көләмәстәр
материал на тему

Аҡбуҙат  журналынан

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kolmstr.doc47 КБ

Предварительный просмотр:

 Онотҡан

– Ике икең нисә була? – тип һорай уҡытыусы Ғәлиҙән.

– Белмәйем, онотҡанмын.

– Ә дүрт дүртең?

– Онотҡанмын.

– Һин бөтә нәмәне онотоп бөттөңмө әллә?

– Юҡ та. Калькуляторымды ғына бөгөн өйҙә ҡалдырғанмын.

 Айҙы ҡырҡҡыслағандар

Төндә күк йөҙөндә яңы тулып килгән айҙы күреп, Нәзир өләсәһенә:

– Өләсәй, өләсәй, ҡара әле, айҙы ҡырҡҡыслап бөткәндәр, – ти.

        

         Йырым оҡшаған

Гөлнәзирә Нургизәгә былай тип маҡтана:

– Кисә өйҙә ҡысҡырып йырлап ултыра инем, яҡшыраҡ ишетелһен өсөндөр инде, Ғәмир таш атып, тәҙрәне ватты, шунан үҙе ҡайҙалыр йәшенде лә ҡуйҙы.

        

         Алма сорттары

– Нургизә, һин алмаларҙың ниндәй сорттарын беләһең? – тип һорай уҡытыусы.

– Иллешәр һәм алтмышар һумлыҡтарын.

         Ауырыған

– Колумб Американы ҡасан асҡан?

– Белмәйем, мин ул саҡта ауырый инем.

 Отошһоҙ

Уҡытыусы таҡтаға 2 : 2 тип яҙа ла:

– Ғәли, нәмәне аңлата был яҙыу? – тип һорай.

– Отошһоҙ тигәнде.

 Һаранлыҡ

Малай кәсерле миҫалдар эшләргә өйрәнә. Уға апаһы ярҙамлаша.

– Әгәр бәлеште ун ике өлөшкә бүлеп, береһен һиңә бирһәм, быны нисек аңлатырһың?

– Һаранлыҡ булыр! – тип бик тиҙ яуап ҡайтара малай.

         Бойороҡ

– Ҡылым менән һөйләм төҙө әле.

– Арбаны ат тарта.

– Ошо ҡылымдың бойороғо нисек яңғырар икән?

– На!