Электронное портфолио
материал на тему
Предварительный просмотр:
Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙы
Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы
муниципаль район Яңыбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының
юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Йөкмәткеһе
1. Резюме
2. Эссе "Мин - уҡытыусы"
3. Эш тәжрибәм менән уртаҡлашыуҙар, асыҡ дәрестәр, фәнни-ғәмәли
конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуҙар.
а) Семинар –конференцияларҙа ҡатнашыуым
б) Методик эшкәртмәләр
в) Публикациялар
г) Дәрес, дәрестән тыш эшмәкәрлек эшкәртмәләре
4. Уҡытыусы хеҙмәтенең төп күрһәткесе - уҡыусыларының һөҙөмтәләре
Резюме
1. | Уҡытыусы фамилияһы | Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙы |
2. | Тыуған йылы | 28. 02.1967 й. |
3. | Белеме | Юғары, 1989 йыл, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, филология факультеты, специальность “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте” |
4. | Мәктәп | Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль район Яңыбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы |
5. | Дөйөм пед. стаж | 28 йыл |
6. | Квалификация күтәреү | БР МҮИ «Преподавание башкирского и литературы в свете требований ФГОС». 28 марта по31 марта 2016 г., № 16607; Өфө |
7. | Аттестация | 2018 йыл, юғары категория, БР ММ буйынса бойороҡ |
8. | Ҡулланған | Хеҙмәттәшлек технологияһы, системалы-эшмәкәрлекле алым, ИКТ ҡулланыу, һаулыҡ һаҡлау, уйын технологиялары,пликерс алымы |
9. | Программалар | 5-11 кластар өсөн «Башҡорт теле» предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. Төҙөүсеһе: З.М.Ғәбитова, Өфө,Китап-2017. 5-11 кластар өсөн «Башҡорт әҙәбиәте» предметы буйынса белем биреү өлгө программалары Төҙөүсеһе:М.Б.Юлмөхәмәтов,Өфө,Китап-2017 |
10. | Эш урынының адресы | 453396 Б.Р. Ейәнсура районы Яңыбай ауылы, Мәктәп урамы -24 эш. тел. 8 (34785) 2-93-17 |
11. | Сайт | https://nsportal.ru/liliya-kutusheva h |
12. | Маҡтау грамоталары. | 1.Ейәнсура районы мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары(2007,2009, 2010, 2012, 2013, 2014,2016) уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе, БР Хөкүмәте премияһы лауреаты (2011 й.); исемендәге БДПУ-ның Рәхмәт хаттары (2014,2015,2016); 4. БДУ-ныңРәхмәт хаты (2014) 5. Башҡортостан Республикаһы Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Дипломы (2017) Үҫтереү институтының Маҡтау грамотаһы (2014) Грамотаһы (2015); |
Мин- Уҡытыусы! (эссе).
Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.
Уҡытыусы- балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!
Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк, хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә урләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.
Мин-ябай ауыл уҡытыусыһы. Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, яратып та бала күҙҙәре ҡарай. Был сабыйҙар кем булыр, ниндәй булыр? Улар – беҙҙең киләсәк. Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын.
Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?
Ҡаҫмарт һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып, уйнап-көлөп үҫтем. Белем юлым да тыуған ауылым мәктәбендә үтте. Тәүге тәпәй баҫҡан һуҡмаҡтарым, һыуым, һауам, белем һуҡмағына илткән мәктәбем ҡәҙерле һәм яҡын. Уйҙарым мине бала сағыма, тыуған ауылыма, мәктәбемә алып ҡайта . Мин бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Әсә теленә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда изге фәрештә булып урын алған кешем - ҡәҙерле әсәйем. Беҙ етәкләшеп еләккә барғанда ул ер-һыу атамалары, дарыу үләндәре тураһында һөйләһә, төрлө эштәр башҡарғанда моңло итеп йырлар ине, ә кистәрен әкиәттәр һөйләп, йомаҡтар әйтеп минең бала күңелемә изгелек, кешелеклелек нурҙары, зирәклек, телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтары сәсте. Уҡырға төшкәс, күрше-тирәләге үҙемдән бәләкәй малай-ҡыҙҙарҙы йыйып алып уҡытырға яраттым: һөйләмдәр төҙөтә, мәсьәлә систерә, уйната-йырлата торғайным. 4-се класта уҡығанда туған тел дәрестәрен йыр-моңға әүәҫ, төҫкә һылыу йәш кенә уҡытыусы - Зәйтүнә Шәкир ҡыҙы Йылҡыбаева уҡыта башланы. Уның дәрестәрен көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан- арта барҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ,Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына юлландым. Яҙмышымдыңбыл осоронда С.Ә.Галин, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, Х.Ғ.Йосопов, Д.С.Тикеев, Л.Л.Рәхмәтуллина,Т.Ә.Бикҡужина кеүек күренекле шәхестәр рухи остаздарым булдылар.Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек,йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде.Был һабаҡтар миңә әле лә көс, дәрт, илһам бирә. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.
Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк. Бына ике тиҫтә йыл «Тамсылар» әҙәби-ижад түңәрәген етәкләйем.Шиғырҙар, хикәйә, әкиәттәр ижад итеү, уларҙы сәхнәләштереү, һүҙҙең матурлығын, яңғырашын күңелгә еткереү, күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу, шатланыу йә иһә ҡайғырыу сатҡыларын күреү балаларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра, дәрт уята, яңынан - яңы үрҙәргә әйҙәй. Ошоларҙы күреп, балаларҙың шатлығына ҡыуанып, үҙеңдең эшеңдән йәм табаһың икән, тимәк, бушҡа ғына уҡытыусы һөнәрен һайламағанһың! Ә уҡыусыларыңдың ижади эштәре республика, район гәзит-журнал биттәрендә донъя күреүе улар өсөн дә, минең өсөн дә икеләтә шатлыҡ. Уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү- минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурыстары.
Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог та булырға тейеш. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 28 йыл үтеп тә киткән. Уҡыусыларымдың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеүе,район һәм республика олимпиадаларында һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулауы, үҙемдең уңыштарым - ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алғанмын. Һөнәремде һайлаһалар сикһеҙ ҡыуанам, ә юлымды дауам итеүселәр бик күп. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – ғаиләм(тормош иптәшем һәм 3 улым), әсәйем, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!
Йөрәгемде балаларға бирәм!
Һис урын юҡ илке-һалҡыға.
Хеҙмәтемдең аҫыл емештәре
Бүләк ерем,илем, халҡыма!
3. Эш тәжрибәм менән уртаҡлашыуҙар, асыҡ дәрестәр, фәнни-ғәмәли
конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуҙар.
А) Семинар –конференцияларҙа ҡатнашыуым:
1. Регион-ара ғилми-ғәмәли конференция, Көйөргәҙе районы, 2003
2. Регион-ара ғилми-ғәмәли конференция, Мәләүез,2011
3. Республика семинары. З.Биишеваның йыллыҡ юбилейына арналған семинар,
28.02.2013й.
4. Халыҡ-ара Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ("Тарихи-мәҙәни киңлектә шәхес роле.С.Юлаевтың тыуыуына 260 йыл")
5. Республика семинары. М. Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған семинар,
26.02.2015 й.
6. Республика семинары. Р.Бикбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған семинар, 2013
б) Методик эшкәртмәләр:
1. " Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арналған Республика методик эшкәртмәләр конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе Маҡтау грамотаһы.
2. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған
Республика методик эшкәртмәләр конкурсының муниципаль этабында 2-се урын Маҡтау грамотаһы.
3. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған
Республика методик эшкәртмәләр конкурсы. "Яҡшы йөкмәткеле эш өсөн" Маҡтау
грамотаһы.
4. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған Республика методик эшкәртмәләр конкурсы.
"Яҡшы йөкмәткеле эш өсөн " Маҡтау грамотаһы.
5. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тел шәхесе формалаштырыуҙа Жәлил Кейекбаев ижадының роле» Республика конкурсында 3-сө урын Дипломы, 2017
В) Публикациялар:
1. Халыҡ-ара ФҒК-ның ("Тарихи-мәҙәни киңлектә шәхес роле.С.Юлаевтың тыуыуына 260 йыл") материалдар йыйынтығы:"Мәктәптәрҙә Салауат Юлаев тормошон һәм ижадын өйрәнеү", Өфө, 2014 .
2. "Республикам иртәһе" Ғ.Сәләмдең 100 йыллығына дәрес эшкәртмәләре йыйынтығы: "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” интеллектуаль уйыны.”Өфө, 2012.
3.Регион-ара ғилми-ғәмәли конференция материалдары: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыуҙа уңышлы формалар", Мәләүез, 2011
4. «Ҡояш уҙған юлда нур ҡала» Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның 105 йыллығына дәрес эшкәртмәләре, дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәләре йыйынтығы: «Ил инәһе- халыҡ хәтерендә», Өфө, 2013.
5. «Шағир һүҙе- шағир намыҫы» Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың
75 йыллығына дәрес эшкәртмәләре, дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәләре йыйынтығы: «Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!» Өфө, 2013
6.” Күкрәгемдән ҡоштар осорам” Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең
95 йыллығына дәрес эшкәртмәләре, дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәләре йыйынтығы «Минән уңды микән бүтәндәр» Өфө, 2014
7. Район гәзитендәге төрлө мәҡәләләр.
4. Дәрес эшкәртмәләрем ингән йыйынтыҡтар
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 105 йыллыҡ юбилейына арналған йыйынтыҡ «Ҡояш уҙған юлда нур ҡала» , 482-се бит.
http://www.irorb.ru/index.php/351
- Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған йыйынтыҡ “Шағир һүҙе-шағир намыҫы” 102-се бит.
http://www.irorb.ru/index.php/351
- Күкрәгемдән ҡоштар осорам! Башҝортостандыҡ халыҡ шағиры М. Кәримдең 95 йыллығына арналған йыйынтыҝ (Дәрес өлгөләре һәм кластан тыш саралар), 251-255-се б.
http://www.irorb.ru/index.php/351
- РЕСПУБЛИКАМ ИРТӘҺЕ Шағир Ғәлимов Сәләмдең 100 йыллыҡ
юбилейына арналған йыйынтыҡ (Дәрес өлгөләре һәм кластан тыш
саралар), 200-сө бит.
http://www.irorb.ru/index.php/351
- Роль личности в историко –культурном пространстве( к 260-летию
национального героя башкирского народа Салавата Юлаева) ,338-се б.
- Дөйөм белем биреү буйынса ФДС индереү шарттарында башҡорт телендә уҡытыуҙы ойоштороу һәм башҡорт телен өйрәнеү( Регион-ара ғилми конференция материалдары,2011), 111-се бит
Ж.Кейекбаев буйынса 11-се класс өсөн дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәһе
Алтын тирмә
Маҡсат:
- Уҡыусыларҙың үҙаллы эҙләнеү эшенә таянып шағирҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, ҡабатлау;
- Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, зирәклеген, бәйләнешле һөйләү
телмәрен үҫтереү;
- Ж.Кейекбаев ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыу, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Ж.Кейекбаев портреты, китаптары күргәҙмәһе, плакаттар,
компьютер, проектор,экран, серле ҡумта, тәңкәләр.
Әҙерлек: 11-се класта 8 уҡыусы, алдан 2 командаға бүленеп, исем һайларға
ҡушылды. Парталар ғәҙәти булмағанса ултыртылды.
Дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәһе:
1.Психологик ыңғай хәл тыуҙырыу.
- Хәйерле көн, уҡыусылар! Кәйефтәр нисек? Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе сәләмләп йылмайышып алайыҡ!Рәхмәт!
Бөгөн беҙҙә- «Алтын тирмә» уйыны!
2. Уҡыу мәсьәләһен билдәләү.
Слайд 1. Ж.Кейекбаев портреты.
- Был кем? Бөгөнгө уйын ниндәй темаға арналыр?
(Яуап: Был- Ж.Кейекбаев. Уйын телсе, яҙыусы Ж.Кейекбаевҡа арнала)
- Ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ? ( Үҙаллы эҙләнеп Ж.Кейекбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнергә ҡушылғайны, тимәк, белемде тикшерәсәкбеҙ).
3.Уҡытыусы(алып барыусы)
- Эйе, уҡыусылар, һәр халыҡтың йөҙөн билдәләй торған улдары була.
Ж.Ғ. Кейекбаев – башҡорт халҡының шундай улдарының береһе. Ул башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә күп көсөн һалған ғалим. Танылған яҙыусы, мәшһүр ғалим, педагог Жәлил Кейекбаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған уйынды башлайбыҙ! Хәйерле сәғәттә! Фонетика һәм Лексика командалары көс һынашасаҡ.Ҡайһы команда башлауын белеү өсөн «Кем тиҙерәк?» туры:(дөрөҫ яуапҡа 1 тәңкә һалына)
- Ж.Кейекбаевтың яҡташтары кемдәр (М.Ғафури, М.Ҡунафин һ.б)
- Ж.Кейекбаев ниндәй сит телдәр белгән (немец, венгр телдәре)
-Ҡушаматы-псевдонимы (Ж.Табын)
Алып барыусы: Иҫәп 2:1 «Фонетика» командаһы башлай.
Слайд 2. Экранда 5 бүлек: 1.Тормош юлы.
2. Ижады.
3.Тәржемәсе.
4. Ғилми эшмәкәрлеге.
5. Исеме нисек мәңгеләштерелгән, наградалары.
-Ҡайһы бүлекте һайлайһығыҙ?
-5!
-Нисә тәңкәлек?
-2!
-Ж.Кейекбаевтың нисә һәм ниндәй ордендары бар?
Яуап: 2-әү, Ленин һәм Почет билдәһе ордендары.
-2 тәңкә һеҙҙеке!
-Рәхим итегеҙ, Лексика командаһы!
-1-се бүлек- тормош юлы, 2 тәңкәлек.
-Ҡасан,ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә тыуған?
Яуап: хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында 1911йылдың
25октябрендә тыуған.
-Фонетика командаһы, һүҙ һеҙгә!
-Ж.Кейекбаев-тәржемәсе, 3 тәңкә!
-Тәржемә өлкәһендә ниндәй хеҙмәте бар?
Яуап: Гете,Гейне, ағалы-ҡустылы Гриммдар әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
-Дөрөҫ,өс тәңкә һеҙҙеке!
-Лексика командаһы ҡайһы бүлекте һайлар?
- Ғилми эшмәкәрлеге, 2 тәңкә!
- Ике ғилми хеҙмәтенең исемен әйтегеҙ.
Яуап: «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше»
-Ике тәңкә һеҙҙеке!
-Беҙ 2-се бүлекте һайлайбыҙ, 3 тәңкә!
-Хөрмәт кем ул,ҡайҙан?
Яуап:Оморҙаҡ бабайҙың ейәне, «Оморҙаҡ бабай»хикәйәһенән.
-Афарин, өс тәңкә һеҙҙеке!
-5-се бүлек, ике тәңкә!
-Ғалим исеме нисек мәңгеләштерелгән?
Яуап:премия булдырылған, әҫәрҙәрен өйрәнәбеҙ, урамы, музейы бар, юбилейҙары билдәләнә.
-Бик яҡшы!
-Ижадын һайлайбыҙ, өс тәңкә!
- “ Туғандар һәм таныштар” романында халыҡ ижадының ниндәй төрҙәре осрай?
Яуап; мәҡәлдәр, халыҡ йырҙары, бәйеттәр, һынамыштар,йолалар.
-Афарин!
-Тормошо, ике тәңкә!
-Нисәнсе йылда профессор исеме бирелә?
Яуап:1961й.
- Дөрөҫ!
Алып барыусы:
- Ә хәҙер тәңкәләрҙе һанап алайыҡ!(Һанап иҫәпте әйтеү)
- Киләһе һорауға яуапты ике команда ла яҙып күрһәтер:
Слайд 2.
«Океанда балыҡ нисек йөҙгән булһа, Жәлил Кейекбаев та фән диңгеҙендә шулай ҡолас ташлап йөҙә ине...»- кем һүҙҙәре? Дөрөҫ яуапҡа өс тәңкә!
Яуап: Ғ. Сәйетбатталов
-Шулай уҡ яуапты яҙырға, ике тәңкә!
Слайд 3.
« Тел үҙенең ҡулланыу сфераһы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы һанала»- тип кем әйткән?
Яуап: Ж.Кейекбаев.
Алып барыусы:
- Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Серле ҡумта».Уның эсендә нимә ятҡанын яҙып күрһәтергә!Дөрөҫ яуапҡа бер тәңкә!
Яуап: Ж.Кейекбаевтың китабы (алып күрһәтеү)
-Иң күңелле мәл, тәңкәләрҙе һанайыҡ әле, ҡайһы команда еңеүсе икән? (Бергәләп һанау, еңеүсе команданы ҡотлау)
5. Рефлексия.
-Уҡыусылар, бөгөнгө «Алтын тирмә» уйыны оҡшанымы? Ни өсөн?
Нимәләр белдегеҙ?(Яуаптар)
Уҡытыусы:
-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле ғалимға арнап бергәләп синквейн төҙөйөк!
Ғалим
Бөйөк, күренекле.
Өйрәнәбеҙ, беләбеҙ,онотмайбыҙ.
Күп нәмәләр белдек.
Рәхмәт!
Алып барыусы:
-Афарин, уҡыусылар, бик шәп булдығыҙ!
Шулай итеп, Ж.Кейекбаев – башҡорт теле буйынса тәүге фән докторы, тәүге профессор. Ул ғалим ғына түгел, яҙыусы ла, ҡобайырсы, йор һүҙле әкиәтсе лә. Уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ уны онотмабыҙ!
Бөгөн һеҙгә лә ҙур рәхмәт, актив булдығыҙ, өйҙә үҙаллы яҡшы эшләгәнһегеҙ! Бөтәгеҙгә лә бүләк- әҙәбиәттән «5»-ле билдәләре! Һеҙ ҙә туған телегеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ! Һау булығыҙ!
Р.Бикбаев буйынса 11-се класс өсөн дәрес эшкәртмәһе
Тема: Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!
Маҡсат:
1.Уҡыусыларҙың эҙләнеү эшенә таянып шағирҙың тормош юлы һәм
ижады менән таныштырыу;
2. Уҡыусыларҙың тасуири уҡыу, шиғыр анализлау күнекмәләрен,
бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү;
3.Шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,Тыуған илгә, телгә, тәбиғәткә
һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: шағирҙың китаптары күргәҙмәһе, презентация
Дәрес эшкәртмәһе
1.Психологик ыңғай хәл тыуҙырыу.
Хәйерле көн, уҡыусылар! Кәйефтәр нисек? Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә йылмайыу буләк итәйек! Рәхмәт!
Слайд 1
Иғтибар экранға: Башҡортостан картаһы күрһәтелә
-Уҡыусылар, беҙҙең республикабыҙ ниндәй өлкәләр менән сиктәш?(Силәбе,Свердловск,Пермь,Ырымбур)
Ырымбур өлкәһенә туҡталайыҡ. Белеүебеҙсә, Ырымбур яҡтары республикабыҙға күренекле дәүләт эшмәкәрҙәрен, хеҙмәт алдынғыларын, әҙәбиәтебеҙгә Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Сәғит Агиш кеүек атаҡлы яҙыусыларҙы биргән. Был рәтте тулыландырыу өсөн иғтибар экранға.
2.Уҡыу мәсьәләһен билдәләү.
Слайд 2. Экранда шиғыр юлдары
…Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорттары
Йүкәләрҙәң һығылып бал тама.
Йүкәләрҙәң һығылып бал тамғанда
Нисек ҡулың барыр балтаға?
- Был шиғыр юлдары танышмы? Авторы кем? Һүҙ нимә тураһында бара?
(Яуап: Был шиғыр юлдары таныш. Шиғырҙа һүҙ йүкә ағасының шау сәскәгә төрөнөүе, шул мәлдә кешеләрҙең күпләп был баллы ағасты йәлләмәй ҡырҡыуы- йәғни тәбиғәт, уны һаҡлау тураһында һүҙ бара. Авторы-Р.Бикбаев.)
Слайд 3. Р.Бикбаев портреты
Дәрескә ниндәй уҡыу мәсьәләһе ҡуйырбыҙ? (Р.Бикбаевтың тормошо һәм ижады менән танышасаҡбыҙ)
3.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
А) Р.Бикбаевтың тормош юлын өйрәнеү . (Уҡыусылар үҙаллы әҙерләнеп килеп сығыш яһайҙар. Экранда һәр сығышҡа әҙерләнгән слайдтар күрһәтелә.)
1-се уҡыусы (Слайд 4-6).
Рауил Төхфәт улы Бикбаев1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1945 йылда атаһы үлеп киткәс, ул күрше Ғәбдерәфиҡ ауылындағы туғандарына күсеп килә. Ошо ауылда 1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1953-56 йылдарҙа Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында уҡый.1957 йылда Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.1963-65 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый.
2-се уҡыусы (Слайд 7-8).
Р.Бикбаев 1966 йылда «Хәҙерге башҡорт поэмаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 30 йылға яҡын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1996 йылда ул филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә өлгәшә.1995 йылда Р.Бикбаевты Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп һайлайҙар.Башҡорт әҙәбиәтен үстереүҙәге ҙур уңыштары өсөн уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә.
3-сө уҡыусы (Слайд 9).
Рауил Бикбаевтың ижад эше фәнни хеҙмәт менән тығыҙ урелеп бара: республикабыҙҙың йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, матбуғатта көнүҙәк мәсьәләләр буйынса публицистик яҙмалар, әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында мәҡәләләр менән сығыш яһай.Уның шиғыр китаптары, ғилми хеҙмәттәре Мәскәүҙә урыҫ телендә лә бер нисә тапҡыр баҫылып сыҡты.
4-се уҡыусы. 1997 йылда әҙәби-фәнни эшмәкәрлегенең тос емеше-«Шағир һүҙе-шағир намыҫы» тигән ижади портреттар, әҙәби мәҡәләләр, сығыштар йыйынтығы донъя күрҙе ( китап күрһәтелә).
Слайд 9. (һүҙҙәрҙе уҡыу)
- Миңә барлыҡ ижад юлымда шиғриәт менән фәнни эште бергә алып барырға тура килде, сөнки мин ғилем донъяһына осраҡлы килеп юлыҡтым, тип уйламайым, мин был ғәйәт оло һәм арбаусы мөхиткә асыҡ маҡсаттар ҡуйып, был хеҙмәттең ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнен аңлап килеп индем һәм ғүмерлеккә ҡалдым,- тип яҙҙы шағир үҙе.
5-се уҡыусы. Рауил Бикбаевтың ныҡлап яҙыша башлауы университетта уҡыған йылдарына тура килә. Башҡорт дәүләт университетындағы ижади-ғилми мөхит, әҙәби кисәләрҙә, әҙәбиәт түңәрәгендә ҡатнашыу, йәш һәм оло ҡәләмдәштәре менән аралашыу ижад өсөн киң мөмкинлектәр аса.
6-сы уҡыусы. Слайд 11.
Шиғырҙары республика матбуғатында 1957 йылдан бирле баҫылып килә.1962 йылда «Ағиҙел» журналында «Вокзал» исемле тәүге поэмаһы донъя күрә. 1964 йылда «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Ижад емештәре артҡандан -арта бара:
1967 йыл-«Ҡош юлы»
1969- «Автобиография»
Китаптарын күрһәтеү: «Рәми»-2007, «Һайланма әҫәрҙәр»-2008
Б) Р.Бикбаев ижадына байҡау яһау. Төркөм менән эш ( һәр төркөмгә шиғыр бирелә. Уҡыусылар шиғырҙы тасуири уҡый, «нимә?нисек? ни өсөн? схемаһы буйынса анализлай, терәк һүҙҙәрҙе таба)
1-се төркөм – «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта»
(Һаҡлайыҡ беҙ ғәзиз Ер-Әсәне,
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ!)
2-се төркөм- «Башҡортостан бында башлана»
(Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем,..)
В) Дәреслек менән эш. Уҡытыусы «Ғүмер уртаһы»шиғырын тасуири уҡый.
Г) Һүҙлек эше: хафа, хафаланыу- борсолоу,ҡайғырыу
Ғ) Сылбырлы уҡыу
Д) Һорауҙарға яуап: Слайд 12.
- Ғүмер уртаһы нисә йәш икән?( 50)
- Шағир ни өсөн хафалана? (Үткәндәре шуҡлыҡ менән бушҡа үтмәгәнме, халыҡсан хаҡ һүҙҙәр әйтелмәй ҡалмағанмы иҡән, тип борсола).
- Ғүмер үртаһында шағир үҙен нисек тоя?(Үткәндәре хафаланырлыҡ түгел, шағир тормошто яҡшы аңлаған олпат шәхес. Шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, «һәр тарафтан иҫкән елгә боролоп, һәр тауышҡа асылып, һәр ялтырауыҡҡа әүрәп бармай, ваҡланмай.)
- Шиғырҙың һуңғы юлдары менән нимә әйтергә теләй? ( Ир уртаһында ир һүҙенә тоғро ҡалырға, ил һәм халыҡ ышанысын аҡларға өндәй.)
-Шиғырҙың төп мәғәнәһен асыҡлау.( Күберәк ир-егеттәргә мөрәжәғәт иткән кеүек, сөнки улар ил тотҡаһы, ил һаҡсыһы. Ил яҙмышы улар ҡулында...)
4. Рефлексия.
- Р.Бикбаев шиғырҙарында ниндәй мәсьәләләр күтәрә? (һәр уҡыусы һығымта сығара, дәфтәренә яҙып ҡуя, эштәр тикшерелә)
Уҡытыусы:
-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле шағир исеменең хәрефтәренән башланған, шәхесенә тап килгән һыҙаттарҙы әйтәйек.
Р- рухлы
А- аҡыллы
У- уҡымышлы
И- илһөйәр (игелекле)
Л – лайыҡлы
Слайд 13.
-Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып шағирға рәхмәт (ҡотлау) һүҙҙәребеҙҙе әйтәйек!
(Рухлы, уҡымышлы,илһөйәр шағирыбыҙ! Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ! Оло рәхмәтебеҙ һәм хөрмәтебеҙ һеҙгә! Һеҙ быға лайыҡлы!
Үҙбаһа. Бөгөнгө дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Нисек уйлайһығыҙ, уҡыу мәсьәләһе сиселдеме? Эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ?( Яуаптар: Шағирҙың тормошон, ижадын өйрәндек. Уҡыу мәсьәләһе сиселде тип уйлайым, сөнки шағир тәбиғәтте һаҡлау-яҡлау,үҙ ереңден ысын улы йәки ҡыҙы булыу проблемаларын күтәрә…)
5. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Слайд 14.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Рауил Бикбаев сығышы менән Ырымбур яҡтарынан. Уның шиғыр-поэмаларында тыуып-үҫкән яғының тәбиғәт йәме, халҡының күңел күрке,тарихы, хәҙергеһе сағылыш таба. Шағир үҙ Ватанын, туған халҡын данлай, заман кешеһенең рухи донъяһын тасуирлай, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ғорур күтәреп сыға.
Слайд 15.
Уҡыусылар, 3-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында миңә Р.Бикбаев менән осрашырға, һөйләшергә насип булды. Ул шундай алсаҡ, ябай һәм бөйөк шәхес.
Уның ижадын алдағы дәрестәрҙә дауам итәсәкбеҙ.
Баһалар ҡуйыла.
6.Өй эше: 1.Шағирҙың үҙегеҙгә оҡшаған шиғырын ятларға,
анализларға.
2. Ижади эш: шағирға арнап шиғыр юлдары яҙырға.
3. Эҙләнеү эше: шағир һүҙҙәренә ниндәй йырҙар бар?
Һау булығыҙ!
Уҡытыусы хеҙмәтенең төп күрһәткесе - уҡыусыларының һөҙөмтәләре.
Уровень | Учебный год |
ФИО участника | Результат |
Название олимпиады |
Региональный | 2013-14 | Шигапова Гульназ | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2013-14 | Кутушев Айбулат | Победитель | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2013-14 | Алимбетова Гульназ | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2013-14 | Кутушев Айбулат | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по ИКБ |
Муниципальный | 2014-15 | Кутушев Айбулат | 3 место | Олимпиада по башкирскому языку и литературе |
Региональный | 2014-15 | Кутушев Айбулат | Победитель | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2014-15 | Хусаинова Гульнар | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2014-15 | Алимбетова Гульназ | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Муниципальный | 2015-16 | Кутушев Айбулат | 1 место | Олимпиада по башкирскому языку и литературе |
Региональный | 2015-16 | Кутушев А | Призер | Олимпиада по башкирскому языку и литературе |
Региональный | 2015-16 | Хусаинова Гульнар | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Международный | 2015-16 | Муртазина Айгузель | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2015-16 | Муртазина Назгуль | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2015-16 | Кутушев Айбулат | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2015-16 | Ишкильдина Гульсина | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Муниципальный | 2016-17 | Кутушев Айбулат | 2 место | Олимпиада по башкирскому языку и литературе |
Региональный | 2016-17 | Кадырбакова Алсу | Победитель | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2016-17 | Хусаинова Залифа | Победитель | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2016-17 | Хужахметова Гульсум | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2016-17 | Кузяшева Азалия | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Региональный | 2016-17 | Назарова Камилла | Призер | Дистанционная «Акмуллинская олимпиада» по башкирскому языку |
Международный | 2016-17 | Ишкильдина Гульсина | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2016-17 | Муртазина Назгуль | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2016-17 | Кутушев Айбулат | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
Международный | 2016-17 | Муртазина Айгузель | 1 место | Олимпиада «Кладезь» по башкирскому языку |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Электронное Портфолио Аксёновой М.Н.
Электронное портфолио представлено в виде презентации и содержит основные сведения обо мне, директоре, обзор достижений школы за последние 5 лет....
Электронное портфолио учителя английского языка Бурдоновой Светланы Викторовны
Электронное портфолио учителя английского языка Бурдоновой Светланы Викторовны...
Электронное портфолио Звонарёвой Татьяны Ивановны
Беспалько выделил четыре основных компонента профессионального самосознания учителя: - «актуальное я» - каким сейчас себя видит учитель; - «ретроспективное я» - каким он себя видит и оценива...
Электронное портфолио учителя истории, обществознания
Обобщение опыта работы с приложениями и итогами работы....
Электронное портфолио
Электронное портфолио учителя информатики. Наверное оно такам и должно быть....
Электронное портфолио учителя английского языка Буевой О.С.
Электронное портфолио учителя английского языка Буевой О.С....
электронное портфолио
1. Сведения о себе. 2. Образование. 3. Цель педагогической деятельности. 4. Курсы повышения квалификации. 5. Мониторинг качества знаний. ...