Асыҡ дәрес "Телмәр төрҙәре"
план-конспект урока

Фазылова Разиля Мираловна

3 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл telmr_torzre._3_klass.docx18.15 КБ

Предварительный просмотр:

3 класта башҡорт теле дәресе.

Тема: Телмәр төрҙәре.

Маҡсат:Телмәр төрҙәрен ҡабатлау. Диалогта әүҙем ҡатнашып телмәр үҫтерергә.Аралашыу оҫталығын үҫтереү.Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

  1. Психологик комфорт булдырыу.

 -Һаумыһығыҙ уҡыусылар.Бөгөнгө дәресебеҙ башҡаларына ҡарағанда айырылып тора,сөнки бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килде.Әйҙәгеҙ матур итеп, бер-беребеҙҙе,ҡунаҡтарҙы сәләмләп алайыҡ.

- Хәйерле көн уң күршем,

-Хәйерле көн һул күршем,

-Хәйерле көн ҡунаҡтар,

-Хәйерле көн уҡытыусым.

Хәйерле көн уҡыусыларым.Ултырығыҙ,дәресте башлайыҡ.

  1.  Уңыш ситуацияһын ойойоштороу.

Башҡорт телендә матур ,таҙа һөйләшер өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ.

Таҡтала тиҙәйткес бирелгән,иғтибар менән тыңлайыҡ.

  • Батырҙың эше лә батыр,һүҙе лә батыр ,үҙе лә батыр,йөҙө лә матур.

(хор менән,рәттәр м-н,бер-нисә уҡыусынан һорау)

  • Ә хәҙер ошо тиҙәйткесте дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ. (Бөгөн

19 апрель,аҙнаның ниндәй көнө,класта эш) Был беҙең матур яҙыу минуты булыр.

  • Дәрестә барығыҙҙа батыр булығыҙ,матур ,мөләйем итеп яуап бирегеҙ.
  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
  • Дәрестең темаһын асыҡлар өсөн видеотаҫма ҡарап үтәйек. Иғтибар менән тыңлап,ҡарап ултырығыҙ.Нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?(тыңлау)
  • Кем нимә тейер? (уҡыусыларҙы тыңлау)(һөйләй,тимәк һөйләү телмәрен ҡабатлаясаҡбыҙ)
  1. Тема биләләү.
  • Беҙ Р.Ниғмәтиҙең “ Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” поэмаһынан өҙөк тыңланыҡ.
  • Бәләкәй ҡыҙ атаһына ниндәй һорау бирҙе? (нимә ул Ватан?
  • Ә һеҙҙеңсә нимә ул,Ватан?
  • Һүҙлектән ҡарайыҡ.
  • Был поэманан бәләкәй генә өҙөк һеҙҙең китабығыҙҙа ла бирелгән,60-сы бит,1-се күнегеү.Эстән генә укып сыҡтыҡ.

  • Ниндәй һөйләү телмәре ҡулланылған. (диалог)
  • Диалог икәне ҡайҙан белдегеҙ?(атай менән ҡыҙ аралаша)

Тимәк,нимә ул диалог?иҫкә төшөрәйек.(диалог- ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү)

  1. Ғәмәли эштәр.
  • Эш дәфтәрҙәренең 22-се битен асып,3-cө күнегеүгә яҙып ҡуяйыҡ.Афариндар.
  • Ә хәҙер йәшел дәфтәрҙәребеҙгә китапта бирелгән өҙөктө күсереп яҙайыҡ.Диалог яҙыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәйек.
  • Ысынлап та, Ватан ул ҙур төшөнсә. Беҙ үҙебеҙеҙҙең Ватаныбыҙҙы – Тыуған илебеҙҙе,еребеҙҙе,ауылыбыҙҙы,йортобоҙҙо яратыратырға тейешбеҙ.Ә яратыу хистәр аша бирелә(через чувств)
  • Ул хистәрҙе ,уҡыусылар, һәр кем үҙенсә еткерә. Бына беҙҙең ауылдан сыҡан ҙур шәхестәр үҙҙәренең тыуған ауылына булған һөйөүҙәрен бына нисек еткерәләр.Мәҫәлән, Әхәмәҙин ағай Әфтәх үҙенең шиғыры аша,тыңлап үтәйек

Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйҙәр,

Кәрәк булған бында ҡайтаһы,

Кендегемде киҫкән Абҙағымда –

Яҙмышымдың алтын уртаһы.

   

- Әхмәт ағай Лотфуллин үҙенең картиналары аша һөйөүен сағылдыра.Уның тураһында хәҙер күп беләбеҙ ,беҙҙең Әҙиләнең олатаһы тейешле кеше шулай бит.Беҙҙең мәктәп тә ғорурланып  уның исемен йөрөтә.

- Ә бына беҙҙең ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Роза Аккучукова,ауылым тип йырламаһа ла,тыуған ауылына  килеп клип төшөргән,ҡарап үтәйек.

  • Бәлки һеҙҙең арағыҙҙа ла йырсылар,рәссамдар,шағирҙар ултыралыр. Ниндәй генә һөнәр эйәләре булһаҡ та,кеше булып ҡалырға, үҙ тыуған ереңде һаҡларға, яратырға тейешбеҙ.

  1. Ял минуты.

Минең тыуған еремдә

Шулай бөгөлә талдар,

Шундай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейеп алалар,

Шулай ырғый балыҡтар,

Шунан шым ғына ултырып,

Тағын белем алалар,

Уҡыйҙар һәм яҙалар.

  1. Ғәмәли эштәр.
  • Уҡыусылар, тағы ниндәй һөйләү телмәренең төрҙәрен беләбеҙ.(монолог)
  • Нимә һуң ул монолог?
  • Ә хәҙер төркөмләп эш,бирелгән ситуацияға ярашлы монолог уйлап яҙығыҙ.

(төркөмдәрҙе тыңлау)

1)Иртәгә дуҫыңдың тыуған көнө.Уны нисегерәк ҡотлау тураһында үҙ аллы һөйләнеп йөрөйһөң икән,ти.

2) Ә һеҙҙе иртәгә теш врачына алып баралар икән,ти.

3) Иртәгә “Йәгеҙ әле ҡыҙҙар “ конкурсы була икән ,ти

  • Афариндар.
  • Ә бына Әхмәҙин Әфтәхтең күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәре ниндәй телмәр төрөнә  ҡарай икән ?
  • Әлбиттә ,яҙма телмәр. Ул уй-фекерен эҙмә-эҙ ҡағыҙ битенә теркәгән.

VII.  Рефлексив анализ.Баһалау.

  1. Өйгә эш биреү.
  • «Минең тыуған ауылым”тигән темаға инша яҙып килергә.

Ваҡыт ҡалһа 62бит,4-се күнегеү.

   Иртәгә дуҫыңдың тыуған көнө.Уны нисегерәк ҡотлау тураһында үҙ аллы һөйләнеп йөрөйһөң икән,ти.

 

  Һеҙҙе иртәгә теш врачына алып баралар икән,ти.

Иртәгә « Йәгеҙ әле,ҡыҙҙар» конкурсы була икән,ти.