға яуаптулы, нигеҙле яуап бирә икән, уға “5” билдәһе ҡуйыла. Һорауҙарға яуап биргәндә уҡыусының бер генә етешһеҙлеге, кәмселеге булһа, уның белеме “4” билдәһе менән баһалана. Яңы теманы аңлатҡанда “3” йәки “2” билдәһе ҡуйылмай. Барытелдән еңелсә генә иҫкәртеп китергә мөмкин.  Бындай баһалар уҡыусыны дәрес барышында әүҙем ҡатнашыуҙан һүрелтергә мөмкин.  Ғәҙәттә, яңы теманы аңлатыу этабында яҡшы уҡыусыларға ғына баһа ҡуйыла. Әммә  дәрестәрҙә  һәр баланы мөмкин булғанса  әүҙем ҡатнаштырырға  ынтылырға  кәрәк.

      Кластағы бар уҡыусылар ҙа  дәрестең йомғаҡлау өлөшөндә әүҙем ҡатнашырғам  тейеш. Һорауҙарға яуап биреүҙәренә ҡарап, “5”,”4”,”3”билдәләре  ҡуйыла. Тик”2” билдәһе генә файҙаланылмай.Сөнки дәрес барышында тыңламай һәм бер һөйләм дә яҙмай ултырған уҡыусы булмай.

   Шулай итеп, дәрес  барышында сама менән  5-10 уҡыусыға телдән яуаптары өсөнбаһалар ҡуйыла.

                             Яҙма эштәрҙе баһалау

  Күсереп яҙыу   Был -  яҙма эштәрҙең иң ябай төрө, һәм ул күберәк  5-6 кластарҙа йыш ҡулланыла.  Һирәкләп юғары кластарҙа ла күсереп яҙыуҙы файҙаланырға мөмкин.

     Күсереп яҙыу билдәле бер маҡсат менән башҡарыла.  Йә ауыр яҙылышлы һүҙҙәргә иғтибар ителә,йә төшөп ҡалынған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙырға ҡушыла.  Шулай уҡ башҡа төрлө өҫтәлмә эштәр ҙә ҡушылырға мөмкин.  Бындай яҙмалар дәфтәрҙәге дөйөм талап нигеҙендә баһалана.  Бик мөһим эштәр булһа, баһаларҙы класс  журналына ла ҡуйырға мөмкин.

  Диктант  Был яҙма эш төрө  бик йыш һәм һәр класта ҡулланыла.  Уның тиҫтәнән ашыу төрө бар, әммә бөтәһендә ләтиерлек баһалау кимәле бер самала була.  Билдәле, һәр береһенең үҙ үҙенсәлеге бар.  Диктанттарға ҡуйыла торған баһалау кимәле башҡа яҙмыш төрҙәренә нигеҙ булып тора.  Диктант күләме һәр класс  өсөн  түбәндәгесә  була:  V класта -90-100, VI  - 100-110, VII – 110-120,  VIII- 120-140,  IX – 140-160, X -160-180, XI класта 180-200 һүҙ.

 Диктанттар түбәндәгесә баһалана: “5”  билдәһе бер  хатаһыҙ  эшкә ҡуйыла.Шулай уҡ ауыр булмаған бер пунктуацион  хаталы диктант та шулай  баһаланырға  мөмкин.Үтелмәгән, өйрәнелмәгән темаларға ҡараған һүҙҙәрҙең хаталары төҙәтелә, әммә улар иҫәпкә алынмай.

 “4”  билдәһе ике орфографик һәм ике пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Шулай уҡ 3/1, 1/3,0/4,4/0хаталыэштәр ҙә ошо баһаға лайыҡ  булырға  мөмкин.

  “3 ”  билдәһе биш орфографик һәм дүрт пунктуацион йәки  4/5, 6/3, 3/6, 7/2,  2/7 хаталы диктанттарға ҡуйыла. Нисек кенә булһа ла, ике төр хаталар суммаһы туғыҙҙан артмаһын. Әммә 8,9 һүҙ хатаһы булған эштәргә “3 ” ҡуйып булмай.

“2”  билдәһе орфографик һәм пунктуацион  хаталар суммаһы  туғыҙҙан  артҡан  осраҡтарҙа  ҡуйыла.

  Иҫкәрмә. Бер  үк  ҡағиҙә  буйынса өс пунктуацион хата  берәүгә иҫәпләнә.  Мәҫәлән,хәл әйтеменең  беренсе  төрө  буйынса  өс  хата  берәүгә  һанала. Дүрт- биш булып китһә, ике хата тип билдәләнә.  Орфографик хаталар һәр береһе айырым иҫәпкә алына.

  Диктант  тексы  буйынса  өҫтәлмә  эш үткәрелгәндә, уға айырым баһа ҡуйыла. Был хаталар һаны буйынса билдәләнә.

  Һүҙлек диктанты. Теге йәки  был ауыр яҙылышлы һүҙҙәрҙе күнекмәгә әйләндереүҙә һүҙлек диктанттарының  әһәмиәте ифрат ҙур. Ул дәрестең бер нисә минутын ғына ала.  Шулай уҡяҙма эштәргә  өҫтәлмә  итеп  тә  һүҙлек  диктанттарын  яҙҙырырға  мөмкин.  Өҫтәлмә эш итеп үткәргәндә, һүҙлек  диктантының үҙенә генә баһа ҡуйыла, һәм шул уҡ баһа класс  журналына  ла  теркәлә.  Ә дөйөм  эш  дәфтәрҙәренә  яҙҙырылған  һүҙлек  диктанттары  дәфтәрҙә  баһалана.  Эш һөҙөмтәһе  өс-дүрт  көнлөк  баһаларҙы  журналға  ҡуйғанда иҫәпкә  алына.

 Һүҙлек диктанты кластар буйынсатүбәндәге күләмдә үткәрелә:  V класта  -  15 – 20, VI – 20-25, VII – 25-30, VII -  IX – 30 – 35, X  - XI кластарҙа 35-40 һүҙ. Баһалары диктант нормаларына ҡарап билдәләнә.

      Изложение  Изложениены баһалау ҙа диктанттағы кеүек хаталар һанына ҡарап ҡуйыла.  Изложение яҙҙырыу методикаһын һәр уҡытыусы яҡшы  белә.Унда уҡыусы теге йәки был текст йөкмәткеһен  эҙмә-эҙлекле һәм тейешле күләмдә бирергә тейеш.  Изложение күләме түбәндәгесә: V класта – 80-100, VI – 100-120, VII – 120-140, VIII – 140-160, IX – 160-180, X – 180-200, XI класта – 200-250 һүҙ.

  Был күләм дәрестәрҙә үткәрелгән контроль изложение өсөн дә һаҡлана.  Өйҙә яҙырға  бирелгән изложениелар күләме артығыраҡ булырға ла мөмкин. 5-6 кластарҙа изложениеға ике баһа ҡуйыла:  тәүгеһе  - йөкмәткене эҙмә – эҙлекле асыпбиреүгә, икенсеһе хаталар һанына ҡуйыла. Юғары кластарҙағы тел дәрестәрендә изложение лар бер  генә баһа  менән билдәләнә.Бында йөкмәткене эҙмә-эҙлекле биреү ҙә, хаталар һаны ла иғтибарға  алына. Программаларҙа изложениеларяҙҙырыуға күп кенә сәғәттәр бүленгән.  Уларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу мөмкин дә түгел. Әммә 5-6 кластарҙа сиреккә бер изложение, юғары кластарҙа йылына ике-өс изложение яҙҙырыу мотлаҡ.

 Инша  Башҡорт телендә үткәрелгән иншалар төрө уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.  Улар түбәндәге төрҙәргә бүленә: хикәйәләү, тасуирлау, һығымта яһау, картина, һүрәттәр буйынса, тәбиғәткә экскурсияға нигеҙләнгән иншалар.  Билдәле, ҡайһы осраҡта өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәр  менән  берлектә фекерләү  иншаһы ла үткәрелә. Шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәр менән  рәссам  картинаһына  ни геҙләнгән иншалар ҙа булырға мөмкин.  Тел дәрестәрендә үткәрелгән иншаларға ике баһа ҡуйыла.  Беренсеһе йөкмәткенең эҙмә-эҙлеге, бирелгән теманың асылыу кимәленә ҡарап ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡҡа ҡарап билдәләнә. Грамоталылыҡ  буйынса баһа диктанттар нормиаһына тап килә.  Күләмдәре түбәндәгесә була: V класта – 1 – 1,5 бит (150 һүҙ), VI – 1,5-2 бит (175 һүҙ), VII – 2 – 2,5 бит (200 һүҙ), VIII – 2,5- 3 бит (230 һүҙ), IX – 3-3,5 бит (250 һүҙ), X – 3,5-4 бит (300 һүҙ), XI класта – 4-5 бит(350 һүҙ). Йөкмәтке буйынса баллдар  түбәндәгесә ҡуйыла.

“5” билдәһе йөкмәтке тулыһынса асылған, фактик хаталар булмаған, йөкмәткелә ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле һаҡланған эшкә ҡуйыла.  Инша һүҙлекзапасын һәм һәр һүҙҙе, һүҙбәйләнеште үҙ урынында ҡулланыу буйынса уңышлы.

“4” билдәһе, йөкмәткеһе планға тура килеп, тулы яҙылған, әммә бәләкәй генә фактик хаталар китән эшкә ҡуйыла.  Эҙмә-эҙлекле һүрәтләүҙә ләкескәй тайпылыштарбар. Яҙма телмәрҙең лексик һәм грамматик ҡоролошо яҡшы.  Иншаларҙың яҙылыу стиле лә тейешле кимәлгә тап килә.

“3” билдәһе. Бирелгән теманан ситкә тайпылыуҙар бар. Фактик хаталар ҙа киткән.  Эҙмә-эҙлеккә тура килмәү ҙә һиҙелә.  Һүҙлек байлығы ярлы. Ҡайһы бер һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр дөрөҫ ҡулланылмаған. Инша стилендә лә берҙәмлек күренмәй.

“2” билдәһе. Инша темаға тап килмәй.  Күп кенә фактик хаталар киткән.  Эҙмә-эҙлелек һаҡланмай, инша планына ситкә тайпылыуҙар бар.  Һүҙлек байлығы ярлы. Һөйләмдәр бер төрлөрәк һәм бер типҡа  ҡоролған. Күп кенә һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр дөрөҫ ҡулланылмаған.

Яҙма эштәргә дөйөм талаптар  Бөтә изложениелар һәм иншалар күпселек өйрәтеү характерында була. Ғәҙәттә,  сиреккә һәм ярты йыллыҡҡа бер генә яҙма эш – диктант ҡына контроль характерында үткәрелә.  Әммә дөйөм баһалар сығарғанда бөтәһе лә иҫәпкә алына.

  Контроль яҙма эштәрҙә, диктанттарҙа өҫтәлмә эштәрҙә бирелә.  Тик уларға айырым баһа ҡуйыла.  Өҫтәлмә эш рәүешендә класҡа тура килгән анализ төрҙәре йыш ҡулланыла.  Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау ҙа хаталар һанына ( диктант нормаһы кеүек) ҡарап ҡуйыла.

    Дәрестәрҙә үтелгәндәр буйынсатестһорауҙарына яҙма яуааптар алыу ҙа мәктәптәрҙә уңышлы ҡулланыла.  Баһалауҙы дөрөҫ яуаптар һанына ҡарап билдәләйҙәр.  Был турала”Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән(VI – IX клатар) һәм әҙәбиәттән (V -  XI кластар) тест һорауҙары”(Уҡытыусылар өсөн ҡулланма – Өфө, “Китап”,2000) тигән китапта бирелгән.

Башҡорт  теленән сиреккә һәм ярты йыллыҡҡа баһалар ҡуйыуҙа, алда әйтеп үтелгәнсә, уҡыусынан ҙур  яуаплылыҡ талап итә. Бында телдән яуаптар, яҙма эштәр өсөнҡуйылған бөтә баһалар ҙа  иҫәпкә алына. Әммә уҡыусы контроль диктантты икегә яҙған икән, уға сиреккә “4”йәки “5”ҡуйып булмай.  Контроль диктант баһаһы сиреккә ҡуйылған баһанан бер балға ғына айырылырға мөмкин. Был алым уҡыусы яҙма эшенең грамоталылығы ни тиклем әһәмиәтле икәненүҙе үк һөйләп тора.  Шулай уҡ уҡыусы контроль диктантты бишкә яҙып,башҡа баһалары кәмерәк булғаанда ла (йәғни “2”, “3”, “4”), дөйөм баһаға”5” ҡуйып булмай.

  Тимәк,уҡыусы үҙенең белем кимәлен дөрөҫ тойомларға, аҫларға артабан тырышырға тейеш.



Предварительный просмотр:

Н.Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы буйынса дәрес-әңгәмә

Эпиграф:

Халыҡ рухы – халыҡ ҡанынан ул,

Ул бөйөк һәм изге төшөнсә.

Ул мөҡәддәс! Борғоларға уны

Тейеш түгел һәр кем үҙенсә. (Н.Нәжми)

Маҡсат:

1) Дәрес-әңгәмә нигеҙендә әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау;

2) Уҡыусыларҙа милли рух тойғоһо, тыуған ергә, телгә, милләткә,    һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;

3) Әҙиптең ижадына,шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу:

Н.Нәжмиҙең портреты, дәреслек, хрестоматия, "Ағиҙел" журналы (N5, 2002 й.), Н.Нәжмиҙең "Күңел сәхифәләре" китабы, Р.Шәкүрҙең "Сыңрау торналар" китабы, гәзит-журнал материалдары, интерактив таҡта, мультимедиялы проектор.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ! Бөгөн беҙ дәресте әңгәмә рәүешендә үткәрәбеҙ.

Дәрестә башҡортлоҡ, милли рух, милли аң, милләт төшөнсәләре тураһында һөйләшербеҙ.

II. Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. (экранда Р.Зәйнетдинов һәм Г.Калитовтың “Ер рухы” картинаһы)

Һеҙгә таныш “Ер рухы” картинаһында ил тотҡаһы булырҙай ир-уҙамандарыбыҙ, ил инәһе булырҙай ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙҙың – ерҙең рухын, милләттең көсөн, бәҫен,  халыҡ иркен яҡлаусы һәм һаҡлаусы шәхестәребеҙҙең төп көсө һүрәтләнгән. Әйтегеҙ әле,  кемдәрҙе күрәһегеҙ? (С.Юлаев, З.Вәлиди, Ш.Бабич, Аҡмулла һ.б.)

-Эйе, уҡыусылар,  был шәхестәребеҙҙең күбеһе башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙона әйләнгән. Башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләрҙәй һәләтле шағирҙарыбыҙ араһында үҙенең йырлы-моңло лирикаһы менән айырылып тороусы Назар Нәжми ҙә бар.

Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе.Шағирҙың ижады тематикаһы буйынса ла,жанр тәбиғәте яғынан да күп төрлө. Һуғыш йылдарында, әлбиттә, һуғыш,һалдат тураһында. Ә инде һуғыштан һуң яҙған шиғырҙары еңеү шатлығы, Тыуған илен һағынып ҡайтыу ҡыуанысы,яуҙа һәләк булған һалдаттарҙы хәтерләү тураһында бәйән итә. Шағирҙың әллә күпме шиғырҙары Тыуған ил темаһына бағышланған. Шағирҙың лирикаһы – ул тәбиғәт, ул тыуған ауылы тураһында шиғырмы, кешеләр хаҡындамы – һәр саҡ илһөйәрлек уй-тойғолары менән бергә үрелеп бара.Һәм,әлбиттә,башҡа шағирҙар кеүек үк, Назар Нәжми мөхәббәт темаһын да ситләтеп үтмәгән.

Һәр бер әҫәренең исеменән үк нимә тураһында һүҙ барыуы,ниндәй темаға арналыуы беленеп тора. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙ киҫәктәре ята, мин шағирҙың шиғырҙарының исемдәрен уҡыйым, ә һеҙ уларҙы тейешле бағаналарға яҙа барырға тейешһегеҙ.

Фронт лирикаһы

Тыныс йылдар лирикаһы

Тыуған ил тураһында лирика

Мөхәббәт лирикаһы

Совет һалдатына

Ҡайтыу

Тыуған ил тураһында һүҙ

Мөхәббәт утрауы

Окоптағы уйҙар

Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә

Ватан

Һөйөү

Ғүмер һәм өмөт

Мәңгелек ут

Көҙгө баҡсала

Икәү бергә

Иҫән ҡалһам

Һәйкәл тураһында баллада

Ағиҙелдә аҡ томан

Ҡыҙҙарға

 Н.Нәжмиҙең поэмаларын иҫкә төшөрәйек, әле.(Экранда яҙыла)

“Йыр тураһында баллада”

“Ҡайындар”

“Ҡапҡалар”

“Күлдәк”

“Әсә”

“Дуҫ тураһында 11 йыр”

“Тере ҡан”

“Ғүмерлек йыр”

“Йоҡлаған бала янында һүҙ”

“Ике Зөләйха”

“Бер туғандар”

“Шағир һәм Шаһ”

“Иблис”

“Ағым”

“Урал”

-Ошо поэмалар араһында “Урал” милли рух менән һуғарылған, сәнғәткә бағышланған көслө, тетрәткес әҫәрҙәрҙең береһе. Бөгөн дәрестә беҙ Н.Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы нигеҙендә әңгәмә үткәрәсәкбеҙ, күтәрелгән проблемалар тураһында һөйләшербеҙ, проблемаға ҡарата үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтербеҙ.(тема, эпиграф, маҡсат әйтелә)

-Нимә ул рух, уҡыусылар?

Яуап: Рух – ул, кеше күңелен, йөрәген, бар булмышын солғап алған тойғо.

-Эйе, уҡыусылар, рух – ул бик киң төшөнсә, күп яҡлы. Уға бер-ике һүҙ менән, йә бер дәрестә генә яуап биреп, асыҡлап булмай. Ошо һорауға яуап эҙләп ҡайһы бер танылған шәхестәребеҙҙең фекерҙәренә иғтибар итәйек.  Күренекле яҙыусы Р.Өмөтбаев:“Халыҡтың рухы – уның ижадында. Уның әкиәттәре, эпос, легендәләрында, йырҙарында, әйтем-мәҡәлдәрендә һаҡланған ул. Башҡорттарҙан башҡа кемдә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Сыңрау торна”эпостары бар. Улар тәрән мәғәнә, азатлыҡ, ғорурлыҡ рухы менән һуғарылған, “-ти.(слайд)

Күренекле башҡорт шағиры, С.Юлаев исеменләге премия лауреаты Ҡ.Аралбай рух төшөнсәһен, рух яҙыуын нимәләрҙә күрә.

Әлмисаҡтан тәүбабабыҙ табынған

таш – рух яҙыуы,

Шүлгәнташҡа зауыҡ менән

Һыҙылған һын – рух яҙыуы.

Йәнебеҙгә һары майҙай яғылған

ҡот – рух яҙыуы,

Уралтауҙың һәр ташына уйылған

Йыр – рух яҙыуы.

Ир данынан, ил зарынан яралған

моң – рух яҙыуы,

Башҡортомдоң бар булмышын

Һаҡлаған тел – рух яҙыуы…

Н.Нәжми “Урал” поэмаһында рух төшөнсәһен үҙенсә хәл итә. Ә хәҙер поэманың йөкмәткеһе буйынса һөйләшеүгә күсәйек.

-“Урал” поэмаһында кемдәр тураһында һүҙ бара? (Артист Ишмөхәмәт улы Ишбулла һәм ят кеше тураһында)

-Уҡыусылар, беҙ Ишбулла йөҙөндә кемде күрәбеҙ? Артистың прототибы кем икән?

- И.Дилмөхәмәтов тураһында нимә беләһегеҙ

 -“Урал” поэмаһында тормошта ысын булған хәл – ваҡиғалар һүрәтләнгән. Японияның баш ҡалаһы Токиола гастролдә саҡта артист эмигрант башҡорт менән осраша. Улар араһындағы һөйләшеү, башҡортлоҡ тураһындағы бәхәс поэма нигеҙен тәшкил итә.

1. Поэманы уҡып сыҡҡас та һеҙҙе ниндәй уйҙар солғап алды?

2. Артист менән ят кешене яҙмыш ҡайҙа осраштыра?

3. Ят кеше һеҙҙең алдығыҙға ниндәйерәк булып килеп баҫа?( әҫәрҙән табып уҡып китәйек)

4. Ят башҡорттоң ғүмере ситтә үтеүенә кем ғәйепле?

5. Поэмалағы бәхәс нимә тураһында?

6. Башҡортлоғон иҫбат итеү өсөн ят кешегә артист нимә тәҡдим итә? ( “Урал” йырын йырларға. Сөнки “Урал” йыры башҡорт халҡының гимны тип әйтергә лә була)

7. Ят кеше был йырҙы башҡарғанда, Ишбулла ниндәй хистәр кисерә? ( Беренсегә ишеткәндәй ҡабул итә, атаһы йырлағандай була. Күҙ алдына тыуған яғы килә)

8. Бәхәс нимә менән тамамлана?

9. Шағир Н.Нәжми артистан әҫәр аҙағында “Юҡ, һин барыбер башҡорт түгелһең”, - тип әйттерә. Ни өсөн?

10. Автор кем яҡлы?

11. Ни өсөн ул уны яҡлай? (Артист үҙ илендә йәшәгәнгәлер.)

12. Артист менән ят кеше икеһе лә башҡорт, тыуған яҡтары ла бар, ә нимә менән улар бер-береһенән айырылалар? (Артист – Башҡортостандың ирекле улы, артисы, ҡурайсыһы, ят кеше- ҡасаҡ, илһеҙ, ерһеҙ эмигрант.)

      -Поэмалағы башҡортто ысын башҡорт тип әйтеп буламы? Әгәр һеҙ бәхәс уртаһында булһағыҙ кемде яҡлар инегеҙ? Ни өсөн( беҙҙе сит илдә йәшәгән башҡорт һоҡландыра, ҡыуандыра, ул шул тиклем рухлы…)

 Сит илдә йәшәгән өсөн уны башҡорт түгел, тип әйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Сөнки ошо ят кеше кеүек ғүмеренең яртыһын йәки күпмелер өлөшөн сит тарафтарҙа үткәргән шәхестәребеҙ бар бит. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди. Салауат Юлаев Нимә ул башҡорт түгелме ни?

Ата-бабалары ерендә йәшәп тә, йүнле донъя көтмәгән, булғанын туҙҙырған, бар нәмәһен хәмергә алмаштырған милләттәштәребеҙгә:”Һеҙ ысын башҡорт!”-тип әйтеп буламы?

-Уҡыусылар, һеҙҙең фекерегеҙ төрлө-төрлө булған осраҡта ла. Мин һеҙҙең менән килешәм. “Урал” поэмаһы күп бәхәстәр тыуҙырған әҫәр. Һәр уҡыған кешенең был һорауға үҙ яуабы бар.

Уҡыусылар, әҫәрҙәге ят кеше лә беҙгә ят түгел. Мин һеҙгә хәҙер ят кешенең кем булғаны, уның прототибы тураһында мәғлүмәт биреп киткем килә. 2002 йылдың 5-се һанында “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” рубрикаһында “Илемә хат” мәҡәләһе сыҡҡайны. Ул хат тарих төпкөлөнән килгән ауаз кеүегерәк яңғырай. Хат Учалы районы Шәрип ауылында тыуып, күрше Әүеш ауылында йәшәгән  Талха исемле ир-егет исеменән яҙылған. Талха Ғайса ахун Рәсүлевтың уртансы улы булып сыға.

Тыуған тупраҡтың, эскән-кискән һыуҙарҙың тәмен, ата-бабаларҙың үткәнен онотмай, яҡындарың-дуҫтарыңдан айырылмай, халыҡ менән бергә йәшәү, уның киләсәген ҡайғыртыу кешемен тигән кешенең бурысы ошо.

Поэмала Н.Нәжми ҡәһәрле һуғыш арҡаһында зар-интизар булып, тыуған иленән – Уралынан ситтә йәшәүсе башҡорт, үҙ телен һәм үҙ моңон, тарихын онотмаһа ла, ысын башҡорт итеп иҫәпләнә алмай тигән аяуһыҙ ҡаты хөкөм сығара.

Тыуған еренән үҙ ирке менән айырылмаһа ла, һуңынан бөтә ыҙа-яфалар менән булһа ла, уның кире әйләнеп ҡайтырға булдыра алмауын ғәйепләй автор. Ошо яғы менән ул һеҙгә тағы ла ниндәй уҡылған әҫәрҙе иҫкә төшөрә?

(М.Кәримдең “Айгөл иле” драмаһындағы Зөлхәбирә образы. Унда ла Зөлхәбирәне ауылдаштары. Хатта әхирәттәре кисерә алмайҙар.)

(Ят кешенең хушлашыу хаты менән таныштырыу)

-Беҙ, уҡыусылар, ят башҡортҡа авторҙың ниндәй ҡарашта икәнен аңланыҡ. Автор уны ысын башҡорт түгел, тип иҫәпләй. Ә һеҙҙең уйығыҙса, башҡортлоҡ төшөнсәһенә ниҙәр инә. Ул проблема бөгөнгө көндә нисек хәл ителә. Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш? Уҡыусыларҙың фекерҙәре (Слайд)

Башҡортлоҡ ул -

-телеңде һәм тарихыңды белеү

-шәжәрәңде белеү һәм өйрәнеү

-халыҡҡа хеҙмәт итеү

-халыҡ тормошонан айырылмау

-рухлы булыу…

-Н.Нәжми башҡортлоҡ тураһында ниндәйерәк фекерҙә. Ошо фекер тураһында дәреслектән поэманың үҙенән эҙләйек әле.

(1-2 уҡыусы уҡыр)

Башҡортлоҡ тураһында күп яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә сағыла. 8 синыфта уҡыған Әмир Моратовтың “Башҡортолоҡ шиғырынан өҙөк иҫкә төшөрөп китәйек.

Килә халҡым быуаттарҙы ярып,

Өмөт, ихласлыҡтар балҡытып.

Йәшәй халҡым,

Йәшәй төңөлмәйсә

Көслө булған өсөн башҡортлоҡ! – тип яҙа Әмир Моратов “Башҡортлоҡ” шиғырында.(слайдта шиғыр күрһәтелә)

Ә һеҙ, уҡыусылар, халҡыбыҙҙың киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

-Бөтә әйткәндәребеҙҙе йомғаҡлап, ә хәҙер дәфтәрҙәргә “Башҡорт” һүҙенә синквейн эшләп китәйек.

Б – белемле, бөйөк

А – арҙаҡлы,абруйлы,аңлы

Ш – шат,шәп,шаян

Ҡ – ҡунаҡсыл, ҡотло,

О – олпат,оранлы

Р – рухлы,рәхмәтле,рәхимле

Т – тырыш,талантлы,тапҡыр, татыу

III. Дәресте йомғаҡлау.

-Рәхмәт, уҡыусылар, һеҙ киләсәктә милләтебеҙ таянысы, халҡыбыҙҙың ышаныслы, рухлы ул-ҡыҙҙары булырһығыҙ. Бөгөн һеҙҙең менән Н.Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы буйынса бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ. Үҙебеҙгә уйланырға урын ҡалдырҙыҡ. Поэмалағы кеүек ҡатмарлы яҙмыштар кире ҡабатланмаһын. Һәр башҡорт тыуған ерендә үҙ рухына тоғро булып ҡалһын ине тип теләргә ҡала.

IV. Өйгә эш. Киләһе дәрескә фекерләү иншаһы яҙырға. Ике тема тәҡдим ителә:

1. “Башҡортлоҡ-ул милләт кенә түгел…”

2. “Әгәр ҙә һин ысын башҡорт булһаң…”

V. Баһалар ҡуйыу.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Фронт лирикаһы Тыныс йылдар лирикаһы Тыуған ил тураһында лирика Мөхәббәт лирикаһы Совет һалдатына Ҡайтыу Тыуған ил тураһында һүҙ Мөхәббәт утрауы Окоптағы уйҙар Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә Ватан Һөйөү Ғүмер һәм өмөт Мәңгелек ут Көҙгө баҡсала Икәү бергә Иҫән ҡалһам Һәйкәл тураһында баллада Ағиҙелдә аҡ томан Ҡыҙҙарға

Слайд 3

“Йыр тураһында баллада” “Ҡайындар” “Ҡапҡалар” “Күлдәк” “Дуҫтар тураһында 11 йыр” “Йоҡлаған бала янындаһүҙ” “Ике Зөләйха” “Бер туғандар” “Шағир һәм шаһ” “Иблис” “Ағым” “Урал” “Ғүмерлек йыр”

Слайд 4

Халыҡ рухы – халыҡ ҡанынан ул, Ул бөйөк һәм изге төшөнсә. Ул мөҡҡәдәс! Борғоларға уны Тейеш түгел һәр кем үҙенсә (Н.Нәжми)

Слайд 5

Яҙыусы Р.Өмөтбаев:”Халыҡтың рухы – уның ижадында.Уның әкиәттәре,эпос,легендаларында,йырҙарында,әйтем-мәҡәлдәрендә һаҡланған ул. Башҡорттарҙан башҡа кемдә “Урал батыр”,”Аҡбуҙат”, “Сыңрау торна” эпостары бар. Улар тәрән мәғәнә, азатлыҡ, ғорурлыҡ рухы менән һуғарылған,”-ти.

Слайд 6

Әлмисаҡтан тәүбабабыҙ табынған Таш – рух яҙыуы, Шүлгәнташҡа зауыҡ менән Һыҙылған һын – рух яҙыуы. Йәнебеҙгә һары майҙай яғылған Ҡот – рух яҙыуы, Уралтауҙың һәр ташына уйылған Йыр – рух яҙыуы. Ир данынан, ил зарынан яралған Моң – рух яҙыуы, Башҡортомдоң бар булмышын Һаҡлаған тел – рух яҙыуы...

Слайд 7

Башҡортлоҡ ул – - телеңде һәм тарихыңды белеү - шәжәрәңде белеү һәм өйрәнеү - халыҡҡа хеҙмәт итеү - халыҡ тормошонан айырылмау - рухлы булыу...

Слайд 8

Килә халҡым быуаттарҙы ярып, Өмөт – ихласлыҡтар балҡытып. Йәшәй халҡым, Йәшәй төңөлмәйсә Көслө булған өсөн башҡортлоҡ! – тип яҙа Әмир Моратов “Башҡортлоҡ” шиғырында

Слайд 9

Б – белемле,бөйөк А – абруйлы,алдынғы,арҙаҡлы,аңлы Ш –шат,шәп,шаян Ҡ – ҡотло,ҡеүәтле,ҡунаҡсыл О – отҡор,олпат,оранлы Р – рәхмәтле,рәхимле, рухлы Т- тырыш,тыныс,тыйнаҡ,талантлы


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Проект эше: Башҡорт халҡының биҙәнеү әйбере – һаҡал Башҡарыусыһы:5-се класс уҡыусыһы Заһирова Айһылыу Тикшереүсеһе:башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡтыусыһы Басирова Венера Сәғәҙәт ҡыҙы

Слайд 2

Тикшерене ү эшенең маҡсаты һәм бурыстары Төбәктәрҙә нисек аталыуын,бөгөнгө көндәге ҡулланышы дауа рәүешендә файҙаланылыуын асыҡлау, һаҡалдың мәҙәниәттә,сәнғәттә,халыҡ ижадында асылышын өйрәнеү

Слайд 3

Теманың актуаллеге: ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған биҙәнеү әйберҙәренең бөгөнгө көндә лә киң файҙаланылыуы, уның мәҙәниәттә,сәнғәттә ,халыҡ ижадында яҡтыртылыуы мин дә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм уны белергә,аңларға тырышыу теләге уятты.

Слайд 4

Практик әһәмиәте киләсәк быуынға борондан тапшырыла килгән был биҙәнеү әйберенең мөһимлеген, уның сағылышын төрлө йүнәлештә – әҙәбиәттә,мәҙәниәттә,сәнғәттә,халыҡ ижадында яҡтыртыу – беҙҙең бурыс тип иҫәпләйем

Слайд 5

Һаҡал бик ҡыйбат булған,бер һыйыр йә ат бирер булғандар, һуғыш ваҡытында бер танк алып булған Башҡорт халҡының биҙәнеү әйбере - һаҡал

Слайд 6

Биҙәнеү әйберҙәре төрлө яман күҙҙәрҙән,зәхмәт ҡағылыуҙан һаҡлай тип ышанғандар Башҡорт халҡының биҙәнеү әйберҙәре иҫ китмәле матур

Слайд 7

Тәңкә,ҡашлы йөҙөк,беләҙек дауалау көсөнә эйә булыуына ышанғандар 1000-гә яҡын төрө билдәле

Слайд 8

Һаҡал менән хәситәне төбәктәренә ҡарап төрлөсә биҙәлгән. Уға ҡарап,башҡорттарҙың йәшәгән төбәген,социаль хәлен билдәләп була. Төрлө ерҙә төрлөсә аталған:һаҡал,селтәр,алмиҙеү, хәситә,муйса,яға

Слайд 9

Уны кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ғына күлдәк йә камзул өҫтөнән кейгәндәр Ҡатай ерҙәрендә һаҡал тип аталған

Слайд 10

Селтәрҙе кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар кейгән, шау көмөштән торған Селтәр

Слайд 11

Һаҡалды тегеү Һаҡалды ҡалын буҫтауға ҡушып сепрәккә тәңкә,ынйы,мәрйендәр,сылбыр,зыңғырлауыҡтар,ҡабырсыҡтар менән семәрләп эшләгәндәр

Слайд 12

Һуңғы ваҡытта һаҡалға,хәситәгә иғтибар артып китте,уны дөрөҫ тегер өсөн ағинәйҙәр түңәрәктәр ойоштора. Рәсәй модельеры Вячеслав Зайцев ҡыҙыҡһынып үҙ моделдәрендә ҡулланырға теләк белдерҙе Һаҡал,хәситә,селтәр йәнә модала

Слайд 13

Ҡулланылған әҙәбиәт 1. С.Н.Шитова «Башкирская народная одежда» Өфө «Китап» 1995 2.М.С.Бураҡаева «Башҡорт мәҙәниәте»Өфө « Китап «2011 3.С.Галин «Тел асҡысы халыҡта»Өфө «Китап»1999