Асыҡ дәрес "Мин бәләкәй саҡтарҙа..."
план-конспект урока

Фазылова Разиля Мираловна

Ҡунак Әхмәҙин Әфтәх

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл _hmzin_fth.docx19.79 КБ
Файл dres-yyyyn.pptx1.26 МБ

Предварительный просмотр:

Республика кимәлендә яҙыусылар менән осрашыу.

(Ҡунак Әхмәҙин Әфтәх)

  Тема:Мин бәләкәй саҡтарҙа... 2 класс

   Маҡсат: Уҡыусыларҙа  башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, ижади һәләтлектәрен үҫтереү.

Дәрес барышы.

  •     Уҡыусылар,бөгөн беҙҙә үҙенсәлекле дәрес. Дәрес –йыйын.Ошо йыйынға бик күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ артыбыҙға әйләнеп ҡарайыҡ әле ,инде йылмайып һаулыҡ һорашайыҡ.(слайд 1)
  •    Һаумыһығыҙ , хөрмәтле ҡунаҡтар.Дәрес- йыйынға рәхим итегеҙ.
  • Уҡыусылар  быйылғы йыл ниндәй йыл  тип иғлан ителгәйне  әле?
  • (әҙәбиәт йылы) .(слайд 2)
  • Афариндар,бөгөнгө йыйын-дәресебеҙ ҙә әҙәбиәт йылына арналған.
  • Шулай  булғас, беҙ дәрестә кемдәр,нимәләр  тураһында һөйләшәсәкбеҙ тип уйлайһығыҙ? (шағирҙар,яҙыусылар тураһында)
  • Дөрөҫ  һәм тағы ла шиғырҙар  тыңлаясаҡбыҙ,үҙебеҙ яҙып ҡараған шиғырҙары уҡыясаҡбыҙ.
  • Йыйын ырыуһыҙ булмай.Ырыу башлыҡһыҙ булмай.Ә хәҙер тиҙ генә һәр ырыу башлыҡ һайлай һәм үҙ ырыуығыҙ менән таныштырып үтегеҙ.(һүҙ ырыуҙарға бирелә) Дәрес -йыйынға Үҫәргән  һәм Тамьян ырыуҙары килгән.
  • Афариндар.Борон  ырыуҙар йыйындарға йыйылып төрлө ярыштар,бәйгеләр үткәргәндәр. Ә ырыуҙар ярышын аҡһаҡалдар баһалаған. Бөгөнгө йыйын- дәрестә беҙҙең ырыуҙарыбыҙ  ҙа үҙ – ара көс һынашасак. Беҙҙе баһалар өсөн ҡунаҡҡа килгән ағайҙарҙы саҡырыйыҡ.
  • Беренсе уйын “Көршәк ватыу”. Ошо бирелгән Башҡортостан   һүҙендәге хәрефтәрҙән ҡайһы ырыу күберәк һүҙ төҙөп яҙыр  икән,ҡайһы ырыуҙың

һүҙе күберәк ,тимәк, ул көршәкте беренсе ватҡан тип һанала.(башланыҡ ,һеҙгә 3 минут) .(слайд 3 – 7 )

Ә хәҙер ҡәләм дуҫтың яҙған һүҙҙәрен ҡарайыҡ,бер һүҙҙән күп һүҙҙәр уйларға була. .(слайд 8)

2-се бәйге”Сәсәндәр ярышы” .Был бәйге лә өйгә бирелгән шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерәйек.(Әхмәҙин Әфтәхтең шиғырҙарын һөйләйҙәр) .(слайд 9)

  • Балалар,кем  ихтибарлы булды,был эстәлекле,матур  шиғырҙарҙың  авторы кем булды һуң әле?

(Әхмәҙин Әфтәх) Уның турала ишеткәнегеҙ бармы?

  • Ә һеҙ уны күргәнегеҙ бармы?
  • Ә һеҙ, беләһегеҙме, уҡыусылар беҙҙең жюрила ултырған аҡһаҡалдар араһында Әхмәҙин ағай Әфтәх тә бар.(ҡул  сабыу) .(слайд 10)

Ә хәҙер һүҙҙе авторҙың үҙенә бирәйек.

Һорауҙар биреү.

Бәйгебеҙҙе дауам итәйек.Был ярыш”Ижад емешем” тип  атала. Был ярышта үҙебеҙ яҙып ҡараған шиғырҙарҙы  һөйләп ишеттерәйек. Хөрмәтле аҡһаҡалдар уҡыусыларҙың беренсе емештәрен баһалап ултырығыҙ.

  • Аҡһаҡалдар ,һеҙгә оҡшанымы? Шиғырҙарға баһа ҡуйып китәйек.(Уҡыусыларҙы бүләкләп китеү,авторҙың ҡултамғаһы ҡуйылған  медальондар “Уңыштар һиңә уҡыусым”)

  • Был –дәрес йыйындың темаһы бушҡа “Беҙ бәләкәй саҡтарҙа...”тип алынманы.Ишетеүебеҙсә Әхмәҙин Әфтәх ағай ҙа бәләкәй саҡтан яҙа башлаған,бөгөн беҙ ҙә хөрмәтле ҡунаҡтар алдында үҙебеҙҙең беренсе ижад емешен тәмләп ҡараныҡ.Күп кешенең һәләте бәләкәй саҡта асыла.Ошо һәләтегеҙ һүнмәһен,артабан үҫһен.

Һеҙ бәләкәй саҡтарҙа яҙған шиғырҙарығыҙҙы мин һеҙгә,һеҙ  ҙур үҫеп

11-се класҡа барып еткәс уҡырмын. Бәлки һеҙҙә бөгөнгө  мәртәбәле

ҡунаҡтарыбыҙ кеүек, мәктәптәргә барып,осрашыуҙар үткәреп,мин һигеҙ йәшем дә беренсе шиғырымды яҙған инем һөйләрһегеҙ.

          (ырыуҙарға баһа ҡуяйыҡ.Һәр уҡыусыға  авторҙың ҡултамғаһы ҡуйылған блокнот тапшырыу)

Дәресте матур йыр менән тамамлайыҡ “Башҡорт телендә һөйләшәм” .

(слайд 11)

Ваҡыт ҡалһа төшөп ҡалған һүҙҙе табыу(слайд 12-13)

  • Һаумы! Һаумы! – ти , көсөк,

Эсем күпте һөт эсеп

Көн дә шулай һыйлаһаң,

Китермен ,ти , дәү (......)үҫеп

Көлә – көлә :” Ға-ға-ға”

Ҡаҙҙар килә (.......) йылғаға.

       -Бөгөл  тәрән, көлмәгеҙ,

Берүк бата күрмәгеҙ.

 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Дәрес- йыйын

Слайд 2

2015 әҙәбиәт йылы

Слайд 3

БАШҠОРТОСТАН

Слайд 4

БАШҠОРТОСТАН

Слайд 6

Б Н О С А Ҡ Ш Р Т О Т А

Слайд 7

баш ат ҡорт башаҡ ос ас оста отош таш тар тоҡ ҡаш торт шар ҡан нота ҡорот тос ҡор сос ҡош тот

Слайд 8

СӘСӘНДӘР ЯРЫШЫ

Слайд 9

Әфтәхитдинов Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы 1947 йылдың 31 октябрендә Башҡортостан республикаһы Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған

Слайд 11

Һаумы! Һаумы! – ти, көсөк, Эсем күпте һөт эсеп Көн дә шулай һыйлаһаң, Китермен, ти, дәү (... ) Көлә – көлә : “Ға – ға – ға” Ҡаҙҙар килә (...) Бөгөл тәрән, көлмәгеҙ, Берүк бата күрмәгеҙ

Слайд 12

Һаумы! Һаумы! – ти, көсөк, Эсем күпте һөт эсеп Көн дә шулай һыйлаһаң, Китермен, ти, дәү үҫеп Көлә – көлә : “Ға – ға – ға” Ҡаҙҙар килә йылғаға Бөгөл тәрән, көлмәгеҙ, Берүк бата күрмәгеҙ