Теле барҙың – иле бар, Иле барҙың – көнө бар.
презентация к уроку по теме

Исламгалеева Рамзиля Равиловна

 Р. Бикбаев. “Туған тел.”  Күрмә  диктант.  Дәрес-сәйәхәт. 3-сө класс.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры

Рауил Төхвәт улы Бикбаевҡа 75 йәш тулыуға арналған

иң яҡшы методик эшкәртмә республика конкурсы

Теле барҙың – иле бар,

        Иле барҙың – көнө бар.        

                         (Р. Бикбаев. “Туған тел.”  Күрмә  диктант.

                                   Дәрес-сәйәхәт. 3-сө класс.)

                                                   

                                            Башҡарҙы: Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы,

                                                    Башҡортостан Республикаһы

                                                      муниципаль Саҡмағош районы

                                                           Саҡмағош ауылы 1-се урта дөйөм

                                                            белем биреү мәктәбе  муниципаль

                                                 бюджет   дөйөм белем биреү

                                                         учреждениеһының башҡорт теле

                                               һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

         

Маҡсат. 1. Башҡортостандың халыҡ шағиры хаҡында белешмә алыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү,

2. Халыҡ ижадына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүҙәрен, танып белеү эшмәкәрлеген, тасуири уҡыу, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ-ара тикшереү һәм баһалау, үҙ фекереңде аныҡ әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеү,

3. туған телен ҡәҙерләүсе, уның киләсәген ҡайғыртыусы, илен, ерен, халҡын яҡларҙай шәхес – Башҡортостандың ышаныслы киләсәген тәрбиәләү, шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу. Р. Бикбаевҡа арналған ҡурай-схема, индивидуаль китапсыҡтар, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр, күрмә диктант, мультимедиа проекторы – дәрес  презентацияһы.

                                            Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу.
  1. Психологик инеш.

                              Ҡыңғырау шылтыраны,

                              Беҙ йыйылдыҡ дәрескә.

                              Матур итеп ултырҙыҡ

                              “4”-“5”-тәрҙе алырға.

  • Тик бишлеләрҙе алыу өсөн кәйефтәрегеҙ яҡшымы, балалар?
  1. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

1-се слайд – “Китап – белем шишмәһе” туҡталышы.

  - Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ бөгөн нимә эшләйәсәкбеҙ? (сәйәхәт итәсәкбеҙ)

  - Тимәк, беҙҙең ниндәй дәрес буласаҡ?(дәрес-сәйәхәт)

  -Сәйәхәтебеҙҙе ниндәй туҡталыштан башлайбыҙ икән?

  -Мин һеҙгә ошондай китапсыҡтар таратам, бышылдап уҡығыҙ ҙа йөкмәткеһен асырһығыҙ.  

      Бышылдап уҡыу минуты – индивидуаль  китапсыҡтар буйынса:

I төркөм-“Туған тел”,  II төркөм-“Мәңгелеккә әйләнһен!”,  III төркөм-“Ҡышҡы көн”.

  1.  Интеллектуаль ҡаршылыҡ ситуацияһын тыуҙырыу.
  • Һәр төркөм нимә хаҡында уҡыны?

I төркөм етәксеһе – “Туған тел хаҡында.”

  • Балалар, бөгөн ниндәй көн?
  • Эйе, 21 февраль – Халыҡ-ара Туған тел Көнө. Был йәһәттән мәктәбебеҙҙә ниндәй эштәр башҡарыла?

II төркөм етәксеһе – “Тәбиғәтте  һаҡлау тураһында.”

  • Балалар, 2013 йыл Башҡортостанда ниндәй йыл, тип иғлан ителде?
  • Эйе, Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Йылы, тип белдерҙе. Һеҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға ниндәй өлөш индерҙегеҙ?

III төркөм етәксеһе : “Ҡыш хаҡында уҡыныҡ”.

  • Тышта ниндәй миҙгел бара? Ә февраль ниндәй ай? Ҡыш  

бөткәнсе нимә эшләп ҡалырға кәрәк?

  1. Теманы билдәләү.

   2-се слайд – “Халыҡ ижады” туҡталышы.

  • Беҙҙе ниндәй туҡталыш көтә?

   3-сө слайд – йомаҡ.

  • Балалар, уҡып ҡарайыҡ әле, нимә икән?
  • Әйҙәгеҙ, был йомаҡты сисеп, дәрестең темаһын билдәләйек.
  • Нимә хаҡында һөйләшәбеҙ икән?

   4-се слайд – тема.

  • Эйе, балалар, бөгөнгө темабыҙ мәҡәл  менән яңғырай:

Теле барҙың – иле  бар,

  Иле барҙың – көнө бар.

   5-се слайд – “Шиғырҙар илендә” туҡталышы.

II. Маҡсат ҡуйыу.

  • Артабанғы туҡталышыбыҙ ниндәй?
  • Беҙ уны бөйөк халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары менән башлайбыҙ, бергәләп уҡыйыҡ:

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ.

  • Был дәресебеҙҙең эпиграфы булып тора. Ошо юлдарҙан сығып әйтегеҙ әле, нимә эшләйәсәкбеҙ икән?

              III. Маҡсатты хәл  итеү. (таҡтала – ҡурай-схема)

  1. Һорауҙар.
  • Балалар, ҡарағыҙ, был  нимә?
  • Ҡурай-схеманың уртаһында кемдең портретын күрәһегеҙ?
  • Рауил Бикбаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры. Ә кем ул шағир?
  • Ул беҙгә бик күп фәһемле шиғырҙар, тәрбиәүи әҫәрҙәр яҙа.
  • Халыҡ шағиры ҡайҙа тыуған? (ҡурайҙың 1-се тажын асам)
  • Ә ҡасан тыуған? (2-се тажды асам)
  • Ниндәй темаларға яҙа һуң? (3-7-се таждарҙы берәмләп аса барам, балалар ҡысҡырып уҡый бара.)

 6-сы слайд – Һүҙлек эше.

  • Экранда нимәләр бирелгән?
  • Уларҙы ҡысҡырып уҡыйбыҙ.
  • Хәҙер ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып бәләкәй генә һөйләмдәр төҙөйөк.

                2.  “Туған тел” шиғыры өҫтөндә эш.   

а) Шиғырҙы тыңлау – уҡытыусының  өлгөлө уҡыуы.

б) Үҙ аллы уҡыу. 

в) Сылбырлап уҡыу.

г) Йөкмәткеһе өҫтөндә эш:

      -   Шиғыр нимә тураһында?

                3.  Һайланма уҡыу.

      -   Туған телгә булған һөйөүҙе ҡайһы юлдарҙан аңлайбыҙ?

      -   Тыуған ил, туған тел, халыҡ, әсәй һүҙҙәрен автор ни өсөн “аҫыл һүҙҙәр” тип атай?

   - Был һүҙҙәр, балалар, бер бөтөндө тәшкил итә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн?

   -Эйе, улар үҙ-ара бик тығыҙ бәйләнгән. Уларҙы бер-береһенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Был бер бөтөнгә мин КИЛӘСӘК исемен бирер инем. Сөнки тема мәҡәленән күренеүенсә

                    Теле барҙың ғына иле бар

                    Иле барҙың ғына көнө бар.

  • “Көнө бар” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
  • Дөрөҫ, балалар, “йәшәй, киләсәге өмөтлө” тигәнде аңлата. Һеҙ

илебеҙ киләсәге. Башҡорт телен яратып өйрәнәһегеҙ, тырышып уҡыйһығыҙ. Тимәк, илебеҙ киләсәге өмөтлө тибеҙ.

  • Был шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Балалар, беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?
  • Ул ҡайҙа урынлашҡан?
  • Эйе, Саҡмағош районы Башҡортостан Республикаһының бер өлөшө. Саҡмағошта 13 милләт халҡы дуҫ йәшәй. Һәр милләт  илебеҙҙең “Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Законы нигеҙендә үҙ туған – башҡорт, урыҫ, татар телдәрен өйрәнә.

                4.  Ял  минуты.

  7-се слайд – “Музыкаль тәнәфес” туҡталышы.

  • Балалар, ҡайҙа килеп еттек?
  • Ҡыш хаҡындағы яратҡан йырыбыҙҙы йырлап-бейеп, ял  итеп алайыҡ.

   8-се слайд – “Эшсән төркөмдәр” туҡталышы.

  1. Өй эшен тикшереү.

I төркөм-Туған тел  хаҡындағы мәҡәлдәрҙе уҡып, мәғәнәһен асыу.

II төркөм-Тел  менән бәйле йомаҡтарҙы сисеү.

III төркөм – Туған телгә арналған йыр (бер генә куплетын) тыңлап, төп фекерҙе билдәләү.

  • Афарин, балалар! Өй эше биремдәре беҙҙе нимәгә өндәй?
  • Эйе, туған телен белеү менән һәр кем ғорурланырға тейеш. Бөгөн ниндәй көн, тинек әле?
  1. Күрмә диктант яҙыу. (һәр төркөмгә бер мәҡәл)

     Дәфтәргә  дата  яҙыла.

  9-сы слайд –Телгә арналған әйтемдәр.

  • Таҡтала яҙылғанды эстән генә уҡығыҙ, төркөмдәргә нимәләр бирелгән?
  • Ниндәй эш башҡарасаҡбыҙ?
  • Балалар, әйтемдәрҙе ятлай башланыҡ.

  10-сы слайд –буш.

  • Дәфтәргә яҙабыҙ. Кем таҡтаға яҙырға теләй? (һәр төркөмдән берәр уҡыусы)

   11-се слайд –Телгә арналған әйтемдәр.

  1. Парҙар менән эшләү.
  • Эштәрҙе иптәштәрегеҙ менән алмашынып, уҡытыусылы уйнап алабыҙ. (Таҡталағы эштәрҙе үҙем тикшерәм. Һөҙөмтәләр буйынса төркөм етәкселәре “Уҡыу алдынғылары”н билдәләй.)
  • Был әйтемдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

IV.  Нығытыу.  Йомғаҡлау.

   12-се слайд – “Тел һөйөүселәр” туҡталышы.

  • Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе ниндәй туҡталыш менән тамамлайбыҙ?
  • Бөгөн ниндәй шиғыр менән таныштыҡ?
  • Уның авторы кем?
  • Р. Бикбаев был шиғыры менән беҙгә нимә әйтергә теләгән?
  • Балалар, телебеҙҙе яҡлағыҙ, илебеҙҙе һаҡлағыҙ! Эпиграфта әйтелгәнсә, “Иле юҡтың – теле юҡ”. Ә беҙҙең илебеҙ бар. Тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк һәм үҫәсәк!
  • V. Рефлексия.
  • Дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?
  • Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
  • Уларҙы  киләсәктә  ҡулланырһығыҙмы?
  • Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
  • Нимәһе менән оҡшаны?

 Уҡыусылар ҡыҙыл, һары, зәңгәр түңәрәктәр ярҙамында дәрескә баһалар ҡуялар. Ошо уҡ түңәрәктәр ярҙамында үҙҙәренең дәрестә эшләүҙәрен баһалайҙар. Төркөм етәкселәре “Тел һөйөүселәр” номинацияһында еңеүселәрҙе билдәләй һәм дипломдар менән бүләкләй.

VI.  Өйгә эш.

13-сө слайд.

1. I төркөм – туған телгә арналған хикәйә (инша) төҙөргә,

2. II төркөм - “Туған тел” шиғырын тасуири уҡырға, ятларға,

3. III төркөм – тел тураһында кескәй шиғыр ижад итеп ҡарарға,


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

“Китап – белем шишмәһе” т у ҡталышы .

Слайд 2

 “ Х а л ы ҡ и ж а д ы ”  Башы – тараҡ  Йәй эшләһәң, Ҡойроғо – ураҡ ҡыш ашарһың.  Ағас үгеҙ , өс мөгөҙ  Йәйҙең бер көнө- ҡыштың бер айы.  Йөк һалһаң – йөрөй,  Йәй ҡышты Йөгөн алһаң – туйҙыра. туҡтай.

Слайд 3

Һөйәге юҡ, ние юҡ, Һөйләмәгән һүҙе юҡ.

Слайд 4

ТЕМА: Теле барҙың – иле бар, Иле барҙың – көнө бар. Күрмә диктант.

Слайд 5

“Ш и ғ ы р ҙ а р и л е н д ә”. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ. Рәми Ғарипов. “Туған тел.”

Слайд 6

Һүҙлек эше тойғо – чувство дан – слава теҙҙе – написал аҫыл- красивый

Слайд 7

“ Э ш с ә н т ө р к ө м д ә р. ”

Слайд 8

“М у з ы к а л ь т ә н ә ф е с.”

Слайд 9

I төрк. – Ту ған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр . II төрк. – Туған телһеҙ кеше – ярты кеше . III төрк. – Туған телен һаҡлаған башын һаҡлар . Күрмә диктант.

Слайд 11

Күрмә диктант. I төрк. – Ту ған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр . II төрк. – Туған телһеҙ кеше – ярты кеше . III төрк. – Туған телен һаҡлаған башын һаҡлар .

Слайд 12

“Т е л һ ө й ө ү с е л ә р.” номинация һында еңеүсене ҠОТЛАЙБЫҘ! Телебеҙҙе яҡлағыҙ ! Илебеҙҙе һаҡлағыҙ ! АФАРИН!

Слайд 13

Өйгә эш . 1) ” Туған тел ” шиғырын – тасуири уҡырға , ятларға ; 2) туған телгә арналған хикәйә төҙөргә ; 3) тел тураһында кескәй шиғыр ижад итеп ҡарарға .

Слайд 14

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган телгә, туган җиргә багышланган кичә....

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган җиргә , туган телгә мәхәббәт тәрбияләү....

Инша "Туган телем – татар теле."

Туган тел турында инша...

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Туган телем - татар теле. Әдәби-музыкаль кичә .

Татар теле атналыгында яки 21 февраль - Туган тел көнендә үткәрү өчен сценарий үрнәге...

“Туган телем-татар теле” (татар теле һәм әдәбиятыннан сыйныфтан тыш чара)

Укытучы һөнәренә хөрмәт, туган телгә, иҗатка мәхәббәт; туган авылыбыз, мәктәбебез, аның сәләтле укучылары белән горурлану, кызыксыну хисләре, әхлак сыйфатлары тәрбияләү....