Турнир знатоков башкирского языка, посвященный празднику 8 марта - Международному женскому дню.
классный час по теме
Конкурсное внеклассное мероприятие, посвященное празднику 8 марта- Международному женскому дню, на башкирском языке, для начальных классов школ,с русским языком обучения.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Внеклассное мероприятие | 62 КБ |
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ОКРУГЫ КАЛИНИН РАЙОНЫНЫҢ
3-СӨ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
8-се март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған конкурс-уйын программаһы.
Башҡарыусы:
Абдуллина Ильмира Мират ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы
3-сө интернат-мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
.
2012 йыл.
8-се март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған конкурс-уйын программаһы.
Маҡсат: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; оҫта, күркәм һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү. Әсәйҙәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Рус мәктәбенең башланғыс кластары араһында үткәрелде.
Сара барышы.
Матур биҙәлгән класта ғаилә ағзалары фотоһүрәттәренән күргәҙмә, уҡыусыларҙың 8-се март Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ижади эштәре ҡуйыла. «Әсә йылыһы-ҡояш йылыһы» тигән яҙма эленә. Талғын ғына көй ағыла.
Сараны «Башҡортостан» йыры менән асып ебәрәләр.
1-се уҡыусы - Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә,
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Шатһығыҙ барығыҙ ҙа?
2-се уҡыусы - Бөгөн – Әсәйҙәр байрамы
Бөгөн – ерҙә тантана!
Ҡояш шуға көлә бөгөн
Гөлдәр шуға шатлана.
- Һаумыһығыҙ, балалар, уҡытыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ - әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр! Бөгөн беҙ, оҫта телселәр бәйгеһенә йыйылдыҡ. Был бәйге – 8 март, Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнала. 3-сө һәм 4-се кластан балалар ике командаға бүленеп, башҡорт телендә әсәйҙәр тураһында әҫәрҙәр белеү, тасуири уҡыу, оҫта һөйләү һ.б. ҡыҙыҡлы ярыштарҙа көс һынашасаҡ.
- Мы сегодня собрались на турнир знатоков башкирского языка. На этот турнир мы не зря пригласили наших мам, так как мероприятие посвящено прекрассному празднику- 8 марта.
- Бәйгелә командаларҙың сығыштарын жюри баһалаясаҡ. Жюрила - …….
- Конкурста ҡатнашыусы балалар! Бер нисә минуттан һеҙгә үҙегеҙҙе төрлө ситуацияларҙа күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем. Бәйгене башлайыҡ.
1-се бәйге «Һаумыһығыҙ, был беҙ!» тип атала.
Командалар үҙҙәре менән таныштыралар.
- Исем.
- Девиз,
- Эмблема
2. Нәфис һүҙ оҫталары.
Әсәйҙәргә арнап ниндәй генә шиғырҙар яҙылмаған да, ниндәй генә йырҙар йырланмаған! Ҡайһы команда әсәй тураһында шиғырҙы тасуири уҡып ишеттерер икән?
1-шәр шиғыр һөйләү.
3.Хәҙер һүҙ байлығығыҙҙы тикшереп алайыҡ.
- «Ҡарһылыу” һүҙенән һүҙҙәр төҙөгөҙ.
Тамашасылар менән ярыш. Йомаҡтар ҡойоу.
2. Әсәйгә ике еләк
Атайға – ике еләк
Ике еләк-ҡустыма
Бөтәһе нисә еләк?
5. Әхмәттең бер алмаһы,
Әсхәттең бер алмаһы,
Бер алма бар Әсмәлә,
Бер алма бар Сафала,
Берәү өҫтәлдә ята –
Бөтәһе нисә алма?
6. Алфавиттың бишенсе хәрефе ниндәй?
7. Ашата, бешерә,һауыт-һаба йыуа, кер йыуа, йыйыштыра, ярата, маҡтай, йырлай, иң яҡын кеше. Кем ул?
8. Эшләй, өйгә аҡса килтерә, телевизор ҡарай, кран, машина йүнәтә, көслө, батыр кеше. Кем ул?
1.Ҡыҙыл төймә таптым
Ауыҙыма ҡаптым.
3. Иҙән аҫтында йөрөйөм,
Бесәйҙән ҡурҡам.
4. Дүрт аяҡлы, ике башлы
Унда йоҡларға яҡшы.
4. Әсәйҙәр менән ярыш.
- Әсәйҙәрҙе лә ярыштырып алайыҡ, әсәй кешенән дә оҫта кеше юҡтыр ул донъяла! Ул тәмле аштар ҙа бешерә, өйҙә йәм, матурлыҡ та булдыра, йыр-моңға ла оҫта. Әйҙәгеҙ әсәйҙәрҙең йыр-моң оҫталығын һынап ҡарайыҡ.
Әсәйҙәрҙән бер йыр, йә бейеү, йә шиғыр һөйләү.
4. Йомробаштар бәйгеһе.
- Баштарҙы эшләтеп алайыҡ. (Командаларға сиратлап һорау бирәм).
- Өфө уртаһында нимә бар?
- Кешегә ете йәш тулғас нимә була?
- Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?
- Һыуҙа ниндәй таш булмай?
- Карлсондың иң бәләкәй дуҫы.
- Әсәйегеҙ ниндәй? (по-очереди)
- Йомролор, ҡыҙылдыр. Уға һәр кем ҡыҙығыр.
- Мәктәптәге иң насар билдә.
- Бер сәғәттә нисә минут?
- Әкиәттәге ике ҡанатлы ат.
Жюриға һүҙ.
5. Актерлыҡ оҫталығы бәйгеһе.
- Әсәйҙе ҡотлау моментын сәхнәләштереү.
6. Капитандар бәйгеһе.
Әсәйгә яғымлы һүҙҙәр әйтеү.
7. «Һүҙ күрке - мәҡәл» бәйгеһе.
- Оҫта һөйләү өсөн - тасуири, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү генә етмәй, кеше шулай уҡ телмәрендә төрлө күркәм әйтемдәр, халыҡ мәҡәлдәрен дә ҡулланып һөйләр тейеш. Ә һеҙ мәҡәлдәрҙе беләһегеҙме?
Карточкалар менән эш, мәҡәлдәрҙе дауам итеп яҙырға.
- Кем эшләмәй - …………
- Күп уҡыған, ……………
- Йөҙ һум аҡсаң булғансы, ……………
- Кешегә соҡор ҡаҙма,……………
- Ете ҡат үлсә,……………..
- Ни сәсһәң, шуны…………..
- Алтын-көмөш яуған ерҙән,…………
- Атанан күргән-уҡ юнған, …………..
Музыкаль номер «Һылыу ҡыҙҙар еләк йыя» йырын йырлау (2 кл – 4 ҡыҙ)
- Бәйге буйынса йомғаҡ яһау, еңеүсене билдәләү ваҡыты ла килеп етте.
Йомғаҡлау, бүләкләү. Балалар әсәләренә бүләк тапшыралар.
- Шуның менән бәйге тамам. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙе етеп килгән 8-се март байрамы менән ысын күңелдән ҡотларға рөхсәт итегеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ҡыуансытар, аяҙ көндәр һеҙгә! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.
Һәр кемгә иң ғәзиз бер йән – әсәләр,
Ғүмере бала юлына нур сәсәләр.
Ниндәй генә булғанда ла балаһы,
Әсә өсөн бала – йөрәк алмаһы.
Ул фәрештә, ул бөйөк зат – әсәйҙер.
Ҡушымта.
Бәйге турҙары. | Зирәктәр | Тапҡырҙар |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Презентация для внеклассного мероприятия по теме "8 марта - Международный женский день"
Презентация для внеклассного мероприятия по теме "8 марта - Международный женский день"...
КВН для 7 класса по теме «8 марта - Международный Женский День»
КВН для 7 класса по теме «8 марта - Международный Женский День»Цели:1. Развитие способностей воспринимать и оценивать мир с точки зрения гармонии совершенства и красоты.2.Сплочение детского коллектива...
Сценарий праздника посвящённый международному женскому дню 8 Марта
Сценарий праздника 8 Марта...
Внеклассное мероприятие "8 марта -международный женский день"
Мероприятие проводится в 6 классе в форме соревнований между девочками. Приглашается для оценки команд независимое жюри: дети из других класов, учителя.. В игровой форме между командами девочек ...
8 МАРТА - МЕЖДУНАРОДНЫЙ ЖЕНСКИЙ ДЕНЬ
Поздравление прекрасной половины коллектива в днём весны...
Сценарий праздника "8 Марта - Международный женский день" (семейный клуб)
Сценарий внеклассного мероприятия (семейного клуба) для обучающихся 1 класса и их родителей...