Сәләм, Өфөнән!
план-конспект урока (5 класс) на тему

Кириллова Гульшат Раисовна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5-se_klass_slmofonn.docx22.2 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Сәләм, Өфөнән! Тылсымлы hүҙҙәр.

Маkсат: 1) Текст өҫтөндә эшләү, һорау һөйләмдәр төҙөү.

                2) Хат яҙыу тәртибе менән яkыныраk танышыу.    

                3)Тылсымлы hүҙҙәрҙең бер-беребеҙгә кәрәклегенә  йүнәлеш биреү.

Йыһазландырыу: карточкалар, проектор, презентация.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу өлөшө.

Һаумыhығыҙ! Хәйерле көн.

Һаумы, kояш!

Һаумы, дуcым!

Һаумыhығыҙ, уkытыусым!

Ҡояш,ғаләм, тыуған ил

Йән тыныслығы бир.    

«Мин сәләмәт,мин матур

 Салауат кеүек батыр.

 Яkшы ултырып хәҙер

 Дәрес тыңларға әҙер.

  1. Артикуляцион  күнегеү.

1.Уа-уа-уа бөгөн ниндәй саф һауа

Уа-уа-уа балалар саңғы шыуа

Уы-уы-уы рәхәт саңғы шыуыуы

Үе-үе-үе –тауҙан шыуып төшөүе

2.  Тиҙәйткес  

                 һыуыҡ һыу һалҡын була,

                 Һыуыҡ килһә, һыу туңа.

  • Бергәләп  ике тапҡыр уҡыу.
  • Тиҙ уҡыу.

III. Өй эшен тикшереү.

- Өй эшен тикшереп китәйек. Шиғырҙы бер тапҡыр уҡып алығыҙ. Тәүге дүрт юлды уҡыйбыҙ.

- Афарин, бик яҡшы. Ваҡыт ҡалһа, беҙ ҙә һеҙҙең менән шыршы биҙәп алырбыҙ.

IV. Яңы тема.  

- Уҡыусылар тиҙҙән, ун өс көндән, ниндәй байрам була?

- Һеҙҙең, уҡыусыларҙың көтөп алған ваҡыты етә. Ниндәй ваҡыт ул?

- һеҙ каникулда ни эшләйһегеҙ?

- Эйе, кемдәрҙер  ауылға, икенсе ҡалаға йәки сит илгә ял итергә бара. Ә бына Дима исемле малай ҡайҙа ял итергә барҙы икән? Ошо һорауға 137- се биттә бирелгән хатты уҡығандан һуң белербеҙ.

- Хат тигәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?

-Хәҙерге ваҡытта һеҙ хат яҙаһығыҙмы?

1) Һүҙлек эше.

Ҡаршы алды-встретил

Таҙарта-очищает

Байрамса-по-праздничному

Майҙан - площадь

Синыфташ-одноклассник

Ҙурайғас - когда вырасту


  • Ошо hүҙҙәр менән hүҙбәйләнештәр төҙөү, hөйләмдәр төҙөү, hүҙлеккә күсереп алырға.

Ял минуты. Хәрәкәттәрҙе ҡабатлайбыҙ. 

Тышта ҡар яуа.

Ниндәй саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ,

Саңғы йөрөйөк,

Конькиҙа шыуайыҡ.

Ҡар бәрешәйек.

Күңелле ял итәйек.

2) Уҡытыусының уҡыуы; һорауҙарға яуаптар биреү:

-  Шулай итеп, Дима ҡайҙа ял итергә килгән?

- Хатты ул кемгә яҙған?

3) тексты уkыу (сылбырлы), тәржемә итеү;

4) текст буйынса һорауҙар төҙөү;

5) Бик яҡшы.  Хәҙер һеҙгә ошо текстан һүҙ төркөмдәренә миҫалдар табырға кәрәк. Төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.  

 - Шулай итеп, исем ниндәй һорауға яуап бирә, ҡылым, сифат, алмаш.

6) Хатта сәләм,һаумыһығыҙ, һау булығыҙ кеүек һүҙҙәр осрай. Был ниндәй һүҙҙәр?

- Тағы ниндәй тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙ?  Таҡталағы һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ, иҫтә ҡалдырабыҙ.

- Ни өсөн был һүҙҙәрҙе тылсымлы тип атағандар?

Вежливые слова поднимают людям настроение, говорят об уважении говорящего к собеседнику, о его такте, чуткости, готовности оказать услугу тому, кто в ней нуждается.

Мы узнаём человека, который хочет к нам обратиться, не только, по словам, но и по жестам, по выражению его лица. Оказывается, при разговоре люди придают словам лишь 7% значимости, интонации – 38%, мимике и жестам – 55%. Один неправильный жест может полностью изменить смысл произнесённых слов.

- Дима әсәhенә яkшы килеп етеүе тураhында хәбәр итергә онотмай. Хәҙер беҙҙә кеҫә телефондары бар. Һеҙ әсәйегеҙгә үҙегеҙ тураhында хәбәр итеп тораhығыҙмы?

Хаттың аҙағы:  ул күршеләргә, синыфташтарына сәләм яҙырға онотмаған.

V. Йомғаҡлау.  Беҙ дәрестә ниндәй hүҙҙәр тураhында hөйләштек? Тылсымлы hүҙҙәрҙе kайҙа kулланырға кәрәк? Ни өсөн был hүҙҙәрҙе(таkталағы) тылсымлы hүҙҙәр тиҙәр.

VI.Өй эше.

                   1)137-се бит,335-се күнегеү «Ҡар өй»(уҡырға).

                    2) Яңы йылға ҡотлау открыткаһы әҙерләргә

                    3) Тылсымлы һүҙҙәр ҡулланып, СМС хәбәр яҙырға.

VII. Баhалау.

SMS (англ. Short Message Service — служба коротких сообщений) — технология, позволяющая осуществлять приём и передачу коротких текстовых сообщений сотовым телефоном. К настоящему времени входит в стандарты сотовой связи.