"Көсһөҙ уйынсы" уйыны
учебно-методический материал (5, 6 класс) на тему
Опубликовано 27.01.2017 - 21:40 - Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы
Был интеллектуаль уйында 5-6 класс уҡыусылары ҡатнаша. Һәр уҡыусы үҙе өсөн белеме буйынса көсөн һынай. Кем иң көслөһө булыр?
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
koshoz_zveno.docx | 16.68 КБ |
Предварительный просмотр:
“Көсһөҙ уйынсы” уйыны
Маҡсат: уҡыусыларҙың аң даирәһен киңәйтеү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тыуған республикаға һөйөү уятыу
Ҡатнашыусылар: 5 – 6 класс уҡыусылары
Алып барыусы: Асҡарова Г.М.
Уйын ҡағиҙәләре:
Уйында 6 уҡыусы ҡатнаша. Һәр раундта икешәр һорау. Раунд һайын бер уҡыусыны уйынсылар уйындан сығара бара. Ни өсөн тап шул уҡыусыны уйындан сығарыуҙарын әйтәләр. Иң аҙаҡта ҡалған уҡыусы – иң көслө уйынсы.
Уйын барышы:
Беренсе раунд
- Башҡортостандың төп халҡы.
- Исем һүҙ төркөмө нимәне аңлата?
- Башҡортостанда балалар өсөн ниндәй журнал сыға?
- Беҙ ниндәй ырыуға ҡарайбыҙ?
- “Мин халҡымдың сәскә күңеленән…” – был шиғыр юлдарының авторы
- Хәбәр ниндәй һорауға яуап булып килә?
- Кем ул М.Кәрим?
- Ике өндө белдергән хәрефтәрҙе ата.
- Мультфильм һүҙенең башҡортса тәржемәһе
- Балалар өсөн сыҡҡан башҡорт яҙмаһы.
- Кем ул С.Юлаев?
- Өфөнөң уртаһында нимә бар?
Икенсе раунд
- Халыҡ ижады жанрын ата.
- Мәҡәлде дауам ит: “Ат -туйған ерендә, егет -…..тыуған ерендә”
- Ҡылым һүҙ төркөмөмнимәне белдерә?
- Башҡортостанда ниндәй телеканал эшләй?
- “Һинең исемең” – нисәнсе затта ҡулланылған?
- Асы ауылынан сыҡҡан билдәле артист.
- Ниндәй район оса?
- М.Кәримдең балалар өсөн әҫәре.
- “Яҡшы кеше” һүҙбәйләнешендә эйәртеүсе һүҙ.
- Ер, Ут, Һыу, Һауа төшөнсәләрен өйрәткән рус малайы.
Өсөнсө раунд
- “Йәншишмә” гәзитендәге рубрикалар.
- Беҙҙең райондың кешеһе беҙгә кем була?
- Әсәй һүҙе беренсе затта нисек була?
- Башҡортостан хоккей командаһы кем исемен йөрөтә?
- Матур һүҙенең синонимдары.
- Алтын көҙ. Көҙ килде. Ҡайһыһы һөйләм?
- БСТ каналында балалар өсөн һүрәт төшөрөү буйынса тапшырыу.
- Ҡыҙыл һүҙенең артыҡлыҡ дәрәжәһе
Дүртенсе раунд
- Дауам ит . “Айырылғанды айыу ашар,……”
- Япраҡ һүҙендә нисә хәреф, нисә өн?
- А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһендә изге йәнле йәнлек.
- Б өнө яңғыраумы, һаңғыраумы?
- Башҡортостан флагы ниндәй төҫтәрҙә?
- Болон һүҙен эйәлек килешкә ҡуй.
Бишенсе раунд
- Әкиәттәр, ғәҙәттә, ниндәй һүҙҙәр менән башлана?
- Бөгөн ниндәй көн?
- Нимә ул шәжәрә?
- Беҙҙең ауылдан сыҡҡан күренекле кеше.
- Башҡортостандың тәүге президенты.
- Башҡортостанда ниндәй телдәр дәүләт телдәре иҫәпләнә?
- Башҡорт алфавитында нисә хәреф?
- Һымаҡ, кеүек, төҫлө һүҙҙәре менән ниндәй һүрәтләү сараларына әйтәбеҙ?