Юл ҡағиҙәләре. Рәүеш.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

VI класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres_6kl.docx26.92 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының

Оло Ҡасаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 “Юл ҡағиҙәләре. Рәүеш”.

темаһына асыҡ дәрес.

VI класс.

 

 

                           

                                                  Уҡытыусы:  Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы,

                                                  башҡорт теле  һәм

                                                  әҙәбиәте    уҡытыусыһы

                                                                                                       

Оло Ҡасаҡ – 2014 йыл.        

Тема: Юл ҡағиҙәләре.Рәүеш.

        Маҡсат:

        1. Юл ҡағиҙәләрен ҡабатларға, белемдәрен системаға һалырға;

        2. Яҙма һәм һөйләү телмәрҙәрен, фекерләү ҡеүәләрен,         иғтибарлылыҡтарын үҫтерергә;

        3. Уҡыусыларға юл ҡағиҙәләренә етди иғтибар тәрбиәләү.

        Йыһазландырыу: светофор, карточкалар, хәүефһеҙ юл йөрөү  ҡағиҙәләренең картаһы.

Дәрестең барышы:

I. Ойоштороу мәле.

1.Сәләмләү.Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт теле дәресен үткәрәбеҙ.

3. Дәрестең инеш өлөшө.

  • Уҡыусылар, бөгөн нисәһе?
  • Ә көн ниндәй? Һауа торошо ниндәй?

Бирелгән һүҙҙәр ярҙамында тулы һөйләм төҙөп әйтәйек.

(һыуыҡ, йылы, ямғырлы, ҡарлы, аяҙ, болотло, тайғаҡ, боҙлауыҡ, елле, ҡояшлы)     Бөгөн көн һыуыҡ.

  • Афарин!
  • Шундай һыуыҡ, боҙлауыҡ көндө урамда нисек булырға кәрәк?

(иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк)

  • Эйе, дөрөҫ. Ә юл йөрөгәндә нимәне белергә кәрәк?
  • Юл йөрөү ҡағиҙәләрен.
  • Дөрөҫ. Тимәк беҙ бөгөн дәрестә юл ҡағиҙәләре тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итеп, рәүеш һүҙ төркөмөн үҙләштеребеҙ.

Дәрестең төп өлөшө.

  • Юл ҡағиҙәләренең иң төп билдәһе нимә? (светофор һүрәте)
  • Светофор тураһында шиғыр менән танышайыҡ. Уҡыр алдынан яңы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ.

Дәрестә үтеләсәк актив һүҙҙәр менән эш

  • Ошо һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә йәбештереп ҡуйырһығыҙ. (һүҙлек һүҙҙәре яҙылған карточкалар таратып бирелә)

Сфетофорға ҡарап барам,

Һары, йәшел һәм ҡыҙыл.

Тиҙ генә сығам тиһәм,

Машина бара уҙып.

Йәшел төҫө янғас ҡына,

Урам аша  һаҡ атлайым.

Ҡыҙыл төҫкә сыҡма тигән

Ҡағиҙәне ятлайым.                                      ( М. Хисамова)

Уҡытыусы уҡый. Хор менән уҡыу. Бер нисә баланан уҡытыу.

  • Ниндәй төҫтәр бар?

Тәржемә итәйек.

  • Ниндәй юл ҡағиҙәләре тураһында һүҙ бара?
  • Ә тағы ниндәй  юл ҡағиҙәләренең билдәләре бар һуң?

Китап менән эш

  •  Китаптарҙың 50-се битен асайыҡ. 132-се күнегеүҙе таптыҡ. Бында ниндәй билдәләр бирелгән һуң, беләһегеҙме?  (велосипедта йөрөргә тыйыла, йәйәүлеләр юлы, велосипедсылар юлы, светофор булыуын иҫкәртә)
  • Ә һеҙҙең мәктәп тирәһендә ниндәй юл ҡағиҙәләренең билдәләре бар?
  • Афарин!
  • Уҡыусылар, кире шиғырға әйләнеп ҡайтайыҡ.  
  • Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ әле. Ниндәй һүҙҙәр улар? (рәүеш)
  • Һорауын әйтегеҙ. Нисек? Һәм һәр ваҡыт ул ҡылым алдынан килә.
  • Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны яҙып ҡуяйыҡ.
  • Карточкала бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән рәүеш булғанын ғына дәфтәрегеҙгә яҙып алығыҙ.

 

Тимәк,  рәүеш ҡылым алдынан ғына килә.

  • Уҡып ишеттерегеҙ. Бер нисә бала уҡый. Һөйләм төҙөп әйт әле. Афарин!

Ял минуты Йәшел төҫкә алға бер-ике аҙым атлайҙар, ҡыҙыл төҫкә – туҡтайҙар, һары төҫкә – урында атлайҙар.

Карточкалар менән эш

  • Һүҙбәйләнештәр яҙҙыҡ, һөйләмдәр әйттек, хәҙер диалог төҙөйөк. Таратып бирелгән карточкаларҙа төшөп ҡалған нөктәләр урынына һүҙҙәр  ҡуйып диалог төҙөгөҙ.

Диалог

  • Ғәфү итегеҙ, әйтегеҙ әле, 2-се мәктәпкә ... барырға?
  • Унда ... менән барып була.
  • ...  барып булмаймы?
  • Була, ләкин бик ... .
  •  ... автобустар бара?
  • алтынсы, унынсы маршрут  автобусы бара.
  • ...  ! Һау булығыҙ!
  • Ярай, юлда иғтибарлы булығыҙ!

Ярҙамсы һүҙҙәр: нисек, автобус, йәйәү (пешком), алыҫ (далеко), ниндәй, рәхмәт

  • Ғәфү итегеҙ, әйтегеҙ әле, 2-се мәктәпкә нисек барырға?
  • Унда автобус менән барып була.
  • Йәйәү барып булмаймы?
  • Була, ләкин бик алыҫ .
  •  Ниндәй автобустар бара?
  • алтынсы, унынсы маршрут автобусы бара.
  • Рәхмәт ! Һау булығыҙ!
  • Ярай, юлда иғтибарлы булығыҙ!

Бер ике пар уҡып ишеттерә.

Рәүештәрҙе һанап сығығыҙ. (Йәйәү, алыҫ) 

  • Мин һеҙгә килгән саҡта машина килдем. Юлды сыҡҡанда светофор юҡ – иғтибарлы булырға кәрәк. Ә һеҙ нисек йөрөйһөгөҙ мәктәпкә? Автобус, машина  менәнме, әллә йәйәүме,?

Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.

Өй эше.Шиғырҙы тасуири уҡырға. Иң файҙалы юл ҡағиҙәһенә һүрәт яһарғаhttp://im4-tub-ru.yandex.net/i?id=184688685-45-72&n=21!!!