Рабочая программа
рабочая программа по теме

Бузанова Светлана Борисовна

Рабочая программа по башкирскому государственному языку для 4 класса. 1 час в неделю.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rab_programma_4_klass.doc56.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республиҡаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының

Орджоникидзе районы 99-сы мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралған                                Килешелгән                        “Раҫлайым”:

ММБ ултырышында              Директор урынбаҫары           99 -сы мәктәп директоры

Протокол №_______             _______  Бузанова С.Б.        _________/Е.А.Куликова/

_____  

«____»_________2013 й.                                                     приказ №________

                                        «____» _____ 2013 й.                 «____»_________2013 й.

2013 – 2014  уҡыу  йылына

4 - се класс өсөн

 башҡорт  (дәүләт)  теленән

эш программаһы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бузәнова Светлана Борис ҡыҙы төҙөнө

2013 йыл

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   4-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Төҙөүсеһе: Бузанова Светлана Борис ҡыҙы.

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     4-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2006.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 4-се  класы  уҡыусылары  өсөн дәреслек.  – Өфө: Китап, 2006. 

М.Х.Идельбаев, А.М.Сулейманова: Живые родники (история, литература, культура Башкортостана) для 3 – 4-х классов. Уфа: Китап, 2006г.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 99-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.
  • Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.
  • Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары., Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.
  • Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.
  • Уҡыусыларға Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте (ИКБ) тураһында белешмә биреү. Уларҙа Башҡортостанға, уның тарихына, мәҙәниәтенә  ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  • Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
  • Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыу - уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар  төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу – 1

Тикшереү эше – 2

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

 1-се сентябрь – Белем байрамы-1 сәғәт

Бөтә  балалар өсөн ҙур  байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге  каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре  тураһында  һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр  уҡыу. Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған  һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

 Мәктәптә – 5 сәғәт. 

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында  һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

Ғаилә. Хеҙмәт- 5 сәғәт.

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Хобби. Буш ваҡыт – 3 сәғәт.

Һәр кешенең  яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер  эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

Врачта. Поликлиникала – 4 сәғәт.

Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе  хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Почтала – 1 сәғәт. 

Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

Башҡортостан тәбиғәте – 3 сәғәт. 

Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары – 3 сәғәт.

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

 Башҡортостандың күренекле шәхестәре – 3 сәғәт.

Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.  

Ауыл тормошо – 2 сәғәт.

Ауыл тормошо, ауыл кешкләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы мкңеханизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

 Башҡорт халыҡ ижады – 3 сәғәт.

Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе  ғалимдар  тураһында  һөйләшеүҙәр,  текстар  уҡыу.  Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

 Үтелгән темаларҙы йомғаҡлау – 2 сәғәт.

IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

  • «Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- к-лдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.
  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.
  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  • Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.
  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  • 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ПМ 01, 02, 03, 04, 05 Рабочая программа по бух-учету, по налогам, для специальности 080110 и рабочие программы по налогам и бух-учету для специальности 080114 и программа экзаменов для ПМ 01 и 02

Рабочие программы:ПМ 01 -Документирование хозяйственных операций и ведение бухгвалтерского учета имущества организацииПМ 02-Ведение бухучета источников формирования имущества, выполнения работ по инве...

Рабочая программа курса химии 8 класс, разработанная на основе Примерной программы основного общего образования по химии (авторская рабочая программа)

Рабочая программа курса химии 8 класс,разработанная на основеПримерной программы основного общего образования по химии,Программы курса химии для 8-9 классовобщеобразовательных учреждений (а...

Рабочая программа по литературе для 6 класса (по программе В. Коровиной) Рабочая программа по литературе для 10 класса (по программе ]В. Коровиной)

Рабочая программа содержит пояснительную записку, тематическое планирование., описание планируемых результатов, форм и методов, которые использую на уроках. Даётся необходимый список литературы...

Аннотация к рабочей программе по математике (алгебре и началам анализа), 11 класс , профильный уровень; рабочая программа по алгебре и началам анализа профильного уровня 11 класс и рабочая программа по алгебре и началам анализа базового уровня 11 класс

Аннотация к рабочей программе по МАТЕМАТИКЕ (алгебре и началам анализа) Класс: 11 .Уровень изучения учебного материала: профильный.Программа по алгебре и началам анализа для 11 класса составлена на ос...

Рабочая программа по русскому языку 5 класс Разумовская, рабочая программа по литературе 5 класс Меркин, рабочая программа по русскому языку 6 класс разумовская

рабочая программа по русскому языку по учебнику Разумовской, Львова. пояснительная записка, календарно-тематическое планирование; рабочая программа по литературе 5 класс автор Меркин. рабочая программ...

Рабочая программа по Биологии за 7 класс (УМК Сонина), Рабочая программа по Биологии для реализации детского технопарка Школьный кванториум, 5-9 классы, Рабочая программа по Биохимии.

Рабочая программа по биологии составлена в соответствии с требованиями Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования на основании примерной программы по биологи...

Рабочая программа по биологии 5-9 класс, Рабочая программа по внеурочной деятельности с использованием оборудования центра "Точка роста" 5 класс, Рабочая программа по химии, Рабочая программа по географии

Рабочая программа по биологии 5-9 класс, Рабочая программа по внеурочной деятельности с использованием оборудования центра "Точка роста" 5 класс, Рабочая программа по химии, Рабочая программ...