“Беҙ әкиәт иленән” (дәрес-ярыш)
план-конспект урока (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
“Беҙ әкиәт иленән”
(дәрес-ярыш)
Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Маҡсат: уҡыусыларҙың әкиәттәр буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү, системаға һалыу; уларҙың төрҙәрен, үҙенсәлеген, идея-тематик йөкмәткеләрен билдәләү;
Ижади фекерләүен, бәйләнешле телмәрен, үҙ-ара ярыш сәмен үҫтереү;
Башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; берҙәмлеккә , дуҫлыҡҡа, тапҡырлыҡҡа , зирәклеккә һ.б. ыңғай сифаттарға өйрәтеү;
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, әкиәттәрҙән иллюстрациялар, китаптар
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу.
Уҡытыусы:
Беҙ бөгөн сихри, серле, тылсымлы әкиәт донъяһына байҡау яһаясаҡбыҙ. Әкиәт – бөтә халыҡтарға хас, элек-электән килгән халыҡ ижадының бер төрө.
Әкиәтте ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый. Уларҙың үҙенсәлеге – унда яманлыҡ изгелектән һәр ваҡыт еңелә. Әкиәттәрҙе халыҡ ҡына ижад итмәгән, улар әҙип-яҙыусыларҙың ижадында ла ҙур урын тотҡан. Күп кенә яҙыусы- әкиәтселәрҙе һеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Шулай итеп, әкиәт беҙҙе саҡыра. Һеҙ әкиәттәрҙе беләһегеҙме икән?
Бөгөн дәрестә уҡыған, өйрәнгән әкиәттәрҙең йөкмәткеләрен иҫләп, уларҙы нисек үҙләштергәнебеҙҙе һынап, үҙ-ара ярышып аласаҡбыҙ. Командаларға бүленеп, төрлө ярыштар үткәрәсәкбеҙ.
- Төп өлөш.
Уҡытыусы дәрес маҡсатын иҫкә төшөрә. Уҡыусылар ике командаға бүленә һәм уларға ,,Зирәктәр” һәм ,, Тапҡырҙар” тигән исемдәр бирелә, капитандар һайлана. Мәрәйҙәрҙе уҡытыусы үҙе билдәләп бара.
Уҡытыусы:
- Ә хәҙер командаларға ярышырға, белемдәрҙе барларға ваҡыт етте.
1. 1-се ярыш - Командаларға һорауҙар. Был юлдар ниндәй әкиәттән?
Беренсе командаға һорауҙар:
1. Ҡоҙоҡ төбө ҡоп-ҡоро, үҙе дөм ҡараңғы икән. Күҙе күнгәс ни күрә: бер ҙур бүлмәлә тора имеш.(“Әминбәк”)
2. “Әй, ҡуҡырая, ти, әй ҡуҡырая. Маҡтап бер һүҙ әйткәнгә-бер ат, ҙур көй сығарғанға ике ат тоттора ла ебәрә, ти. Шулай тарата торғас, уның бер аты, бер һыйыры ғына тороп ҡалған.” (,,Алтын тамсы”)
Икенсе командаға һорауҙар:
1. “Тағы бер тына эшләп алыуға ағалары, алпан-толпан атлап, ах та ух килеп, бер киҫкәгә барып ултырға, ти.” (“Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәскән Сәлмән”)
2. “- Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем,- тип яуап биргән, ти.” (“Айыу менән бал ҡорттары”)
2. Кем күберәк әкиәт белә?
1-се командаға эш:
Батырҙар тураһындағы әкиәттәр исемлеге яҙырға.
2-се командаға эш:
Хайуандар тураһындағы әкиәттәр исемлеге яҙырға.
3. Капитандар ярышы.
1. Әкиәт төрҙәрен һанап сығырға. (1.Хайуандар тураһында. 2. Тылсымлы әкиәттәр. 3. Батырҙар тураһында. 4. Тормош-көнкүреш.)
2. Ҡамыр батырҙың юлдаштарын һанап сығырға. (Уғатар, Йүгерек, Күлуртлар, Ертыңлар.)
3. Был һүҙҙәргә ҡайһы әкиәттә тап булабыҙ: скрипка, сатраш, яҙырға өйрәнеү, силәк, ҡарт, дейеү, карауан башлығы?(“Әминбәк”)
4. Был һүҙҙәргә ҡайһы әкиәттә тап булабыҙ: Аҡбулат бабай, Һылыубикә әбей, батша, бысҡы, кәйлә, утын, картуф?( “Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәскән Сәлмән”)
4. Был телеграммалар кемдәрҙән килгән?
“Килеп етә алмайым, ҡойроғом мәкегә ҡуша туңды”
“Ҡойроҡһоҙ ҡалдым. Килергә оялам ”
“Ҡойроҡһоҙ ҡалғас, ҡышын йоҡларға ятам”
“Батманды бушатҡан өсөн яза алдым”
5. Табыштар өҫтәле. (Әйберҙең эйәһен һәм әкиәттең исемен әйтергә.)
1. Уҡ ҡуйылған. Яҙыуы: “Икенсе көндө… батыр алтын башаҡлы,ҡыҙыл ҡауырһынлы көмөш киеле уғын епкә бәйләп, келәт өрлөгөнә аҫҡан да туғаны Ҡамыр батырға: “Һин ошо уҡты көн һайын сығып ҡара. Әгәр унан май тамһа, мин иҫән-һау булырмын, әгәр ҡан тамһа, үлгән булырмын”,- тигән.
(“Ҡамыр батыр” әкиәтендәге Ҡамыр батырҙың уғы.)
2. Ҡурай ҡуйылған. Яҙыуы: “Бына һиңә ҡурайымды ҡалдырам. Юлым уңһа, ҡурай осонан һөт тамыр, уңмаһа – ҡан тамыр”, - тип дейеү менән алышырға китте, ти.
(“Урал батыр” әкиәтенән Урал батырҙың ҡурайы.)
3. Скрипка. Яҙыуы: “Шунан скрипканы бына тигән итеп көйләп алғас, ул сыңлатып уйнап ебәргән”.
(“Әминбәк” әкиәтенән Дейеүҙең скрипкаһы.)
4.Айыу, Бүре, Эт, Ҡуян һүрәттәре. Яҙыуы: “Бергә торайыҡ, шулай еңелерәк булыр”, - тигән.
(“Етем төлкө” әкиәте)
6. Рәссамдар конкурсы.
Һәр команда берәй әкиәткә иллюстрация эшләй. Башҡалар уйлап, танырға тейеш.
7. Булһаң зирәк, әйт тиҙерәк!
Әкиәттәре буйынса викторина:
- Башҡорт халыҡ әкиәттәре нисек башлана?
- Карлсондың донъяла иң яратҡан нәмәһе? (ҡайнатма)
- Яман ҡыҙ Миңлебикәнең һандығынан нимәләр сыға? (йыландар)
- “Доктор Айболит” әкиәттәренең авторы кем? (К. Чуковский)
- Ғ.Туҡай әкиәттәрен һанап сығырға.
- “Йәһәннәмгә, әллә ҡайҙа китә” тигәнде икенсе төрлө нисек әйтәләр? (Ҡаф тау артына)
- Икмәк батыр – синонимын атағыҙ (Ҡамыр батыр)
- Башҡорт Золушкаһының исеме. (Гөлбикә)
- Сәскәнең йәшел емешлеге өҫтөндә ниндәй ҡыҙ ултыра? (Дюймовочка)
- Нимә ул алтын тамсы? (тир)
- Әкиәт геройҙарынан кем итек кейеп йөрөй? (итекле бесәй)
- Сусҡа балаларының исеме (Ниф-Ниф, Наф-Наф, Нуф-Нуф)
- Кем ҡойроҡһоҙ ҡалған? (айыу)
- Кем кәзәнең йырын отҡан? (бүре)
- Алтын балыҡ ҡайҙан ул? (“Балыҡ һәм балыҡсы ҡарт”)
7. Был ниндәй әкиәттән? Иллюстрациялар ҡарау.
- Йомғаҡлау.
Еңеүсе команданы, иң тапҡырҙарҙы билдәләү. Баһалар ҡуйыла.
Уҡытыусы: Шуның менән беҙҙең дәресебеҙ тамам. Әкиәттәрҙе яҡшы беләһегеҙ икән. Киләсәктә лә әкиәттәр менән бәйләнеш, ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы өҙмәҫһегеҙ, тип уйлайым.
- Өйгә эш.
Әкиәт яҙып ҡарарға.