"Һәр һүҙең наҙ - башҡорт теле" (сценарий)
план-конспект по теме

Калимуллина Сания Даяновна

"Һәр һүҙең наҙ - башҡорт теле" (сценарий)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hr_huzen_naz-bashkort_tele_stsenariy.docx31.44 КБ

Предварительный просмотр:

“ҺӘР ҺҮҘЕҢ-НАҘ,БАШҠОРТ ТЕЛЕ…”

(ҡурай моңо яңғырай.Сәхнә артында шиғыр уҡыла.Талғын көйгә бал ҡорттары бейеүе башҡарыла.Алып барыусылар сыға.)

1-се уҡыусы.Хәйерле кис,хөрмәтле уҡытыусылар,уҡыусылар,илем,халҡым,телем тип йән атыусылар!

2-се уҡыусы.”Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” тип аталған йыйын-кисәне асыҡ тип иғлан итәбеҙ!

1-се уҡыусы.Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле,һөйләп торған шатлығы,ҡайғыһы,һүҙ хәтере,бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы.

2-се уҡыусы.Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен,аҡылын,хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна.Алтын аҡыл,ынйы һүҙҙәр хазинаһы.уға тиң баһа юҡ.

1-се уҡыусы.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

2-се уҡыусы.

Минең йәшәү тамырҙарым-

Башҡорт ерендә.

(Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры башҡарыла.)

1-се уҡыусы.

Ата-бабам һүҙҙәр теҙгән

Ҡара ташҡа,аҡ туҙға.

Һүҙҙәр теҙәм мин дә шулай

Ҡарҙай ап-аҡ ҡағыҙға.

2-се уҡыусы.

Күкрәгемдән моң ағыла,

Һүҙ сыға тел осонан.

Һүҙҙәремде ҡойоп ҡуйҙым

Яҡшылыҡ ҡоросонан.

1-се уҡыусы.Хөрмәтле дуҫтар,рухташтар,ҡан-ҡәрҙәштәр!

2-се уҡыусы.Бөгөн һеҙ ете тирмәлә һынау үтәсәкһегеҙ,еңеүселәрҙе вәкил итеп Ҡоролтайға,оло йыйынға,ебәрәсәкбеҙ!

1-се уҡыусы.

Ҡомға һеңгән тамсы кеүек,

Төҫһөҙ һүҙҙәр юғалыр…

2-се уҡыусы.

Утлы,һутлы аҡ күҙҙәрем

Күңелдәргә юл һалыр.

(Ҡ.Әлибәй)

Күңелдәргә аҡ һүҙҙәрен еткерергә теләүселәрҙе ғалимдар тирмәһенә, “Мин саф башкҡортса һөйләшәм” бәйгеһенә саҡырабыҙ.(1 слайд)

(Әңгәмә ойоштороу.Уҡыусыларҙың матур,тапҡыр яуаптарын баһалау.)

1-се уҡыусы.”Сәсән уҙған юлда һүҙ ҡала”,-тигән шағир Сәйфи Ҡудаш.

2-се уҡыусы.

Шоңҡар осһа-йөн сәсер,

Сәсән үтһә-һүҙ сәсер.

Сәсән йәшеренеп түгел,

Ил алдында һүҙләшер.

1-се уҡыусы.Оҫта телле,зирәк зиһенлеләрҙе сәсәндәр тирмәһенә “Сәсән һүҙе елгә сәселмәҫ” бәйгеһенә йыябыҙ!(“Доньябыҙҙан ни ҡалыр?”һорауына шиғри яуап биреү,ҡара-ҡаршы әйтеш ойоштороу.)

1-се уҡыусы.”Аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм туған телем ынйыһын”конкурсы иғлан ителә.Рәссамдар тирмәһенә рәхим итегеҙ!(Слайдта тел,һүҙҡылға бәйле фразеологик берәмектәрҙең,мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһенә ярашлы һүрәттәр сыға.Дөрөҫ яуаптарҙы,үҙҙәре төшөргән һүрәттәрҙе баһалау.)

1-се уҡыусы.Туған телгә халыҡтың фәлсәфәһе,доньяны танып белеүе,уй-тойғолары,хатта холоҡ-фиғеле һалынған.Туған телдә тойғолар сағылдырыла,ошо телдә моң ярала.

2-се уҡыусы.”Ҡайҙа һүҙ бөтә,шунда моң башлана”,-тиҙәр.”Моңдар иленә сәйәхәт” исемле бәйгебеҙгә,моңдар тирмәһенә рәхим итегеҙ!(Тел тураһында йырҙар башҡарыла,исемен,авторын,композиторын билдәләү талап ителә.)(слайд3)

1-се уҡыусы.

Талантһыҙҙар аҡһап үткән юлды

Талантлылар сабып үтәләр.

2-се уҡыусы.

Булдыҡһыҙлыҡ ҡына шөһрәт эҙләй,

Дәрәжәләр юллап баш вата.

Талантлылар иһә кем булыуын

Ижадтары менән аңлата!

1-се уҡыусы.”Уйла,эҙлә,тап!” тип аталған зирәктәр тирмәһенә рәхим итегеҙ!(Слайдта шиғырҙарҙан өҙөктәр  бирелә,уның исемен,авторын табыу талап ителә.)

・Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай,йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт,олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор,зирәк һин,

Эй,һөйкөмлө,эй,ҡәҙерле башҡорт теле.

(З.Биишева)

・Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем,һүҙем бар.

(Р.Бикбай)

・Һүҙҙәр бар-бал төҫлө,

Һүҙҙәр бар-ҡар төҫлө,

Һүҙҙәр бар-нәҡ ҡорос,

Һүҙҙәр бар-нәҡ борос.

(Ҡ.Әлибәй)

・Һәр бер һүҙе яҡын миңә

Халҡым ижад иткән телемдең,

Уралымдың байлығы бан унда,

Күркәмлеге йәшәй илемдең.

(Ә.Вахитов)

・Телем-хәтәр ҡоралым,

Телем,һин-уҡ –һаҙағым.

(Т.Йосопов)

・Минең телем-тыуған ерем,әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,таҙа намыҫы.

(Б.Бикбай)

・Үҙ әсә телем-минең өсөн матур,иң тәмле тел,

Үҙ телем,үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел.

(М.Ғафури)

・Кешеләрҙе ерҙә тел йөрөтә,

Тылсым асҡысындай тел үҙе;

Йәнебеҙгә,тәнебеҙгә дауа-

Беҙҙең телебеҙҙең диңгеҙе.

(Р.Шәкүр)

・Пәйғәмбәрҙәй рух ҡанаты бирәһең һин,

Изге доға итеп ятлар сүрәһең һин.

Һәр өнөң-ҡот,яҙ һулышы,күңел түле,

Һәр һүҙең-наҙ,һин-наҙ моңо,башҡорт теле.

(М.Һибәт)

1-се уҡыусы.”Тел-ижад ҡоралы,иң  үткер,иң ныҡлы һәм ышаныслы ҡорал,”-тигән Рауил Бикбаев.

2-се уҡыусы.Уҡытыусыларыбыҙ араһында ла ижад ҡоралы менән эш итеүселәр булыуы һөйөндөрә.Ижадсылар тирмәһенә “Шағир ҡаурыйынан моң тама” бәйгеһенә саҡырабыҙ.(Туған тел тураһында шиғырҙар ижад итеү.)

1-се уҡыусы.2009 йылдың башында ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы башҡорт телен “Юғалып барған телдәр атласына” индерҙе.Ундағы мәғлүмәттәр буйынса,башҡорт теленә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай,сөнки башҡорт балаларының күбеһе үҙ-ара башҡортса һөйләшмәй…

2-се уҡыусы.Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу идеяһын гимназистарыбыҙ ҙа ихлас күтәреп алды.Аҡһаҡалдарыбыҙҙың “Ололар һүҙе-аҡылдың үҙе” тигән аҡыллы һүҙҙәрен хәтер һандығына һалып,”Зирәктәр,отҡорҙар,тапҡырҙар” тирмәһенә ашыға улар.Аҡһаҡалдар тирмәһенә рәхим итегеҙ,дуҫтар!(Слайдта мәҡәлдәрҙең башы бирелә,уҡыусылар аҙағын уйлап таба.)

・Һүҙҙең атаһы-аҡыл,әсәһе-тел.

・Уй күрке-тел,тел күрке-һүҙ.

・Туған телем-үҙ телем,ҡайҙа барһам-үҙ көнөм.

・Ил теле им булыр.

・Уйҙың күрке-тел,телдең күрке-һүҙ.

・Тел-белемдең асҡысы,аҡылдың баҫҡысы.

・Туған телем-иркә гөлөм,киңдер һиңә күңел түрем.

・Үҙ телем-үҙ ҡылысым,атайҙан ҡалған ҡоросом.

・Яҡшы һүҙ яу ҡайтарған.

・Әсәм биргән туған тел,атам биргән ҡорал тел.

・Кеше күрке-йөҙ,йөҙҙөң күрке-күҙ,уйҙың күрке-тел,телдең күрке-һүҙ.

1-се уҡыусы.Телдән дә көслө нәмә юҡ.Тел ҡылыстан да үткер.Һүҙ үлтерә лә,терелтә лә ала.Тел йыуата ла,илата ла,уттарға ла һала,тартып та ала.

2-се уҡыусы.Халыҡ тигән бөйөк көстө бәйләп тотҡан ҡөҙрәт-уның туған теле.Теленән яҙмаған һәр кеше ошо бөйөк көстән рухланып,илһам алып йәшәй.

1-се уҡыусы.

Әсә теле-осҡонло тел,йөрәккә ялҡын илтә,

Йөрәккә ялҡын илтә лә халҡыма яҡын итә.

(Ҡ.Әлибаев)

2-се  уҡыусы.Туған тел-быуындарҙы быуындарға бәйләп торор ҡөҙрәт.

(М.Бураҡаева)

(Башҡорт теленең иң яҡшы белгестәрен-еңеүселәрҙе билдәләү өсөн баһалаусылар аҡһаҡалдар тирмәһенә кәңәшкә йыйыла.Ул арала уҡыусылар тел,халыҡ,тыуған ер хаҡында йырҙар,ҡобайырҙар башҡара.)