Тест 9класс
тест (9 класс) на тему

Калимуллина Сания Даяновна

4-се сирек

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл test_4_sirek._9_klass.pptx81.74 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт әҙәбиәте,9 класс. Дүртенсе сиректә үтелгәндәр буйынса тест һорауҙары.

Слайд 2

1. М.Ғафури ҡайһы йылдарҙа йәшәгән? а) 1895 – 1919; б ) 1880 – 1934; в ) 1831 – 1895 ; г) 1841 – 1907 ; ғ) 1871 – 1931.

Слайд 3

2. М.Ғафуриҙың атаһы кем булған? а) мулла; б ) хәлфә; в ) крәҫтиән ; г) староста ; ғ) старшина.

Слайд 4

3. М.Ғафури ҡайҙа тыуған? а ) Әсән ; б ) Туҡһанбай; в ) Еҙем-Ҡаран ; г) Ибраһим ; ғ) Келәш.

Слайд 5

4. М.Ғафури иң һуңынан ҡайһы мәҙрәсәне тамамлай? а) Еҙем-Ҡаран ; б ) Ҡыйышҡы; в ) «Ғәлиә »; г) «Рәсүлиә »; ғ)«Мөхәммәҙиә».

Слайд 6

5. М.Ғафури ҡайҙа ерләнә? а ) Еҙем-Ҡаран ; б ) Өфө; в ) Ҡазан ; г) Троицк ; ғ) Ҡыйышҡы.

Слайд 7

6. М.Ғафури Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ҡасан ала? а) 1902 ; б ) 1911; в ) 1923 ; г) 1934 ; ғ) 1930.

Слайд 8

7. Йәмилә образы М.Ғафуриҙың ҡайһы әҫәрендә һүрәтләнә? а ) «Фәҡирлек менән үткән тереклек»; б ) «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын»; в ) «Шағирҙың алтын приискыһында»; г ) «Тормош баҫҡыстары»; ғ ) «Ҡара йөҙҙәр».

Слайд 9

8. М.Ғафури сәскәләрҙең кеше хеҙмәте емеше икәнлеген ҡайһы шиғырында күрһәтә? а ) «Баҙарға сыҡтым»; б ) «Ант»; в ) «Эшсе»; г ) «Гөлдәр баҡсаһында»; ғ ) «Бир ҡулыңды».

Слайд 10

9. Ғәлимә образы М.Ғафуриҙың ҡайһы әҫәрендә һүрәтләнә? а ) «Ҡара йөҙҙәр »; б ) «Эшсе»; в ) «Тормош баҫҡыстары »; г ) «Шағирҙың алтын приискыһында »; ғ ) «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын ».

Слайд 11

10. «Шағирҙың алтын приискыһында » повесында «Дәрдмәнд» имзаһы менән яҙылған шиғырҙарҙың эйәһе кем? а ) Сәлим; б ) Сибәғәт; в ) Закир; г ) Шакир; ғ ) Хәҙисә.

Слайд 12

11. Композиция нимә ул? А) әҫәрҙең ҡоролошо; Б) герой һынын һүрәтләү; В) образға характеристика; Г) телмәр характеристикаһы; Ғ) автор характеристикаһы.

Слайд 13

12. Инеш, хәрәкәт үҫеше, төйөнләнеү кеүек һыҙаттар композицияның ниндәй үҙенсәлеген асыҡлай? а ) сюжет элементтары; б ) автор характеристикаһы; в ) герой телмәре; г ) образға анализ; ғ ) портрет.

Слайд 14

13. Персонажды, образды характерлау, тышҡы йөҙөн, һынын күрһәтеү нисек атала? а ) композиция; б ) сюжет; в ) портрет; г ) телмәр характеристикаһы; ғ ) автор характеристикаһы.

Слайд 15

14. М.Ғафуриҙың «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын » әҫәре ниндәй художестволы метод менән яҙылған? а ) реализм; б ) тәнҡитле реализм; в ) романтизм; г ) классицизм; ғ ) сентиментализм.

Слайд 16

15. Ш.Бабич ҡайһы йылдарҙа йәшәгән? а) 1895 – 1919 ; б ) 1880 – 1934; в ) 1831 – 1895 ; г) 1841 – 1907 ; ғ) 1871 – 1931.

Слайд 17

16. Ш.Бабич һуңғы белемде ҡайҙа ала? а) Троицкиҙа; б ) Ҡазанда ; в) «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә ; г) «Мөхәммәҙиә»лә ; ғ) «Хөсәйениә»лә.

Слайд 18

17. Ш.Бабич ҡайҙа эшләгәнендә «Башҡорт халҡына көйлө хитап» әҫәрен яҙа? а ) Троицкиҙа уҡытҡанында; б ) Ырымбурҙа «Ҡармаҡ» журналында; в ) Башҡорт хөкүмәтендә сәркәтип булғанда.

Слайд 19

18. Ш.Бабич музейы ҡайҙа урынлашҡан? а) Әсән ауылында; б ) Йылайырҙа; в ) Троицкиҙа; г) Ырымбурҙа ; ғ) Өфөлә.

Слайд 20

19. Ш.Бабичтың башланғыс ижадында мәғрифәтсе булараҡ уй-фекере ҡайһы әҫәрендә сағыла? А ) «Китап»; Б) «Көтәм»; В) «Ҡурайҡайға»; Г) «Салауат батыр»; Ғ) «Башҡорт халҡына көйлө хитап».

Слайд 21

20. Был юлдар ҡайһы шиғырҙан? Ян, минең аҡ күкрәгем, ян, ян, янып тор мәңгегә. А) «Халҡым өсөн»; Б) «Кем өсөн?»; В) « Бер минут»; Г) «Аптыраған минуттарҙа»; Ғ) «Көтәм».

Слайд 22

21. Был юлдар ҡайһы шиғырҙан? Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар , Күп ырыуға баш йорттар . А) «Салауат батыр»; Б) «Беҙ»; В) «Яҙғы йыр»; Г) «Көтәм»; Ғ) «Ҡурайҡайға».

Слайд 23

22. Был юлдар ҡайһы әҫәрҙән? Инде тырышып ҡотортайыҡ, аҙҙырайыҡ, Бәндәне выждан юлынан яҙҙырайыҡ. А) «Йәшәһен ҡиммәтселек»; Б) «Ҡандала»; В) «Ғазазил»; Г) «Исемдәр донъяһында»; Ғ) «Китабеннас».

Слайд 24

23. Ш.Бабичтың «Йәш Башҡортостан» тигән тәүге китабы ҡасан баҫылып сыға? а) 1917; б ) 1918; в ) 1919; г ) 1920; ғ ) 1921.

Слайд 25

24. «Бер минут» шиғырында строфалар нисә юлдан килә? а ) ике; б ) өс; в ) дүрт; г ) биш; ғ ) алты.

Слайд 26

25. «Ҡурайҡайға» шиғырында ҡайһы юлдар рифмалашып килгән? А) а-а-а-а; Б) а-б-а-б; В) а-а-б-а; Г) а-а-а-б.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тесты по материаловедению 7-9класс

Повторение по разделу материаловедение 7-9класс....

тест 9класс

тест 9 класс" металлургия"...

лексический тест 9класс раздел 5 Happy English.ru

Тест на  5 минут для контроля усвоения темы "КИНО" состоит из 10 предложений.Удобен в оценивании....

Грамматический тест (9класс)

Грамматический тест для 9 класса по видо-временным формам глагола...

Тест 9класс

1-се сирек...

Тест 9класс

2-се сирек...

тест 9класс

Тест итоговый...