Тәбиғәт
план-конспект урока (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Тәбиғәт.
Маҡсат: - һүрәттәр ҡарау;
- карточкалар өҫтөндә эш;
- һүҙбәйләнештәр төҙөү;
- текст өҫтөндә эш.
Дәрестең барышы
I. Һаумыһығыҙ!
Хәйерле иртә!
(Уҡыусыларҙың ҡунаҡтар менән иҫәнләшеүе)
II. Өйгә эште тикшереү: Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе ятларға ( ҡағыҙ биттәренә яттан яҙып биреү)
III. Яңы дәрес барышы:
Дәрес алдынан күнекмәләр үткәреү:
1.- башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен ҡабатлау:
Ө,ү,ә
Ғ,ҙ,ҡ,ң,ҫ,һ һәм һүҙҙәр әйтеү: ө -өләсәй, ү – күнегеү,ә - әсәй;
Ғ –ғаилә, ҙ –ҙур, ҡ- ҡыш, ң- таң, ҫ- бәҫ, һ- һүҙлек.
Дәресте эпиграфын уҡыу: Ҡоштар осһон
Балыҡтар йөҙһөн!
Ағастар, сәскәләр үҫһен!
Бөтә тереклек йәшәһен!
-Бында нимә тураһында һүҙ бара?
- Балыҡтар, ҡоштар тураһында.
- Улар бөтәһе бергә нисек атала?
- Эйе, ысынлап та, тәбиғәт тураһында.Шулай итеп, дәрестең темаһын, числоһын яҙып алайыҡ.
- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө дәрестең числоһын яҙайыҡ.
2. Презентация ҡарау:
- Был нимә һорауына яуаптар табайыҡ.
- Яуап бирегеҙ: тәбиғәтте һаҡларға, яратырға кәрәкме?
Уҡыусыларҙың яуабы:
-Тәбиғәтте яратыу ул – уға теймәҫкә, үҙ канундары менән йәшәргә ҡамасауламаҫҡа.
- Любить природу – значит не трогать ее, не мешать ей жить по своим законам.
- Ә хәҙер нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәр әйтәйек һәм яҙайыҡ:
Балыҡҡа - ..., ҡошҡа- ..., йәнлеккә урман, ә кешегә ... кәрәк.
-Афарин, барыһында үҙ урынына ҡуйҙыҡ.
3. Карточкалар өҫтөндә эш:
- индивидуаль карточкалар таратыу;
- командаға карточкалар таратыу.
4. Һүрәттәр өҫтөндә эш:
- Таҡтала ниндәй һүрәттәр бирелгән?
-Укыусылар: йылға
үҫемлек
йәнлектәр
ҡоштар
бөжәктәр
балыҡтар
тау
-Шул һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу (берәмләп сығып)
5. Физминутка: Йыраҡтан ямғыр болото килә ( башты уңға һәм һулға бороу);
Күк күкрәне (ботҡа һуғыу);
Ел иҫте (ҡулдарҙы өҫкә күтәреү);
Боҙлауыҡ яуа башланы (аяҡтар менән тыпырлау);
Ямғыр ҡойҙо ( сәпәкәйләү);
Ҡояш күренде (алға килеп, йылмайыу һәм ҡулдарҙы күтәреү)
Беҙ бәхетле ( үҙ – үҙеңде ҡосоу).
- Рәхмәт, ултырығыҙ.
IV. Яңы теманы аңлатыу:
1.Башҡорт телендә ҡылымдар ни эшләй, ни эшләгән, ни эшләйәсәк һорауҙарына яуап бирә. Ә беҙ бөгөн ни эшләй һорауына яуап бәлыусы һүҙҙәрҙе табабыҙ һәм ялғауҙарын билдәләрбеҙ.
- Ни эшләй? Был хәҙерге заман ҡылымдары яуап бирә, уның ялғауҙары –а, -й, -ә. Мәҫәлән, үҫә, тора. Яғауҙары ә һәм а килә. Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе файҙаланып, ҡылымдарҙы яҙайыҡ.
-Ә хәҙер таҡталағы һүҙҙәргә ҡылымдар өҫтәйек.
Йылғалар – аға
Үҫемлектәр – үҫә
Йәнлектәр – эҙләй
Ҡоштар – оса
Бөжәктәр – һикерә
Балыҡтар йөҙә
Тауҙар – тора
Бирелгән ҡылымдарҙың ялғауҙарын табайыҡ.
2. Текст өҫтәндә эш:
-тексты уҡыу,
- уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында һүҙҙәрҙе билдәләүе,
- ни эшләй һорауына текстан миҫалдар килтереү.
3. Нимә белдегеҙ?
Нимә һорауына һүҙҙәрҙе ҡабатлау;
Ни эшләй һорауына һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
4.Һөҙөмтә: шулай итеп,беҙ һеҙҙең менән тәбиғәт тураһында һүҙҙәр белдек һәм билдәләнек. Һеҙ ниндәй һүҙҙәрҙе отоп алдығыҙ? Әңгәмә. Эпиграф менән дәресте тамамлау.
5. Баһалар ҡуйыу: Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай (4 йәки 5 билдәләре ҡуя).
6.Өйгә эш биреү. 81 – се бит, 3 –сө күнегеү (телдән).
V.Беҙ, афарин! Һау булығыҙ, дәрес бөттө.