М.Кәрим "Үлмәҫбай" поэмаһы
план-конспект урока (8 класс) на тему

Янбаева Таңһылыу Илшат ҡыҙы

8 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл m.karim_.docx23.69 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль район Ейәнсура районының 

муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының

Башҡорт Үргене ауылының урта белем биреү мәктәбе

Асыҡ дәрес өлгөһө

Тема: М.Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы

8 класс

            Уҡытыусы:

Янбаева Таңһылыу Илшат ҡыҙы

Башҡорт Үргене - 2017

Тема: М.Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

 Маҡсат: һүҙ байлығын, яҙыусының оҫталығын уҡыусыларға еткереү;

һөйләү телмәрен үҫтереү;

шағирҙың ижады , совет һалдаттарының батырлығы менән ғорурланыу хисе, һоҡланыу тойғоһо, һөйөү тәрбиәләү. 

Йыһазландырыу: дәреслек, ИКТ, проектор, портреты һәм яҙыусынын китаптары.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

2.Инеш һүҙ.

- Үткән дәрестә һеҙ, Мостай Кәрим  ижады менән таныша башлағанһығыҙ. Әҙипте7 ижадында күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көндә лә актуалме? (Яуаптар)

- Бөгөн беҙ Мостай Кәримде7 я7ы әҫәре менән танышаса6бы4.

3.Теманы асыу, ма6сат билд8л89.

1-се слайд.

-Әйҙәгеҙ әле, башты эшләтеп алайыҡ. Ребус сисер кәрәк.

- Әйҙәгеҙ, ошо исемдән сығып дәресебеҙҙе7 тема3ын асайы6 38м ма6сатын билд8л8п 9т8йек.

- Тим8к, б2г2н  нинд8й 818р мен8н танышаса6бы4?

4.Төп өлөш.

1941 йылдың 22 июнендә Гитлер Германияһы беҙҙең илгә мәкерле һуғыш башлағас, М.Кәрим дә, ҡулына ҡорал алып, Тыуған ерҙең азатлығы өсөн яуға китә. Фронтҡа китер алдынан “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ижад итә. Шағир башҡорт халҡының традицияларына тоғро буласағы, йыр өсөн һәм Тыуған ер өсөн аяуһыҙ ҡаты һуғышасағы тураһында әйтә. Ул был антына тоғро ҡала. 1942 йылда август айында хәтәр һуғыштарҙың береһендә дошман снарядының утлы ярсығы, уның түш кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, йөрәккә саҡ ҡына теймәй үтә. Госпиталдә 3-4 ай ятҡандан һуң ғына ул ҡулына ҡәләм алырлыҡ хәлгә килә һәм үҙенең ижадында күренекле урын тотҡан шиғыр һәм поэмаларын ижад итә. 1942 йылдың көҙөндә, госпиталдә ятҡанда, ул “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшө 1944 йылда Украинала яҙыла.

2-се слайд.

-Һүҙлек эше.

Проблемалы һорау ҡуйыу:

- Ни өсөн әҫәр “Үлмәҫбай” тип атала?

4.1.Поэманы аудиояҙманан  тыңлау.

4.2.1-се бүлекте анализлау. 

– Поэма нимә менән башланып китә?

 - Үлмәҫбайҙың телмәренә ниндәй сифаттар хас? (бөтә ваҡиғаларҙы ла юмористик тонда һөйләй) 

- Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа? (шаян) 

- Дошман менән осрашҡанда Үлмәҫбай үҙен нисек тота? (ҡыйыу, батыр, сабыр) 

-Үлмәҫбай образында шағир халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса? 

Ял минуты.

4. 3.“Үлмәҫбай туйға бара” бүлеге (комментарий менән уҡыу) 

- Был бүлектә нимә хаҡында һүҙ бара?

- Кем ул “Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш” ҡарт.

 – Ниндәй туй йолалары тураһында әйтелә? 

4.4. 3-сө бүлекте комментарий менән уҡыу.

– Поэманың төп геройҙары кем? (Үлмәҫбай, Теребай – һалдаттар, разведчиктар)

- Уларға ниндәй сифаттар хас? (Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, сабырлыҡ, көр күңеллелек, таҫыллыҡ, тапҡыр аҡыллылыҡ, мәрәкәсел. Уларҙың исемдәре үк халыҡтың үлемһеҙлеген, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай).

-Был турала поэмала нисек әйтелгән? Үлмәҫбай үҙен:

Тау башҡорто тоҡомонан,

Салауат затлы булам…

Һунарсы минең ырыуым…

Чуд тигән күле лә бар,-

тип танышытыра . Был юлдарҙан Үлмәҫбай образында үҙ халҡына хас иң яҡшы традициялар менән илһөйәрлек сифаттарының бергә ҡушылыуы күренә.

-Поэмала тағы ла ниндәй традициялар күренә? (һунарсылыҡ). Улар:

3-сө слайд

Һунарсы ҡаны үҙемдә,

Һунарсы булыр балам…

Һунар сыға һалыуыма

Шул ғәҙәт булды сәбәп, -

тиҙәр.

-Милли характер һыҙаттары хаҡында поэманың ниндәй урынында әйтелә?

- Башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ сифаты иҫкә алына.

4-се слайд

Вәт шулай. Хәҙер үҙеңде

Ҡунаҡҡа алып китәм.

Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:

“Башҡорт ҡунаҡсыл икән…”-

тигән юлдарҙа күренә.

-Поэмала тағы ла ниндәй милли традициялар күренә?

5-се слайд

Шағир бөтә ижады буйынса ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған ат образын һынландыра.

6-сы слайд

Әҙиптең ижадына килеп ингән һыбайлы егет образы халыҡ ижадынан килеп ингән образ ғына түгел, халыҡтың көндәлек тормошо менән бәйле булыуы һөҙөмтәһендә килеп ингән образ.

 7-се слайд

-М.Кәрим Үлмәҫбай, Теребай образдарын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар файҙалана? (фантастик элементтар, әкиәттәргә хас алымдар)

-Үлмәҫбай менән Теребай тормошта осрай торған реаль образдар. 

- Поэманың тел-стиль үҙенсәлектәре тураһында нимә әйтерһегеҙ? (халыҡсан әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр күп)

8-се слайд

5.Йомғаҡлау.

  • Тимәк, ни өсөн әҫәр “Үлмәҫбай” тип атала?
  • - Рус әҙәбиәтендә “Үлмәҫбай”ға оҡшаған ниндәй әҫәр уҡығанығыҙ бар?(А.Т.Твардовский “Василий Теркин”) 

6.Рефлексия.

  • Уҡыусылар, бөгөн дәрестә нимә өйрәндек? 
  • Дәрестән нимә алдыҡ?
  • Нимә оҡшаны, оҡшаманы? Йылмайлаҡтар менән кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ. (Смайлик)

7. Өйгә эш.

  • Өс йүнәлешле өйгә эш.
  1. поэманан өҙөк ятларға;
  2. поэманың йөкмәткеһе буйынса һүрәт эшләргә;
  3. поэманы уҡып сығырға

8.Баһа ҡуйыу.

Уҡыусылар, баһалар ҡуйыу буйынса һеҙҙе7 ярҙам кәрәк ине. (Бер-береһенә баһа ҡуйыу)

  • Дәрес өсөн рәхмәт, һау булығыҙ.