мәҡәлдәр
материал на тему

1. Икмәк – ил байлығы.
2. Икмәктән  оло  булма.
3. Икмәк  аша  атлама.
 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mkldr.doc26 КБ

Предварительный просмотр:

                                                 Мәҡәлдәр.

  1. Икмәк – ил байлығы.
  2. Икмәктән  оло  булма.
  3. Икмәк  аша  атлама.
  4. Икмәктең  валсығын  да  ергә  ташлама.
  5. Көслө  кеше  берҙе  еңер,  белемле  кеше  меңде  еңер.
  6. Ҡалған  эшкә  ҡар  яуыр.
  7. Ете  ҡат  үлсә,  бер  ҡат  киҫ.
  8. Кем  эшләмәй,  шул  ашамай.
  9. Эшләгәнең  кешегә,  өйрәнгәнең  үҙеңә.
  10. Хеҙмәтенә  күрә  хөрмәте.
  11. Ғәйебеңде  таныу – ярты  төҙәлеү.
  12. Уйна  ла  көл,  уҡы ла  бел.
  13. Һаулыҡ  - ҙур  байлыҡ.
  14. Һаулыҡты  аҡсаға  һатып  алаып  булмай.
  15. Айыуҙан  ҡурҡан  бүрегә  тарыған,,  ә  дошмандан  ҡурҡҡан  үлемгә  тарыған.
  16. Аҙ  һөйлә,  күп  эшлә.
  17. Тырышҡан  табыр,  ташҡа  ҡаҙаҡ  ҡағыр.
  18. Эшһеҙ  кеше  -   көсһөҙ  кеше.
  19.  Уҡыу – белем  шишмәһе.
  20.  Белемле  кеше  юғалмаҫ.
  21. Иле  барҙың  теле  бар.
  22. Теле  барҙың  иле  бар.
  23. Кешенең  белемен  һүҙенән  аңларһың.
  24. Кешенең  үҙенә  ҡарама,  һүҙенә  ҡара.
  25. Тыуған  ерҙең  әреме  лә  хуш  еҫле.  
  26. Тыуған  ер -  яҡын,  тыуған  ил – алтын.
  27. Бары  менән  байрам.
  28. Һыйлағанда  һыу  булһа  ла  эс.
  29. Батыр  ир – ил  таянысы.
  30. Кирбестәр  берләшһә - стена  була.
  31. Ата  улы  - Ватан  улы.
  32. Бейек  тау  алыҫтан  күренә.
  33. Бәхетте  өләшмәйҙәр,  уның  өсөн  көрәшәләр.
  34. Егет  ҡәҙерен  ил  белә.
  35. Егет  ҡәҙерен  ил  белә.
  36. Батыр  яуҙа  һынала.
  37. Беләгенә  ҡарама – йөрәгенә  ҡара.
  38. Тыуған  илкәй          бер  генә,  ҡәҙерен  бел  генә.
  39. Ситте  маҡта,  илеңдә  йәшә.
  40. Йөҙ  һум  аҡса  булғансы,  йөҙ  дуҫың  булһын.
  41. Ысын  дуҫ  бәхетһеҙлектә  һанала.
  42. Ағас  тамыры  менән,  кеше  дуҫтары  менән  көслө.