Сценарий к конкурсу "Жемчужина Башкортостана"
материал (9 класс) на тему

Галимова Гульнара Тимергалиевна

Сценарий к конкурсу "Жемчужина Башкортостана"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_zhemchuzhina_bashkortostana.docx18.71 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий к конкурсу «Жемчужина Башкортостана»

Сәхнә биҙәлеше: боронғо өй, һандыҡ өҫтөндә түшәк, юрған ,яҫтыҡтар. Иҙәндә балаҫ,сәхнә уртаһында тәҙрә.Таҫтамал, сигеү өлгөләре, тирмән.

Сәхнә асылғанда ҡыҙ, әсәһе,атаһы күренә.Ҡыҙ тирмән тарта, атаһы сыбыртҡы үрә,әсәһе бәпәйен көйләп йоҡлата.

Әлли-бәлли итер ул,

Йоҡоларға китер ул.

Бәү-бәү итеп , күҙ йомоп,

Тирләп йоҡлап китер ул.

Атаһы. Ҡыҙым,самауырҙы борҡотоп ин әле, тамак  кибеп киттесе.

Шул саҡ бер малай килеп инә, һаулыҡ һораша.

Малай. Инәй, олатай, тиҙ һенә беҙгә кунаҡҡа барығыҙ.

Атаһы. Саҡрыуыңа рәхмәт, улым. Зңер төштө бит, баланы ла йоҡлатырға һалғайныҡ. Бара алмабыҙ шул.

Малай.Юҡ инде.Әсәйем бергә алып ҡайтырға ҡушты. Беҙгә йыраҡтан ҙур ҡунаҡтар килгән. Ат менән килдем. Әйҙәгеҙ, йәһәт кенә!

Атаһы. Ярай, улай булғас, әсәһе, барырға тура килә инде.

Әсәһе. (балаһын төрә). Ҡыҙым, беҙ өйҙә юҡ тип,өйгә кеше индерәһе булма! Ҡустыңды ҡара!

Ҡыҙ. Ярай. Ярай, әсәй!

   Сығып китәләр.

Ҡыҙ. Ҡустым, кил әле. Һин тиҙ генә минең дуҫтарымды саҡырып кил! Аулаҡ өй яһайбыҙ, тик әсәйгә әйтә күрмә!

Малай. Ярай, апайым. Мин хәҙер!

Ҡыҙ өй йыйыштыра.

Төйөнсөктәрен тотоп, сырк-сырк көлөшөп,ҡыҙҙар килеп инәләр. Түргә уҙып ҡул эштәре эшләйҙәр.

Тышта егеттәрҙең йыры ишетелә.

Беҙ үҙебеҙ Дәү Аҡтаныҡ-

Йөрөмәйбеҙ маҡтанып.

Беҙ урамда үткән саҡта,

Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.

Һай, илдәре, илдәре,

Илдәрендә күлдәре.

Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,

Һандуғастай телдәре.

Ҡыҙҙарҙан берәү (тәҙрәнән ҡарап) Ҡыҙҙар, егеттәр килә!

Хужабикә ҡыҙ. Әсәйем бер кемде лә индермәҫкә ҡушты. Тик кенә ултырығыҙ. ( уны 2 ҡыҙ ситкә алып китеп ҡолағына шыбырлайҙар, бүләк бирәләр) Булды булай булғас. Егеттәргә ишекте асайым әле.

Егеттәр. Бөркөттәрҙән һандуғастарға сәләм!

Бергәләп. Сәләм!

Шаян ҡыҙ. Кәнфитле һүҙҙәрегеҙҙе алдыҡ.

Егеттәр.

Һандуғас һайраған  була,

Тешен ҡайраған була.

Сәсен тарап үрә белмәй-

Егет һайлаған була.

Ҡыҙҙар. Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә белмәй-

Ҡыҙҙар һайлаған була.

Егеттәр. Алын алырһың микән,

Гөлөн алырһың микән?

Минең кеүек шәп егетте

Ҡайҙан табырһың икән?

Ҡыҙ. Беҙҙең урам аҡ балсыҡ-

Бата күрмә,атлап сыҡ.

Һин дә минән артыҡ түгел-

Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Егет. Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл салбар,

Беҙгә ҡараһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар беҙгә үҙе килә,

Барып алаһы ла юҡ.

Ҡыҙ. Ҡалын юрғандарығыҙҙы

Ябынырһығыҙ әле.

Беҙгә түгел, әбейҙәргә

Ялынырһығыҙ әле.

Үәт! (үпкәләйҙәр)

Егет. Ҡыҙҙар, үпкәләмәгеҙ инде.Әйҙәгеҙ, булмаһа, “ Назаны” бейеп алайыҡ.

Ҡыҙ. Мин егеттәр менән бейергә яратмайым, әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ.

Бергә. Ә ниндәй уйын?

Егет. «Аҡ тирәк,күк тирәк»

Уйын уйнайҙар.

Ҡыҙ. «Ҡалаҡ». Бына , исмаһам, уйын!

Егет. Нисек уйнайбыҙ?

Ҡыҙ. Көй уйнап туҡтаһа, ҡалаҡ кемдә ҡала, шуға яҙа бирәбеҙ. Ә хәҙер кемдә туҡтай, шул бейеһен.

«Шаян ҡыҙҙар» бейеүе.

Тағын уйнайҙар,”Шәл бәйләнем” йырын йырлайҙар, баянда , ҡубыҙда уйнайҙар.

Ҡыҙ. Һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ, шиғыр һөйләйем, әйтмәһәгеҙ- юҡ! Ҡара урман башында ала ҡарға ултыра. Нимә ул?

Егеттәр. Ер өҫтөндәге трактор.

Ҡыҙ. Дөрөҫ түгел, үҙем әйтәм-түбәтәй. Шиғыр һөйләмәйем.

Хужабикә ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, «Косилка- молотилка»ны йырлап алайыҡ.

Йырлайҙар, бейейҙәр.

Шул саҡ әтәс ҡысҡыра.

Ҡыҙ. Таң атҡан да баһа, хәҙер әсәйемдәр ҡайта бит. Егеттәр! Фышт!

Егеттәр Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Ҡы ҙҙар тауында таң ҡаршылайбыҙ.

( «Аҡтаныҡ “ йырын йырлап сығып китәләр.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Энергетика Башкортостана:настоящее и будущее.

Презентация используется на семинаре, посвященном предприятиям энергетики,  для старшеклассников....

Календарно-тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана 6 класс

Календарно-тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана. 6 класс...

Календарно-тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана 5 класс

Календарно- тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана. 5 класс...

Календарно-тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана 9 класс

Календарно-тематическое планирование по истории и культуре Башкортостана. 9 класс...

презентация по истории и культуре Башкортостана на тему: "Вхождение Башкортостана в состав Русского государства" (6 класс)

Данная презентация посвящена процессу добровольного вхождения башкирского народа в состав России при Иване Грозном. Презентация позволяет организовать самостоятельную добычу знаний учащимися на ...

Урок математики в 9 классе к 100-летию Башкортостана "Семь чудес Башкортостана"

Урок математики в 9 классе к 100-летию образования Республики Башкортостан "Семь чудес Башкортостана"Цель:Закрепить вычислительные навыки и умения;Уточнить и расширитьзнания о родном крае;Ра...

сценарий открытия мобильного технопарка "Кванториум Башкортостана"

сценарий открытия мобильного технопарка "Кванториум Башкортостана"...