Асыҡ дәрес "Баласаҡ тапшырыуы"
материал
3-4 cиныф балалары өсөн
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bala_sak_tapshyryuy.docx | 17.38 КБ |
bala_sak.pptx | 594.66 КБ |
fotootchet.docx | 1.87 МБ |
Предварительный просмотр:
Республика кимәлендә яҙыусылар менән осрашыу.
(Ҡунак Айгиз Бәймөхәмәтов)
Тема: Беҙ “Бала саға” тапшырыуында 3-4 класс
Маҡсат: Уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, ижади һәләтлектәрен үҫтереү, кешелеклелек, шәфҡәтлек сифаттарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: интерактив такта, видео, стенд: ”Бәхетле булһын баласаҡ”
Музыка.Бала-саға көйө.
Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн
Хәйерле көн дуҫтар, туғандар,
Хәйерле көн ижад һөйөүселәр
Уңған ҡыҙҙар һәм дә уландар,
Хәйерле көн, күңелкәйегеҙ,
Көн ҡояштай якты саф булһын.
Хәйлә мәкер яла ялғандарҙан
Йәҙөгөҙ пак, азат, шат булһын.
Йыр. Әссәләмәғәләйкүм.
Кеше донъяла ни менәндер мауыҡмай тороп йәшәй алмайҙыр. Берәү сәйәсәт өлкәһендә йөҙә, икенсеһе донъя сәхнәһен яулай,өсөнсөһө бизнесҡа бирелә. Әммә, минеңсә, кешегә иң ҡәҙерлеһе һәм уға ғүмерлек серҙәш, белем шишмәһе булғаны-китаптыр. Бына беҙҙең Айгиз ағайыбыҙ ҙа ижад юлын һайлаған.
Бөгөн беҙҙә “Бала саға” тапшырыуында, ҡунаҡта Айгиз ағайығыҙ. Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ. Беҙҙең урындыҡҡа үтеп ултыр.
Һәр кешенең бала-сағы бер генә була.Әйҙә баласаҡтың сағыу мәлдәрен иҫкә төшөрөп китәйек.
-Әйт әле Айгиз,һин ниндәй малай булдың?
-Шелтә йыш эләктеме?
-Мәктәптә нисек уҡының?
-Ниндәй эштәр боҙа торған инең?
-Күҙең күгәреп йөрөгәне булдымы?
-Тәмәке тартып ҡараныңмы?
-Берәй нәмәнән ҡурҡҡаның булдымы?
-Үҙегеҙҙе нисә йәштән хәтерләйһегеҙ?
-Һинең яратҡан,хөрмәт иткән уҡытыусың?
-Ниндәй уйындар яратып уйнанығыҙ?
-Айгиз,мин һинең бала-сағыңдан фотолар тапҡан инем,ҡасан төштөң,иҫләйһеңме?
Һеҙ ниндәй уйындар уйнай торған инегеҙ?
Бына беҙ ҙә һинең бала сағыңдағы бер уйынды уйнап алайыҡ әле.(Уйын уйнау)
-Иҫеңә төштөмө был уйын?
-Ә хәҙер үҙеңдең уйыныңды уйнатып күрһәт.
Ә хәҙер беҙҙең тапшырыуыбыҙҙа «Бытылдаҡ » рубрикаһы
Балалар һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлап белергә кәрәк.
Видео.
-Был малай нимә тип әйтә?
-Ә һин үҙең бытылдаҡ малай булдыңмы?
Артабанғы рубрикабыҙ «Маҡтансыҡ»
-Һин маҡтана беләһеңме?
-Айгиз беҙгә маҡтанып күрһәт әле.
Афарин Айгиз,бик шәп малай булғанһың икән.
Айгиз,һине бик матур йырлай ҙа тиҙәр,әллә йырлап ишеттерәһеңме?
-Айгиз,һине ижад юлына нимә этәрҙе?
-Балалар, ә хәҙер үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы биреп китегеҙ.
Йомғаҡлау.
Айгиз бөгөн беҙҙең бала-саҡ иленә килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.Беҙҙән һиңә бөгөнгө осрашыуға иҫтәлек булып ошондай бүләк ҡабул ит.
Йыр“Нурлы бала-саҡ”
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Бәймөхәмәтов Айгиз Гиззәт улы
«Бытылдаҡ» рубрикаһы
«Маҡтансыҡ » рубрикаһы