"Мөғжизәләр яланы" уйыны
презентация урока для интерактивной доски (7, 8, 9, 10, 11 класс) на тему
Был уйын Мостай Кәримдең ижадына бағышлана.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mogzhizlr_yalany.docx | 13.72 КБ |
pole_chudes_-_mustay_karim.pptx | 630.93 КБ |
Предварительный просмотр:
“Мөғжизәләр яланы” уйыны
(М.Кәримдең ижадына арнала
Ҡатнашыусылар: 7 – 10 –сы класс уҡыусылары.
Алып барыусы: Асҡарова Г.М.
Сараның маҡсаты: уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең ижады менән таныштырыу, уның тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү; шәхескә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙа үҙаллылыҡ, дуҫлыҡ мөнәсәбәте тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Интерактив таҡта, М.Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, уҡыусыларҙың һүрәттәре, М.Кәрим ижадына арналған таблица, уйын өсөн барабан.
Сара барышы:
Алып барыусы:
Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, -
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.-
шулай тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге, К.С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом лауреаты Мостай Кәрим.
Беҙ ҙә бөгөн бында, “Мөғжизәләр яланы” уйынында һеҙҙең , уҡыусылар, шат та, өмөтлө лә йөҙҙәрегеҙҙе күреп торабыҙ.
Бөгөнгө уйын М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата үткәрелә. Хәҙер уйындың ҡағиҙәләре менән танышып китәйек.
Уйын 3 турҙан торасаҡ. Һәр турҙа өсәр кеше ҡатнашып, бер еңеүсеһе билдәләнә. Һәр тур еңеүселәре тағы ла үҙ-ара көс һынашасаҡ. Ә иң һүңғы еңеүсе суперуйында ҡатнашып, еңеүсе буласаҡ. Барабанда Банкрот, Музыкаль пауза, сектор плюс, Приз секторҙары бар. Улар уйын барышында аңлатыласаҡ.
Уйын барышы: Тәүге өс уйынсы сыға.
Алып барыусы: 1938 йылда Мостай Кәрим дошман пуляһы комсомол билетын һәм йөрәген тишеп сыҡҡан йәш һалдат үлеме тураһында шиғыр яҙа. Һуңынан , 1942 йылда, Мценск ҡалаһы эргәһендә дошман пуляһы М.Кәримдең үҙенең күкрәк кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, йөрәк япмаһына саҡ-саҡ етмәй ҡала. Йәшәү менән үлем араһында оҙаҡ көрәшә ул .Госпиталдә саҡта, һауыға башлап, өс-дүрт айҙан һуң ошо шиғырын яҙа ул.
Һорау: Был шиғыр нимә тип атала?
(музыкаль пауза – 7-се класс малайҙары “Аҡтаныҡ” йырын башҡара)
Икенсе тур.
Һорау: М.Кәрим ниндәй китабы өсөн 1977 йылда Г.-Х. Андерсен исемендәге Халы-ара Почетлы диплом менән бүләкләнә?
(музыкаль пауза – 10-сы класс “Ярлыҡау” повесынан өҙөк)
Өсөнсө тур.
Һорау.: М.Кәримдең ғүмеренең һүңғы йылдарында яҙылған хикәйәһе.
(музыкаль пауза – Солтанова Фаягөл “Йылғалар төнөн һөйләшә)
Финал уйыны:
Өфөлә М.Кәримгә төҙөлгән һәйкәлдең авторы.
Супер-уйын:
Супер уйында ҡатнашыусыға ике хәрефте асырға рөхсәт итәбеҙ.
Һорау: “Ярлыҡау” повесында ошондай юлдар бар (Интерактив таҡтанан күрһәтеү). Пароль нимә ?
Тимәк, уйыныбыҙҙың еңеүсеһе билдәләнде. Уны ҡотлайбыҙ!!!
(һәр уйынсыға, еңеүсегә бүләктәр таратып бирелә)
Уйынды М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Уҡытыусыма” йыры менән тамамлайбыҙ. Һау булығыҙ!
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
“Мөғжизәләр яланы” уйыны Мостай Кәрим ижады
е р ҙ ә г е й д ҙ ҙ а р
х ә б ә р к ө т ә м
ә б ү б ә к р
Мостай Кәримдең һәйкәле
Авторы кем?
а н д р е й к о в а л ь ч у к
Финал уйыны
м ө х ә б б ә т
“ – Туҡта! Кем килә? -Мин киләм! Мария Тереза! -Пароль. -................... -Ундай пароль юҡ бында. Бөтөрөлдө! Һуғыш бында. -Улайһа, мин үҙемә үҙем пароль! Һуғыш миңә баш түгел!”