Ҡәҙим Аралбаев “Йомабай ҡурайы”
план-конспект урока (6 класс) на тему

Ҡ. Аралбаев "Йомабай ҡурайы"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yomabay_kurayy.docx31.94 КБ

Предварительный просмотр:

Тема.  Ҡәҙим Аралбаев “Йомабай ҡурайы”

  Маҡсат:

-“Йомабай ҡурайы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, шиғырҙың поэтик эшләнешенә иғтибар итеү;

- Йомабай Иҫәнбаевтың шәхесенә уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлтеү;

- Башҡорт халҡының ошондай күренекле шәхестәре менән һоҡланыу, уларға оҡшарға тырышыу тойғолары тәрбиәләү.

   Йыһазлау: мультимедиа проекторы, видеояҙма,аудиояҙма, схемалар,дәреслек.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  Ултырығыҙ. Кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Уҡыусылар,  мин  Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы булам. Архангел районы Ҡыҫынды мәктәбендә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Уларҙан һеҙгә күп сәләм. (буклеттар бүләк итеү)

Дәресебеҙҙе башлайбыҙ.

-   Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе матур көй менән башлап ебәрәйек.(слайд)

                                                        (ҡурай моңо ишетелә)

II. 1. Ҡурай моңо яңғырай. Башҡортостан тәбиғәте тураһында видеосюжет күрһәтелә.

     Уҡытыусы  Б.Ноғомановтың “ Ҡурай моңо” шиғырын уҡый.

                        Моң ағыла…

                       Күпме йөрәк шул саҡ

                       Сихри даръяларға күмелә,

                       Өҙөлөп тә һайрай һандуғасмы?

                       Көмөш сыңдарымы түгелә?

                       Уралымда үҫкән ошо ҡурай                    

                       Урай-урай күпме илдәрҙе

                       Киң залдарын алҡыштарға сорнап,

                       Үрә баҫтырманы кемдәрҙе?

                       Үҙе ябай бер үҫемлек кенә,

                       Үҙе эйә сикһеҙ тылсымға.

         Эйе, йөрәктәрҙе илаһи моң менән һуғарып, илатып һәм йыуатып, яраларҙы уңалтып, күңелдәргә ҡанат ҡуйып, яғымлы тауыш сығарып ҡурай  моңлана. Башҡорт халҡының мәңгелек йөрәк тибеше уның моңонда.

III.Теманы, маҡсатты билдәләү.

  - Уҡыусылар, әле тыңлаған һағышлы моң, тулҡынландырғыс шиғыр аша һеҙ дәресебеҙҙең темаһын нисек билдәләр инегеҙ? (яуаптар)

- Эйе, беҙ бөгөн мәшһүр ҡурай тураһында  һүҙ алып барасаҡбыҙ. Ҡурай хаҡында халҡыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә уның тураһында күп әҫәрҙәр ижад ителгән. ( Ҡ.Аралбай “Йомабай ҡурайы”, Р.Ғарипов “Ҡурай”, Ш.Бабич “Ҡурайҡайға» һ.б.)

    Шундай әҫәрҙәрҙең береһе менән бөгөн дәрестә танышып китербеҙ.Әҫәрҙең исемен

   таблонан эҙләйек. (яуаптар)

- Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын табыу.(слайд)

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

р

Й

о

м

а

б

а

й

й

Ш

ҡ

у

р

а

й

ы

а

ҡ

у

р

а

й

э

ы

у

к

ү

п

д

р

е

а

т

-Дәфтәргә число, теманы яҙыу.

IV. Әңгәмә. - Уҡыусылар, шиғырҙы өйрәнер алдынан ҡурай тураһында һөйләшеп алайыҡ әле.

- Ҡурай тураһында нимәләр беләһегеҙ?(кластер) (үҙбаһа)

 V. Ҡурай тураһында уҡытыусы һүҙе. Мультимедиа презентацияһы.

  Ҡурай- башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы ла, моңдашы ла ул.

  Сәсәндәребеҙ  ҡурай аша халҡында башҡортлоҡ тәрбиәләгән. Бөйөк Салауат батыр ҡурайҙа уйнаған. Ҡаһым- түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында  Парижға уның өсөн махсус  яһалған көмөш ҡурайында уйнап барып кергән.

   Ҡурай ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарын, шатлыҡ-ҡыуанысын, ғөмүмән, башҡорт халҡының данлы ла , аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ, аманат ул. Бына ни өсөн беҙҙең республикабыҙҙгербында ла, флагында ла  таҡыя башлы ҡурай һүрәте бар.

   Ҡурайҙың нимәнән  яһалғанын әйттегеҙ.Бына ул һеҙ әйтеп үткән үҫемлек.(Слайд)

   Ҡурай, ҡурайсы Ю.Ғәйнетдинов әйтеүенсә, 18 быуат элек билдәле булған.Ҡурайҙың бер нисә төрө бар: ҡурай, ҡыйыҡ ҡурай, сор ҡурай, сүл ҡурайы,еҙ ҡурай. Баймаҡ районында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған.

        Элек-электән унда сәсәндәребеҙ уйнаған, уны быуындан-быуынға тапшырған,  бөгөнгө көндә мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ ҡурай данын күтәреү, уны һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп көс һалған һәм һала. Ҡурай моңо менән күптәрҙе таң ҡалдыралар.

   Бына улар(слайд):

Ғата Сөләймәнов

Ишмулла Дилмөхәмәтов

Сәйфулла Дилмәхәмәтов

Әҙеһәм Исҡужин

Юлай Ғәйнетдинов

Азат Айытҡолов

Ришат Рәхимов

Рәсүл Ҡарабулатов

Роберт Юлдашев һ.б.

    VI. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ инде шиғырҙың авторы Ҡәҙим Аралбаев тураһында һөйләшеп алайыҡ. Уның тормош юлын өйрәнер алдынан слайдҡа иғтибар итегеҙ (слайд буйынса аңлатыу)

- Таратма материалдар буйынса шағирҙың тормош юлын өйрәнегеҙ.

- Хәҙер һорауҙарға яуап бирегеҙ.

(слайдты асыу, тикшереү)

VII.“Йомабай ҡурайы” шиғыры өҫтөндә эш.Ә  хәҙер әҫәр өҫтөндә эште башлайыҡ. Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? (яуаптар).

Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ.

1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

 -Уҡыусылар, оҡшанымы шиғыр? Шиғырҙа әйтелгәндәр бөтәһе лә аңлашылдымы? Әйҙәгеҙ,  ауырыраҡ аңлайышлы  һүҙҙәрҙе ҡарап, аңлатып үтәйек.

Һүҙлек эше.

Афәт- бәлә

Фарман-бойороҡ

Шанлы-данлы, шөһрәтле

Ҡурғаусы-ҡурсалаусы, яҡлаусы

Алҡым-муйын

Булмыш-булған хәл, тормош, йәшәйеш (дәфтәргә яҙыу)

3. Өлөштәргә бүлеп уҡыйыҡ.

           Ял минуты. (йыр Уйна, ҡурай Х.Усманов)

 Һорауҙарға яуап алыу.

- Шулай итеп,  фаразыбыҙ тап килдеме? Шиғыр нимә тураһында? ( )

4.Төркөмдәрҙә эш.

  • Әҫәргә анализ эшләү өсөн төркөмдәрҙә эшләйек.

1-се төркөмгә эштәр.

  • Әҫәрҙең жанры. (Шиғырҙың ниндәй билдәләре бар- Строфа, дүрт юллы, рифма, ритм)

 2-се төркөмгә эштәр.

     -  Әҫәрҙең идеяһын билдәләргә. 

  3-сө төркөмгә эштәр.

  • Һүрәтләү сараларын табырға. (метафора- Урал тауын бер урай, йөрәктәрҙе һыға был һағыш, ҡурайсының өнөн тығырға, тупраҡ тишеп сыҡҡан моңға тулышып, мөлдөрәмә хис-моң һыйҙырған,   эпитеттар- ярһыу хисе, моңһоу наҙы, мәғрур Урал, зирәк күңеленә)

 4-се төркөмгә эштәр.

  • Образдарға ҡылыҡһырлама.(Йомабай Иҫәнбаев тураһында һөйләргә).

(Эштәрҙе тикшереү)

     -Эйе, Йомабай Иҫәнбаев-башҡорт халҡының данлыҡлы ҡурайсыһы. Ул Рәсәйҙең делегация составында Францияға бара. Һәм концерт ваҡытында ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен яңғыратып халыҡтың иҫен ала. Улар ябай ғына үләндән ошондай иҫ киткес моңло тауыш сығыуына ышанмайҙар. Тамашасылар араһынан бер француз ҡатыны сәхнәгә күтәрелеп, Йомабайҙың ҡурайын ала һәм иғтибар менән уның эсен ҡарай. Ләкин бер ниндәй ҙә механизм юҡлығына ышана. Һоҡланыу йөҙөнән ул алтын балдағын һалып, Йомабай Иҫәнбаевҡа бирә. Шул саҡ бөтә зал аяҡ өҫтө баҫып ҡул саба башлай.

   VIII. Ижади эш.

     Ә хәҙер бөгөнгө ҡурай тураһында һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә бергәләп биш юллы шиғыр - синквейн яҙып алайыҡ. (Синквейн яҙыу)

Ҡурай.

Моңло, серле.

Дәртләндерә, һағышландыра, шатландыра.

Ҡурай –башҡорт халҡының уйын ҡоралы.

Моң шишмәһе.

     Уҡытыусы. Бына  беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

IX.Йомғаҡлау.

     Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек? Ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ?(яуаптар)

Әйҙәгеҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереп китәйек. Тест һорауҙарына яуап бирергә тәҡдим итәм. Эштәрегеҙгә үҙ баһағыҙҙы бирегеҙ.

X. Өйгә эш.                 

                 1. Й. Иҫәнбаев тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр алып килергә;

                 2. Ҡурай темаһына презентация төҙөргә.

                 3.Эш дәфтәрҙәрендә биремдәрҙе үтәргә.

Уҡытыусы һүҙе.

     Дәрес аҙағына яҡынлашты. Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым

    -Эйе, ҡурай – башҡорт халҡының ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡан айырылмаҫ юлдашы, моңдашы, ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарҙарын, шатлыҡ –ҡыуаныстарын, башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ, аманат ул. Халҡыбыҙҙы данлаған ҡурай менән һәр саҡ ғорурланырбыҙ.

   Ҡәҙерле уҡыусылар, ҡурай моңдарынан илһам, дәрт алып, Тыуған илебеҙгә лайыҡлы кешеләр булып үҫегеҙ.

    Дәресебеҙ тамам. Баһалау ҡағыҙҙарын йыйып алығыҙ. Улар буйынса һеҙгә билдәләр ҡуйылыр. Ә мин һеҙгә барығыҙға ла тик яҡшы баһалар ҡуям. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башкирский язык К. Аралбаев

С древнейших и загадочных времен  Скрепил язык мой семьдесят племен. ...

Список статей о Педагогическом Эксперименте в Урае

Понемногу разбираются моменты формрования и развития Всесоюзной, а затем Федеральной экспериментальной площадки в городе УраеОписывается самый продолжительный и успешный Эксперимент в истории Российск...


 

Комментарии

Абдуллина Альфира Рафаиловна

Сайтығыҙ бик матур, тулы. Бик күп файҙалы нәмәләр алдым. Рәхмәт!