Икмәк
методическая разработка на тему

Ахунова Раиля Наиловна

Тема: С.Әлибаев “Икмәк”. Аҙыҡ-түлек. Һүҙбәйләнештәр.

 

Маҡсат: 1 Аҙыҡ-түлек менән таныштырыуҙы дауам итеү;                      һүҙбәйләнештәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу;

2. Балаларҙаһөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереү;

3. Уҡыусыларҙа аҙыҡҡа ҡарата ихтирамлыҡ, иғтибарлыҡ, һөйөү тойғоһон тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу:Дәреслек, компьютер, һүрәттәр,карточкалар, интерактив таҡта

 

Дәресбарышы:

 

I.Ой.мәле

1.   Фонетиккүнегеү (1 слайд)

Лат-лат-лат 
Өҫтәл артында Айбулат
Ҡа- ҡа-ҡа
Ашап ултыра бутҡа.
Ты-ты-ты
Сынаяҡты йә ҡалаҡты
Та-та-та
Һәр саҡ яңылыш тота.

2.   Маҡсатҡа сығыу, үткән дәрестең темаһын ҡабатлау

Балалар, әйтегеҙ әле,үткән дәрестә үттек беҙ нимә тураһында һөйләштек?

Һүрәттәр менән эш (2 слайд)

Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Дөрөҫ! Беҙ бөгөн икмәк тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. С.Әлибаевтың “Икмәк” шиғырын уҡыясаҡбыҙ.

II. Төп өлөш

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу

3.   Карточкалар менән эш. (3 слайд)

а)Таба, икмәк, самауыр, кәстрүл, бутҡа…

 б)Классификациялау: аҙыҡ-түлек,һауыт-һаба.

Яңы тема

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ikmk.rar191.83 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

 Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенең

Мәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

“Икмәк”темаһына дәрес планы.

Төҙөнө: башҡорт теле һәм

                  әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                           Садыҡова  Рәилә Наил ҡыҙы

Туймазы 2015

Тема: С.Әлибаев “Икмәк”. Аҙыҡ-түлек. Һүҙбәйләнештәр.

Маҡсат: 1 Аҙыҡ-түлек менән таныштырыуҙы дауам итеү;                      һүҙбәйләнештәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу;

2. Балаларҙаһөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереү;

3. Уҡыусыларҙа аҙыҡҡа ҡарата ихтирамлыҡ, иғтибарлыҡ, һөйөү тойғоһон тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Дәреслек, компьютер, һүрәттәр,карточкалар, интерактив таҡта

Дәресбарышы:

I.Ой.мәле

  1. Фонетиккүнегеү (1 слайд)

Лат-лат-лат  
Өҫтәл артында Айбулат
Ҡа- ҡа-ҡа
Ашап ултыра бутҡа.
Ты-ты-ты
Сынаяҡты йә ҡалаҡты
Та-та-та
Һәр саҡ яңылыш тота.

  1. Маҡсатҡа сығыу, үткән дәрестең темаһын ҡабатлау

Балалар, әйтегеҙ әле,үткән дәрестә үттек беҙ нимә тураһында һөйләштек?

Һүрәттәр менән эш (2 слайд)

Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Дөрөҫ! Беҙ бөгөн икмәк тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. С.Әлибаевтың “Икмәк” шиғырын уҡыясаҡбыҙ.

II. Төп өлөш

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу

  1. Карточкалар менән эш. (3 слайд)

а)Таба, икмәк, самауыр, кәстрүл, бутҡа…

 б)Классификациялау: аҙыҡ-түлек,һауыт-һаба.

Яңы тема

в) Балалар әйтегеҙ әле, бына өҫтәлдә иң баш, иң кәрәкле аҙыҡ-түлек нимә?

Икмәк ни өсөн кәрәк? ( Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, йомғаҡлап әйтеп китеү).

Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, ул – икмәк. Беҙ икмәктән бер ваҡытта ла туймайбыҙ ҙа, ялҡмайбыҙ ҙа, әгәр икмәк ашамаһаҡ беҙ туймаған кеүек булабыҙ. Ул беҙҙең өҫтәлдә иң ҙур ризыҡ.

  • Икмәк беҙҙең өҫтәлгә килер алдынан ниндәй юл үткән?(4,5,6,7 слайд)
  1. С.Әлибаевтың  “Икмәк” шиғыры өҫтөндә эш.

1)Уҡытыусының уҡыуы;

2)төрлөләндереп уҡыу(сылбырлап, хор менән)

Икмәкте кем дә ярата:

Минең әсәй, атай ҙа,

Ағайым да, апайым да,

Өләсәй, олатай ҙа.

Тәмләп-тәмләп ашай уны

Һеңлем дә, энекәш тә,

Дуҫтарым да, әле миңә

Таныш түгел иптәш тә.

Яңы теманы нығытыу

  1. Мәҡәлдәр менән эш(уҡыу, тәржемә итеү, мәғәнәләрен аңлатыу):

Икмәк ил байлығы.

Икмәктән оло булма.

Икмәк аша атлама.

Икмәктең валсығын да ергә ҡойма.

Ә ни өсөн бына шулай тип әйтәләр икән?

  1. Һүҙбәйләнештәр төҙөү (4 слайд)

һөтлө

һалҡын

ҡайнар

тоҙло

тәмле

майлы

сәй

һөт

аш

сәй

ҡыяр

бутҡа

  1. Дәфтәрҙә эш

4 март. Класс эше.  Әә, икмәк.

  1. Һүҙлек эше.(5 слайд)
  • Ярата – любит
  • Ашай – кушает, ест
  • Эсә - пьет
  • Яратмай – не любит
  • Ашамай – не кушает, не ест
  • Эсмәй – не пьет
  1. Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөү

Мин һөтлө сәй яратам.

Мин һалҡын һөт яратам.

Мин ҡайнар аш яратам.

Мин тоҙло сәй ашарға яратам.

Мин тәмле ҡыяр эсергә яратам.

Мин майлы бутҡа эсергә яратам.

  1. Физминутка.

Бармаҡтарым арыны,

Сүпләп алам тарыны,

Бер тары,ике тары

Миндә күп тары.

III.Йомғаҡлау

  1. Баһалау
  2. Өйгә эш. Атай, әсәй нимә ашарға ярата? – ошо һорауға яуап яҙып кил.