Гөлфиә Юнысова шиғырҙары
учебно-методический материал на тему
Предварительный просмотр:
Балалар өсөн
Гөлфиә Юнысова шиғырҙары
"Сыйырсыҡ"
Йырла әле, сыйырсығым
Ояң башына ҡунып.
Йөрәгемә тулһын моңоң,
Китәйем онотолоп.
Юҡҡа сыҡты бар мәшәҡәт,
Ошо сыйырсыҡ булып.
"Тәрилкәләр йылмая”
Әсәй йыуа тәрилкәләр,
Ә Ирхан һөртөп тора.
"Табынға мин ташыйым”, -тип,
Ынйыҡай көтөп тора.
Бергәләшеп эшләгәндән
Һәр кем ҡыуаныс таба.
-Рәхмәт һеҙгә, уңғандар, -тип,
Тәрилкәләр йылмая.
"Ҡыҙыҡ китап”
Әсәй миңә китап алды,
Эй, ҡыҙыҡ инде.
Ҡулымдан да төшөрмәйем,
Тиҙ туҙыр инде.
-Балам, ҡыҙыҡ китап,-тиеп,
Һин алдайһың бит.
Русса уҡыр өсөн телде
Аңламайһың бит.
-Русса булһа ла был китап,
Уҡыуы рәхәт.
Һүрәттәрҙең бөтәһе лә
Башҡортса бит, вәт!
"Сәк-сәк”
-Сәк-сәкте һуң кем яратмай,
Бик тәмле бит ул сәк-сәк.
Ниндәй ҙә шат булыр ине,
Көн дә сәк-сәк бешерһәк.
-Сәк-сәк байрам һыйы ғына,
Көн дә байрам буламы,
Аш ашап өйрәнгән кеше
Сәк-сәк ашап туямы?
Шуға уның исеме лә
Аҙ ғына, сәк-сәк кенә.
Ана, майҙа бешеп сыҡты,-
Көтөп тор саҡ-саҡ ҡына.
"Тәүге бишле”
Әсәһе:
Нимә булды һиңә, балам,
Һис ултырып тормайһың?
Шатлығың эсеңә һыймай.
Ырғаңлайһың, йырлайһың?
Ынйыҡай:
Гел йырлағы килеп торғас,
Нисек һуң йырламайым?
Һүрәтемә "бишле” ҡуйҙы
Бая Ирхан ағайым.
Йылғыр тупҡайым
Йә Фәнилдә, йә миндә,
Йә иҙәндә, йә ерҙә.
Эй һикерә зәңгәр тубым,
Тик тора белмәй бер ҙә.
Беҙ арыһаҡ та – арымай,
Уйнап үткәрә көнөн.
Бер ырғытһаң, ун һикерә
Йылғыр тупҡайым минең.
Тиҙәйткестәр
А өн-хәрефе
А хәрефе алмала,
А хәрефе ағаста,
А хәрефен яратабыҙ,
Өйрәнәбеҙ иң башта.
В өн-хәрефе
Вагондар уҙып бара,
Вәли ҡул болғап ҡала.
Выж-выж, выж-выж,
Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,
Вертолетта – Вәкил, Вәсил,
Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит
Ҙ өн-хәрефе
*Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ.
Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.
Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,
Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.
*Ҡар кеүек аҡ айыуҙар
Ҡар өҫтөндә аунайҙар.
*Ҙур йорттар һала-һала, Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,
Ҙур булып үҫте ҡала. Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.
ҫ өн-хәрефе
Баҫма, тиһәң, баҫалар, Аҫмалы баҫма,
Был ни нәмә, балалар? Һин яҙа баҫма!
Ә өн-хәрефе
*Әсәйемде һағынып көттөм,
Ҡасан эштән ҡайтыр икән?
Өҫтәлде лә үҙем һөрттөм,
Уйнай торғас, арып бөттөм.
Ҡурсағым да йоҡлай күптән,
Ә мин әсәйемде көтәм.
*Леп-леп оса күбәләк,
Гөлдән гөлгә үрмәләп,
Уның ҡунған сәскәһе
Ниндәй матур, түңәрәк.
Ҡ өн-хәрефе
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Һ өн-хәрефе
Һоло һалдым ҡолонға, Һары сәскә атты көнбағыш,
Сапмаһын тип болонға. Һары нурға батты көнбайыш.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Гөлфиә Юнысова "Ер улына",6класс
Гөлфиә Юнысова "Ер улына",6класс...