Ялҡау кәзә әкиәте
план-конспект урока по теме

Кириллова Гульшат Раисовна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3-so_klass_yalkau_kz_kite.docx24.15 КБ

Предварительный просмотр:

Тема :  М.Садиҡованың “Ялҡау кәзә” әкиәте

Маҡсат: Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдар аша кешеләргә хас сифаттарҙы асыклау; хеҙмәткә ихтирам   тәрбиәләү, әҫәрҙә күтәрелгән мәсьәләләргә уҡыусыларҙың    үҙ ҡараштарын   булдырыу.

Йыһазлау: “Ялҡау кәзә” әкиәте, презентация, карточкалар.

Тибы:         Әҫәрҙе анализлау алымы.

Төрө:         Ҡатнаш.

Методы:   Әңгәмә

                               Дәрес барышы.  

     I.Ойоштороу моменты:

    Уңай психологик һәләт булдырыу.

    -Һаумыһығыҙ – ул хөрмәтләү

     Кесе, өлкән – һәр кемде.

     Иҫәнләшеүҙән башлана

     Безҙең дәрес һәр көндө. 

II.  Артикуляцион күнегеүҙәр:

Ғәли, Ғәббәс, Ғиниәт

Яралар әкиәт.

      Аудирование: 

Ағас, бөгөн, саңғы, сәғәт, үгеҙ, йәйғор, зәңгәр, килгән.
          III.   Өй эшен тикшереү.        

      IV.Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

  1. Үткән материалды иҫкә төшөрөү:
  • Беҙ һеҙҙең менән әкиәттәр менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Уҡып киткән әкиәттәрҙең исемдәрен  иҫкә төшөрәйек. Был  өҙөктәр ниндәй әкиәттәрҙән:

Кейектәр үҙҙәре алып килгән һыйҙы ишек алдына ҡуйғандар ҙа кире урманға киткәндәр.

Ете ауыл, ете ҡала халҡын туйҙырған икмәк һеҙгә лә етер, тигән, ти игенсе.

Килһәләр, йыуан ҡарама төбөндә үлеп ятҡан айыуҙы күргәндәр.

Улар күмәкләшеп кешегә барып, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға тип хәл иткәндәр.

2.Дәрестең маҡсаттын билдәләү

  • Таҡтаға ҡарайбыҙ. Һүрәттә ниндәй йорт хайуаны төшөрөлгән? (II слайд)
  • Кәзә.
  • Уны кеше ни өсөн тота?
  • Ул һөт, йөн бирә.
  • Бөгөн беҙ уҡыясаҡ әкиәт нимә тураһында?
  • Эйе, кәзә. “Ялҡау кәзә” әкиәтен уҡыясаҡбыҙ.
  • Тимәк, бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ ?
  • Ялҡаулыҡ тураһында.

 

V. Теманы үҙләштереү.

а) Һүҙлек өҫтөндә эш

Ала-  пегий, пестрый

Һөйкөмлө – симпатичный

Кире – тиҫкәре

Мәке – прорубь

Сайҡай – кивает

Теҙләнгән – встал на колени

Ыңғайлаған – направился

Һаҡал - борода

Ҡыймылдау - шевелиться

Ҡуша туңған – примерз

Ҡолаҡҡа элмәй – не слушает

Ни күҙҙәре менән күрһен – удивился увиденному

Бер аяғыңды атлағансы, икенсеһен бүре ашар – очень медлительный

б) Уҡытыусының  әкиәтте уҡыуы;

в) Һорауҙарға яуаптар биреү:

  1. Кәзә ниндәй булған?
  2. Уның ни эшләгеһе килгән?
  3. Ул йылғаға нисек бара?
  4. Ни өсөн кәзә йылғанан китә алмаған?

г) Төркөмдәрҙә  эш:

Һәр төркөмгә башҡорт һәм рус телендәге мәҡәлдәр таратыла, тәржемәләрен табып билдәләйҙәр. Бер мәҡәлдең мәғәнәһен аңлаталар.

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Ялҡауға көн дә байрам, көн дә туй.

Нимә сәсһәң, шуны урырһың.

Ялҡау ятҡан ерҙән кеше өйрәтер.

Ҡулдар эшләй, ә баш ашата.

Ялҡаулыҡ – хурлыҡ, тырышлыҡ – ҙурлыҡ.

Йөҙ йыл йәшә, йөҙ йыл өйрән.

Эш кешене ашата, ялҡаулыҡ боҙа.

Ялҡауҙың башы ауырта. 

- Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?

- Әлеге мәҡәлдәрҙең ҡайһыһын тормош девизы итеп алыр инегеҙ? Ни өсөн?

- Рус телендә ялҡаулыҡ тураһында ниндәй әкиәттәр уҡынығыҙ?

Мәҫәлән, Емеля мейес башынан тормайынса ғына батша ҡыҙы менән ярты батшалыҡҡа хужа булған. 33 йыл буйы йоҡлаған Илья Муромец йоҡонан уяныуы була, бөтә дошмандарҙы еңә. Иҫәр Иван да артыҡ көс түкмәй, уның өсөн барыһын да  Конек-горбунок эшләй.

 - Ялҡаулыҡтың иң ҙур дошманы нимә? Ялҡаулыҡты нисек еңеп була?

-  Хеҙмәт – ул кешенән аҡыл йәки физик көс талап итә торған маҡсатлы эшсәнлек.

  • Ә һеҙҙең төп хеҙмәтегеҙ нимәлә?
  • Тырышып, яҡшы билдәләргә генә уҡыу.

VI. Йомғаҡлау.

   1.Рефлексия.

Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында  барҙы?

Дәрестән үҙегеҙгә ниндәй һабаҡ алдығыҙ?

Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

  1. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.
  2. Өйгә эш.

1. Әкиәтте уҡырға.

       2. Әкиәт буйынса һүрәт төшөрөргә.

3. Әкиәтте дауам итергә.