Внеклассное мероприятие."Навеки вместе."
методическая разработка (6 класс) на тему

ХУЗИНА НАФИСА ИЛЬГИЗОВНА

Мероприятие посвящено добровольному присоединение Башкортостана к России.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mnge_berg.doc63 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министырлығы.

Бәләбәй районы муниципаль хакимиәте мәғариф бүлеге.







Мәңгә бергә.

                                         

                                              Башҡарҙы 16-сы һанлы

                                              дөйөм белем биреү мәк-    

                                              тәбенең башҡорт теле

                                 уҡытыусыһы Хузина

                                   Нәфисә Илгиз ҡыҙы.













Мәңге бергә.


Йыр «Гимн Башкортостану»

1-се алып барыусы.

Башҡортостаным минең! Изге, яғымлы, күркәм тыуған яғым! Һинең осһоҙ- ҡырыйһыҙ ҡырҙарың- туғайҙарың, ғорур тауҙарың, сылтырап аҡҡан шишмә йылғаларың кемде генә һоҡландырмаған да, ниндәй генә шағирҙарҙың ҡулдарына ҡәләм алырға дәртләндермәгән!

     

   З.Биишева”Башҡортостаным

Һөйөү ярынан йыраҡтарға баҡтым,

Офоҡтарға даръя ташып аҡтым,

Элек заман һин бер үкһеҙ, бала инең.

Бар байлығың-ҡырыҫ, йәнһеҙ дала ине.

Шул далала һин,имгәкләп, ауа-түнә,

Тома һуҡыр юлсы булып бара инең.

         Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин,

         Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин.

           Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф,

           Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин.

         Ырыҫлы ер- Башҡортостан, Гөлбөстан һин.

           Бахет, шатлыҡ,нур төйәге Гөбөстан һин.


Йыр:”Ҡурай”


1-се алып барыусы.

1219-1220  йылдар.1220 йылдың йәйендә Монгодар империаһына нигеҙ һалыусы Сыңғыҙхан етәкселегендә татар-монголдарҙың һыбайлы ғаскәре тарафынан бөтә Себер,


Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм шулай уҡ башҡорт ерҙәре яулап алына, Алтын Урҙа дәүләте ойоштора.


Бейеү (башҡорт халыҡ бейеүе)


2-се алып барыусы.

Эй ғазиз халҡым минең!Ни генә күрмәген, ниҙәр генә кисермәгән алсаҡ йөҙлө, тәбиғәте менән сабыйҙарса саф күңелле, йырға- моңға бай изге халҡым! Ата- әсәң кеүек ҡәҙерле ереңде талауҙар, тыуып- үҫкән

төйәгеңдән ҡыуылыуҙар, илеңде, ереңде,милләтеңде яҡлау өсөн ҡан ҡойоштар, яулаусылар тарафыннан колониаль иҙелеүҙәр…-барыһы ла үтте һинең ба-шыңдан.

Әммә ғорур башы эйелмәй! Көслө рухы һынмай.


Йыр:” Моя Родина” .


1-се алып барыусы.

1552-се йыл. Был ваҡытта Рәссәйҙә Иван Васильевич (Грозный) батшалыҡ итә. Башҡорттар уны Аҡ батша тип йөрөтә. Ҡазан һәм Әстерхән хандары йыш ҡына Рәсәй еренә яу сапҡан, рус ерҙәрен талап, халҡын ҡоллоҡҡа алып киткән.


Йыр:” Россия”.


2-се алып барыусы.

Ҡазанға ҡаршы Иван Грозный хәрби поход ойоштора. 25-се августан алып сентябрь аҙаҡтарына тиклем Казан әсән көсөргәнешле алыш бара.1552-се йылдың  2-се октябрендә Ҡазан ханлығы рус ғәсҡәрҙәре тарафыннан яулап алына.


1-се вәзир.

-О велики царь! Башкирия- богатый край. Мы почти уже захватили его. Надо его полностью завоевать.


2-се вәзир.

А народ разобщонный. Нам нетрудно будет их уничтожить.


Батша.

Нет, если мы предпримем военное вторжение, то поход будет нелегким, ибо башкиры, будучи кочевниками, быстро меняют свои места обитания. Их страну одним ударом невозможно завоевать.

Пиши, Я царь сия Руси, Иван Васильевич Грозный, обращаюсь к башкирскому народу.


Уҡыусы.

Слушайте, слушайте обращение Русского царя башкирскому народу.

«Я, царь сия Руси, Иван Васильевич Грозный, обращаюсь башкирскому народу! Призываю принять русское подданство. Пусть никто не убегает и пусть каждый остается пре своей вере, соблюдает свои обычаи. Обещаю не трогать ваши земли, религию и обычаи. Обещаю защиту и покравительство от всех врагов. Ибо башкиры обязаны нести искреннюю службу: за свой счет и ясаки платили, якоже прежним казанским царям. Вы обязаны нести военную службу-охранять восточные границы и при надобности участвовать в военных

походах в месте с русскими». «Слушайте, слушайте…»


2-се алып барыусы.

Башҡортостанда илдең яҙмышы тураһында әңгәмәләшергә, уның

киләсәге тураһындағы мәсьәләне хәл итергә төрлө яҡтан


 аҡһаҡалдар, бейҙәр йыйылған. 


1-се аҡһаҡал.

-Ырыуҙаштарым. Аҡ батша беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алырға, төрлө дошмандарҙан яҡларға һүҙ бирә. Минеңсә, хандар иҙеүенән арыған халҡыбыҙ был бик ҡулай булыр. Йә, ни әйтерһегеҙ?


2-се аҡһаҡал.

-Эйе, тыуғандар. Инде хандарҙың яуыҙ” тырнаҡтары” аҫтында бик күп михнәттәр күрҙек, ерҙәребеҙҙе таланылар Ә Аҡ батша ерҙәребеҙгә теймәйем, ти. Ҡушылырға кәрәк!

      3-сө аҡһаҡал.

-Ҡарағыҙәле, мосолман ҡәрҙәштәр! Ата-бабаларыбыҙ

ислам диненә табынған, беҙҙә ғүмер буйы Аллабыҙға

һыйынып йәшәнек. Ә рустар көсләп

суҡындырмаҫмы?

     

      1-се бей.

Булмаҫ” Аҡ батша” динегеҙгә теймәйем, тигән бит.

     

        2-се бей.

-Туҡтағыҙ әле, йәмәғәт! Уның әле ҡуйылған шарттары ла бар. Батша талабы буйынса, беҙ үҙебеҙҙең кәс менән Рәсәй сиктәрендә хәрби хеҙмәт алып барырға тейешбеҙ.


3-сө бей.

Ә ниңә, булдырырбыҙ уны!

  Беҙҙең башҡорт егеттәре-элек-электән ҡурҡыу белмәҫ мәргән уҡсы, көстәре һәм батырлыҡтары менән тирә-яҡҡа дан ҡаҙалған батырҙар. Улар илен, ерен һаҡлар өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Аҡ батша дошмандарҙан яҡлаһа, беҙ ҙә уға тоғро хеҙмәт итербеҙ.

     4-се бей.

Нуғайҙар,Ҡаҙан ханлығы Емерелгәс, тәрки яҡтарына сығып ҡасалар, бик күп башҡорттарҙы үҙҙәре менән китергә өндәйҙәр.

       1-се аҡһаҡал.

Юҡ! Беҙ тыуып үҫкән еребеҙҙә, башҡа бер ниндәй ергә лә алыштырмабыҙ! Йә, ырыуҙаштарым, нимә эшләйбеҙ?Аҡ батшаға барабыҙмы?

Барыһы ла.

-Барабыҙ, барабыҙ! Эйе, барырға кәрәк.

1-се алып барыусы.

1557-се йылда көнбайыш, көньяҡ- көнсығыш башҡорттары беренселәрҙән булып рус дәүләт ҡарамағында ҡалыу теләген белдерә. Башҡортостандың был ерҙәрендә ул ваҡытта Бейләр, Енәй, Гирәй, Уран, Ғәйнәырыуҙары йәшәй.

Бейеү(башҡорт халыҡ бейеүе).

 2-се алып барыусы.

Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуы тураһында бик күп шәжәрәләр, легендалар һөйләй. Шуларҙың береһе”Ҡоломбәт батыр” легендаһы.

   

     -Ҡоломбәт батыр нисек тыуған һуң?Уның тураһында беҙ


     хәҙер “Бәпес туйын” ҡарап үтәбеҙ.

1-се алып барыусы.

Рәсәй батшалығына ҡушылырға ҡарар ҡылғас, был хаҡта Аҡ батшаның үҙе менән һөйләшеп- килешеп ҡайтырға тип, башҡорттар Иван Грозныйға ун ике илсе ебәрә. Улар араһында Ҡоломбәт батыр ҙа була.


Батша.

Какие знатные гости прибыли!


1-се илсе.

О, ҡоҙрәтле Аҡ батшабыҙ! Мин бөтә ырыуҙаштарым исеменән һинән көслө ҡанатың аҫтына алыуыңды һорап, халҡымдың үтенесен еткерәм. Бына ошо һуҫар тиреләрен ырыуым исеменән ҡабул ит!


2-се илсе.

Ә минең ырыуҙаштарым һиңә ҙур ихтирам күрһәтеп, мәрхәммәтлелегеңә, ғәҙеллелегеңәбаш эйеп, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп, бал ебәрҙеләр!


3-се илсе.

О, бөйөк падишаһыбыҙ! Киң далаларҙа аунап үҫкән башҡорт батырҙарының ҡанатлы үәғорурлығы булып ат һанала. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмаҫһың,тип өмөтләнеп, ырыуҙаштарым Аҡбуҙаттай ҡанатлы ат ебәрҙе.


Батша.

Премного благадарствую. Как дорога? Как добралис?


4-се илсе.


Оҙон-оҙаҡ юл үттек. Еңел булманы, әлбиттә, әммә изге ниәт менән юлға сыҡҡас, юл михнәтен һис тойманыҡ.

Батша.

С чем пожаловали?


1-се илсе.

Бөйөк батшабыҙ! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ерҙәребеҙ яуыҙдар тарафыннан тартып алынды. Беҙ һинең ғәҙеллегеңә ышанам, шул ерҙәребеҙгә хоҡуғыбыҙҙы ҡайтарып, грамоталар менән нығытып ҡуйыуыңды үтенәбеҙ.


Батша.

Будет вам грамота на владение вотчиными землями.


1-се алып барыу сы.

Аҡ батша илселәрҙе бик яҡшы ҡабул иткән. Ҙур мәжлес ҡороп, алдарына алтын ҡалаҡтарҡуйып һый-хөрмәт күрһәткән.


Йыр”Тыуған көн”.


2-се алып барыу сы.

Мәжлес бөткәс, батшаның ашнаҡсылары иҫәпләп ҡараһалар, бер алтын ҡалаҡ менән бер алтын табаҡ етмәгән, ти. Был хаҡта батшаға хәбәр итәләр. Хөкөмө үҙ ҡулында бит:тотҡан да был илселәрҙе тентеп сығарға ҡушҡан. Теге алтын табаҡ менән алтын ҡалаҡ Ҡоломбәт батыр ҡуйынынан килеп сыҡҡан.

    Батша.

Ты почему взял всё это добро?

     Ҡоломбәт.

Мин, батшам, урлашманым, алдым ғына. Илемә, ҡайтҡас, яҡшы батша икәнлегеңде бөтә ырыуҙаштарымма һөйләп бирергә һәм:”Башҡорттарҙы яратҡан өсөн ошо алтын табаҡ менән алтын ҡалаҡты батша үҙе бүләк итте”, - тип күрһәтергә уйлағайным. Үҙҙәре тотоп ҡарамайынса ,улар ышанмаҫлар бит.

    Батша.

Твоя правда, Кулумбет батыр. Раздать всем гостям по одной золотой ложке и тарелке!

    1-се илсе.

Бына беҙҙең оло юлға сығар ваҡытыбыҙ ҙа килеп етте. Киң күңелнңә, йомартлығыңа рәхмәт, батшабыҙ.

     Йомғаҡлау.

Ошо хәлдәрҙән һуң 450-йылдан артығыраҡ ваҡыт үткән. Күпме һыуҙар аҡҡан, күпме елдәр иҫкән, күпме тауҙар ишелгән. Ләкин рус халҡы менән башҡорт халҡының дуҫлығы тик үҫә һәм нығый ғына барған. Ул дуҫлыҡ яу ҡырында бергә ҡойолған ҡан, хеҙмәттә бергә түгелгән тир менән нығытылған.

 Дуҫлыҡ бит ул бер-береңдең ҡулын ҡысыу, бер-береңә яҡшы һүҙ әйтеү менән генә сикләнмәй. Дуҫлыҡ бөтәһенән дә

        Элек эштә, яуҙа, тормошта бер-береңә ярҙам итеүҙә                    

         күренә.


        Йыр”Надежда”.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное мероприятие "Мы вместе"

План-конспект проведения внеклассного мероприятия "Мы-вместе", посвященное дню толерантности...

Внеклассное мероприятие "Мы вместе!"

Мероприятие посвящено воссоединению Крыма с Россией....

Внеклассное мероприятие "Мы вместе! Крым - это Россия."

Данное внеклассное мероприятие о присоединении территории Крыма к Российской Федерации. Оно знакомит обучающихся с историей Крыма и показывает её тесную взаимосвязь с историей России....

Внеклассное мероприятие "Мы вместе"

Мероприятие посвящено поискам одарённых детей на творческие конкурсы...

Внеклассное мероприятие "Мы вместе! Крым и Россия"

Объяснить ученикам суть произошедшего исторического воссоединения России и Крыма и его значение для судьбы страны...

Внеклассное мероприятие «Мы вместе» (ко Дню единения народов Беларуси и России)

Цель:знакомство учащихся с историей создания Сообщества России иБеларуси, развитие информационной культуры учащихся, мыслительных операций, речи, внимания; воспитание интереса к событиям, фактам.Задач...

внеклассное мероприятие "Мы вместе, и это здорово!"

Внеклассное мероприятие для 8 класса, цель мероприятия сплочение коллектива....