8-се класта башҡорт теленән тест
тест (8 класс) на тему

Зарипова Гюзель Маулитовна

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса уҡыусыларҙың белемен тикшереү өсөн тест һорауҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8-se_klass_bash_yaz_test_3_sirek_1.docx18.19 КБ

Предварительный просмотр:

8-се класс өсөн башҡорт теленән тест һорауҙары. III сирек.

  1. Кем күп уҡый, шул күп белә. Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Аныҡлаусы һөйләм       б) Хәбәр һөйләм     в) Эйә һөйләм

2.  Ҡояш батҡас эштән ҡайтҡан йәштәр уйынға сыға. Һөйләмдең ҡайһы киҫәгенән һуң өтөр ҡуйыла?

А) ҡайтҡан      б) батҡас       в) йәштәр

3. Тормош ҡануны шул: кешеләргә яҡшылыҡ эшлә. Ни өсөн ике һөйләм араһында ике нөктә ҡуйылған?

А)Баш һөйләм алдан килгән      б)Баш һөйләм аҙаҡта килгән.

4. Беҙ уҡыған мәктәп ярышта еңеүсе булды. Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А)Мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында   б) килеш ялғауы ярҙамында   в) сифат ҡылым ялғауы ярҙ-да

5. Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнмен тип ҡыуанды ул. Өтөр ҡайһы урында ҡуйыла?

А) Тип теркәүесенән һуң       б) Тип теркәүесенең алдынан          в) ҡуйылмай

6. Беҙ һәр бер эште уҡытыусы әйткәнсә башҡарырға тырышабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Рәүеш һөйләм    б) Аныҡлаусы һөйләм      в)Урын һөйләм

7. Ҡарлуғас уйнаҡлап остомо  ?   мотлаҡ ямғыр яуасаҡ. ? билдәһе  урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

А) өтөр                          б) ике нөктә                   в) һыҙыҡ

8. Класс бүлмәһе таҙа булһын тип, беҙ тәнәфестәрҙә уны еүешләп торабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Сәбәп һөйләм          б) Маҡсат һөйләм        в) тултырыусы һөйләм

9. Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда булды. Урын һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А)мөнәсәбәт һүҙҙәр ярҙамында    Б)хәл ҡылым ярҙамында    в)килеш ялғауы ярҙамында

10. Уҡыуҙар тамамланғас, беҙ ауылға киттек.  Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А) Төбәү килеш ялғауы м-н   б)урын-ваҡыт килеш ялғауы м-н       в)хәл ҡылым ялғауы м-н

11. Мин белгәнде һин белмәйһең. Тултырыусы һөйләм менән баш һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

А) Өтөр           б) ике нөктә               в) бер нәмә лә ҡуйылмай

12. Ямғыр яуһа, игендәр ҙә уңасаҡ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А)  Шарт һөйләм                   б) Ваҡыт һөйләм

13. Төлкөсура һыу буйын ҡараны, унда бер кем дә юҡ ине. Был ниндәй һөйләм?

А) Ябай, тарҡау       б)Ябай, йыйнаҡ       в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Г) теҙмә ҡушма һөйләм           д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә

14. Беҙ бер ҡатлы ағас йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Был ниндәй һөйләм?

А) Ябай, тарҡау        б)Ябай, йыйнаҡ         в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Г) теҙмә ҡушма һөйләм           д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә

15. Күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә ниндәй өлөштәрҙән тора?

А)Бер баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән

Б)ике баш һәм ике эйәрсән һөйләмдән

В) ике баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән

16. Донъя шулай инде: берәүҙәр илап йәшәй, икенселәр илап үләләр. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?

А)Тиң эйәрсән һөйләмле       б) тиң булмаған эйәрсән һөйләмле

17.  Йәйҙәр үтте инде, тип бойоғорға урын юҡ, сөнки тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәйһең. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?

А) Тиң эйәрсән һөйләмле           б) Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле

18. Тулҡын көсәйгәс һәм кәмә ныҡ ҡына сайҡала башлағас, малайҙың йөҙөндәге йылмайыу һүнде. Был төҙөлмәлә ике эйәрсән һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе була?

А) Өтөр      б) Һыҙыҡ           в)ике нөктә      г) бер нәмә лә ҡуйылмай


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

8 нче сыйныф өчен татар теленнән тест.

8 нче сыйныф өчен татар теленнән тест....

3нче сыйныфы өчен татар теленнән тест.

3нче сыйныфы өчен татар теленнән тест....

3нче сыйныфы өчен татар теленнән тест. 1нче чирек.

3нче сыйныфы өчен татар теленнән тест. 1нче чирек....

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы".

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы"....

9 класта башҡорт теленән дәрескә технологик карта. Н.Мусин «Һай, урманым…»

Белем биреү маҡсаты: Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, текстың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; текстағы проблемалар үҙенсәлегенә таянып, уның актуаль булыуын күрһәтеү;  Үҫтер...

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы....