Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы” дәрес өлгөһө.
план-конспект урока (7 класс)
Тема: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы”.
Маҡсат: - уҡыусыларҙы дәүләт символдары менән таныштырыу;
-тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләшеү күнекмәләрен артабан арттырыу;
-Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен, ижади һәләтен үҫтереү;
Йыһазландырыу: яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, сәйәхәт картаһы.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты.
-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
(Дәрес алды шиғыры) Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,
Яратам һине телем,
Рәхмәт һиңә, һинең аша,
Алам мин яҡшы белем.
-Матур итеп ултырабыҙ.
-Уҡыусылар, синыфта бөгөн кем дежур”?
Фонетик күнегеү.
Ә хәҙер уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән фонетик күнегеү эшләп алабыҙ. Һеҙгә таҡтала шиғыр бирелгән. Шиғырҙы ошо карточкаларға ярашлы төрлө кәйеф менән уҡырға кәрәк.
Башҡортостан, һин бит беҙҙең
Тыуған – үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән
Һыуын эскән еребеҙ. (Ғ. Ғүмәр)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
frzn_gobyzullina_bashkortostan_flagy.docx | 654.25 КБ |
Предварительный просмотр:
Предмет: Башҡорт (дәүләт) теле
Класс: 5
Дәреслек: Башҡорт теле
Дәреслектең авторы: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова, Г.Н. Абдулхаева
Тема: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы”.
Маҡсат: - уҡыусыларҙы дәүләт символдары менән таныштырыу;
-тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләшеү күнекмәләрен артабан арттырыу;
-Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен, ижади һәләтен үҫтереү;
Йыһазландырыу: яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, сәйәхәт картаһы.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты.
-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
(Дәрес алды шиғыры) Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,
Яратам һине телем,
Рәхмәт һиңә, һинең аша,
Алам мин яҡшы белем.
-Матур итеп ултырабыҙ.
-Уҡыусылар, синыфта бөгөн кем дежур”?
Фонетик күнегеү.
Ә хәҙер уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән фонетик күнегеү эшләп алабыҙ. Һеҙгә таҡтала шиғыр бирелгән. Шиғырҙы ошо карточкаларға ярашлы төрлө кәйеф менән уҡырға кәрәк.
Башҡортостан, һин бит беҙҙең
Тыуған – үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән
Һыуын эскән еребеҙ. (Ғ. Ғүмәр)
Тимәк, уҡыусылар, был шиғырҙы ниндәй кәйеф менән уҡырға кәрәк икән?
-Дөрөҫ, был шығырҙы күтәренкә кәйеф һәм тыуған илгә ҡарата һөйөү менән уҡырға кәрәк.
-Ә һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән киләһегеҙ? Күрһәтегеҙ әле кәйефегеҙҙе? (Уҡыусылар йылмаялар)
-Ошо матур кәйеф менән дәресте артабан дауам итәбеҙ.
2.Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
-Бөгөнгө дәресебеҙҙе дәрес сәйәхәт формаһында үткәрәбеҙ.
-“Сәйәхәт” һүҙе урыҫ телендә нисек була?
-Дөрөҫ! Путешествие.
-Беҙгә сәйәхәт итәргә карта һәм транспорт кәрәк буласаҡ. Картабыҙ бар ул таҡтала эленеп тора.
-Ә сәйәхәткә нимә менән сығабыҙ?
-Һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?
-Ә техника булмағанда нимә менән сәйәхәт иткәндәр? (Ат, ишәк, дөйә)
-Хәҙер мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ яуабын табығыҙ.
Был күк өй ҡайҙа
Эсе тулы бала – саға
Алғында кейем резиндан,
Үҙе бер ҙә туймай бензиндан. (Автобус)
(Автобус һүрәтен күрһәтеү)
-Беҙҙең транспорт әҙер.
-Уҡыусылар беҙ бөгөн ҡайҙарҙа буласаҡбыҙ? Картаға иғтибар менән ҡарағыҙ әле. Бер уҡыусы уҡый.
Башҡортостанды беләһеңме? Башҡортостан флагы
Фәрзәнә Ғөбәйзуллина
Башҡортостанда ҡыш Нимә белдегеҙ?
-Ә хәҙер автобусҡа ултырҙыҡ. Сәйәхәткә киттек.
-Беренсе туҡталышҡа килеп еттек.
1 туҡталыш. “Башҡортостанды беләһеңме?” тип атала.
-Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ яуаптарын әйтерһегеҙ.
-Башҡортостандың баш ҡалаһы? (Өфө)
-Башҡортостан президентының исеме нисек?
-Башҡортостандың төп халҡы?
-Башҡортостанда тағы ниндәй халыҡтар йәшәй?
-Башҡортостандың яҙыусыларын әйтегеҙ?
-Башҡортостандың батырҙарын әйтегеҙ?
-Афарин уҡыусылар арып киттек. Бик яҡшы беләһегеҙ икән Башҡортостанды...
2туҡталыш. Был туҡталышта беҙ һеҙҙең менән яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ һәм Башҡортостан флагы шиғыры өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Һүҙлек эше.
Уй – ниәт – мысль
Именлек – живучесть
Хеҙмәттәшлек – сотрудничество
Мәңгелек – вечно
-Яҙыусының тормош юлы менән таныштырыу.
-Ә, хәҙер уның шиғыры менән танышып китәбеҙ.
3.Уҡытыусының уҡыуы
4.Тәржемә итеүе
5.Үҙ аллы уҡыу
6.Сылбырлы уҡыу
7.Һорауҙарға яуап биреү
-Башҡортостан флагы ниндәй төҫтәрҙән тора?
-Күк төҫ нимәне аңлата?
-Аҡ төҫ нимәне аңлата?
-Йәшел төҫ?
-Афарин, уҡыусылар был туҡталышты ла йырып сыҡтыҡ. Бик һәйбәт ары киттек.
2туҡталышта беҙҙе нимәләр көтә? Беҙҙең был туҡталыш нимә тип атала? Ошо һүрәттәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә кәрәк. (уҡыусылар һөйләмдәр төҙөй)
-Бына беҙ уҡыусылар тәбиғәт тураһында шундай матур һөйләмдәр төҙөнөк.
-Тыуған тәбиғәтте, хайуандарҙы һаҡлар өсөн нимә эшләргә кәрәк?
-Эйе, дөрөҫ. Беҙ уларҙы һаҡларға, уларға теймәҫкә тейешбеҙ.
4 туҡталыш.
Афарин уҡыусылар, бына беҙ һеҙҙең менән аҙаҡы туҡталышҡа килеп еттек. Был туҡталышта беҙ бөтә туҡталыштар буйынса йомғаҡ яһайбыҙ.
-Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә ниндәй тема менән таныштыҡ?
-Башҡортостандың флагы нисә төҫтән тора?
-Тағы нимәләр белдегеҙ?
Баһалау.
-Уҡыусылар, һеҙ миңә бөгөн дәрестә бик оҡшанығыҙ. Бөтәгеҙгә бишле билдәләре.
Өй эше. – Кемдең “5” билдәһе алаһы килһә шул шиғырҙы ятлап килә, ә кем “4” шул тасуири уҡый.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"...
Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.
Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....
Сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Гимнов накануне Международного женского дня.
Уважаемые коллеги, Вашему Вниманию предлагается сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Гимнов наканун...
Сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Государственного гимна Российской Федерации и Гимна Республики Тыва накануне Дня Космонавтики
Уважаемые Коллеги, Вашему Вниманию предлагается сценарий торжественной церемонии накануне Дня Космонавтики....
Сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Государственного гимна Российской Федерации и Гимна Республики Тыва, прохождения военным маршем и шествия Бессмертного полка школы №
Уважаемые коллеги, Вашему Вниманию предлагается уникальный сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Государств...