разработка урока по поэме Галимова Саляма "Дитя"
методическая разработка (10 класс) по теме

Абсаликова Асма Абкадировна

10 класс.Поэма Галимова Саляма"Дитя"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon absalikovaa.a._razrabotka_uroka.doc59 КБ

Предварительный просмотр:

               Регистрационная карта участника конкурса № 


 Пакет

Конкурс среди педагогов, использующих ИКТ в образовательной деятельности”Информационно- коммуникационные технологии в творчестве учителя”

Номинация

Разработка урока с использованием ИКТ.

Автор

Абсаликова Асма Абкадировна, учитель башкирского языка и литературы

телефон

8(34789)2-45-14,  89273201324

факс

E-mail

asma.63@mail.ru

Юридический адрес

участника конкурса

4563336  Кугарчинский район, с.Юмагузино

улица Комсомольская, дом№ 12,  квартира №24

     

               Күгәрсен район мәғариф бүлеге

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Йомағужа 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ғәлимов Сәләмдең ” Бала” поэмаһы буйынса дәрес план- конспекты. 10–сы синыф.

                                                          Төҙөнө Абсалиҡова Ә.Ә.

   

                                             Йомағужа -2012

Тема: Ғәлимов Сәләмдең” Бала” поэмаһы буйынса йомғаҡлау дәресе.

          Дәрес-уйланыу.

Маҡсат:  1. Поэманың идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

                 2.Әхлаҡи тәрбиә биреү

                 3.  Ата-әсәй булыуҙың оло бәхет булыуын аңлатыу.

                 4. Уҡыусыларҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү.

Йыһазландырыу: Авторҙың портреты,мультимедиа проектор менән компьютер, “Әсә һәм бала” темаһына уҡыусылар фотоһүрәттәренән  стенд., “Ҡатын- ҡыҙҙың бөтә матурлығы- әсә булыуҙа”  тип яҙылған плакат, аудиояҙма.

                                     Дәрес планы.

1.Ойоштороу моменты

2Поэманың йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу.

3.Мәҡәлдәр менән эш

4.Ҡунаҡтың сығышын тыңлау

5.Дәүләт программалары тураһындағы мәғлүмәт менән танышыу.

6.Дәресте йомғаҡлау .Йыр тыңлау

                                         Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

Уҡытыусының инеш һүҙе.Бөгөнгө дәрестә күренекле шағир Ғәлимов Сәләмдең“Бала” поэмаһы  буйынса ғаилә ҡороу, бала бағыу,мөхәббәт тураһындаһөйләшербеҙ, фекер алышырбыҙ..Был мәсьәлә, тема әлеге көндә лә бик актуаль булып ҡала. Дәрестең девизы “Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы- әсә булыуҙа” тип алынды. Һөйләшеү барышында һеҙ ошо фекергә инанырһығыҙ ,тип уйлайым.Дәрескә ҡунаҡ саҡырылды.Ҡунаҡ менән таныштырыу.Биш бала әсәһе Айһылыу Ҡәҙерғолова.Уның  да һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар.

   

2. Поэманың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.

-Поэманың пөп геройҙары Сәйҙел менән Зәйнәб ғаилә ҡороп, йәшәй генә башлаған осорҙа ниндәй хатаға юлығалар?

-Быға  кем ғәйепле?. Кем ул Әршит?Уның фәлсәфәһе нимәгә ҡоролған? Ул нимәһе менән ҡурҡыныс?

-Геройҙар ниндәй  һынауҙар аша үтәләр? Уларға ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

( Класс ике төркөмгә бүленеп эшләй.Беренсе төркөм Сәйҙел образына ҡылыҡһырлама яҙа, икенсеһе- Зәйнәб образына).

-  Әҫәрҙең төп проблемаһы ғаилә һәм карьера мәьәләһенә ҡағыла.Сәйҙел урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ? Ғәйеп тик Сәйҙелдә генә  микән?

Уҡыусыларҙың   иғтибарын йәнә дәрес девизына йүнәлтеп, түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырыу. Эйе,тәбиғәт тарафынан ҡатын-ҡыҙға бала табыу  һәләте бирелгән.Тик был бәхет, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,бар ҡатын –ҡыҙға эләкмәй.

Беҙҙең илдә ғаиләләрҙең   15   проценты бала таба алмай.Быны медицина теле менән әйткәндә, түлһеҙлек тип атайҙар.Түлһеҙлек ҙур социаль проблема булып тора.Ғаиләләрҙә ошо сәбәп арҡаһында конфликтлы ситуациялар барлыҡҡа килә.Түлһеҙ парҙарҙың  70 проценты  айырылыша. Был,әлбиттә, күңелһеҙ күренеш.Күпме яҙмыштар ҡыйрала.Тыуым артмай, халыҡ һаны кәмей.

3 .Мәҡәлдәр менән эш.Уҡыусыларҙың сығышы. (Әсә булыу, бала тәрбиәләүгә ҡағылышлы мәҡәл һәм әйтемдәрҙе алдан йыйып, слайд әҙерләгәндәр).Бер уҡыусы экрандан  уҡып, бер нисәһенең мәғәнәләрен аңлата. Ҡалғандарын башҡа уҡыусылар аңлата, оҡшағандарын яҙып алалар.

Һәр бала  үҙ бәхете , үҙ аҙығы менән менән тыуа.Бала – бауыр ите.

Бала балдан татлы.Бала күрмәгән балдан ауыҙ итмәгән.Балаһыҙ баш- ярылған баш.Балаһыҙ йорт- маҙар, балалы йорт-баҙар. Булыр бала биләүҙән.бишектәге бала бишкә төрләнә.Бала табыу ғына түгел, бағыу ҙа кәрәк.Бала саҡта кергән ғәҙәт ғүмергә ҡала.Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.Ата ғәйрәтле булһа, бала ғибрәтле булыр.

Уҡытыусы.Тимәк, мәҡәлдәрҙән күренеүенесә,  борондан уҡ халҡыбыҙҙа бала бағыу етди һәм изге зш һаналған.Уға күп иғтибар һәм әһәмиәт бирелгән.Быуын- быуындан ғаиләләрҙә балалар ишле булған.Өс балалы ғаиләләргә хәҙер күп балалы ғаилә статусы бирелә.Балалар тәрбиәләү- бик яуаплы эш. Был турала  биш бала әсәһе булған беҙҙең ҡунағыбыҙ ни әйтер.

4 .Ҡунаҡтың сығышы.( Күп  балалы ғаиләнең һәр йәһәттән дә өҫтөнлө булыуын, ыңғай яҡтарын әйтә.Үҙ балалары тураһында ҡыҫҡаса һөйләй).

Уҡытыусы.Ошо поэманы уҡып, һеҙ үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ, ниндәй һығымталар яһанығыҙ.Ниндәй уйҙарға һалды?Ни өсөн уны автор” Бала” тип атаны икән? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

Рәсәйҙә демографик хәлде көйләй торған ниндәй программалар эшләй икән.Был турала Әлфиә һөйләр.

5. Уҡыусының сығышы. Әлфиә компьютер технологияһын ҡуллланып, йыйған материалдарҙы слайдта күрһәтеп һөйләй.

Рәсәй Хөкүмәте тыуымдың бик түбән булыуын иҫәпкә алып,ситуацияны анализлап, йәш ғаиләләргә дәүләт  кимәлендә  материаль ярҙам  күрһәтергә тигән ҡарарға килә. 2007 йылда закон ҡабул ителә.Был закон буйынса ғаиләләрҙә икенсе. өсөнсө бала һәм унан да күберәк бала тыуған осраҡта,  250  мең һум ярҙамында аҡсалата  ярҙам күрһәтелә. Программа“Әсәлек капиталы” тип атала.Үрҙә күрһәтеклгән сумма йыл һайын , инфляция иҫәпкә алынып. индексациялана,йәғни арта бара. Быйыл ул  387 мең күләмендә билдәләнгән. Йәш ғаилә аҡсаны төрлө маҡсаттарҙа ҡуллана ала.Торлаҡ һатып алыу, баланы уҡытыу, әсәнең пенсияһына өҫтәү һ.б.Программа  2016  йылға тиклем эшләйәсәк.Әсәлек капиталы йәш ғаиләләргә балаларҙы уллыҡҡа алған осраҡта ла бирелә.Күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер биреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ алыуға йүнлтелгән социаль ипотека программаһы эшләй.Башҡортостанда 1998 йылдан башлап биш һәм унан күберәк бала тапҡан   әсәләргә”Әсәлек даны” миҙалы бирелә башланы.

Был миҙал менән 6 меңдән ашыу ҡатын бүләкләнгән.Ғөмүмән, дәүләт тыуымды арттырыу буйынса, демографик хәлде яҡшыртыу буйынса күп кенә саралар күрә.

6.Дәресте йомғаҡлау .Уҡыусылар үҙегеҙ алып килгән фотоларға күҙ һалайыҡ.Күпме бәхетле, шат йөҙҙәр,күҙҙәр унда! Күпме матур хис- тойғолар!Һүҙ менән генә әйтеп тә, аңлатып та бөтөрөрлөк түгел.!Ниндәй бәхет ул Әсә булыу, Атай булыу!!! Һеҙ ғүмерегеҙҙә, киләсәктә “әршитлектән” абай булырһығыҙ,  ҙур хаталар яһамаҫһығыҙ, тигән өмөттә дәресте йомғаҡлабыҙ. Әҫәр буйынса тыуған уйҙарығыҙ иншаларығыҙҙа сағылыр, иншаны өйҙә яҙып килтерерһегеҙ.

Хәҙер матур йыр тыңлайыҡ. Роза Сәхәүетдинованың Гәлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған «Бәпес ҡайтты » тигән йырҙы аудиояҙманан тыңлау.

                                                                                                                                                                           

                                   Аннотация  урока

1.Тема урока.Поэма Галимова Саляма” Дитя”.

2.Класс.10кл.

3.Тип урока.Обобщение по поэме”Дитя”.Урок- размышление”

4.Цель урока.Раскрыть идею поэмы.

5.Задачи.Активизировать познавательный интерес к предмету, учить выражать собственное мнение, создать условия для самоопределения учащихся по нравственным проблемам поэмы, развивать навыки самостоятельной работы со словарями. интернетом.

6.Технологические особенности.Урок проводится с использованием компьютера.

7.Описание урока.Урок состоит из следующих этапов.

-Тема и цель.

-Беседа по содержанию поэмы.Характеристика героев.

-Работа с пословицами.

-выступление гостя

-Сообщение ученика о демографическом положении в стране, о госпрограммах.

-Обобщение.Прослушивание песни.

ИКТ использовались также в процессе подготовки к уроку как средство излечения информации.К уроку предшествовала работа учащихся со словарем пословиц и поговорок. Каждому ученику дается возможность выражать собственное мнение.Над решением прблемного вопроса учащиеся работают в группах.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработкаурока по теме "История космических исследований"

Данный материал можно использовать на уроке в 7-8 классах по теме "Наши достижения" или как  материал для проведения внеклассного мероприятия по теме "Космос"...

Методическая разработкаурока английского языка по внеурочной деятельности Cambridge Movers

Методическая разработка урока английского языка по внеурочной деятельности Cambridge  Moversучителя английского языкаГБОУ СОШ № 283 Кировского районаСанкт-Петербурга Поповой Натальи Павловны...