Н.Мусин "Төлкөнө алдап буламы?"
методическая разработка (5 класс) на тему
Разработка урока по внеклассному чтению в 5 классе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
n.musin_tolkono_aldap_bulamy.doc | 89.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Ноғман Мусин.
“Төлкөнө алдап буламы?”
Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы,
Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Башҡортостан Республикаһы
Архангел районы муниципаль районы
Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Республика Башкортостан
МР Архангельский район
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д.Тереклы
Тема: Н.Мусин. “Төлкөнө алдап буламы?” (кластан тыш уҡыу дәресе)
Маҡсаттар:
- Н.Мусиндың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү;
- анализлау һәм прогнозлау һәләтен нығытыу, һүҙ байлығын арттырыу, яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү;
- уҡыусыларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Н.Мусин тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, мультимедиа проекторы, компьютер, тест.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш, уҡытыусының тасуири уҡыуы, ял минуты, төркөмдәрҙә эҙләнеү эше.
Предмет һөҙөмтәләре: Н.Мусиндың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр алыу, әҫәрҙе анализлай белеү, һорауҙарға яуап бирә белеү, ижади эш яҙыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре: дәрескә маҡсат ҡуйыу, проблеманы аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, үҙ белемеңде баһалау, һорауҙарға яуап бирә белеү, һығымта яһай белеү.
Шәхси һөҙөмтәләр: хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеген аңлау, Н.Мусин ижадына ихтирам тәрбиәләү.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле.
1. Психологик комфорт булдырыу.
Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Йылы һүҙҙән тыуған оло шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп өндәшәм:
Балалар, хәйерле иртә!
Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.
2.Мотивация. Эпиграф уҡыу.
Уҡытыусы. Уҡыусылар! Дәресебеҙҙең эпиграфын уҡыйыҡ әле. “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тип әйтелгән. Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?Тырышлыҡ нимәгә килтерә? (яуаптар)
Уҡытыусы. Тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ. Дәрестәге эшебеҙҙе нисек баһаларбыҙ?(яуаптар) Яҡшы, һәр берегеҙ үҙ эшегеҙҙе үҙегеҙ баһаларһығыҙ.
3.Уҡыу мәсьәләһен булдырыу.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер экранға ҡарайыҡ әле. Бик күп яҙыусылар, шағирҙар тирә - яҡ, тыуған тәбиғәт тураһында әҫәрҙәр ижад иткәндәр. Хәҙер һеҙгә бер яҙыусы тураһында уҡып ишеттәрәм. “Бала саҡтан буласаҡ яҙыусы ҡоштар, хайуандар, бөжәктәр, ғөмүмән, тәбиғәт тормошо, уның мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһына. Күргән, белгәндәрен башҡаларға еткереү теләге уға ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр яҙырға булышлыҡ итә. Ул урманды, уның матурлығын, байлығын данлап, талантлы яҙыусы булып таныла”.
- Һеҙҙең фекерегеҙсә, кем тураһында был һүҙҙәр? Башҡорт әҙәбиәтендә экология, тәбиғәт, тирә - яҡ тураһында иң күп яҙған яҙыусы кем ул? Уны “урман йырсыһы” тип тә йөрөтәләр. Исем-фамилияһын таблоға ҡарап табайыҡ (яуаптар)
и | в | ҫ | т | ҙ | б | к |
ф | Н | о | ғ | м | а | н |
Н | ә | ж | м | и | ғ | ө |
й | у | д | й | ү | и | с |
Б | л | М | у | с | и | н |
ү | ә | ө | ҙ | ғ | ҡ | ң |
Уҡытыусы. Афарин! Ул яҙыусы - хәҙерге әҙәбиәттең иң күренекле прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Ноғман Мусин.
4.Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.
Уҡытыусы. Дәресебеҙҙең темаһын нисек билдәләр инегеҙ? Экрандағы һүрәткә, күргәҙмә материалға ҡарап, әйтеп ҡарағыҙ әле. (яуаптар)
Уҡытыусы. Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ? (яуаптар)
Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, беҙ яҙыусының тормошо һәм ижадына байҡау яһарбыҙ, уның матур бер әҫәре менән танышып китербеҙ, белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ. Дәфтәргә числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.
(число, тема яҙҙырыу)
II. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу проблемаһын сисеү.
1. Төркөмдәрҙә эш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, Кем һуң ул Н.Мусин? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер: Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисә? Хәҙер бергәләп ошо һорауҙарға яуапты таратма материалдар, дәреслек, Интернет селтәре буйынса табайыҡ. Тиҙерәк булһын өсөн төркөмләп эшләйек:
1 төркөм: Ҡайҙа? Ҡасан?
2 төркөм: Кем? Нисә?
(уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүе)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер тапҡан мәғлүмәттәрҙе иптәштәребеҙгә еткерәйек. Мин һеҙгә презентация менән ярҙам итермен.
(уҡыусылар сығышы)
1) Ҡайҙа?Ҡасан? Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Башта ул үҙ ауылдарында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып ҡайта. 1958 йылда “Ағиҙел” журналына эшкә килә, ошонан һуң әҙәбиәттән айырыла алмай.
2) Нисә? Унлап романы, бик күп хикәйәләре, утыҙлап повесы бар.
3) Ниндәй? Ул - үткер күҙле прозаик. Ижады 1953 йылда “Минең дуҫ” тигән хикәйәнән башлана. Тәүге повесы “Зөһрә” 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан журналында донъя күрә. Артабан “Тревога алдынан”, ”Ер биҙәге”, ”Ауылым юлы”, ”Кеше йылмая”, ”Күксә урманында”, ”Һинең мөхәббәтең” тигән повестар, күп кенә хикәйәләр бер-бер артлы баҫылып сыға.1968 йылда “Өҙәрем юл кешеләре” тигән тәүге романын баҫтырып сығара. Тәүге романын уҡыусылар йылы ҡабул иткәс, яҙыусы тағы ла дәртләнеберәк ижад эшенә сума. ”Һайлап алған яҙмыш”, ике китаптан торған “Мәңгелек урман”, ”Зәңгәртауҙа аҡ болан”, ”Яралы кеше тауышы”, ”Таң менән сыҡ юлдарға”, ”Һуңғы солоҡ”, ”Шунда ята батырҙар һөйәге” романдарын һәм бик күп хикәйәләр, повестар яҙырға өлгөрә ул.
Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең әҫәрҙәрендә күберәк тәбиғәткә дан йырлай.
4) Кем? Н.Мусин - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Уҡытыусы. Шулай итеп, бергәләп тулы ғына мәғлүмәттәр алдыҡ. Афарин! Эштәрегеҙ өсөн ҡағыҙҙарҙа үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
2. “Төлкөнө алдап буламы” хикәйәһе буйынса эш.
Уҡытыусының тасуири уҡыуы.
Уҡытыусы. Эйе, башҡорт халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең әҫәрҙәрендә күберәк тәбиғәт тураһында яҙа, кешене лә ана шул тәбиғәттең бер балаһы итеп күрһәтә. Уны хатта “урман йырсыһы” тип йөрөтәләр. Хәҙер шундай әҫәрҙәренең береһе - “Төлкөнө алдап буламы” хикәйәһе өҫтөндә эште башлайыҡ. Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? (яуаптар)
Уҡытыусы. Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Мин һеҙгә был хикәйәне уҡып ишеттерәм.
Һүҙлек эше.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, оҡшанымы әҫәр? Хикәйәлә әйтелгәндәр бөтәһе лә аңлашылдымы? Әйҙәгеҙ бер нисә ауырыраҡ аңлайышлы һүҙҙе ҡарап китәйек һәм дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.
Сәке –
Дороп (дробь) –
Сүрәгәй – йорт өйрәгенән бәләкәйерәк өйрәк (чирок)
Ҡыраз битләү –
Ҡаулан – (жнивьё)
Һорауҙарға яуаптар.
Уҡытыусы. Беҙ һеҙҙең менән хикәйә уҡыныҡ. Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара? Фаразыбыҙ тап килдеме? (яуаптар)
Уҡытыусы. Ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара? Ҡайҙан белдегеҙ? Табып уҡып күрһәтегеҙ. (уҡыусыларҙың уҡыуы)
Уҡытыусы. Әҫәрҙә ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? Уның тураһында нимәләр белдегеҙ? (яуаптар)
Уҡытыусы. Хикәйәлә кем тураһында һүҙ бара? Кем ул? Шөғөлө ниндәй? (яуаптар)
Уҡытыусы. Уның шөғөлө аша ниндәй һыҙаттары асыла? (яуаптар)
Уҡытыусы. Эйе, Әбделнәғим бабай - ул һунарсы. Ул ғүмеренең күп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен асмаған! Малайға ул ниндәй ҡыҙыҡ хәлде һөйләй? (яуаптар)
Уҡытыусы. Шулай итеп, хикәйәнең исеменә сығарылған һорауға нисек яуап биреп була? Төлкөнө алдап буламы? Нисек итеп? (яуаптар)
IV. Ял минуты.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, төлкө тураһында халҡыбыҙ күп әҫәрҙәр ижад иткән. Шуларҙың береһенән өҙөк тыңлап, ял итеп алайыҡ.
(“Төлкө менән арыҫлан” әкиәтенән өҙөк тыңлау)
V. Белемде нығытыу.
Төркөмдәрҙә эш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, ял итеп алдыҡ, эшебеҙҙе дауам итеп, төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.
1-се төркөмгә эш: хикәйәнән төлкө тураһында әйтелгән урындарҙы табып уҡырға;
2-се төркөмгә эш: Интернет селтәренән төлкө тураһында мәғлүмәт табырға;
(төркөмдәрҙең үҙ аллы эшләүе)
Уҡытыусы. Шулай итеп, хикәйәлә төлкө тураһында нимә әйтелә? (1-се төркөмдөң яуаптары)
Уҡытыусы. Ә һеҙ төлкө тураһында нимәләр белдегеҙ? (2-се төркөмдөң яуаптары)
Төлкө — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек[1]. Төлкө һөтимәр хайуан. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 40—60 см, ауырлығы 6—10 см. Төлкө ҡыҙыл төҫтә була. Урманлы далала, далала йәшәй. Төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Тәүлек буйы, бигерәк тә кисен әүҙем. Төлкө - мәкерлек билдәһе, хәйләкәрлек, етеҙлек символы.
VI. Контроль.
Уҡытыусы. Шулай итеп, уҡыусылар, төлкөнөң хәйләкәр йәнлек икәнлеген белдек, ләкин кәрәк саҡта төлкөнән дә хәйләкәрерәк булырға кәрәк икән. Шулай ҙа, Әбделнәғим олатай ниндәй һығымта яһай? Уның һүҙҙәрен табып уҡыйыҡ та аңлатып китәйек.(яуаптар)
Уҡытыусы. Эйе, донъяны хәйлә менән генә көтөп булмай. Үҙ көсөңә ышанып, тырышып эшләһәң генә донъялағы ҡаршылыҡтарҙы үтеп була, маҡсатыңа етеп була. алдатып йәшәп булмай. Әбделнәғим бабайҙың һүҙҙәрен дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ һәм иҫебеҙҙә ҡалдырайыҡ.
(дәфтәргә яҙып ҡуйыу)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, әйҙәгеҙ, алған белемдәребеҙҙе тикшереп китәйек.
(тест һорауҙарына яуап биреү)
Тест һорауҙары:
1. Н.Мусин ҡайҙа тыуған ?
а) Салауат районы Арҡауыл ауылында
б) Ишембай районы Ҡолғона ауылында
в) Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында
2. Яҙыусы ҡасан тыуған?
а) 1919 йылдың 20 октябрендә
б) 1932 йылдың 12 февралендә
в) 1931 йылдың 17 июлендә
3.”Төлкөнө алдап буламы?”
а) нәҫер
б) хикәйә
в) шиғыр
4.Тәүге әҫәренең исеме?
а) ”Аҡ бурандар”
б) “Атайымдың ос һәнәге”
в) ”Минең дуҫ”
4. Н.Мусин кем ул?
а) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
б) Башҡортостандың халыҡ шағиры
в) Башҡортостандың халыҡ артисы
5. Н.Мусин нимәләр яҙа?
а) Роман, шиғыр, хикәйә
б) Хикәйә, повесть, роман
в) Хикәйә, повесть, шиғыр
6. Н.Мусинды кем тип йөрөтәләр?
а) тау йырсыһы
б) ауыл йырсыһы
в) урман йырсыһы
Уҡытыусы. Алдан килешеү буйынса, үҙебеҙҙең эштәребеҙҙе үҙебеҙ баһалайбыҙ һәм баһалау ҡағыҙҙарын йыйып бирәбеҙ.
VII. Рефлекция.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Дәрестә нимәләр белдек? Үҙебеҙгә нимәләр алдыҡ? Ноғман Мусиндың әҫәре оҡшанымы? Ул беҙгә нимә әйтергә теләгән? (яуаптар)
Йомғаҡлау. Уҡыусылар, дәрес аҙағына яҡынлашты. Бөгөн дәрес бик фәһемле булды, күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. “Урман йырсыһы” Ноғман Мусин кеүек ҡоштар, хайуандар, бөжәктәр, ғөмүмән, тәбиғәт тормошо, уның мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Урманды, уның матурлығын, байлығын күрә белегеҙ, һаҡсыл булығыҙ! Барыбыҙ ҙа дәрестә тырышып эшләне. Дәресебеҙ тамам. Һау булығыҙ!
Өй эше. 1. Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.
2. Н.Мусинға арналған проект эше (презентация, хат, фотогалерея
һ.б.) башҡарырға.
3. Хикәйә буйынса иллюстрация эшләргә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ноғман Мусин “Төлкөнө алдап буламы?”
Тема: Н.Мусин. “Төлкөнө алдап буламы?” (кластан тыш уҡыу дәресе)Маҡсаттар:Н.Мусиндың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү;анализлау һәм прогнозлау һәләт...