рабочие программы
рабочая программа (5, 6, 7, 8, 9 класс) на тему

Ялалова Руммана Назировна

Рабочие программы по башкирскому языку, по родному (башкирскому) языку и литературе (2017-2018 учебный год)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_rodn._rp.docx37.82 КБ
Microsoft Office document icon 6_gos_rp.doc167 КБ
Файл 7_gos_rp.docx55.53 КБ
Microsoft Office document icon 9_gos_rp.doc87.5 КБ
Microsoft Office document icon 9_rod._rp.doc81.5 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

Башҡорт теленән  эш программаһы федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарына, «6-сы урта белем  биреү  мәктәбе» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле  программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-XI  кластары өсөн.  Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008) нигеҙендә төҙөлдө.

      Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: “БР  дәүләт  телдәре тураһында Закон”, (21.01.99.); “Рәсәй Федерацияһының мәғарифы тураһында” РФ федераль законы (№273 – ФЗ 29.12.2012 й.); “Башҡортостан Республикаһының мәғарифы тураһында” БР законы (№ВС – 13/32 29.10.1992 й.); “Дөйөм белем биреү федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарын раҫлау һәм индереү” Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы приказы. (№1897 17.12.2010 й.); Дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарын индереү мәсьәләләре буйынса РФ Белем биреү һәм фән министрлығы янындағы дөйөм белем биреү Департаменты координацион советы тәҡдим иткән яҡынса дөйөм белем биреү программаһы (2011 й.); “Башланғыс дөйөм, дөйөм, урта дөйөм белем биреү дәүләт аккредитацияһы булған программаларын бойомға ашырыуҙа тәҡдим ителгән дәреслектәрҙең федераль теҙмәһен раҫлау тураһындағы”  РФ ФМ приказы (№253, 31.03.2014 й.)

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең планлаштырылған һөҙөмтәләре

Башҡортостан Республикаһы    Нефтекама ҡалаһы  ҡала округының 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының уҡыу планына һәм Төп Дөйөм  белем  биреү  программаһына, Төп Дөйөм Белем Биреүгә  нигеҙләнеп, 5 класта “Туған башҡорт теле” предметын өйрәнеүгә  17 сәғәт, «Туған башҡорт әҙәбиәте” өйрәнеүгә  18 сәғәт бүленде.

“Туған башҡорт теле” һәм «Туған башҡорт әҙәбиәте” предметтарының  эш программаларын реализациялау  уҡыусыларҙың шәхсән, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләрен тормошҡа ашырыуҙы,  уңышҡа өлгәшеүҙе  тәьмин итә.

Шәхсән һөҙөмтәләр:

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең  шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен һәм башҡорт әҙәбиәтен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен,  уның мәктәптә белем алыу процесындағы әхәмиәтен билдәләү;
  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡарата ихтирам уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
  3. Аралашыу процесында кәрәклек һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  1. Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү :

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

•        төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект) һөйләй алыу;
  • төрлө стилдә һәм жанрҙа адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог- фекер алышыу һ.б. ; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

Компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

-уҡыу техникаһын үҙләштереү;

-уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

-һүҙлектәр,белешмәләр менән эш итә белеү;

-һүрәтләү,хикәйәләү элементтарын индереп,бәләкәй текстар төҙөү;

-шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Предмет тураһында дөйөм мәғлүмәт

Көҙ.

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре,көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр,шиғырҙар,мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү,план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү,уларға яуаптар табыу.

Ҡыш.

Матур әҙәбиәттә ҡыштың сағылышы. Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт,балаларҙың һәм ололарҙың ҡыш көнө йәнлектәргә ярҙам күрһәтеү тураһында хикәйәләр,шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡыш темаһына  буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү,план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү,уларға яуаптар табыу.

Яҙ.

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре,көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр,шиғырҙар,мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы,әҫәрҙәрҙе  тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле  тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен,ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләү. Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү,план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү,уларға яуаптар табыу.

Йәй.

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт,бабаларҙың һәм ололарҙың йәйге эштәре тураһында хикәйәләр,шиғырҙар,мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү,план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү,уларға яуаптар табыу.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Башҡорт теле

Көҙ (4+1контр. дикт.+1 излож.) 6 сәғәт

Башҡорт  теленең үҙенсәлекле өндәре. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу.

Синоним.Синоним тураһында төшөнсә биреү.Антоним.  Антоним  тураһында төшөнсә биреү.

Омоним.Омоним тураһында төшөнсә биреү.

Ижек. Башҡорт телендә ижектәр.Ижектәрҙең төрҙәре.

Ҡыш (5+2  контр.дикт.+1 инша) 8 сәғәт

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Башҡорт телендә баҫым. Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Тамыр һәм ялғау. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт телендә һүҙъяһалыш.Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы.

Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Яҙ. (1+1контроль диктант) 2 сәғәт

Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Йәй. 1 сәғәт

Фразеологизмдар.Фразеологизмдар менән танышыу.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Төп уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәрен тематик планлаштырыу.

Башҡорт теле 17 сәғәт

Бүлектәр

Сәғәт һаны

1.

Көҙ

Көҙ (4+1контр. дикт.+1 излож.) 6 сәғәт

2.

Ҡыш

Ҡыш (5+2  контр.дикт.+1 инша) 8 сәғәт

3.

Яҙ

Яҙ. (1+1контроль диктант) 2 сәғәт

4.

Йәй

Йәй. 1 сәғәт

Бөтәһе                                                    17 сәғәт

Башҡорт телендә уҡыусыларҙың  белем кимәлдәрен баһалау нормалары

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар өйрәтеү характерында була. Шул уҡ ваҡытта яҙма эштәр балаларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү маҡсатында ла үткәрелә. Был мәсьәләнеуытыусы кластарҙың үҙенсәлектәренән сығып хәл итә. Яҙма эштәрҙең киң ҡулланылаторған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

Һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • Һүҙлек диктанты
  • ғәҙәти диктанттар
  • һорауҙарға яуаптар яҙыу
  • текстарға яуаптар яҙыу

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Диктант-4

Инша – 1

Изложение -1

Методик ҡулланмалар һәм дәреслектәр

1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте програмаһы. (Уҡытыу рус телендә алып      барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн)  Төҙөүселәре: Тикеев Д. С.,   Толомбаев Х. А., Вилданов Ә. Х., Дәүләтшина М. С., Хөснөтдинова Ф. Ә., Хажин В. И., Ижевск – 2008.

2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 5 класс. Авт. : Хажин В. И., Вилданов Ә. Х., Өфө – 2007.

3. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009

4. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Авт.: Усманова М. Ғ., Өфө – 2007

5. Башкирско – русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. Авт.: Саяхова Л., Усманова М., Санкт-Петербург – 2007

6. Уҡытыу урыҫ телендә  алып барылған мәктәптәрҙең 5 синыфы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.

7. Башҡортса – урыҫса темалар буйынса һүҙлек. Авт.: Усманова М. Ғ., Уфа – 2005

8 Методика преподавания башкирского языка (государственного). Давлетшина М.С . -Уфа:Китап, 2010.

9. Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь. Авторы: Кильдибекова Т.А, Гафарова Г.В., Усманова М.Г., Минниярова И.М., Исмагилова Х.Н. – Уфа:Китап, 2010.

10. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. Надршина Ф.А. – Уфа:Китап, 2008.

11. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө:Китап, 2009.

12. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге.2-се баҫма. – Өфө:Китап,2012.

13. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. –Издание 2-е, дополнение – Уфа, Китап:2012.

14. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. –Уфа:Китап,2011.

15.   Электон сайттар:  

             - LearningApps.org – интерактив дидактик күнегеүҙәр;

                   - http://sadikova.jimdo.com/  - ФГОС буйынса дәрес өлгөләре;

              - www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар

              -www.bashskazki.ru – башҡорт халыҡ әкиәттәре

               -www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур

               -incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

Аңлатма яҙыу.

        Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  эш программаһы федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарына, «6-сы урта белем  биреү  мәктәбе» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-XI  кластары өсөн.  Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008) нигеҙендә төҙөлдө.

      Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: “БР  дәүләт  телдәре тураһында Закон”, (21.01.99.); “Рәсәй Федерацияһының мәғарифы тураһында” РФ федераль законы (№273 – ФЗ 29.12.2012 й.); “Башҡортостан Республикаһының мәғарифы тураһында” БР законы (№ВС – 13/32 29.10.1992 й.); “Дөйөм белем биреү федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарын раҫлау һәм индереү” Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы приказы. (№1897 17.12.2010 й.); Дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарын индереү мәсьәләләре буйынса РФ Белем биреү һәм фән министрлығы янындағы дөйөм белем биреү Департаменты координацион советы тәҡдим иткән яҡынса дөйөм белем биреү программаһы (2011 й.); “Башланғыс дөйөм, дөйөм, урта дөйөм белем биреү дәүләт аккредитацияһы булған программаларын бойомға ашырыуҙа тәҡдим ителгән дәреслектәрҙең федераль теҙмәһен раҫлау тураһындағы”  РФ ФМ приказы (№253, 31.03.2014 й.)

     Туған (башҡорт) әҙәбиәтен өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Башҡорт телен өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләре

      Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының туған (башҡорт) әҙәбиәте предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү; 
  2. Төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән  хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
  3. Әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  4. Хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
  5. Башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
  6. Матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
  7. Нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
  8. Ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
  9. Үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  10. Мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

               Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Туған (башҡорт) әҙәбиәтенең дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

            Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;
  2. Уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
  3. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
  4. Уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

      Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

             Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. Текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
  2. Уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
  3. Телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
  4. Мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
  5. Һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
  6. Анализлай һәм синтезлай белеү;
  7. Сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

фекерләй белеү;

            Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

         Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
  2. Телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;
  3. Үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
  4. Башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
  5. Дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

            Туған (башҡорт) әҙәбиәте курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

  1. Башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
  2. Орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
  3. Өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;
  4. ҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Башҡорт әҙәбиәте

Көҙ.  5 сәғәт

Р.Ғарипов “Туған тел”.

Шиғырҙа туған телде данлау,хөрмәтләү мотивтарының сағылышы.Тасуири уҡыу күнекмәләре.Туған телдең ҡәҙере,уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

“Әминбәк” әкиәте.Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү,әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.  

М.Кәрим “Сыйырсыҡ балаһы”.Ф.Иҫәнғолов.

 “Хәмит күпере”.Ф.Йәғәфәрова «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләрен үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Ҡыш. 7 сәғәт

М.Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта».Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү.Яңы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.хикәйәләр тураһында төшөнсә.

“Ҡамыр батыр” (әкиәт) Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү,уның традицион жанрҙарын барлау,һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Ҡамыр батыр образында халыҡҡа хас физик ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллеккә, иреккә ынтылыу кеүек сифаттарҙы дөйөмләштереү. Әҫәрҙең оптимистик характерҙа булыуы. Традицион алымдар менән башланыуы. Әкиәт теленең образлылығы.

Йомаҡтар. Мәҡәлдәр.Таҡмаҡтар. Мәҡәлдәрҙең,йомаҡтарҙың,таҡмаҡтарҙың,йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Д.Бүләков “Яралы китап”.

М.Кәрим “Дан кәпәс түгел”.

Ғ.Аллаяров «Таҫтамал»

Хикәйәләрҙә һүғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәшкән браздарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эшләү. Тәржемә күнекмәләре үткәреү.

Ҡобайыр “Әсә йөрәге”.Әсәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләргә өйрәнеү.

Яҙ.  4 сәғәт

З.Хисмәтуллин  “Сыйырсыҡ”.Әҫәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә миҙгелдәрҙең алмашыныуы,тәбиғәттең уяныуы,яҙ килеүе,ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү.

“Айыу менән бал ҡорттары”. Б.Ноғоманов “Ҡарһылыу һәм Яҙһылыу” .Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау.

М.Ғафури «Һарыҡты кем ашаған?” (мәҫәл)Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә.

Йәй. 2 сәғәт

Б.Рафиҡов «Йондоҙ һанаусы малай»Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,образдарға характеристика биреү, йәй,йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү,ижади эштәр башҡарыу.

Төп уҡыу эшмәкәрлегенеңтөрҙәрен тематик планлаштырыу.

Башҡорт әҙәбиәте 18 сәғәт.

Бүлектәр

Сәғәт һаны

1.

Көҙ

5сәғәт

2.

Ҡыш

7сәғәт

3.

Яҙ

4 сәғәт

4.

Йәй

2 сәғәт

Бөтәһе

18 сәғәт



Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

        Эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн башҡорт теле программаһына ярашлы рәүештә төҙөлгән.

            Программа 2008 йылда Ижевск ҡалаһында “Книгоград” типографияһында баҫтырылған.

        Программаны 1 - 4 кластар өсөн Х. А. Толомбаев һәм М. С. Дәүләтшина, 5 – 11 кластар өсөн З. М. Ғәбитова һәм М. Г. Усманова төҙөгән.

Шулай уҡ эш программаһы түбәндәгеләргә нигеҙләнгән:

   1) фундаментального ядра содержания общего образования/под ред. В.В. Козлова, А.М. Кондакова;

2) приказа МО и Н РФ от 17.12.2010 № 1897 «Об утверждении федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования»;

3) приказа МОиН от 04.10.2010 г. №986 «Об утверждении федеральных требований к образовательным учреждениям в части минимальной оснащенности учебного процесса и оборудования учебных помещений»;

4) приказа МОиН РФ от 28.12.2010 г. №2106 «Об утверждении федеральных требований к образовательным учреждениям в части охраны здоровья обучающихся, воспитанников»

5) письма Департамента общего образования Минобрнауки России от 19.04.2011 №03-255;

6) письма Департамента общего образования Минобрнауки России от 10.02.2011 г. №03-105;

7) Примерной основной образовательной программы образовательного учреждения. Основная школа/ сост. Е.С. Савинов;

8) основной образовательной программы МОБУ СОШ № 6 городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан;

9) учебного плана МОБУ СОШ № 6 городского округа г. Нефтекамск РБ .

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.

    1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

    2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

    3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

    4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

    5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

    6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 6 - сы класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәнеү.

- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем дәрҙе арттырыу

- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен үҫтереү.

- үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен үҫтереү.

- башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән танышыу.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып уҡыусылар тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар итеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен  аңлау.

Аралашыу ҡиммәте – аралашыуҙың йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы тел булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кшелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеү.Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнеү мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте – тыуған илеңде, унда йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән  үк  яуаплы булыуҙы тойоу.

Кешелеклелек ҡиммәте – үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоу,кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәи предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә , түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

 - шәхси үҫеш кимәле

 - метапредмет кимәле

 - предмет буйынса белем кимәле

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ ерен һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет кимәле. Уҡыу предиетын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү,уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәрбиә туплау.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү

                Шәхси эшмәкәрлек – баланы уҡымышлы  һәм тәрбиәле итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

            Ойоштороу эшмәкәрлеге  танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы  үҙ эсенә ала.

       Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы,  проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

             Аралашыу эшмәкәрлеге  белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе  ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

     Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

                  6 класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар

1.        Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

-        текстың йөкмәткеһе буйынса һөйләү.

2.        Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

-        текстағы образлы һүҙҙәрҙе,һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу. Уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

-        тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

-        6-8 - шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3.        Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

-        тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү;

-        әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

-        текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.        Иптәштәреңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

 

Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре

        Башҡорт теле  6 класта  аҙнаһына 1 сәғәт  уҡытыла.

                 Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары

    Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.

    Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

-        һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-        һүҙлек диктанты;

-        һорауҙарға яу

-        тестарға яуаптар яҙыу.

    Һаналған яҙма эштәр элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау (әйттереү), һүҙҙәрҙе һауала, таҡтала яҙып ҡарау, таҡтала яҙылғандарҙы күмәкләп тикшереү, хаталарын төҙәтеү һ.б. Фәҡәт ошондай һәм шуларға оҡшаш әҙерлек эштәре башҡарылғас ҡына, контроль эштәр дәфтәренә яҙыла.

    Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәкдим ителә:

Тикшереү эше – 4

    Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре, һүҙлек диктанттары ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың күләмен билдәләү укытыусы ҡарамағына калдырыла.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙың телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен (һәр хәлдә шуға ынтылырға кәрәк), балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятһын. Икенсенән, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Өсөнсөнән, шул ук күрһәткестәр уҡытыусыларға аттестация үткәргәндә лә иҫәпкә алына.  

Тематик план

Бүлектәр

Сәғәт

һаны

1.

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп

3

2.

Башҡортостан ере буйлап

9

3.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

4

4.

Ҡыш дауам итә

8

5.

Яҙ килә, яҙ!

5

6.

Йәмле йәй килә

6

Уҡыу материалының йөкмәткеһе

  1. Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп (3 сәғәт)

    Һәр класта дәреслектәге тәүге темаларҙың береһе мәктәп темаһы. 1 сентябрь - Белем көнө. Укыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуын хәбәр итеү. Был тема тыныслык, дуҫлыҡ, Тыуған ер, туған ил темаһы менән берләшеп бара. Һәр тема буйынса укыусы һөйләй, аңлата белергә тейеш. Уҡыусының үҙ мәктәбе тураһында тулы мәғлүмәтле булыуы ҡарала. Үҙе уҡыған мәктәптең тарихы, данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләй белергә, киләсәктә ул да мәктәп тарихы биттәрен биҙәйәсәген аңлатыу, уның өсөн тырышып уҡыу кәрәклекте еткереү.

    Грамматика:

1-5-се синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу материалы:

Т. Ғәниева. Иң мөһим һүҙ.

Ф. Фәрҡуллина. Ҡояш.

К. Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс.

Диалог темалары:

Мәктәптә.

Көҙ.

                                 2. Башҡортостан ере буйлап (9 сәғәт)

    Был тема буйынса уҡыусыларҙың белгәндәрен иҫкә төшөрөү. Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

    Уҡыусылар был тема буйынса киң мәғлүмәтле, үҙ республикан тураһында иркен һөйләй белергә һәм конкрет факттарҙы ҡуллана белергә тейеш. Башҡортостан республикаһында йәшәгән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, дәүләт телдәре тураһында һәм һәр милләттең үҙ туған телен өйрәнеүе хаҡында ла белешмә биреү. Уҡыусыларҙа ғорурлыҡ, үҙ республикаһына ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Үтеләсәк тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү һәм ижади эштәр башҡарыу өсөн күп кенә эш төрҙәре һәм картина буйынса эштәр тәҡдим ителә.

    Грамматика:

Антонимдар

Синонимдар

Омонимдар

Ҡылым

Уҡыу материалы:

А. Филиппов. Ватан.

Ә. Әхмәтова. Ҡайындар ниңә аҡ?

Г. Юнысова. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле.

М. Кәрим. Ватаным.

Ф.Туғыҙбаева. Кем уңған?

И. Вавилов. Тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ!

Ә. Әсәҙуллина. Хушлашыу.

                                            3. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел (4 сәғәт)

     Башҡортостан Републикаһындағы күп милләттәрҙең дуҫ йәшәүе, Халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу, әңгәмә ойоштороу. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәр менән бәйләп алып барыу. Был тема буйынса башҡорт халыҡ ижады жанрҙарында ҡулланыу ҡарала.

     Грамматика:

Сифат

Уҡыу материалы:

Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?

Д.Фәтихова. Кем дуҫ?

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Әкиәт.

4. Ҡыш дауам итә (8 сәғәт)

     Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, экскурсиялар ойоштороу. Алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Уҡыусыны күргәндәре тураһында ябай формала иркен һөйләй белеүенә өлгәшеү. Бының өсөн төрлө ысулдарҙы файҙаланыға кәрәк: уҡығанды тыңлау, һүрәт, картина буйынса һөйләү, диалог төҙөү, тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе, шиғырҙарҙы уҡыу, уны анализлау, һүҙлек буйынса эш һ.б.

     Грамматика:

Рәүеш

Уҡыу материалы:

Ф. Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре.

И. Зиянчковский. Ҡышҡы тәбиғәт.

Т. Сәғитов. Икмәк.

Б. Байым. Светофор.

Н. Нәжми. Ҡыш.

З. Рәхмәтуллина. Телефондан һөйләшә беләһеңме?

                                       5. Яҙ килә, яҙ! (5 сәғәт)

    Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, түбәнге класта алынған белемдәрҙе арттырыу. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү, алынған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Дарыу үләндәре менән таныштырыу. Осоп килеүсе ҡоштар тураһында мәғлүмәт биреү. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.  9 Май байрамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы кешеләрҙең үткән юлы менән танышыу, улар тураһында газета сығарыу, осрашыуҙар үткәреү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. Милли байрамдар үткәреү, унда ҡатнашыу.

Грамматика:

Һандар

     Уҡыу материалы:

К. Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры.  

Р. Ҡужина-Латыпова. Күҙҙәреңдә, әсәй – донъя…

З. Биишева. Баҡсала.

Ә. Саяпова. Еңеү көнө.

                                        6. Йәмле йәй килә (6 сәғәт)

    Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, түбәнге класта алынған белемдәрҙе арттырыу. Йәйге тәбиғәтте тасуирларға өйрәнеү. Тыуған ерҙең матурлығын тасуирлау, уҡыусыларҙың йәйге каникулдары тураһында һәйләшеү. Халыҡ байрамы Һабантуй тураһында әңгәмәләшеү.

Грамматика:

Грамматика буйынса алынған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу

     Уҡыу материалы:

Г. Фәйзи. Йәйҙе яратам.

Ш. Янбаев. Һабантуй.

Р. Ғабдрахманов. Ил төкөрһә, күл була.

Й. Солтанов. Тыуған еркәйем.

Методик ҡулланмалар һәм дәреслектәр.

  1. Башҡорт теленән прграмма. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн) Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М. Ғ., Ижевск -  2008.
  2. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 - сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Авт.: Ғәбитова З.М., Усманова М. Ғ., Өфө – 2010.
  3. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 - сы кластары өсөн Башҡорт теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр.
  4. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009.
  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Авт.: Усманова М. Ғ., Өфө – 2007.
  6. Башкирско – русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. Авт.: Саяхова Л., Усманова М., Санкт-Петербург – 2007.
  7. Методика преподавания башкирского языка (государственного). Давлетшина М.С . -Уфа:Китап, 2010.
  8. Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь. Авторы: Кильдибекова Т.А, Гафарова Г.В., Усманова М.Г., Минниярова И.М., Исмагилова Х.Н. – Уфа:Китап, 2010.
  9. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. Надршина Ф.А. – Уфа:Китап, 2008.
  10. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө:Китап, 2009.
  11. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге.2-се баҫма. – Өфө:Китап,2012.
  12. Грамматик башкирского языка для изучающих язык как государственный. –Издание 2-е, дополнение – Уфа, Китап:2012.
  13. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. –Уфа:Китап,2011.
  14. Электон сайттар:  

             - LearningApps.org – интерактив дидактик күнегеүҙәр;

                   - http://sadikova.jimdo.com/  - ФГОС буйынса дәрес өлгөләре;

              - www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар

              -www.bashskazki.ru – башҡорт халыҡ әкиәттәре

               -www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур

               -incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

     

6-сы  класс өсөн календарь-тематик план

Дәрес темалары

класс

Өй эше

Иҫкәр

мәләр

Уҡыу алымдары

план

факт

1. Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп (3 сәғәт)

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Исем.

Дәреслектән, иллюстрацияларҙан һорауҙарға яуап табыу, текстың йөкмәткеһен һөйләү.

1-се күнегеү,тасуири уҡырға.

Көҙ. Башҡорт телендә баҫым.

Тәржемә итеү, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

18-се күнегеү, һорауҙарға яуап бирергә.

К. Кинйәбулатова . ” Көҙҙәр еткәс”.  Текст.

Тасуири уҡыу, аңлап һөйләү.

Көҙ тураһында бәйлйнешле телмәр төҙөргә.

2. Башҡортостан ере буйлап (9 сәғәт)

А. Филиппов. ” Ватан” .  Антонимдар.

Аңлы, тасуири уҡыу, яңы белемде үҙләштереү.

А. Филиппов. ” Ватан”, тасуири уҡырға.

Күренекле шәхестәр Антонимдар

Аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу, күренекле шәхестәр тураһында һөйләү.

27-се бит, 7-се күнегеү, антонимдар табырға.

Тикшереү эше.

Алынған белемдәрҙе тикшереү.

Хаталар өҫтөндә эш. А. Әхмәтова.  ” Ҡайындар ниңә аҡ?” Һүҙлек менән эш.

Аңлы уҡыу, һүҙлек менән эшләй белеү күнекмәләрен үҫтереү.

Әкиәттең йөкмәткеһен бнлнргә.

Г. Юнысова.” Башҡортостан – дуҫлыҡ иле”.  Синонимдар.

Яңы теманы үҙләштереү, тексты аңлы уҡыу,.

30-31-се бит, тасуири уҡырға.

М. Кәрим. “Ватаным”.  Омонимдар.

Яңы теманы үҙләштереү, тексты аңлы уҡыу.

21-се күнегеү, шиғырҙы ятларға.

Ф. Туғыҙбаева .” Кем уңған?” Ҡылым.

Тексты аңлы, тасуири уҡыу, уйҙы, фаразды әйтә белеү.

Текстың йөкмәткеһен белергә.

И. Вавилов. ” Тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ!” Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы.

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы тураһында белем алыу, тексты уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

37-се күнегеү, ҡылымдарҙы юҡлыҡ формала яҙырға.

Ә. Әсәҙуллина. “Хушлашыу”. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше.

Яңы теманы үҙләштереү, һығымта яһай белеү.

46-сы күнегеү, бер шиғырҙы тасуири уҡырға.

3. Дуҫләҡ ҡәҙерен бел!(4 сәғәт)

 ” Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?” Сифат.

Тексты тасуири уҡыу, сифат тураһында белем туплау.

47-се бит, һорауҙарға яуап бирергә.

Тикшереү эше.

Алынған белемдәрҙе тикшереү.

 Хаталар өҫтөндә эш, Д. Фәтихова. «Кем дуҫ?» Сифат.

Тасуири уҡыу, сифат тураһында белемдәрҙе камиллаштырыу..

16-сы күнегеү, тексты тасуири уҡырға.

А. Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” (әкиәт). Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Тыңлау, тасуири уҡыу,аңлау, текстың йөкмәткеһен һөйләй белеү.

Дуҫлыҡ тураһында 5 мәҡәл табырға.

4. Ҡыш дауам итә ( 8 сәғәт)

И. Зиянчковский. ” Ҡышҡы тәбиғәт”.  Исемдең күплек формаһы.

Тасуири уҡыу, аңлау, һығымта яһау.

56-сы бит, 1-се күнегеү, тасуири уҡырға.

Ҡоштар донъяһы. Һүҙлек менән эш.

Тәржемә итеү, фекереңде телдән формалаштырыу.

Ҡышлаусы ҡоштарҙы белдереүсе һүҙҙәрҙе ятларға.

Т. Сәғитов. ” Икмәк”. Эштең ваҡытын белдереүсе һүҙҙәр.

Тасуири,аңлы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

Икмәк тураһында мәҡәлдәр табырға.

Б. Байым. ” Светофор”.  Юл йөрөү ҡағиҙәләре.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһында әүгәмәләшеү.

67-68-се бит, тасуири уҡырға.

Н. Нәжми. ” Ҡыш”. Сағыштырыу.

Шиғырҙы тасуири, аңлы уҡыу, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эшләү.

25-се күнегеү, тәржемә итергә.

З. Рәхмәтуллина. ” Телефондан һөйләшә беләһеңме?” Рәүеш.

Тексты аңлы уҡыу, йөкмәткеһен һөйләү. Рәүеш тураһында төшөнсә алыу.

Телефондан һөйләшеү, диалог төҙөргә.

Ағастарҙың файҙаһы. Рәүеш.

Тексты аңлы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

39-сы күнегеү, һөйләмдәр төҙөргә.

Тикшереү эше.

Алынған белемдәрҙе тикшереү.

5. Яҙ килә, яҙ! (5 сәғәт)

Хаталар өҫтөндә эш. Р. Ҡужина-Латыпова.  “Күҙҙәреңдә, әсәй -  донъя...” Әсәйҙәр тураһында һөйләшеү.

Шиғырҙы тасуири уҡыу, эмоциональ ҡабул итеү,һорауҙарға яуап биреү.

«Минең әсәйем” , телмәр төҙөргә.

Кластан тыш уҡыу. Яҙ тураһында шиғырҙар, хикәйәләр.

Аңлы дөрөҫ уҡыу,тәржемә итеү.

Яҙғы тәбиғәт тураһында 5 һөйләм төҙөргә.

К. Кинйәбулатова.  “Ҡарғалар йыры”.  Яҙғы байрамдар тураһында һөйләшеү.

Кешенең телмәрен тыңлау, аңлау,фекереңде телдән формалаштырыу.

13-сө күнегеү, текстың йөкмәткеһе буйынса һүрәт төшөрөргә.

З. Биишева.  “Баҡсала”. Яҙғы эштәр турвһында һөйләшеү.

Тасуири уҡыу,уҡығанды аңлау.

90-сы бит, текст буйынса һорауҙарға яуап бирергә.

Ә. Саяпова. “Еңеү көнө”. Һандар.

Еңеү байрамы тураһында әңгәмәләшеү,  һандарҙы үҙләштереү.

20-се күнегеү, шиғырҙы тасуири уҡырға.

6. Йәмле йәй килә (6 сәғәт)

Г. Фәйзи.  “Йәйҙе яратам”. Ҡылым темаһын ҡабатлау.

Аңлы, тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү,үтелгән тема буйынса белемдәрҙе дөйөмләштереү.

104-се бит, 2-се күнегеү, 1-се абзацты тәржемә итергә.

Ш. Янбаев. «Һабантуй». Халыҡ байрамдары тураһында һөйләшеү.

Һөйләү телмәрен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Һүрәт төшөрөргә.

Тикшереү эше.

Алынған белемдәрҙе тикшереү

Хаталар өҫтөндә эш. Р. Ғабдрахманов. ” Ил төкөрһә, күл була”. Исем темаһын ҡабатлау.

Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү.

109-сы бит, һорауҙарға яуап бирергә.

Й. Солтанов. “Тыуған еркәйем».   Сифат темаһын ҡабатлау.

Сифат темаһы буйынса белемдәрҙе дөйөмләштереү,аңлы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

Сифаттар ҡулланып, тыуған ер тураһында һөйләмдәр төҙөргә.

Һау бул, мәктәп!

Белемдәрҙе дөйөмләштереү.



Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

        Эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн башҡорт теле  программаһына ярашлы рәүештә төҙөлгән;

            Программа 2008 йылда Ижевск ҡалаһында “Книгоград” типографияһында баҫтырылған.

        Программаны 1 - 4 кластар өсөн Х. А. Толомбаев һәм М. С. Дәүләтшина, 5 – 11 кластар өсөн З. М. Ғәбитова һәм М. Г. Усманова төҙөгән.

Шулай уҡ эш программаһы түбәндәгеләргә нигеҙләнгән:

   1) фундаментального ядра содержания общего образования/под ред. В.В. Козлова, А.М. Кондакова;

2) приказа МО и Н РФ от 17.12.2010 № 1897 «Об утверждении федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования»;

3) приказа МОиН от 04.10.2010 г. №986 «Об утверждении федеральных требований к образовательным учреждениям в части минимальной оснащенности учебного процесса и оборудования учебных помещений»;

4) приказа МОиН РФ от 28.12.2010 г. №2106 «Об утверждении федеральных требований к образовательным учреждениям в части охраны здоровья обучающихся, воспитанников»

5) письма Департамента общего образования Минобрнауки России от 19.04.2011 №03-255;

6) письма Департамента общего образования Минобрнауки России от 10.02.2011 г. №03-105;

7) Примерной основной образовательной программы образовательного учреждения. Основная школа/ сост. Е.С. Савинов;

8) основной образовательной программы МОБУ СОШ № 6 городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан;

9) учебного плана МОБУ СОШ № 6 городского округа г. Нефтекамск РБ .

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып уҡыусылар тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар итеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен  аңлау.

Аралашыу ҡиммәте – аралашыуҙың йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы тел булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кшелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеү.Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнеү мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте – тыуған илеңде, унда йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән  үк  яуаплы булыуҙы тойоу.

Кешелеклелек ҡиммәте – үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоу,кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәи предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә , түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

 - шәхси үҫеш кимәле

 - метапредмет кимәле

 - предмет буйынса белем кимәле

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ ерен һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет кимәле. Уҡыу предиетын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү,уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәрбиә туплау.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү

                Шәхси эшмәкәрлек – баланы уҡымышлы  һәм тәрбиәле итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

            Ойоштороу эшмәкәрлеге  танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы  үҙ эсенә ала.

       Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы,  проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

             Аралашыу эшмәкәрлеге  белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе  ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

     Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

7 класты тамамлаған уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белергә тейеш;

- программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау.

2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

 эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

 художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

 ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

- фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

- графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

- лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

- исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

- ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

- ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Программаның методик нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм уҡыу (юғары кластарҙа - әҙәбиәт) программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

        

Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре

        Башҡорт теле  7 класта дәүләт теле булараҡ аҙнаһына  1  сәғәт  уҡытыла.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.

Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

-        һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-        һүҙлек диктанты;

-        һорауҙарға яуаптар яҙыу.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәкдим ителә:

Тикшереү зше - 4

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре, һүҙлек диктанттары ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың күләмен билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙын телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен (һәр хәлдә шуға ынтылырға кәрәк), балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятһын. Икенсенән, укыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Өсөнсөнән, шул ук күрһәткестәр уҡытыусыларға аттестация үткәргәндә лә иҫәпкә алына.  

Тематик план

Бүлектәр

Сәғәт

һаны

Яңынан мәктәпкә.

3

Ауыл тормошо.

4

Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

4

Спорт. Спорт кәрәк – яраҡтары.

5

Мин һәм беҙҙең ғаилә.

3

Әсәйҙәр байрамы.

2

Сәнғәт оҫталары.

4

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә- ил тарихы.

1

Борон – борон заманда…

2

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

4

Йәмле йәй!

3

Уҡыу материалының йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә (3 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрен тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6  класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу материалы:

М.Кәримдең  тормошо һәм ижады.

М.Кәрим. Уҡытыусыма.

Урман аптекаһында.

Ә. Әсәҙуллина. Хушлашыу.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Белем көнө, тыныслыҡ, ҙур дәрттәр, бәхетле көн, фәндәр тауы, хазина, халыҡ байлығы, быуаттар буйы, киләсәк, изге мөнәсәбәт, маҡсат, ижад итеү, дуҫлыҡ ептәре, уртаҡлаша белеү, ярҙам итеү, һынауҙар, миҙгел, хуш еҫле, сағыу биҙәк, мөнәсәбәт, ҡиммәт, әсә теле, хәҙерге заман, моң шишмәһе, нәфис, илһамлы, хөрмәтле, бөйөк, мәрхәмәтле, ҡая, имән сәтләүеге, мул уңыш, ҡар ятыу, ғәжәйеп, йомшаҡ ел.

Диалог темалары:

Мәктәптә.

Көҙ етте.

 Класта.

Беренсе дәрес - тыныслыҡ дәресе.

Тәнәфестә.

Мәктәп китапханаһында.

Уңыш йыябыҙ.

II. Ауыл тормошо (4 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым.

Һүҙбәйләнеш.

Һөйләм төҙөлөшө.

Уҡыу материалы:

Т.Йосоповтың  тормошо һәм ижад юлы.

Н.Мусиндың  тормошо һәм ижад юлы.

Алтын башаҡтар. Әкиәт.

Т.Йосопов. Икмәк еҫе.

Бал ҡорто.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Асыш, мөғжизә, Тыуған тупраҡ, ҡара икмәк, туҡ башаҡтар, ерҙе ашлау, һөрөү, ерҙе тырматыу, сәсеү, башаҡ, уңыш, дым, ярҙам тиеү, оло табын, күпереп бешкән икмәк, бурыс, тормош күрке, маҡсат, сара күреү, сәйәхәт, бесән сабыу, умарталыҡ, бал ҡорттары, саф һауа, баш эйеү, эшмәкәрлек, дауалау өсөн, ауыл тормошо, һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, ҡара ер, еләк-емеш, йәшелсәләр, ашлыҡ, бесән.

III. Башҡортостан буйлап сәйәхәт (4 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал батыр» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыкҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

Уҡыу материалы:

Р.Ғариповтың  тормош юлы һәм ижады.

М.Кәрим. Башҡортостан.

Урал  (башҡорт халыҡ йыры). (Ятларға).

Арҡайым.

Тәбиғәт һәйкәлдәре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Дан тотоу, бейек ҡаялар, һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, мәшһүр, иге-сиге булмаған, хеҙмәт, хазина, Ватан, азатлыҡ, мәңге йәш, рухлы кешеләр, ихтирам итеү, тарих, ҡаласыҡ, асыҡ һаҡланып ҡалған, нығытма, уҡ, йәйә, металл ҡойоусылар, тыныс тормош, ата-бабалар, тәбиғәт һәйкәлдәре, батҡаҡ, ҡәлғә, шифахана, сикһеҙ ғорурланыу, Ер-әсә, ҡымыҙ, милли ашамлыҡтар.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары (5 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыкһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, гәзит материалдары буйынса һөйләү. Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

 Мотоцикл ярышында алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыров менән таныштырыу.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле  өн-хәрефтәре.

 Һөйләм төрҙәре.

Уҡыу материалы:

Н.Иҙелбай. Беҙҙең катокта.

Беҙҙең ғаилә-ярышта.

Р.Әйүпов. Милли уйындар.

Башҡортостан ҡалаларында спорт.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Спорт, һаулыҡ, көс, сәләмәт, сыҙамлы кеше, ярыш, спорт залы, күнекмәләр, үҫмер, спорт менән шөғөлләнеү, дөйөм үҫеш биреүсе, сәкән, күн туп, спорт формаһы, ҡапҡа, ялтыр боҙ, күнегеп китеү, елләтеү, шөғөлләнеү, сослоҡ, етеҙлек, майҙан, күмәкләшеп, һанашмаҡ, йөҙөү, майҙан, ҡотҡарыу, бейеклеккә һикереү, оҙонлоҡҡа һикереү, көрәш, ауыр атлетика, еңел атлетика, һыбай, ат сабыштырыу, көрәшеү, көйәрмән, спорт һарайы, йүгереү, физик күнекмәләр, йөҙөү, милли уйындар, тапҡырлыҡ, һабантуй, саңғы, спорт төрө, уҡ атыусылар, яулау, ике тапҡыр, донъя чемпионы, мотоцикл ярыштары.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (3 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш, сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны  аңларға һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым.

Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

Уҡыу материалы:

К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

Әсә һүҙе. Башҡорт халыҡ ижады.

Ҡошҡа әйләнгән әбей. Әкиәт.

Ҡ. Даян. Атай кәңәше.

Шәжәрә. Әминең шәжәрәм.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йомшаҡ ҡулдар, әсәйҙәр һүҙе, кәңәш, серҙәш, нескә күңелле, изге теләк, әсә ҡуйыны, еңгәй, килен, кейәү, ейән, ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡәйнеш, балдыҙ, ир, ҡатын, ирле-ҡатынлы, рәссам, табиб, һарай, яғымлы тауыш, матур көй, радио, һауа торошо, һәр ваҡыт, аҡыллы фекер, йәш ғүмер.

Диалог темалары:

Үҙем тураһында.

Атай-әсәйем.

Минең туғандарым.

Ғаилә тормошо.

Беҙҙең өй (йорт, фатир).

VI. Әсәйҙәр байрамы (2 сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә.

Теҙеү теркәүестәре.

Уҡыу материалы:

Ф.Рәхимғолованың  тормош юлы һәм ижады.

Й.Солтановтың  тормош юлы һәм ижады.

 Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. (Ятларға)

Й.Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Яҡын кеше, тәмле аштар, аштар бешерә, сер, ғәзиз һүҙ, мөләйем ҡараш, һиҙгер, шәфҡәтле, сабый, кәңәш, үҙәк майҙан, ҡәнәфер сәскәһе, шифалы ҡулдар, мөләйем, бүләк итеү, ҡояштай балҡый, ҡотло булһын, изгелекле, киң күңелле, хөрмәтле, күркәм, кешелекле, аңлай торған, шатлыҡ.

Диалог темалары:

Әсәйемә сәскәләр.

Иң ҡәҙерле кешем - әсәкәйем.

Әсәйҙәргә (өләсәй, апай, һеңлеләргә) ҡотлау һүҙҙәре.

Хәйерле иртә, әсәйем!

Ҡотлау һүҙҙәре.

Өләсәйем янында.

Иң ғәзиз кешеләр.

VII. Сәнғәт оҫталары (4 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Теркәүес темаһын нығытыу.

Уҡыу өсөн текстар:

Х.Әхмәтовтың тормош юлы һәм ижады.

Р.Туйсинаның  тормош юлы һәм ижады.

 Р.Заһретдиновтың тормош юлы һәм ижады.

 С.Юлаевтың  тормош юлы һәм ижады.

Х.Әхмәтов. Тыуған ауылым.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Мәшһүр композитор, консерватория, сәнғәт мәктәбе, күләмле әҫәрҙәр, опера, композитор, музыка ҡоралдары, ҡурай, үҙешмәкәр түңәрәк, ҡумыҙ, варган, концерт, смотр, алҡыштар, көй, моң, бейеү, гастроль, дәрт, талант, уйнау серҙәре, баян класы, виртуоз ҡумыҙсы, ижад емеше, ҡатнашыусылар, тамашасылар, сәнғәт  оҫталары, данлыҡлы бейеүсе, моңло тауыш.

Диалог темалары:

Сәнғәт оҫталары.

Бейеүселәр түңәрәге.

Халыҡ йырҙарын тыңлау.

Милли музыка ҡоралдарында уйнай беләһеңме?

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (1 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холок-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә - ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһарға  ярҙам итәсәк.

 Грамматика:

Бәйләүестәр.

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Уҡыу материалы:

Исемдәрҙә - ил тарихы.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Айһылыу, Буранбай, Гөлнәзирә, Зөһрә, Сулпан, Сөмбөл, Иршат, Айбулат, Айтуған, Таңсулпан, Зөлхизә, Сәлимә, Рөстәм, Мөхәммәт, Айнур, Гөлбикә, Көнһылыу, Ташбулат һ.б., бала тыуа, исем туйы, риүәйәт, кеше исеме, кәңәш, алдан уйлап, тарих, ил тарихы, исем атау, ер-һыу атамаһы, легенда.

Диалог темалары:

Танышайыҡ.

Исем туйы.

IX. Борон-борон заманда... (2 сәғәт)

Башҡорт халык ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.

Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Уҡыу материалы:

Ф.Туғыҙбаеваның  тормош юлы һәм ижады.

Башҡорт халыҡ әкиәте. Ҡан ҡәрҙәш.

Ф.Туғыҙбаева.Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?

Мәҡәл, йомаҡ, көләмәстәр.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Әкиәт, әкиәт һөйләү, борон, батыр, бай, ярлы, ауыҙ-тел ижады, жанр, тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар, халыҡ, телдән, яҙма, ҡомартҡы, оҫта, ирек, бәхет, көслө, ҡыйыу, халыҡ өсөн, дейеү, аждаһа, яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә, ут, убырлы ҡарсыҡ, мәскәй әбей, ҡылыс, ук, сабата, тоҡ, зирәк, таҙ.

Диалог темалары:

Ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Әкиәттәр донъяһында.

Йомаҡ ҡойоу.

Башҡорт халыҡ ижады.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (4 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй  белергә өйрәтеү.  Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.  

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

 Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Уҡыу материалы:

Ш. Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк.

К Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. (Ятларға)

Г.Юнысова. Умырзая.

 Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Тыныслыҡ, киләсәк, тыныс хеҙмәт, азат итеү, дуҫ булайыҡ, берҙәмлек, иғтибарлы, иғтибарлылыҡ, намыҫлы, ярҙамсы, яҡшы сифаттар, таяныр кеше, серҙәш, ышаныслы дуҫ.

Диалог темалары:

Минең иң яҡын дуҫым.

 Ысын дуҫ.

 Берҙәмлектә - көс.

 Милләттәр дуҫлығы.

Тыныслыҡ өсөн.

Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеге.

XI. Йәмле йәй (3 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7  класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыу материалы:

З. Ҡотлогилдина. Йәмле йәй.

Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар.

Б.Бикбай. Лагерь иртәһе.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йәй, лагерь, ысыҡ, моңло, һут, ҡыяҡ, япраҡ, ҡырсынташ, һыуға сумыу, ер йәшәреү, уҡыуҙар тамамланыу, аҡ сәскә, каникул башланыу, ҡырмыҫҡа иләүе, таң атыу, ләйсән ямғыр, йомшартыу, ашлама, юнысҡы, тәүлек, канау, икенсе өлөшө, эҫе көндәр, борғо, кәкүк саҡырыуы, йәйғор, сәйәхәт итеү.

Диалог темалары:

Йәйге иртә.

Каникулдар башлана.

Йәйге урманда.

Йылға буйында.

        Методик ҡулланмалар һәм дәреслектәр

  1. Башҡорт теленән программа(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн) Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Ижевск 2008
  2. Башҡорт теле .Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се кластары өсөн дәреслек Авт.: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Өфө –2008
  3. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009
  4. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Авт.: Усманова М. Ғ., Өфө – 2007
  5. Башкирско – русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. Авт.: Саяхова Л., Усманова М., Санкт-Петербург – 2007
  6. Уҡытыу урыҫ телендә  алып барылған мәктәптәрҙең 7 синыфы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.
  7. Башҡортса – урыҫса темалар буйынса һүҙлек. Авт.: Усманова М. Ғ., Уфа - 2005
  8. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. Авт.: Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А., Өфө - 2006.
  9. Методика преподавания башкирского языка. Авт.:Давлетшина М. С. Уфа: Китап, 2010.
  10. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государствееный. Усманова М. Г., Уфа, Китап: 2012.
  11. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. Усманова М. Г., Уфа: Китап, 2011.
  12. Русско- башкирский учебный функционально – ситуативный словарь. Авт.: Кильдибакова Т. А., Гафарова Г. В., Усманова М. Г., Уфа: Китап, 2010.

  13.   Электон сайттар:  

             - LearningApps.org – интерактив дидактик күнегеүҙәр;

        - www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар

        -www.bashskazki.ru – башҡорт халыҡ әкиәттәре

        -www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур

         -incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре



Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

        Эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн башҡорт теле  программаһына ярашлы рәүештә төҙөлгән.

        Программа 2008 йылда Ижевск ҡалаһында “Книгоград” типографияһында баҫтырылған.

        Программаны 1 - 4 кластар өсөн Х. А. Толомбаев һәм М. С. Дәүләтшина, 5 – 11 кластар өсөн З. М. Ғәбитова һәм М. Г. Усманова төҙөгән.

Эш программаһының йүнәлеше:

  • 1999 йылдың 15 февралендә ҡабул  ителгән “Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһындағы законды” тормошҡа ашырыу;
  • башҡорт милләтенән булған уҡыусыларҙы  үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәтеү; республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү; тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булдырыу; интернациональ тойғолар тәрбиәләү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 9 - сы класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәнеү;

- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белемдәрҙе арттырыу;

- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен үҫтереү;

- үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен үҫтереү;

- башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән танышыу.

Предмет – ара бәйләнеш

Тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә. Юғары кластарҙа тел менән әҙәбиәтте тәрәнерәк кимәлдә өйрәнеү ҡарала.

Программаның методик нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм уҡыу (юғары кластарҙа - әҙәбиәт) программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре

        Башҡорт теле  9 класта аҙнаһына 1 сәғәт  уҡытыла.

IX класс укыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар

1.        Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2.        Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

-        тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-        12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-        эпик, лирик, лироэпик, һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3.        Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-        уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү;

4.        Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-        диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-        һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-        өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-        һүҙҙәрҙә яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу);

-        үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.

Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

-        һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-        һүҙлек диктанты;

-        һорауҙарға яуаптар яҙыу.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәкдим ителә:

Тикшереү эштәре - 4

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре, һүҙлек диктанттары ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың күләмен билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙын телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен (һәр хәлдә шуға ынтылырға кәрәк), балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятһын. Икенсенән, укыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Өсөнсөнән, шул ук күрһәткестәр уҡытыусыларға аттестация үткәргәндә лә иҫәпкә алына.  

Тематик план

Бүлектәр

Сәғәт

һаны

1.

Һаумы, мәктәп!

4

2.

Ергә мәрхәмәт - илгә бәрәкәт

5

3.

Атамалар ни һөйләй?

4

4.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ

3

5.

Башҡорт театры

3

6.

Башҡорт халыҡ ижады

3

7.

Башҡорт аты

4

8.

Башҡорт халыҡ милли аштары

3

9.

Күңелле яҙ килә

5

Уҡыу материалының йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп! (4 сәғәт)

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү. Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә.

Грамматика:

8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу материалы:

А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ.

М.Аҡмулла. Көҙ.

М. Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.

Көҙ миҙгеле тураһында уҡыу өсөн текстар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Инеш, күл, йылға, шишмә, хәҙер, әҙер, бер көн, мәҫәлән, ваҡыт, дәрес, уҡыу, ғалим, хеҙмәт, эш, мәсьәлә, өлкән, түбән, дәрәжә, дәрәжәле, абруй, алтын көҙ, уңыш, байлыҡ, муллыҡ, тауыш, өй алды, ышаныс, өмөт, иҫтәлек, зирәк, сәтләүек, әрем, тарих, кесе, тальян, томанлы, еләҫ, тоҡом.

Диалог темалары:

Мәктәптә: мәктәп, класс.

Алтын көҙ.

Ергә мәрхәмәт - илгә бәрәкәт (5 сәғәт)

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Грамматика:

Хәл төрҙәре.Ваҡыт хәле. Рәүеш хәле.

Уҡыу материалы:

Н.Мусин, Һай урманым, урманым...

Т.Ғәниева. Оло ялан.

 Р. Ғарипов. Кеше.

М.Ғафури. Үҙем һәм халҡым.

Ф.Мөхәмәтйәнов. Ғүмер..

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Бәрәкәт, мәрхәмәт, хазина, байлыҡ, ер аҫты байлыҡтары, үҫенте, алтын, көмөш, баҡыр.

Диалог темалары:

Минең тыуған Республикам.

Ағас ултыртыу

Атамалар ни һөйләй? (4 сәғәт)

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул - ономастика. Ономастика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика шәхес атамаларын, топонимика географик атамаларҙы, этнонимика милләт, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика күк есемдәре исемдәрен, теонимика илаһи көс исемдәрен, прагматонимика төрлө әйбер, тау исемдәрен, маркаларын өйрәнеүсе фән. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерергә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Грамматика:

Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Сәбәп хәле. Маҡсат хәле.

Уҡыу материалы:

Ғ. Рамазанов. Тыуған еребеҙ - Башҡортостан.

Ҡ. Аралбаев. Карауанһарай

Ғ.Хөсәйенов. Батырша.

Р.Насыров. Ш.Ю.Мөхәмәтйәнов.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Атама, исем, мәғәнә, этимология, атаманың килеп сығышы, ил, тарих, ғөрөф-ғәҙәт, йола, тел, тел үҙенсәлектәре, сағылыу, тарих һөйләй, белеү, өйрәнеү, йыйыу, үткән тормош, хәҙерге тормош, аңлатыу, грек һүҙе, шәхес, күскән халыҡ, ерле халыҡ, ер һорау, күсеп ултырыу, борон, элек, хәҙер, легенда, һорашыу, тапшырыу, ҡыҙыҡһыныу, ҡыҙыҡһыныу уятыу, кире йоғонто, ауыл тирәһе, үҙенсәлек, ата-бабалар, кеше күңеле, һуңғы йылдар, аң уяныу, милли аң, борондан, ер-һыу атамалары, хөрмәт итеү, мөһим мәсьәлә, ономастик материал.

Диалог темалары:

Һеҙҙең ауыл (ҡала) тирәһендәге географик атамалар тураһында һөйләшеү.

Урал тауы, Урал йылғаһы, Ағиҙел, "Кариҙел, Өфө һ.б. атамаларҙың килеп сығышы.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ (3 сәғәт)

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Грамматика:

Кире хәл.

Өндәш һүҙ.

Өндәш һүҙ янында тыныш билдәләре.

Уҡыу материалы:

Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.

Р.Вәлиева. Ҡышҡы Нардуған.

Ҡыш миҙгеле тураһында уҡыу өсөн текстар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ҡыш, ҡышҡы ваҡыт, ябалаҡлап ҡар яуа, епшек ҡар, һырынты, көрт, һырғалаҡ, буран, селлә, ел олой, томанлы көн, аяҙ көн, иретеү, туңдырыу, һепертмә буран, яланғас, ҡар көрәү, тағараҡ, боҙ, ҡоштарға ем һалыу.

Диалог темалары:

 - Ҡабатлау һәм йомғаҡлау тәртибендә:

Иҫәнләшеү, танышыу, һаубуллашыу.

Йәшәү урыны.

Уҡыған мәктәбе.

Йыл миҙгелдәре, ай һәм көн исемдәре.

Бер ғаилә кешеләре.

- Ҡыш темаһы буйынса:

Ҡышҡы тәбиғәт (ауыл һәм ҡала күренештәре).

Ҡышҡы урман.

Йәнлектәр.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

Йорт хайуандары.

(һәр береһенә ҡарата диалог, монолог төҙөлә).

Башҡорт театры (3 сәғәт)

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеү тарихы (халыҡ артистары 3.Бикбулатова, А. Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова һ.б). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Грамматика:

Өҫтәлмәлек.

Уҡыу материалы:

Ф.Фәтҡуллин. Тәүге театр.

Арыҫлан Мөбәрәков тураһында белешмә.

Ф.Латипова. Балҡы, «Нур»!

Һүҙҙәр һәм һүҙ бәйләнештәр:

Режиссер, репертуар, гример, күренеш, тәнәфес, антракт, шаршау, рәт, үҙешмәкәр, төркөм, группа, ҡул сабыу, алҡыш, алҡышлау, алып барыусы, төп роль, башҡарыусы.

Башҡорт халыҡ ижады (3 сәғәт)

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ябай һөйләм төрҙәре.

Уҡыу материалы:

Ә. Сөләймәнов. Халыҡ ижады.

Ш.Р.Шәкүрова,

Ә.М.Сөләймәнов. «Урал батыр» эпосы тураһында:

Башҡорт халыҡ әкиәте.

 Алпамыша

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Халыҡ ижады, фольклор, әкиәт, мәҡәл, әйтем, һынамыш, тиҙәйткес, хеҙмәт, халыҡ, сәсән, быуын, телдән, яҙма, әҫәр, йөкмәтке, үҙенсәлекле, ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллек, ирек, дөйөм, алым, ынтылыш, баһалау, мәғәнә, төрлө, теҙмә, көрәш, көс, тәрән мәғәнә, төшөнсә, әкиәт һөйләү, йомаҡ ҡойошоу, мәҡәл әйтеү, башҡорт халыҡ йыры, оҙон һәм ҡыҫҡа көй, таҡмаҡтар, айырма, айырым, ижад.

Диалог темалары:

Йомаҡ ҡоям.

Мәҡәл әйтәм.

Йомаҡ, мәҡәлдәрҙең әһәмиәте.

Башҡорт аты (4 сәғәт)

Уҡыусыларҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусыларҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Грамматика:

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

Уҡыу материалы:

Б.Байымов. Бәләкәс.

М.Кәрим. Минең атым.

А.Куприн. Аттар.

Ә.Әминев. Турат.

С.Агиш. Турыҡай.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ат, айғыр, бейә, ҡолон, бейә һауыу, ҡымыҙ эшләү, ҡымыҙ, файҙалы, ял, эйәр, йүгән, сабыу, юртыу, ат кешнәүе, даға, ғорур, тоғро, йөк, һоло, үлән, бесән, һарай, арба, сана, атта сабыу, тоғро юлдаш, һуғышта ҡатнашыу, ат тышау. (Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен яҙыу).

Диалог темалары:

һабантуйҙа.

Йорт хайуаны - ат.

Башҡорт халыҡ милли аштары (3 сәғәт)

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән танышыу. Уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.

Грамматика:

Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.

Уҡыу материалы:

Бал тураһында белешмә

3.Биишева. Дуҫ булайыҡ.

Башҡорт халыҡ әкиәтенән Икмәк хаҡы.

В.Ғүмәров. Ҡорот.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Бишбармаҡ, буҙа, бәлеш, ҡымыҙ, ҡорот, эремсек, талҡан тартыу, ит, һарыҡ ите, һыйыр ите, ҡаҡ, ҡаҡ ҡойоу, еләк киптереү, ит ыҫлау, ҡаҡлаған ит, айран, ҡатыҡ, ҡаҙы, йомортҡа, ҡаҙ ите, йылҡы ите, ауыҙ итеү, ашау, эсеү, бешереү, ҡунаҡ, ҡунаҡ саҡырыу, һыйлау, ҡашығаяҡ, һауыт-һаба, сәнске, балғалаҡ, бысаҡ, ҡалаҡ, сынаяҡ, сынаяҡ аҫты, тәрилкә, табаҡ, туҫтаҡ, ҡаҙан, сеүәтә, таба, ыумас, һалма йәйеү, һалма бешереү, һалма ҡырҡыу.

Диалог темалары:

Башҡорт аштары.

Файҙалы эсемлек.

Күңелле яҙ килә (5 сәғәт)

Башкортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. "Кала һәм ауылда яҙғы эштәр; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү, һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Грамматика:

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу материалы:

С.Ғибаҙуллин. Бына тағы яҙҙар етте.

Х.Мәхмүтов. Апрель.

Я.Хамматов. Яҙ башланды.

А.Игебаев. Яҙ бүләге. .

Ғ.Дәүләди. Яҙғы донъя.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Һоҡланыу, наҙланыу, моңланыу, әҙәбиәт, сәнғәт, мираҫ, бәлә, ҡаза, сикһеҙ, күгәрмәү, тутыҡмау, ғәләмәт, билдәләре, яҙ билдәләре, толоп, даръя, сәскә, гөл, дәрт, хәсрәт, ҡайғы, таш, һулыш, тын, тын алыу, әрем, дауа, мөһабәт.

Диалог темалары:

Яҙ билдәләре.

Яҙғы эштәр.

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

Май - Хеҙмәт байрамы.

Еңеү көнө. Был байрам тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

Беҙ яратҡан сәскәләр.

 Методик ҡулланмалар һәм дәреслектәр.

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн) Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М. Ғ., Ижевск -  2008.
  2. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9 -сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Авт.: Ғәбитова З.М., Усманова М. Ғ., Өфө - 2009
  3. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009
  4. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11 - се кластары өсөн Башҡорт теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Авт.: З. М. Ғәбитова, Өфө - 2009
  5. Методика преподавания башкирского языка (государственного). Давлетшина М.С . -Уфа:Китап, 2010.
  6. Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь. Авторы: Кильдибекова Т.А, Гафарова Г.В., Усманова М.Г., Минниярова И.М., Исмагилова Х.Н. – Уфа:Китап, 2010.
  7. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. Надршина Ф.А. – Уфа:Китап, 2008.
  8. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө:Китап, 2009.
  9. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге.2-се баҫма. – Өфө:Китап,2012.
  10. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. –Издание 2-е, дополнение – Уфа, Китап:2012.
  11. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. –Уфа:Китап,2011.
  12. .   Электон сайттар:  

             - LearningApps.org – интерактив дидактик күнегеүҙәр;

        - www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар

        -www.bashskazki.ru – башҡорт халыҡ әкиәттәре

        -www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур

         -incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

 



Предварительный просмотр:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

 СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №6

ГОРОДСКОГО ОКРУГА г. НЕФТЕКАМСК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

 

Рассмотрено        :                                           Согласовано:                           Утверждено:

На заседании ШМО                                  Руководитель МС                       Директор МОБУ СОШ №6

Руководитель ШМО                                  ____Хаматнурова Р.Р.              _________ Гайсина Л.Ю.

___Э.Т.Зарафутдинова                             Пр.МС №__от                            «___» _________2015 г.

Протокол №  1                                         «___»___________2015 г.          Приказ №____ от____      

от «28»  августа 2015г.

Рабочая программа

по родному (башкирскому) языку и литературе

для 9  классов

Учитель: Талипова Г.Ф.

Нефтекамск -  2015 г.

Аңлатма яҙыу

        Эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһына ярашлы рәүештә төҙөлгән.

         6-сы дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы.

        Программа 2008 йылда Ижевск ҡалаһында “Книгоград” типографияһында баҫтырылған.

        Программаны 1 - 4 кластар өсөн Х. А. Толомбаев һәм М. С. Дәүләтшина, 5 – 11 кластар өсөн Д. С. Тикеев һәм Х. А. Толомбаев төҙөгән.

Эш программаһының йүнәлеше:

  • 1999 йылдың 15 февралендә ҡабул  ителгән “Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһындағы законды” тормошҡа ашырыу;
  • башҡорт милләтенән булған уҡыусыларҙы  үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәтеү; республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү; тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булдырыу; интернациональ тойғолар тәрбиәләү.

Программала ҡуйылған маҡсаттар һәм бурыстар.

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 9 - сы класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәнеү.

- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем дәрҙе арттырыу

- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлаукүнекмәләрен үҫтереү.

- үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен үҫтереү.

- башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән танышыу.

Предмет – ара бәйләнеш

Тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә. Юғары кластарҙа тел менән әҙәбиәтте тәрәнерәк кимәлдә өйрәнеү ҡарала.

Программаның методик нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм уҡыу (юғары кластарҙа - әҙәбиәт) программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре

        Башҡорт теле  9 класта башҡорт милләтенән булған балалар төркөмөндә аҙнаһына 1 сәғәт  уҡытыла.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.

Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

-        һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-        һүҙлек диктанты;

-        ғәҙәти диктанттар;

-        һорауҙарға яуаптар яҙыу;

-        изложениелар;

-        иншалар;

-        тестарға яуаптар яҙыу.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәкдим ителә:

Диктант - 3

Изложение - 1

Иншалар – 1

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре, һүҙлек диктанттары ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың күләмен билдәләү укытыусы ҡарамағына калдырыла.

Яҙма эштәргә (бигерәк тә изложениелар менән иншаларға) икешәр сәғәт ваҡыт биргән осраҡтар була. Бындай саҡта яҙыу ваҡытын уҡытыусы үҙенсә билдәләргә хоҡуҡлы.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙың телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен (һәр хәлдә шуға ынтылырға кәрәк), балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятһын. Икенсенән, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Өсөнсөнән, шул уҡ күрһәткестәр уҡытыусыларға аттестация үткәргәндә лә иҫәпкә алына.  

Тематик план

Бүлектәр

Сәғәт һаны

1.

5-8 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

2.

Башҡорт халыҡ ижады.Ҡобайырҙар.

2

3.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.

4

4.

Болғар осоро әҙәбиәте.

4

5.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылар.

3

6.

Йырауҙар.

1

7.

Сәсәндәр ижады.

2

8.

Салауат Юлаев.

5

9.

Шәжәрәләр.

2

10.

М. Акмулла.

2

11.

М. Өмөтбаев.

2

12.

Р. Фәхретдин.

1

13.

С. Яҡшығолов.

1

14.

М. Ғафури.

2

15.

Ш. Бабич.

1

16.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

Уҡыу материалының йөкмәткеһе

5-8 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау (1 сәғәт)

  Ябай һөйләм синтаксисы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡорт халыҡ ижады (2 сәғәт)

“Урал батыр” эпосы. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләре. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының хәл ителеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек.

Йәнбикә менән Йәнбирҙе, Урал һәм Шүлгән образдары. Урал-изгелек, Шүлгән-яуызлыҡ символы.

Аталар һәм балалар, йәшәү һәм үлем проблемалары. Изгелек менән яуызлыҡтың көрәше.

Әҫәрҙә фантастик элементтар.

Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре.

                                         Боронғо әҙәби ҡомартҡылар (4 сәғәт)

Боронғо ҡулъяҙма китаптар. М. Ҡашғари “Диану лүғәт әт-түрк” әҫәре. “Уғыҙнамә”,  «Ҡорҡот-ата”  хикәйәттәре.

Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр.

Болғар осоро әҙәбиәте (4 сәғәт)

Боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәткә дөйөм ҡараш. Ҡол Ғали “Ҡиссаи Йософ” әҫәре. Ҡиссаның идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә туғанлыҡ, дуслык, ата һәм балалар мөнәсәбәте. Байлыҡ һәм шөһрәттең көнсөллөк тыуҙырыуы. Хакимдар һәм халык мөнәсәбәте. Ҡиссаның дини мотивы. Ислам нәсихәттәре. Йософ һәм Зөләйхә образдары.

Эйәрсән һөйләмле баш һәйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылар (3 сәғәт)

Ҡотобтоң “Хөсрәү вә Ширин” поэмаһы. Милли –колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” әҫәре.

Йырауҙар (1 сәғәт)

Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырау. Һабрау тураһындағы өҙөктәр. Өҙөктәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау, Һабрау образының һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы: Йырауҙар тураһында төшөнсә.

        

Сәсәндәр ижады (2 сәғәт)

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Ҡобағош сәсән. Ҡарас сәсән. Ерәнсә сәсән. Байыҡ сәсән. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешкәне”. Буранбай Йәркәй сәсән. “Бөҙрә тал”. Ишмөхәмәт сәсән.  “Бүҙекәй кантон”. Ғәбит сәсән. “Иҙел менән Яйыҡ”.

Әҫәрҙең төп идеяһы. Аҡмырҙа менән Ҡобағош образдары. Сәсәндәрҙең тапҡырлығы, һүҙ оҫтаһы булыуҙары. Аҡмырҙа менән Ҡобағошҡа сағыштырма характеристика.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы.

Әҙәбиәт теорияһы: Әйтеш тураһында төшөнсә. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.

 Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм. Сәбәп һөйләм. Маҡсат һөйләм. Күләм-дәрәжә һөйләм. Шарт һөйләм.

Салауат Юлаев ( 4 сәғәт)

С. Юлаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү. Салауат - яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Шәжәрәләр (3 сәғәт)

Тажетдин Ялсығол “Рисалә- и Ғәзизә”  әҫәре.Ғәбдерәхим Усман ижадын өйрәнеү. Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһының бирелеше. Ғәли Соҡорой ижадын өйрәнеү.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.

Мифтахетдин Акмулла (2 сәғәт)

 Биографик белешмә тарихын хикәйәләү. М. Аҡмулла Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе. Шиғыр-ҡобайырҙары: “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Бәхет”. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе. Әҙәбиәт теорияһы: мәрҫиә һүҙенә төшөнсә.

Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре. Һөйләм аҙағында һәм уртаһында тыныш билдәләренең ҡуйылыу осраҡтары.

                                      Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1 сәғәт)

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижады тураһында белешмә. “Ҡайыш илә Йүкә”, “Йомран иле”  әҫәҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе, әһәмиәте. М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Ризаитдин Фәхретдин (2 сәғәт)

Ризаитдин Фәхретдиндың тормошо һәм ижады. Ваҡытлы матбуғат, мәғариф, тарих, энциклопедия өлкәһендәге эшмәкәрлеге.“Әсмә” повестары. (Адаптированный текст).

Сафуан Яҡшығолов (1 сәғәт)

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Башҡорт ағаларыма хитап әҫәре. С. Яҡшығолов “Дим буйы” шығыры.

Мәжит Ғафури (2 сәғәт)

Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм  ижады. «Ант” , “Аждаһа” , “Бир ҡулыңды”  шиғырҙары.

Шәйехзада Бабич (1 сәғәт)

Шағирҙың тормошо һәм ижады менән таныштырыу. «Халҡым өсөн” , “Кем өсөн?”

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (1 сәғәт)

Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

           

Ятлау өсөн әҫәрҙәр:

“Урал батыр” эпосынан өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Салауат Юлаев. “Яу”, “Тирмәмдә” “Уҡ”.

М.Аҡмулла “Бәхет”, “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк.”

М.Өмәтбаев “Ҡайыш илә йүкә.”

Ш.Бабич. “Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?”

С. Яҡшығолов “Дим буйы.”

М.Ғафури “Ант.”

Ш.Бабич “Халҡым өсөн”, “Кем өсөн.”

IX класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар

1.        Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2.        Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

-        тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-        12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-        эпик, лирик, лироэпик, һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3.        һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-        уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү;

4.        Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-        диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-        һүҙлектәр менән файҙалана белеү; -диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

-        өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-        һүҙҙәрҙә яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу);

-        үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Методик ҡулланмалар һәм дәреслектәр.

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн) Төҙөүселәре: Тикеев Д. С., Толомбаев Х. А., Вилданов Ә. Х., Дәүләтшина М. С., Хөснөтдинова Ф. Ә., Хажин В. И.,  Ижевск -  2008.
  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 9 класс. Авт.: Тикеев Д.С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә.
  3. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009.
  4.  Русса-башҡортса мәҡәлдәр-эквиваленттар һүҙлеге. Авт.: Надршина Ф. А., Өфө – 2008.
  5. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге. -2-се баҫма, яңыртылған. Баһауетдинова М. И., Өфө - 2012.
  6. Башҡортостан картаһы.
  7. Русско-башкирский учебный словарь. Авт.: Саяхова Л.Г., Ураксина З.Г., Уфа – 2009.
  8. Аҙнағолов Р. Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Өфө – 2011.
  9. Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь. – Уфа - 2010.
  10. “Ағиҙел” журналы, № 3, 4, 8, 11, Өфө – 2014.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ПМ 01, 02, 03, 04, 05 Рабочая программа по бух-учету, по налогам, для специальности 080110 и рабочие программы по налогам и бух-учету для специальности 080114 и программа экзаменов для ПМ 01 и 02

Рабочие программы:ПМ 01 -Документирование хозяйственных операций и ведение бухгвалтерского учета имущества организацииПМ 02-Ведение бухучета источников формирования имущества, выполнения работ по инве...

Рабочая программа курса химии 8 класс, разработанная на основе Примерной программы основного общего образования по химии (авторская рабочая программа)

Рабочая программа курса химии 8 класс,разработанная на основеПримерной программы основного общего образования по химии,Программы курса химии для 8-9 классовобщеобразовательных учреждений (а...

Рабочая программа по литературе для 6 класса (по программе В. Коровиной) Рабочая программа по литературе для 10 класса (по программе ]В. Коровиной)

Рабочая программа содержит пояснительную записку, тематическое планирование., описание планируемых результатов, форм и методов, которые использую на уроках. Даётся необходимый список литературы...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Аннотация к рабочей программе по математике (алгебре и началам анализа), 11 класс , профильный уровень; рабочая программа по алгебре и началам анализа профильного уровня 11 класс и рабочая программа по алгебре и началам анализа базового уровня 11 класс

Аннотация к рабочей программе по МАТЕМАТИКЕ (алгебре и началам анализа) Класс: 11 .Уровень изучения учебного материала: профильный.Программа по алгебре и началам анализа для 11 класса составлена на ос...

Рабочая программа по русскому языку 5 класс Разумовская, рабочая программа по литературе 5 класс Меркин, рабочая программа по русскому языку 6 класс разумовская

рабочая программа по русскому языку по учебнику Разумовской, Львова. пояснительная записка, календарно-тематическое планирование; рабочая программа по литературе 5 класс автор Меркин. рабочая программ...

Рабочая программа по Биологии за 7 класс (УМК Сонина), Рабочая программа по Биологии для реализации детского технопарка Школьный кванториум, 5-9 классы, Рабочая программа по Биохимии.

Рабочая программа по биологии составлена в соответствии с требованиями Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования на основании примерной программы по биологи...