Сценарий мероприятия "Туған телем - наҙлы гөлөм"
материал (8 класс) по теме

Сибагатова Венера Вахитовна

Сценарий мероприятия о красоте родного языка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_telem-nazly_golom.docx22.79 КБ

Предварительный просмотр:

Туған телдәргә арналған әҙәби-музыкаль кисә                                                25.04.18

Туған телем - иркә гөлөм.

   1-се а.б.    Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

                     Ниндәй матур һүҙ икән.

                     Һәр күңелде йылытырлыҡ,

                     Һәр кемгә лә үҙ икән.

    2- се а.б.  “Исәнмесез” дип башлыйм әле,

                      Танышу бит шулай башлана.

                      Сезнең белән очраштык бит, дуслар

                    Күңелебез шуңа шатлана!

  1-се а.б.  - Хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Туған телдәргә арналған “Туған телем- иркә гөлөм” тип аталған әҙәби- музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ.

2-се а.б. Дөнъяда һәр чак халыкның рухи хазинасы, халыкны халык иткән бер булмышы бар. Ул – тел.  Безнең телебез бик матур һәм күркәм. Безнең, киләчәк буынның төп бурычы – телебезне саклау. Тел өчен көрәш – милләт өчен көрәш ул.

1-се а.б. Шиғырҙарында ла, йырҙарында ла, көйҙәрендә лә, бейеүҙәрендә лә халыҡ үҙ туған телен данлаған. Моң менән тулы башҡорт бейеүенә һоҡланмау мөмкинме ни?

1-се а.б. 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында бейеү.

Зәйнәб Биишева  тураһында презентация.

1-се уҡыусы. Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

                         Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

                         Аллы -гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

                        Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.

2-се уҡыусы.   Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

                        Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

                        Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

                        Эй, һөйөклө,эй, ҡәҙерле башҡорт теле.

3-сө уҡыусы.  Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,

                         Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,

                        Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,

                        Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле.

4-се уҡыусы.   Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

                         Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең.

                         Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

                         Атам теле, әсәм теле – минең телем.

2-се а.б. Туган тел! Һәркем өчен дә газиз сүз бу. Иң кадерле  “әти”, “әни”, “әби”. “бабай” сүзләрен туган телдә әйтәбез. Туган телебезнең,  торган җиребезнең кадерле булуын без иң элек туган тел аша тоябыз..

1-се а.б. Беҙҙең туған телебеҙ гәлсәр шишмәләр сафлығын, баллы һауаһын, тәбиғәт матурлығын, халҡыбыҙҙың сабыр холҡон, йырҙарының моңон, йәшәү матурлығын сағылдыра. Элек- электән йор һүҙле сәсәндәр телен, илен данлап бәйгеләр ойошторғандар.

 (сәсәндәр тураһында презентация)

 1-се а.б. Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың – даны бар,”- ти сәсәндәр.

1-се а.б.- Ә хәҙер һүҙ беҙҙең хөрмәтле ҡунағыбыҙ, телебеҙ, илебеҙ тип янып- көйгән , бик күп китаптар авторы- яҙыусы Алтынбикә сәсәниәгә бирелә.

1-се а.б. Туған тел... Ул кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. “Телде үҫтергән, илде үҫтергән”,- ти халыҡ мәҡәле. Шуның өсөн телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.

 2-се а.б.  Туган телемдә сөйләшеп

Яшим мин туган илдә.

«Туган ил» дигән сүзне дә

Әйтәм мин туган телдә.

Иң изге хисләремне мин

Туган телдә аңлаттым.

Шуңа күрә туган телне

Хөрмәтлим мин, яратам.

1-се а.б. – Эйе, туған телебеҙҙе яратҡанда ғына беҙ алға киткән, оҙон ғүмерле, иле, теле бар милләт булырбыҙ.

Ниндәй оло ҡыуаныс бит – үҙ телеңдә һөйләшә белеү. Ә тағы ла үҙ еребеҙҙә, үҙ телебеҙҙә йырлау!

2-се а.б. 2 класс уҡыусылар башҡарыуында “Ерем, илем, телем” йыры.

1. Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

2.Туған телем, һин халҡымдың,

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

3.Киң Уралым, йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.

1-се а.б.  4-се класс уҡыусылары башҡарыуында Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры.

1-се а.б. Башҡорттар өсөн башҡорт теле- туған тел, татарҙар өсөн татар теле- туған тел. Ике туғандаш тел бик күп ептәр менән бәйләнгән. Туған телен яҡшы белгән кешегә урыҫ телен, шулай уҡ башҡа телдәрҙе өйрәнеү күпкә еңелерәк.

Ғ. Туҡай тураһында презентация. “Туған тел” шиғырын 3 телдә һөйләү. (7-се, 8-се класс уҡыусылары)

1-се а.б. – Беҙҙең мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын район кимәлендә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Халҡыбыҙҙың милли йолалары аша киләсәк быуында туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ.

(мәктәп тураһында презентация)

1-се а.б. Өйҙә туғандарың, яҡындарың, таныштарың менән туған телеңдә аралаш. Милли йолаларға иғтибарлы бул, ҡәрҙәш-ырыуың менән тығыҙ бәйләнеш тот.

(башланғыс класс уҡыусылары шиғыр һөйләй)

1-се а.б. Телдең киләсәге, тимәк, илдең яҙмышы һеҙҙең ҡулда, ҡәҙерле уҡыусылар. Ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, туған телеңде онотма!

2-се а.б. Башка милләт кешеләрен, бүтән телләрне дә ихтирам ит. Ә үз милләтеңнән булганнарны туганың кебек күр, кирәк чакта ярдәмләш.

5-се класс уҡыусыһы башҡарыуында йыр.

1-се а.б. Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Ошоноң менән беҙҙең әҙәби-музыкаль кисәбеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий театрализованной конкурсно-игровой программы "Священный обряд племени Мумба-юмба по оздоровлению человеческого тела и души"

Данная театрализованная конкурсно-игровая программа, приуроченная к Году здоровья ребёнка, была разработана в мае 2012 года и проводилась в дни летних каникул для детей 8-12 летнего возраста, посещающ...

"Анне - пирĕн телей" 7-мĕш класра ирттермелли уяв сценарийĕ.

Чÿк уйăхĕн юлашки вырсарни кунĕ - Аннесен уявĕ. Эпир пурте аннене юрататпăр. Вĕсене халалласа ирттермелли уяв сценарийĕ сĕнетĕп....

Сценарий спортивного праздника "В здоровом теле - здоровый дух!"

Спотривный праздник был проведён 6 декабря 2012 года в рамках городского семинара "Первые шаги в профессию"для молодых специалистов школ города.Участники мероприятия учащиеся 5,6,7,11 классов....

Сценарий родительского собрания «В здоровом теле - здоровый дух»

Здравствуйте, уважаемые родители – «здравствуйте» мы ежедневно повторяем это приветствие. Задумывались ли вы когда-нибудь о том, почему при встрече люди желают друг другу здоровья? Наверное, пот...

Сценарий праздника здоровья по теме: "В здоровом теле- здоровый дух"

Праздник здоровья - это общешкольное мероприятие среди 5-9 классов. Приподготовки к мероприятию проводился конкурс рисунков "Мы против наркотиков"., разучивались ребатами стихи ,сценки....

Сценарий мероприятия «В здоровом теле – здоровый дух» для школьников 5-7 классов- формирование у школьников потребность в здоровом образе жизни.

Сценарий мероприятия «В здоровом теле – здоровый дух» для школьников 5-7 классов- формирование у школьников потребность в здоровом образе жизни....

Сценарий внеклассного мероприятия "Туган телем - татар теле"

Посредствам родного слова от каждого детского сердца протягиваются нити к тому великому и вечному, имя которому - народ; к тайнам его языка, его культуре, славе его многочисленных поколений......