Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары
план-конспект урока на тему
5 класс өсөн дәрес конспекты
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konspekt_uroka_fgos_garipova_g.r._bg_neftekamsk.docx | 27.7 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының
“Башҡорт гимназияһы”
муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы
Башҡорт теленән дәрес өлгөһө
Тема: “Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары”
Класс: 5
Уҡытыусы: Ғарипова Гөлназ Рузиловна
Нефтекама, 2017
Маҡсаттар бүлеге | |
Тема | Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары |
Маҡсаттар
| Уҡыусыларҙы бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары, уның һорауы,ялғауҙары менән таныштырырға. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Шәхси:
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
Аралашыу эшмәкәрлеге:
Танып – белеү эшмәкәрлеге:
|
Көтөлгән һөҙөмтәләр | Предмет үҙләштереү кимәле:
Шәхси үҫеш кимәле:
Метапредмет кимәле: (ойоштороу эшмәкәрлеге)
(танып белеү эшмәкәрлеге)
(аралашыу эшмәкәрлеге)
|
Инструменталь бүлеге | |
Дәрес маҡсаттары | Уҡытыу: ҡылым тураһында тупланған белемдәрен системалаштырыу, шарт һөйкәлеше тураһында төшөнсә биреү, уның һорауы, ялғауҙары менән таныштырыу; Үҫтереү: актив һүҙлеген байытыу, телмәрен үҫтереү, дөрөҫ итеп һөйләм, һорауҙар төҙөү һәләтен үҫтереү; Тәрбиәүи: индивидуаль, төркөмдә эшләү мәҙәниәтен тәрбиәләү. |
Дәрес төрө | Яңы белем алыу |
Уҡыу – методик комплекс |
|
Ойоштороу бүлеге | |
Төп төшөнсәләр | Ҡылым, бойороҡ һөйкәлеше |
Эште ойоштороу | Индивидуаль, парлы, класс менән эшләү |
Предмет-ара бәйләнеш | Тирә – яҡ мөхитте өйрәнеү, әҙәбиәт |
Уҡыусылар эшмәкәрлеге | 205-се бит, 276-cы күнегеү, мәҡәлдәргә ялғауҙар өҫтәп, дәфтәргә күсереп яҙырға 207-се бит, 279-сы күнегеү, һөйләмдәрҙе ҡылымдар менән тулыландырып, күсереп яҙырға; Һөйләмдәге ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенә әйләндереп күсереп яҙырға Теләктәр яҙырға |
Дәрес аҙағы | Ниндәй маҡсат ҡуйҙыҡ? Маҡсатҡа ирештекме? Дәрестең темаһы ниндәй ине? Дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрестәге эшегеҙҙе түңәрәктәр ярҙамында баһалағыҙ. |
Өй эше | 208 –се бит, 280-се күнегеү |
Уҡытыусылар эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
1.Психологик комфорт булдырыу | |
-Хәйерле иртә, балалар. Бөгөнгө дәресте теләк теләүҙән башлайыҡ. Тотоноштоҡ, бер-берегеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, яҡшы теләктәр әйтәйек. Таҡтаға иғтибар итегеҙ. Әйҙәгеҙ, хор менән уҡыйыҡ. Һаумыһығыҙ, балалар! Хәйерле иртә, Имен булһын көнөгөҙ! Һәйбәт булһын кәйефтәрегеҙ! Көр булһын күңелегеҙ! | Балалар хор менән уҡып сыға. Дуҫына рәхмәт тойғоһо белдереү, парталаш дуҫыңа уңыштар теләп, дәрестә дәртләнеп эшләүгә ынтылыш алыу. |
2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы | |
Һеҙ уҡыған теләктәрҙә ниндәй ҡылымдар осраны?Уларҙы уҡып китегеҙ. Ҡылымдарҙы нимә берләштерә? Улар тураһында тағы нимә әйтә алаһығыҙ. Ниндәй эш-хәрәкәтте аңлата? Һығымта Тимәк, беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырға тейешбеҙ? Нимә эшләрбеҙ икән? Тимәк, беҙ ҡылымдың яңы һөйкәлешен нимәләргә ҡарап билдәләргә тейешбеҙ? | Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү. Һығымта Ҡылымдың яңы һөйкәлеше менән танышыу Ялғауына, һорауына ҡарап ҡылымдың һөйкәлешен билдәләү. |
3. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. | |
1. “Һүҙҙәр яһа” уйыны. Карточкалағы төрлө ижектәрҙән ҡылымдар яһау. Шау,ла, у, ғыҙ, шау, ла, лә, ғыҙ, ма, у, ы, эш, ы, ма, ҡы - Ниндәй һүҙҙәр барлыҡҡа килде? - Улар ниндәй мәғәнә аңлата? (бойороуҙо, үтенеүҙе) 2.Төркөмләп тикшереү эше. Беренсе төркөм: һорауҙарын билдәләй (ни эшлә?, ни эшләмә?), һөйләмдәге ролен билдәләй (хәбәр). Икенсе төркөм: бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының белдергән мәғәнәһен асыҡлай (эш ҡушыу, бойороу, өндәү, үтенеү, ялбарыуҙы белдерә) Өсөнсө төркөм: үҙгәрешен аңлата (зат, һан менән үҙгәрә (зат, һан таблицаһын файҙаланып) Һығымта -Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ иҫбатлағанды йомғаҡлап ҡуяйыҡ. Шулай итеп, ҡылымдарҙың бойороҡ һөйкәлеше түбәндәге мәғәнәләрҙе сағылдыра (ғәҙәти, ҡаты, рәсми, үтенес) | Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү. Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү. Һығымта Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. |
4. Ғәмәли эштәр | |
1. Дәреслек менән эш. 276-сы күнегеүҙәге мәҡәлдәрҙе уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу, һәр ҡылымды 3-сө затҡа ҡуйыу. 4-5 мәҡәлде диктант итеп яҙыу, бер –береңдең эшен тикшереү. Һығымта Был ҡылымдарға ҡарап, һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? 2. Әңгәмә. Мәҡәлдәрҙең бөтәһенә лә ниндәй исем биреп була? Нимә тураһында улар? Оҡшаған мәҡәлде файҙаланып, үҙ фекерегеҙҙе ҡыҫҡаса әйтеп китегеҙ. Ял минуты Уң ҡулымды күтәрәм, һеҙ ултырығыҙ. Һул ҡулымды күтәрәм, һеҙ урында бер тапҡыр һикерегеҙ. Сәпәкәй итәм, урында әйләнегеҙ. 3. Дәфтәрҙә эш.207-се бит, 279-сы күнегеү I бүлекте – класс менән бергәләп эшләү II бүлекте – үҙ аллы. Бер нисә уҡыусы таҡтала эшләй. Ни өсөн был бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы? Ниндәй тыныш билдәһе бар? Тикшереү. Дөрөҫ һәм матур итеп яҙылған дәфтәрҙе документ камера ярҙамында күрһәтеү. Һығымта Шулай итеп, ҡайһы бер бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары булған һөйләмдәрҙә өндәүбилдәһе ҡуйыла, сөнки был өндәү һөйләм. 4.Төркөмдә эшләү Беренсе рәткә һүҙлектәр менән эш: һеҙҙең алдығыҙҙа башҡортса-русса һүҙлек ята. Һеҙгә билдәләнгән биттәрҙән берәй ҡылым һайлап, бойороҡ һөйкәлешенә үҙгәртеп, берәй һөйләм төҙөргә кәрәк. (парлап эшләйбеҙ) Икенсе рәткә бирелгән һүрәттәр буйынса бойороҡһөйкәлеше ҡылымдарын ҡулланып, шулай уҡ берәр һөйләм төҙөргә кәрәк. Өсөнсө рәткә ошондай эш: бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын ҡулланып, бәләкәй генә диалог төҙөргә. Тикшереү Һығымта Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын табырға нимә ярҙам итә? Мин дәресте теләктән башлаған инем. Хәҙер һеҙ ҙә тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп, берәр теләкуйлап, ошо ҡағыҙҙарға яҙырға кәрәк буласаҡ. | Ҡылымдарҙы үҙгәртеү, һүҙлеген байытыу, телмәр үҫтереү Парлап эшләү, ҡылымдарҙы табыу, һөйкәлештәрен билдәләү Һығымта Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының затта ла, һанда ла, юҡлыҡта ла үҙгәреүен асыҡлау. Тәнде ял иттереү.Физик күнекмәләрҙең кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһауын төшөнөү. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, уҡыу күнекмәләрен нығытыу, тейешле интонация менән уҡырға өйрәнеү, Һығымта Бер-береңде тыңларға, иптәшеңдең яуаптарын тулыландырырға өйрәнеү. Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү. Һығымта Фекерҙәрен иҫбатларға өйрәтеү. Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләү. |
5. Рефлексив анализ. | |
Беҙ бөгөн дәрестә ҡылым тураһында яңылыҡ белдекме? Ниндәй? Һөйләмдәрҙе дауам ит. Мин …….таныштым. Мин ……….өйрәндем! | Дәрестә эшләгән эштәрен анализлау, баһалау. Үҙ хеҙмәтеңдең кәрәклеген тойоу, эшләгәнеңдән ләззәт алыу тойғоһо тәрбиәләү. |
6. Баһалау. Өй эше. | |
Эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? Алдығыҙҙа ятҡан йәшел (бар нимә лә аңлашылды), һары (яуап бирә алмаған бер нисә һорау ҡалды), ҡыҙыл (бөгөнгө тема минең өсөн ауыр булды, өйҙә был иеманы тағы ла ҡарап сығырға кәрәк буласаҡ) түңәрәктәр менән баһалағыҙ. Өй эше. 208-се бит, 280-се күнегеү. | Эшләгән эшеңде ғәҙел баһаларға өйрәнеү. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Доклад Татар әдәбияты үсешендә Габдулла Тукайның өлеше.
Татар әдәбияты үсешендә Габдулла Тукайның өлешеТатар әдәбияты үсешенә Габдулла Тукай кебек зур өлеш керткән башка каләм иясен табу кыен. Алай гына да түгел, ул тугандаш төрки һәм Идел-Урал буйларындаг...
Новогодние приключения Яги и Лешего
Новогодний праздник для первоклассников с играми и конкурсами....
Новогодние приключения Яги и Лешего
Новогодний праздник для первоклассников с играми и конкурсами....
Укучыларны биологиядән БДИ га хәзерләгәндә С өлеше биремнәрен чишү
ДокладТема: « Укучыларны биологиядән БДИ га хәзерләгәндә С өлеше биремнәрен чишү.”...
Күренекле татар драматургы, прозаик Туфан Миңнуллинның татар милләтен рухи-әхлакый яктан тәрбияләүгә керткән өлеше.
Туфан Габдулла улы Миңнуллин 1935 елның 25 августында Татарстан АССРның Кама Тамагы районы Олы Мәрәтхуҗа авылында колхозчы гаиләсендә туган. 1952 елда урта мәктәпне тәмамлаганнан соң, башта туган төбә...
7-се класс өсөн башҡорт теленән дәрес: "Ҡошҡа әйләнгән эбей. Ҡылымдар» ".
7-се класс өсөн башҡорт теленән дәрес: "Ҡошҡа әйләнгән эбей. Ҡылымдар» ...
Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары.
презентация по башкирскому языку...