Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге
план-конспект урока на тему

Зарипова Инзиля Шайгалиевна

Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге 5 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл huzzen_kup_mgnlelege_5_klass.docx16.2 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының

Мәғариф министрлығы

Краснокама районы Муниципаль районы

“Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Асыҡ дәрес

Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге

(5 синыф)

Үткәрҙе: Краснокама районы Яңы Нуғай ауылы урта дөйөм белем

биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыутыусыһы Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы.

Яңы Нуғай – 2008

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы һүҙҙең күп һәм бер мәғәнәлелеге тигән төшөнсә менән таныштырыу, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтеү;
  2. Һүҙ байлығын арттырыу, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
  3. Туған телгә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау: ноутбук, проектор, һүҙлектәр.

Дәрес барышы.

I Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн башҡорт теле дәресен мин, Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы, алып барасаҡмын. Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайыҡ та дәресте башлайбыҙ.

II Ҡабатлау

Телебеҙҙә һүҙҙәр бик күп, улар төрлө-төрлө. Белеүегеҙсә, һәр һүҙ нимә лә булһа аңлата, йәғни уның лексик мәғәнәһе була. Мин хәҙер һеҙгә һүрәтләмәләр әйтәм, ә һеҙ уларҙың яуаптарын әйтерһегеҙ. (проектор аша һорауҙар сыға.)

  1. Көҙ менән яҙ араһындағы йыл миҙгеле. (ҡыш)
  2. Китаптар ҡуя торған таҡта. (кәштә)
  3. Эш эшләгәндә билгә бәйләп ҡуя торған дүрткел сепрәк. (алъяпҡыс)
  4. Дәфтәрҙәге ҡағыҙҙың бер яғы. (бит)
  5. Энәнең еп һаплау өлөшө. (күҙ)
  6. Кешенең хәрәкәт итеү тән ағзаһы. (аяҡ)

III Яңы тема өҫтөндә эш.

Бик яҡшы, уҡыусылар. Ә был һүҙҙәрҙе рус телле кешегә нисек аңлатыр инегеҙ? (һүҙҙәрҙе тәржемә итеү). Бына беҙ күҙ һүҙен ушко тип тәржемә иттек. Ни өсөн улай булды икән? Әйҙәгеҙ, күҙ һүҙе менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ. Ҡыш һүҙе менән дә һөйләмдәр төҙөйбөҙ. Ҡайһы һүҙ менән төрлө-төрлө һөйләмдәр килеп сыҡты? Ни өсөн шулай? Тәрәнерәк аңлар өсөн әйҙәгеҙ минең һөйләмдәрҙе уҡып үтәйек.

Бит һүҙе был һөйләмдәрҙә нисек ҡулланылған? Беренсе һөйләмдә бит һүҙе нимәне аңлата? Икенсе һөйләмдә? Өсөнө? Бөтә һөйләмдәрҙә улар бер үк мәғәнәне аңлаталармы? Ә нимә аңлаталар улар? Тимәк, бит һүҙе нисә мәғәнәне аңлата?

Бит – лицо

Күл бите – поверхность

Тау бите – склон

Шулай итеп, беҙ бөгөн һүҙҙәҙең күп мәғәнәлелеген өйрәнәбеҙ. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны яҙҙыҡ. (проектор аша таҡтала ике бағанаға яҙылған һүҙҙәр сыға)

Ҡыш                                Бит

Мәктәп                             Морон

Уҡыусы                             Ҡолаҡ

Бер мәғәнәле                       Күп мәғәнәле

(Уҡыусылар миҫалдар килтерә.)

Шулай итеп, бер мәғәнәле һүҙҙәр һүҙҙең төп төшөнсәһен белдерә, ә күп мәғәнәле һүҙҙәр төп мәғәнәле бер һүҙҙән киңәйеп бүтән төрлө мәғәнә белдерә.

IV Һүҙлек менән эш.

Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен беҙ ҡайҙан ҡарап белә алабыҙ? (һүҙлектәрҙән)

Ниндәй һүҙлектәр беләһегеҙ? (уҡыусылар яуап бирәләр). Хәҙер башҡортса-русса һүҙлеге менән эшләп алабыҙ. Тамыр һүҙенең мәғәнәләрен ҡарап үтәбеҙ. Кем миңә ярҙам итә? Тимәк, тамыр һүҙенең нисә мәғәнәһе бар?

V Карточаклар менән эшләү.

Уҡыусыларға ҡултыҡ, ауыҙ, теш, ҡырҡыу тигән һүҙҙәр яҙылған карточкалар таратыла. Балалар һүҙлектән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен яҙып алалар.

Һүҙҙең күп мәғәнәлелеген нисек белеп була? Эйе, уларҙың мәғәнәләре теҙелеп китә.

VI Ял минуты (бейеү)

VII Үҙаллы эш – төркөмдәрҙә эшләү.

Хәҙер 3 төркөмгә бүленәбеҙ. Беренсе төркөмгә – еңел, икенсе – баш, өсөнсө – йөҙ һүҙҙәренең ҡайһы һүҙҙәр менән йәнәшә тора алғанын әйтергә.

VIII Дәреслек менән эш.

Дуҫлыҡ иле тиҙәр. Ниндәй республика тураһында әйтәләр ул? Эйе, был Башҡортостан. Уның тураһында күберәк белер өсөн 176-сы күнегеүҙе эшләп үтәйек.

Өҙөктө уҡыр алдынан уның төп фекерен билдәләргә тырышығыҙ. (Уҡыусылар тексты уҡыйҙар)

-Төп фекере – Башҡортостан – иркен ил.

-Республика ниндәй өлкәләр һәм республикалар менән сиктәш?

-Өфө ҡайҙа урынлашҡан?

-Ут күршеләр тип кемдәргә әйтәләр? Нисек аңлайһығыҙ был һүҙбәйләнеште?

Борондан кешеләр ут яғып йәшәгәндәр. Ут һүнһә, улар утты бер-береһенән һорар булғандар. Алыҫта йәшәгән күршегә бармағандар, әлбиттә, улар яҡындағы күршегә ингәндәр. Шуға уларҙы ут күршеләр тип йөрөткәндәр. Бына шулай кешеләр борон-борондан бер-береһенә булышып йәшәгәндәр һәм ғаилә усағы бер ҡасан да һүнмәҫ булған.  Республикала ғаилә йылы тип иғлан ителде. Хөкүмәт тарафынан ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙылды. Был бик һөйөнөслө. Мин ғаилә усаҡтарының бер ҡасан да һүнмәүен теләйем.

IX Йомғаҡлау. Баһа ҡуйыу.

Дәресте Ирек Кинйәбулатовтың “Туған телем” шиғырынан өҙөк менән тамамлайыҡ.

Тел тамыры – ил тамыры,

Телем тамыры тәрән,

Гүйә, нескә гөл тамыры,

Уны белеү ҙә кәрәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укучыларның үсеш дәрәҗәсенә йогынты ясаучы инновацион педагогик технологияләрнең эффектлылыгы һәм нәтиҗәлелеге .(Педсовет)

“Балаларыгызны үзегезнең заманыгыздан башка заман өчен укытыгыз,чөнки алар сезнең заманыгыздан башка бер заманда яшәү өчен дөньяга килгәннәр”.Р.Фәхреддин  Бүгенге җиһан катлаулы, тиз үзгәрүч...

Укучыларның үсеш дәрәҗәсенә йогынты ясаучы инновацион педагогик технологияләрнең эффектлылыгы һәм нәтиҗәлелеге .

“Балаларыгызны үзегезнең заманыгыздан башка заман өчен укытыгыз,чөнки алар сезнең заманыгыздан башка бер заманда яшәү өчен дөньяга килгәннәр”.Р.Фәхреддин...

Укучыларның үсеш дәрәҗәсенә йогынты ясаучы компьютер технологиясенең эффектлылыгы һәм нәтиҗәлелеге

Бүгенге уку-укыту процессы укытучылар алдына яңа педагогик технологияләргә таянып эшләү, уку-укыту эшендә аларның барсын да күпмедер дәрәҗәдә куллану максатларын куя. Информацион технологияләрнең зур ...